Буранбай — Йәркәй сәсән

                                                                               Буранбай
                     1
Табаҡ та ғына табаҡ, ай, аҡ ҡағыҙ
Буранбайҙың яҙған хаттары,
Буранбайҙың яҙған хатын уҡып,
Зар илайҙар ауыл ҡарттары.

Оҙон да ғына оҙон, ай, бик моңло
Буранбайҙың һуҙған йырҙары,
Буранбайҙың йырын тыңлағанда,
Йөрәкһенә ауыл ирҙәре.

Буранбайҙың аты, ай, кирме ине,
Серге аҫҡайҙары тирме ине?
Буранбай ҙа менән, ай,
Ибраһим Себерҙәргә китер ирме ине?

Алыҫ та ғына алыҫ, ай, күренгән
Юшатырҡай башы Аҡбейек.
Буранбай ҙа китте, иле ҡалды,
Илкәйенә булды ҙур көйөк.

Буранбайҙың менгән ҡашҡа аты
Саҡрым-саҡрым бармай баш ташлай.
Түрә тигәндәргә ышанмағыҙ,
Себер ебәреп үк башты ашай.

Һаҡмар ғына һыуҙың яры бейек,
Йәбешеп кенә сығыр талы юҡ.
Буранбай ҙа менән Ибраһимдың
Биреп кенә ҡайтыр малы юҡ.

Буранбайҙың яҙған да хаттары
Табаҡ та ғына табаҡ аҡ ҡағыҙ.
Буранбай ҙа һөргөн китте тип үк,
Балаларын уның ҡаҡмағыҙ.

Буранбай ҙа Себер китеү менән,
Тынырмы икән баяр ерҙәре?
Буранбай ҙа һөргөн китеү менән,
Баҫылырмы икән илдең ирҙәре?

Ҡая ла ғына ташты, ай, үткәндә,
Буранбайҙы уйлап уҙығыҙ.
Буранбайҙың ғына, ай, көйкәйен
Иҫтәлеге итеп һуҙығыҙ.
                   2
Ялған да ғына исемен һораһағыҙ,
Ялған исемем минең — Буранбай.
Ялған ялаларҙы ябып миңә
Ебәрҙеләр Себер, күралмай.

Буранбайҙың кейгән бүре тунын
Сөйҙәренән алып кем кейер?
Буранбайҙың ғына яңғыҙ улын
Баштарынан һыйпап кем һөйөр?

Алыҫтан да ялтырап күренеп ята
Ирәндеккәй тауҙың таштары.
Буранбайға нахаҡ бәлә төшөп,
Себерҙәргә китте баштары.

Буранбай ҙа ғына, ай, Ибраһим —
Илкәйенең һөйгән егете;
Ил файҙаҡайҙарын, ай, күҙәтеп
Тотманылар батша үгете.

Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. Беренсе китап. Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1974. 106 — 107-се биттәр.