Башҡорттар

                               Башҡорттар тураһында... тарихи-географик белешмә
   "... Башҡорттар менән осрашҡан ваҡытта уларҙың айыҡ аҡылы ғына тугел, ә уйлап табыу һәләтенә маһир икәне асыҡ күренә. Гөмүмән, уларҙың аҡылы зирәк һәм отҡор булыуы менән айырылып тора, был сифаттар башҡорттарҙың холҡонда ла ярылып ята; механик ғәҙәт кенә түгел, ә төрлө алымдар талап иткән һәм шәхси хыялдарға урын булған шөғөлдәргә тартылыуҙары ла шуның менән аңлатылалыр. Ер һөрөп, бер төрлө генә эш менән булышыу уның күңеленә ятып бөтмәй — был хәрәкәтсән холоҡтоң үҙенсәлеге.
   ... Башҡорттоң аҡыл ҡеүәһе тураһында һүҙ йөрөтөүе ауыр, сөнки уларҙың шөғөлдәре был сифаттарға тулыһынса асылырға мөмкинлек бирмәй; шулай ҙа уларға тәбиғәттән тапҡырлыҡ, тиҙ отоп алыусанлыҡ бирелеүен инҡар итеп булмай. Был сифаттар башҡорттоң килеп тыуған хәлдән һәм кәртәләрҙән сыға белеүендә, үҙҙәренә оҡшаған эште башҡарыуында күренә..."
   (Живописная Россия; Отечество наше в его земельном, историческом, племенном, экономическом и бытовом значении. — Т. 8. Среднее Поволжье и Приуралъский край. — Ч.2. Приуральский край. — С Пб.; М., 1901.)


                                                                        * * *
   "...Көньяҡ Урал һырттарында үҙенсәлекле бер ҡәбилә йәшәй, уларҙы тау башҡорттары тип атап йөрөтәләр. Улар оҙон буйлы. Йөҙ төҙөлөштәре менән татарға оҡшап торалар. Ҙур булмаған һоро йәки ҡуңыр күҙҙәре йөҙҙәренә изгелеклелек бирә. Ҡолаҡтарының ҙур булыуы күҙгә ташланып тора. Сит кешеләрҙе ҙур ихласлыҡ менән ҡунаҡ итәләр, тик «ҡунаҡтар» ҡайһы саҡта уларҙың был ябайлығы һәм йомартлығы менән файҙаланыуҙан да тартынмай. Улар бик аҡрын, әммә сифатлы итеп эшләй. Татарҙар кеүек, улар ҙа ҡатындарын һатып алалар. Әгәр ҡыҙҙың атаһы риза булһа, ҡалымды бүлеп түләйҙәр һәм шундай килешеү булғанда ярты ҡалым т үләгән көйө лә кәләшен алып ҡайтып китә ала. Беренсе йылда йәш килен ҡайныһы һәм ҡәйнәһе менән һөйләшергә тейеш түгел, был йола башҡорттарҙа ғына түгел, башҡа халыҡтарҙа ла бар. Башҡорттар әле малсылыҡтан игенселеккә күсеү осоронда. Элек уларҙың ерҙәре күп булған, тик уның күп өлөшө арзанға ғына һатылған. Ырымбур һәм Пермь губерналарындағы рудник һәм тау заводтары урынлашҡан ерҙәр башҡорттарҙыҡы булған. Ҡыштым тау заводы урынлашҡан 150 000 дисәтинәнән ашыу ер башҡорттан 150 һумға һатып алынған. Бындай ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы башҡорттар бер нисә тапҡыр баш күтәреп ҡараны, әммә уларҙың тырышлығы бушҡа булды...
   ... Хәҙер башҡорттарҙа үҙ еренең өстән бер өлөшө генә ҡалған. Ҡайһы бер өйәҙҙәрҙә хөкүмәт уларға һатыуҙы тыйып, яңы ерҙәр бүлеп биргән. Ерҙәрҙең яйлап ҡыҫҡарыуы һөҙөмтәһендә башҡорттар йәшәү шарттарын үҙгәртергә мәжбүр. Улар ер эшкәртеүгә тотона башланы. Тәүҙә һөрөнтө ерҙәрен припущенниктар тип йөрөтөлөүсе урыҫтарға айырым хаҡ тәғәйенләп, биреп торһалар, хәҙер үҙ ерҙәрен үҙҙәре эшкәртәләр. Әммә ҡайһы бер төбәктәрҙә башҡорттар элекке ғәҙәттәрен һаҡлай һәм йәйләүҙәргә сығып, малсылыҡ менән көн күреүҙе дауам итә. Улар һунарға йөрөргә ярата, шуға ла урман йәнлеген баҫтырыуға маһир тоҡомло эттәр үрсетәләр. Шулай ҙа бөркөт менән һунар итеүҙе айырыуса хуш күрәләр.
   Башҡорттарҙың эре мөгөҙлө малы, һарыҡтары күп, әммә төп байлыҡтары — көтөү-көтөү аттары. Был көтөүҙәр ит, һөт, тире бирә, тиренән улар кейем, һауыт-һаба тегәләр. Элегерәк башҡорттар араһында йөҙәрләгән, меңәрләгән ат тотоусыларҙы осратырға була ине, хәҙер был халыҡ ярлыланған".
   (Южный Урал и гориые башкиры//Новая библиотека. Приуральский край, его население и минеральные богатства/Сост. Н. А. Дьячков. — М., 1901).
                                                                * * *
   "Намыҫлылыҡтары һәм киң күңеллелектәре менән башҡорттар башҡа сит-яттар алдында маҡтана ала: мал- тыуар төндә иркенләп урман ҡыҙыра; йәшәү рәүешенә әүерелгән хәйерселек башҡорт ауылдарына бөтөнләй ят күренеш".
   (Россия: Полное географическое описание нашего Отечества / Под ред. В.П.Семенова-Тянь-Шанского. СПб.: Изд-во А.Ф.Девриена, 1914).
                                                               * * *
   "...Хәҙерге башҡорттарға ҡарап, уларҙың ҡыйыу, көслө һәм һуғышсан халыҡ булыуын күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Ниндәйҙер 100-200 йыл эсендә генә рус йоғонтоһо, көнкүреш һәм йәшәү шарттарының үҙгәреүе уларҙан бөтөнләй икенсе кеше яһаған.
   Башҡорттарҙың айырым ырыуҙары үҙҙәренең иҫәпһеҙ- һанһыҙ көтөүлектәре менән киң башҡорт ерҙәрендә йәшәгән. Улар менән борондан килгән йолалар нигеҙендә кенәз һәм халыҡ йыйыны идара иткән.
Рус дәүләтен емергән монгол-татар ғәскәрҙәре башҡорттарға яһаҡ һалған, әммә уларҙың эске донъяһына ҡыҫылмаған...
   Һуңғараҡ улар тормошона рус батшалығы килеп ингән... Ҡаҙанды алғандан һуң, башҡорттар күршеләренең ҡыҫырыҡлауына түҙмәй, урыҫ батшаһына үҙҙәре барып ҡушылған.
Иоанн башҡорт кенәздәренә ер менән идара итеү хоҡуғы биргән грамоталар тапшырған, дошмандарҙан һаҡларға һүҙ биргән, бары тик төрлө ташламалар яһап, яһаҡ түләргә ҡушҡан. Был ерҙәр Мәскәү батшалығы эҙәрлекләүенән ҡасыусылар өсөн оҙаҡ ваҡыттар йәшеренер урын булған. Бында шулай уҡ татар-монголдар ҡолатҡан батшалыҡтарҙан сығыусылар Ислам динен таратыр өсөн килгән. Улар тирә-йүндәге бөтә мосолмандарҙы Рәсәйгә ҡаршы күтәрергә тырышып, халыҡты үҙҙәренең өгөт- нәсихәтте менән ҡуҙғытҡан. Шуға күрә лә тәү башта баш күтәреүҙәр бойондороҡһоҙ Башҡортостанды тергеҙеү өсөн ихтилал характерын йөрөткән...
   ... XVIII быуат аҙағына баш күтәреүҙәр характеры үҙгәргән. Үҙаллылыҡ тураһында һүҙ йөрөтөү бүтәнсә мөмкин дә булмаған; тәүге планға ер мәсьәләһе сыҡҡан.
   ... 1736 һәм 1739 йылдарҙағы указдар «баш күтәреүсе» башҡорттарҙың ерҙәрен бушлай алырға рөхсәт биргән, был төрлө аңлашылмаусанлыҡтарға сәбәпсе булып торған.
   Ул заманда закон эштәре формаль яҡтан һәр ваҡыт камил булмаған: канцелярия буталсыҡтарынан, ҡағыҙ эшенән һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа ҡурҡып торған. Шуға күрә башҡорт ерҙәрен оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға алыусыларҙың хоҡуғы буталсыҡ һәм аңлайышһыҙ хәлдә ҡалған: был ерҙәрҙе башҡорттар элек-электән биләгән, ата-бабалары ошонда йәшәгән, ә уны дәлилләүсе бер ниндәй ҙә ҡағыҙ булмаған.
   XVIII быуатта бөтә ерҙә әүҙем рәүештә заводтар төҙөлә башлағанда, Башҡортостанда руда ятҡылығы табылған. Шул ваҡытта завод өсөн биләмәләр йыртҡыстарса юлдар менән яуланған, башҡорттарҙың белемһеҙлеге менән файҙаланып, әллә күпме меңдәрсә майҙан ерҙәр тиндәргә генә һатып алынған...
   Яңы төҙөлгән заводтарға эргә-тирәләге ауылдарҙы беркетеп, заводта эшләтеү һәм алпауыт ерҙәрен эшкәртеү өсөн тотош халыҡты алып килгәндәр. Башҡорт ерҙәре халыҡ ҡулынан тартып алына барған, һөҙөмтәлә улар үҙаллылығын юғалтҡан. Баш күтәреүҙәр бер-бер артлы ҡабатланған, хәҙер инде башҡорттар ғына түгел, рус крәҫтиәндәре лә борсола башлаған, быларға ҡарата яза ла ҡаты булған; халыҡты баҫтырыу өсөн ғәскәр саҡырылған, ауылдар яндырылған, ғәйеплеләр язаға тарттырылған, Себергә оҙатылған, ирке сикләнгән. Был ваҡиғалар азат, бай, аңлы һәм ғорур башҡорт халҡы баҫылғансы , бахыр, ярлы хәленә ҡалғансы дауам иткән. Ул элек юл булмаған, етәкселек дингә ҡыҫылмаған, яһаҡ һорап бер кем дә борсомаған мәлдәрҙе һағынып иҫкә алған.
   Пугачев ихтилалы һуңғы иң көслө күтәрелеш булып торған, унда башҡорттар әүҙем ҡатнашып, бының өсөн ҡаты язаға дусар була. Ҡасандыр башҡорттарға ҡараған ерҙәр шәхси хужаларға, крәҫтиән ойошмаларына һәм ҡаҙна ҡулына күскән. Бындай ирекле һәм ирекһеҙ күсерелештәр, ерҙәрҙе һатып та, талап та алыуҙар, ҡапма-ҡаршылыҡлы указдар арҡаһында ергә хоҡуҡ һәм ер мөнәсәбәттәре шул тиклем буталған, әле һаман күп ерҙәр өсөн низағтар дауам итә.
   Ер мөнәсәбәттәрен яйға һалыу өсөн башҡорттар ҡулында ҡалған ерҙәр түбәндәгесә бүленгән: башҡорт ер хужаларына 15-әр дисәтинә, «припущенник»тарға йән башына 30-ар дисәтинә бирелгән, ә ҡалған ерҙәр аҫаба башҡорттарҙың шәхси ерҙәре итеп ҡалдырылған. Тик был ерҙәр генә башҡорт йәмғиәттәре ҡарары буйынса һатыла алған. Запас ерҙәр ерһеҙ ҡалған йәки ере аҙ булған припущенниктарҙы тәьмин итеү өсөн Дәүләт милке министрлығы ҡарамағына тапшырылған.
   Әммә тиҙҙән (1871) крайҙа рус йоғонтоһон көсәйтеү өсөн запас ерҙәрҙән отставной чиновниктарға 150-1500 дисәтинә, ә хеҙмәткәрҙәргә, дәрәжәһенә ҡарап, тағы ла күберәк майҙанда ер биреү кәрәкле тип табылған. Был ерҙәр бик түбән хаҡҡа 37 йыл дауамында түләүгә бирелгән. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Ырымбур губернаһының бөтә запас ерҙәре һәм Өфө губернаһының күпселек өлөшө тартып алынған. Аҫаба башҡорттарҙың шәхси ерҙәре элеккесә үлсәнмәй-билдәләнмәй тәбиғи ыҙандары менән тиндәргә генә һатып алынған, йәғни 5 мең дисәтинә ер һатып алып, 10 мең дисәтинәһе тартып алынған.
Ниһәйәт, 1882 йылда башҡорт ерҙәрен ҡаҙнаға һәм крәҫтиәндәргә генә һатыуға рөхсәт биргән указ сыҡҡан, тик был ваҡытта инде халыҡ ерһеҙ ҡалған булған.
   ...Башҡорттар, шулай итеп, тулыһынса таланған. Яңы шарттарға улар ҡулайлашып китә алмаған: 15 дисәтинә ере булған крәҫтиән арыу ғына йәшәп китер ине лә бит, тик башҡорт яртылаш күсмә халыҡ булараҡ, уның йөҙәр йылдар буйына һалынған холҡо, ғәҙәттәре тиҙ арала ғына үҙгәрә алмаған. Иркен ерҙәр күләме кәмегәс, башҡорттарҙа йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүселәр ҙә аҙайған. Урмандар ҡырҡылып, халыҡ күбәйгәс, солоҡ ҡуйыу мөмкинлеге лә булмай башлай. Борон иһә башҡорттар үҙ тамғалары менән урман буйлап солоҡ умарталары ҡуйып сыҡҡан, һәм уларға хужа менән айыуҙан башҡа бер ни ҙә теймәгән. Хәҙер урманда йәнлектәр ҙә кәмегән.
   Шулай итеп башҡорт халҡының элекке шөғөлдәре юғала барған, ә игенселеккә улар әле күнекмәгән. Шуға ла бөтөнләй малы булмағандарға алпауыттарға батраклыҡҡа, һал ағыҙыуға, приискыға һәм заводҡа эшкә барыуҙан башҡа сара ҡалмаған.
   Тау башҡорттары болондар буйлап бәләкәй генә йәйге өйҙәр төҙөп ҡуйған. Тирмә һымаҡ ул өйҙәрҙе үҙең менән килтереп ҡуйыу ҡыйынлыҡ тыуҙырмаған: түңәрәк ағас рәшәткәләргә уртаһында төтөн сығыу өсөн тишек ҡалдырып, кейеҙ ябылған һәм торлаҡ әҙер булған. Тирмә уртаһында балсыҡтан эшләнгән усаҡта ут яғылған. Йәйләүгә сыҡҡанда кейеҙҙән тыш, үҙең менән иң ныҡ кәрәк-яраҡ ҡына алып киленгән һәм көтөү ҡыуылған. Хәйер, ҡышҡы торлаҡ та артыҡ йыһазландырылмаған: иҙәнһеҙ, түбәһе насар ғына ябыулы бүрәнә өйҙөң уртаһында тура торбалы сыуаллы усаҡ торған. Уның өҫтөнә ҡаҙан ҡуйылған, иҙәндә — һандыҡтар, яҫтыҡ, түшәктәр урынлашҡан. Тәҙрә ҡарындыҡ менән көпләнгән.
   ...Йәйләүгә күсенгәс, улар тәүге ваҡытта ашай ҙа йоҡлай торған булған. Көтөү артынан артыҡ ҡарарға кәрәкмәгән: улар йәйләү тирәләй тибенлектә йөрөгән, бейәләр ҡолонсаҡтары янына үҙҙәре килеп, имеҙеп киткән, һыйыр һәм һарыҡтарҙы ҡатындар ҡараған. Улар иртә тандан тороп, һыйыр һауған, һауыт-һаба йыуған, мал-тыуар тәрбиәләгән. Ирҙәр иһә һуң ғына тороп, бер тирмәнән икенсеһенә барып, ҡош һайрауын тыңлап, ҡымыҙ эсер булған. Башҡорттар ҡунаҡтарҙы, бигерәк тә алыҫтан килгәндәрҙе ихлас ҡаршы алған, һарыҡтары булһа, шундуҡ салып, бешерергә ҡуйған. Тирә- яҡ күршеләрен йыйып, оло табын ҡороп, ҡымыҙ эскәндәр, тәмле-татлы башҡорт ризыҡтары менән һыйланғандар...
   ...Башҡорттоң оҙайлы ҡышҡы йонсоуҙан һуң шул тиклем күп итеп майлы һарыҡ итен ашай һәм ҡымыҙ эсә алыуына хайран ҡалырлыҡ. Шулай ҙа былай ашау зыян килтермәү генә түгел, хатта файҙалы ла булған: ҡымыҙ эсеү һәм һарыҡ итен ашау башҡорттарҙың ҡышын кәмегән кәрен бер нисә аҙна эсендә күтәргән (хәҙер Урта Рәсәйҙән башҡорт далаларына ҡымыҙ эсер өсөн махсус рәүештә сирлеләр ебәрелә, күптәре тиҙ үк һауыға).
   Башҡорттарҙың көсһөҙлөгө һәм хәлһеҙлеге йәйләүгә сыҡҡас тиҙ үтә — улар тағы дәртле, йәнле, күңелле: һәм тик ошонда улар үҙҙәренең ғәйрәте, уйлап табыу һәләте, тапҡырлығы менән бер аҙ үҙҙәренең ата-бабаларын хәтерләтә.
   Йәйләү урынында йәйге байрам-йыйын да уҙғарыла: мәжлес, йырлау, бейеүҙәр, бүләккә көрәшеүҙәр, ат сабыштары ойошторола. Бүләккә ниндәй ҙә булһа яулыҡ йәки башҡа ваҡ-төйәк тәғәйенләнә, һәм уны еңеүсегә иң матур ҡыҙ тапшыра. Йәштәр төркөм-төркөм булып сатырҙар буйлап хужаларҙы ҡотлап йөрөй; бөтә ерҙә ҡунаҡтарҙы һыйлайҙар, йәғни алһыҙ-ялһыҙ тағы ла ашайҙар һәм эсәләр.
Сауҙагәрҙәр, йәрминкәгә килгән кеүек, был байрамға тәмле-татлылары һәм емештәре менән күсеп килә: күп халыҡ йыйыла. Мосолман ҡанундары буйынса тыйылған шарап, араҡыларҙы ла килтерәләр...
   ...Йәй үтә һәм көҙгөһөн башҡорттар тағы ла үҙҙәренең ҡышҡы торлағына ҡайта.
Әлбиттә, былай итеп тик мал көтөүҙәре һәм ерҙәре булған хәллеләр генә йәшәй алған. Уларға бындай күсеп йөрөүҙәр ысынлап та кәрәк булған, сөнки, ғәҙәттә, һөрөлгән ерҙәр һәм сабынлыҡтар ауылдан алыҫта урынлашҡан булған, ә көн һайын унар саҡрым алыҫлыҡҡа эшкә йөрөү мөмкин түгел.
Ярлылар йыл буйына эш эҙләп, тегендә-бында йөрөйҙәр.
Бай башҡорттар үҙҙәре сығып йөрөмәйҙәр, сөнки улар ҡышҡыһын да өйҙә арыу йәшәйҙәр, ә көтөүҙе утлауға хеҙмәтселәр менән дә ебәрергә була.
   ...Дин буйынса башҡорттар мосолман, уларҙың йолалары дөйөм мосолмандарҙыҡы кеүек. Мәсет ҡарамағында мәҙрәсәләр бар, унда мулла балаларҙы Ҡөрьән уҡырға өйрәтә. Шулай ҙа хәҙер уларға урыҫса уҡый-яҙа белеү файҙалыраҡ булыр ине; башҡорттар урыҫтар менән алыш-биреш итә, уларҙа эшләй һәм, әлбиттә, уҡый-яҙа белеү, һанау һәм урыҫ ҡағиҙәләре менән танышыу уларҙы күп алданыуҙарҙан һаҡлап ҡалыр ине.
   ...Уларҙың тарихи йырҙарында һәм риүәйәттәрендә икенсе, үткән тормоштоң шаңдауҙары яңғырай. Мәҫәлән, яратҡан башҡорт батыры Салауат тураһында йырҙар шундай...
   ...Һирәк булһа ла боронғо йырҙар йырланыла, иле, азатлығы өсөн көрәшсе, батыр образы халыҡ хәтерендә тоноҡлана бара. Замана йырҙары моңһоу, зарлы, уларҙа башҡорт тормошоноң төрлө етешһеҙлектәре йырланыла..."
   (Урал/ Сост. Т.Л.Хитрово. — М.: Издание Т-ва И.Д.Сытина, 1905. Издание осуществлено Географической комиссией Учебного отдела Обшества распространения технических знаний).

   1867 йылда Император Рус географик йәмғиәтенең Ырымбур бүлеге асылыуы төбәкте тарихи һәм географик яҡтан төптәнерәк өйрәнеү мөмкинлеге бирә. Ырымбур бүлегендә 1870 йылдан «Записки», ә 1893 йылдан «Известия» нәшер ителә башлай. Өфө һәм Ырымбур губерналарының тупрағы, үҫемлек һәм йәнлектәр донъяһы тикшерелә. Ырымбур архив комиссияһы һәм башҡа фәнни ойошмалар барлыҡҡа килә. 1908 йылда Өфөлә урындағы крайҙы өйрәнеү йәмғиәте ойошторола.
   1890 йылда П.П. Жакмондың «Очерки быта Оренбургских инородцев» хеҙмәте тыуа. Автор унда башҡорт ерҙәренең таланыуын, тартып алыныуын тикшерә, мал аҫыраусылар һанының кәмеүе, игенселек менән шөғөлләнеүселәрҙең аҙ булыуы тураһында яҙа. Жакмон төп массаның — башҡорт халҡының фәҡирлектә көн итеүе мәсьәләһен күтәрә.
   1898—1917 йылдарҙа крайҙың ер ресурстарын комплекслы тикшереү маҡсатында С.С. Неуструев, Л.И. Прасолов, А.Г. Бессонов; 1916 йылда «Географический очерк Оренбургской губернии» китабын яҙыусы Д.Н. Соколов һәм Н.Н. Тихонович экспедициялары ойошторола. Был осорҙоң мөһим географик хеҙмәте булып С.С. Неуструевтың «Естественные районы Оренбургской губернии» китабы тора.
   XIX быуат аҙағы — XX быуат башына ҡараған тарихи-географик хеҙмәттәрҙә Ырымбур губернаһы башҡорттарының тарихы һәм этнографияһы буйынса төрлө материал тупланған. Улар үткән быуаттың башында нәшер ителгән энциклопедияларға, һүҙлектәргә һәм белешмәләргә индерелгән. Был һүҙлектәр һәм белешмәләрҙә төбәктең территорияһы, тәбиғәте, халҡы нисек тасуирланыуын, ул заман кешеләренең башҡорт халҡын һәм ул йәшәгән төбәкте нисегерәк итеп күреүен асыҡлаған өҙөктәр өҫтә килтерелде.

   ШУЛАЙ ИТЕП...
   XIX быуат дауамында — XX быуат башында рус тикшеренеүселәре: тарихсылар, ер үлсәүселәр, табиптар, чиновниктар аша башҡорттар һәм Башҡорт ере тураһында бик күп мәғлүмәттәр йыйылған. Башҡорттар тарихи процестарҙың әүҙем ҡатнашыусылары була: юҡҡа ғына Башҡортостанда булып үткән хәлдәргә Рәсәй тарихы буйынса Н.М. Карамзин, С.М. Соловьев кеүек ҙур тикшеренеүселәр яҙған дөйөмләштерелгән хеҙмәттәрҙә әҙ биттәр бүленмәгәндер. Шуның менән бергә, һәр дәүерҙә тикшеренеүселәрҙең башҡорт тарихына ҡарашы үҙгәргән: кемдәрҙер халыҡтың батыр үткәненә, уның яу яланында ҡыйыулығына һоҡланған, бер-бер артлы булып торған бөтмәҫ башҡорт ихтилалдарындағы ныҡышмалығына аптыраған, ә кемдәрҙер мәрхәмәт һәм йәлләү күрһәткән, хатта XIX быуат аҙағында — XX быуат башында 60-сы йылдарҙағы крәҫтиән, административ реформалар һөҙөмтәһендә туранан-тура нәфрәткә тиклем барып еткән. Шулай XIX быуатта халыҡ төшөнкөлөк хәленә алып барып еткерелә.
   Үрҙә рус ғалимдары, публицистары һәм яҙыусыларының әҫәрҙәренән килтерелгән өҙөк һәм өҙөмтәләр аша рус фәне һәм әҙәбиәте тарафынан нимә эшләнгәне ҡарап үтелә. Һығымталарҙың үҙенсәлеге һәм авторҙар һүҙҙәре күбеһенсә уларҙың алдына ҡуйған бурыстарына, социаль статусына, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы ни тиклем тәрәндән асыҡлауына ҡайтып ҡала. Шулай ҙа бында яҙылғандар, ҡайһы бер урындары улай уҡ хәҡиҡәткә тап килмәһә лә, рус тикшеренеүсеһе күҙлеге аша башҡорттарҙың ата-бабаларына күҙ һалыу өсөн етерлек һүрәтләнеш бирә, сөнки ваҡыты-ваҡыты менән һәр халыҡ үҙенә бүтәндәр күҙҙәре менән бағып алырға тейеш. Юғалмаҫ өсөн...
   (Роза Буканова, Вячеслав Фешкин. «Башҡорттар рус ғалимдары һәм тикшеренеүселәре хеҙмәттәрендә» китабынан).
                                                                                                  Киске Өфө, №42, 2009 йыл