Башкирское золото                         Башҡорт алтыны

   Шундай легенда бар. 1557 йылда Башҡортостанға Иван Грозныйҙың юғары чиндағы хеҙмәткәре килә. Башҡорттар уға Мәскәү батшаһына ихтирам йөҙөнән ҙур алтын ҡойолмаһын бүләк итә. Ҡайтып барғандарында уларҙың юлын юлбаҫарҙар быуа. Алыш башлана. Батша кешеләренең береһе ҡаса, әммә юлбаҫарҙар тиҙҙән уның зҙенә төшә. Ҡасып ҡотола алмағанын белгән һалдат ҡиммәтле төргәкте ергә күмә. Эҙәрләүселәр уны ҡыуып етә һәм, батшаға тип бирелгән бүләкте таба алмағас, һалдатты асыуҙарынан тураҡлап ташлайҙар.
   Алтын ҡойолмаһы ерҙә 400 йылдан артығыраҡ, ер һөргән ваҡытта бер механизатор табып алғансы, ята. Табышты «Ирәндек айыуы» тип атайҙар, сөнки ул, ысынлап та, тайга «хужа»һына оҡшаған: «күҙҙәре» ап-асыҡ күренеп тора, «томшоҡ», «ҡолаҡтары» бөкләнгән, «тәпәйҙәре» ҡаушырылған. Ҡойолманың ауырлығы — 4 кг 788 гр. Белгестәр алтын табылған ерҙе тикшереп, унда алтын бөртөктәренең булыуы мөмкин түгел, тигән һығымта яһай. Һәм легенданы иҫләйҙәр. Хәҙер был алтын ҡойолмаһы — Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының милли байлығы. Ул бөгөн БР Финанс министрлығы ҡарамағында һәм республиканың Милли банкында һаҡлана.
 

    Хазиналарға бай Башҡортостан ерҙәрендә эре-эре алтын киҫәктәре табылыуы тураһындағы мәғлүмәттәр байтаҡ. Мәжит Ғафуриҙың башҡорт старателенең ат башындай самородок табыуы тураһында һөйләгән автобиографик повесын иҫкә төшөрөү ҙә етә. 70-се йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһында бер егет миңә старатель булып эшләгән атаһының Баймаҡ районында табып алған ирҙәр йоҙроғо ҙурлығындағы алтын ҡойолмаһын тотоп төшкән фотоһүрәтен күрһәткәйне. Хатта гәзиттә баҫтырырға ла уйы булған, тик матбуғатта сер һаҡлау буйынса идаралыҡ рөхсәт итмәгән.
   Ҡойолмалар — ул тәбиғәт мөғжизәһе. Алтын башлыса бөртөкләп һәм старателдәрҙең тире менән йыйыла. Һәм был турала халыҡ араһында хәбәр таралырға тейеш булмаған. Элек-электән алтын табыу сер итеп тотолған, приискылар хужалары һалымды әҙерәк түләү өсөн отчеттарында алтындың күпме табылыуы тураһындағы мәғлүмәтте кәметеп күрһәткән. Ә Советтар осоронда был, ғөмүмән, дәүләт сере тип һаналған.
   Хәйер, Башҡортостан картаһында ҡиммәтле металл эшкәртеү урындары күрһәтелә, әммә предприятиелар, табылған продукция күләме, рудаларҙа алтындың күпме булыуы тураһындағы мәғлүмәтте халыҡ араһына сығарыу ҡәтғи тыйыла. Алтын элек тә, бөгөн дә һәр илдең дә стратегик запасы булып тора.
   Республикабыҙ территорияһында алтын табыу менән элек-электән шөғөлләнгәндәр. Уларҙың береһе — Миндәк алтын рудаһы ятҡылығы. Был ялан алтын-пирит төрөндәге өс ҙур ятҡылыҡты — Благодатный, Көньяҡ Ремезов һәм Ремезов ятҡылыҡтарын үҙ эсенә ала. Улар үткән быуаттың 30-сы йылдарында асылған һәм 1934 йылдан алып 1997 йылға тиклем файҙаланылған. Ильин руда яланы сиктәрендә тағы ла бер ятҡылыҡ — Мурыҡты ятҡылығы алтын полиметалл руда формацияһына ҡарай. Тағы ла шунда уҡ Иғдәүләт ятҡылығы бар. Уның алтын рудаһының минераллашыуы Муртыҡ ятҡылығыныҡына оҡшаған. Учалы баҡыр-колчедан ятҡылығы иң элеккеләрҙән һанала. Ул XIX быуаттың аҙаҡтарында уҡ тимер руда ятҡылығы булараҡ асыла. Бында, баҡыр, көкөрт, цинктан тыш, алтын, көмөш тапҡандар. 1986 йылда был ятҡылыҡтан көньяҡҡа табан саҡырым ярым алыҫлыҡта тағы ла бер — Яңы Учалы ятҡылығын асалар.
   Башҡортостанда башҡа металдар менән бер рәттән алтынды тағы ла Сибай баҡыр-колчедан рудаһы һәм Баймаҡ районының Балтатау ятҡылығында тапҡандар. Әйткәндәй, Сибай карьерын 1913 йылда Көньяҡ Урал тау акционер йәмғиәте үҙләштерә башлаған. Әлеге ваҡытта был ятҡылыҡтың хазиналары бөтөү кимәлендә.
   Төҙөлөшө буйынса уникаль булған кварц юлағында тупланған алтын бөртөктәре Белорет районының Исмаҡай ауылы эргәһендә табылып тора. Һәм был алтын рудаһы ятҡылығы — Үлекбар. Руссаға тәржемә итһәң, «Есть мертвый» килеп сыға. Рудникты 1900—1910 йылдарҙа үҙләштерә башлағандар.
   Тик алтынды Башҡортостанда башлыса башҡа металдар ыңғайына ғына тапҡандар һәм шунлыҡтан уға, үрҙә әйтеүемсә, дөрөҫ иҫәп алып барылмаған. Советтар осоронда, 1922 йылда, Өфөлә Йылайыр кантоны территорияһындағы алтын табыу предприятиеларын берләштергән Башҡортостан тау тресы төҙөлә. Ул төрлө йылдарҙа төрлөсә — йә «Башҡортостан алтын-баҡыр комбинаты», йә «1-се йәки 2-се Башҡортостан алтын-баҡыр комбинаты», йә «Башцветметзолото» тип һәм, ниһайәт, 1933 йылдан алып «Башзолото» тип йөрөтөлә башлай. Трест составына Әүжән-Петровск, Әбйәлил, Байҡара, Буйҙин, Бүребай, Ильин, Мулдаҡай, Поляковский, Түбә прииск идаралыҡтары, Баймаҡ тау-металлург предприятиеһы, Йылайыр приискы партияһы һәм башҡалар инә. Трест 1954 йылда ябыла. 1933 йылда Учалы ҡалаһында башҡа дәүләт сәнәғәт предприятиеһы асыла. Уның составына Миндәк һәм Түбә рудниктары, Өфө «Уралзолото-разведка» ингән. Предприятие 1998 йылда эшен туҡтата.
   Бөгөн Башҡортостанда тикшерелгән 53 алтын ятҡылығының 17- һе генә эшкәртелә. Ҡалғандары үҙ инвесторҙарын көтә.
   Әлбиттә, күптәрҙе Башҡортостанда нисә тонна алтын табылғанлығы ҡыҙыҡһындырыр. «Башзолото» мәғлүмәттәре буйынса («Башҡорт энциклопедияһы», 1-се том), 1929-34 йылдарҙа 7165 кг һары металл табыла, 1935-39 йылдарҙа был һан 9773 кг-ға тиклем барып етә, ә 1941-45 йылдарҙа Ватаныбыҙ алтын һаҡлағысына 8808 кг ҡиммәтле продукция оҙатыла.
   «Башинформ» агентлығы яҙыуынса, инҡилапҡа тиклем, 1885 йылдан 1917 йылға тиклем, был металл 28 тонна тип әйтерлек табылған. Советтарҙың тәүге егерме йыллығында республика илгә 29 тонна тирәһе алтын оҙата. «Горное дело» махсус журналы (2004 й., 3-се һаны) раҫлауынса, Башҡортостан ере илгә 170 тонна алтын биргән! Был 90-сы йылдарҙа күп кенә приискыларҙың ябылыуына, старатель артелдәре, коллективтары тарҡатылыуға ҡарамаҫтан! Хатта республикала алтын табыу файҙа килтермәй, тиһәләр ҙә. Беҙҙә табылған алтын күләмен күрһәткән һандарҙың дөрөҫлөгөнә дәғүә итмәйбеҙ, тип тағы ла бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алабыҙ. Әммә был һандар буйынса беҙҙең яҡтарҙа күпме ҡиммәтле металл табылыуы тураһында күҙ алдына килтерергә мөмкин. Бөгөн беҙҙең республика илдең алтын табыусы региондары араһында табылған алтын күләме буйынса — 13-сө, ә Урал тау округында 3-сө урынды биләй. Шуға күрә республика халҡы запасниктарҙа, ете йоҙаҡ аҫтында Рәсәй Үҙәк банкы мисәте менән һаҡланған алтын ҡойолмаларында башҡорттарҙың ер ҡуйынынан табылған алтын бөртөктәре булыуы менән лайыҡлы рәүештә ғорурлана ала.
                                                                                                         Элла Артузова