Шундай легенда бар. 1557 йылда Башҡортостанға Иван Грозныйҙың юғары чиндағы хеҙмәткәре килә. Башҡорттар уға Мәскәү батшаһына ихтирам йөҙөнән ҙур алтын ҡойолмаһын бүләк итә. Ҡайтып барғандарында уларҙың юлын юлбаҫарҙар быуа. Алыш башлана. Батша кешеләренең береһе ҡаса, әммә юлбаҫарҙар тиҙҙән уның зҙенә төшә. Ҡасып ҡотола алмағанын белгән һалдат ҡиммәтле төргәкте ергә күмә. Эҙәрләүселәр уны ҡыуып етә һәм, батшаға тип бирелгән бүләкте таба алмағас, һалдатты асыуҙарынан тураҡлап ташлайҙар.
Алтын ҡойолмаһы ерҙә 400 йылдан артығыраҡ, ер һөргән ваҡытта бер механизатор табып алғансы, ята. Табышты «Ирәндек айыуы» тип атайҙар, сөнки ул, ысынлап та, тайга «хужа»һына оҡшаған: «күҙҙәре» ап-асыҡ күренеп тора, «томшоҡ», «ҡолаҡтары» бөкләнгән, «тәпәйҙәре» ҡаушырылған. Ҡойолманың ауырлығы — 4 кг 788 гр. Белгестәр алтын табылған ерҙе тикшереп, унда алтын бөртөктәренең булыуы мөмкин түгел, тигән һығымта яһай. Һәм легенданы иҫләйҙәр. Хәҙер был алтын ҡойолмаһы — Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының милли байлығы. Ул бөгөн БР Финанс министрлығы ҡарамағында һәм республиканың Милли банкында һаҡлана.
Читать далее