Башҡорт ағаларыма хитап

Был заман инҡилабы ниндәй ҡыҙыҡ,
Күҙ асып ҡараһағыҙ, башҡорттарым.
Һәр бер милләт мәғарифҡа һалышалар,
Һеҙҙәр ғафил ятаһыҙ, башҡорттарым.
Һәр урында төрлө милләт ҡуҙғалыша
Мәғариф, тәрәҡҡигә юлдар аса,
Һеҙҙәр йоҡлап ятаһыҙ һәнүҙгәсә
Ниңә уянмайһығыҙ, башҡорттарым.
Хөрриәт сайәһе ергә төштө,
Һәр бер ҡәүем күләгәгә йүгереште,
Алғараҡ сығыр өсөн һикереште,
Һеҙҙәр ғафил ҡалаһыҙ, башҡорттарым.
Беҙҙән борон бабаларығыҙ һиммәт итеп,
Башҡа төрлө ҡәүемдәргә ғәйрәт итеп,
Һеҙгә ер-һыу ҡалдырҙылар мираҫ итеп,
Һеҙ ҡәҙерен белмәнегеҙ, башҡорттарым.
Һәр бер халыҡ бергәләшеп, йыйылышып,
Думанан үҙенең хазын һорай,
Һеҙ йөрөйһөҙ ҡымыҙ эсеп, уйнап ҡурай,
Баш күтәреп ҡарамайса, башҡорттарым.

Һәр урында тырышалар ер кәрәк, тип,
Беҙҙән һуңғы балаларға иркенлек, тип,
Һеҙ йөрөйһөҙ ҡайҙа банка, натариус, тип,
Ер һатырға әҙерләнеп, башҡорттарым.
Хур булырһыҙ үҙегеҙ, ерегеҙ бөтһә,
Ғәйре милләттәр ҡулына кереп китһә...
Ниҙәр күрер бынан һуң тыуған бала?
Бик ғафилһыҙ, бик гафилһыҙ, башҡорттарым.
Үҙегеҙ, балаларығыҙ ҡалһа ерһеҙ,
Әлбиттә, тора алмаҫһыҙ бер һөнәрһеҙ.
Бынан ары ошбуны фекерләп һеҙ
Уҡыу кәрәк, ғилем, һөнәр, башҡорттарым.
Һеҙ ҙә лазым хәҙерҙән итеп һиммәт,
Мәғрифәтле халыҡтарҙан алып ғәйрәт,
Мәғариф сайәһенә кермәк, әлбәт,
Тейешлелер һеҙҙәргә, башҡорттарым.
Һеҙҙә бар истиғадәд һәм ҡабилиәт,
Уҡыуға, уҡытыуға ҡылығыҙ ғәҙәт,
Уҡыуҙыр донъя, әхирәттә сәғәҙәт,
Уянығыҙ, уянығыҙ, башҡорттарым.
Һәр тарафта уҡыу кәрәк, ер кәрәк, тип
Иждиһат итәләр арып-талып,
Кескенә ҡырмыҫҡанан үрнәк алып,
Һеҙ ҙә ғафил ҡалмағыҙ, башҡорттарым!

                                                                           Сафуан Яҡшығолов (1871—1931)
Хитап — һүҙ, мөрәжәғәт.
Инҡилаб — революция, үҙгәреш.
Ғафил — ғәмһеҙ.
Тәрәҡҡи — алға китеү.
Сайә — күләгә.
Һиммәт — тырышлыҡ.
Хаз — өлөш.
Лазым –тейеш, өлөш
Истиғадәд – булдыҡлылыҡ
Ҡабилиәт — һәләтлелек