Ай ярылыу мәсьәләһе
Әһел сира был урында айҙың ярылыу мәсьәләһен зекер итәлер: Мәккә рәйестәре рәсүлуллаһҡа килеп, пәйғәмбәрлегенә дәлил булһын өсөн, айҙы икегә ярып күрһәтеүен һорағандар, шул мөғжизәне күрһәткән ваҡытта иман килтерәсәктәренә һүҙ биргәндәр, рәсүлуллаһтың доғаһы буйынса Аллаһу Тағәлә мөшриҡтәрҙең һораған нәрҫәләрен биргән, фәҡәт мөшриҡтәр Мөхәммәд беҙҙең күҙҙе быуҙы, беҙҙе сихырланы тип, иман килтермәгәндәр, тиҙәр.
Ай ярылыу тураһында төрлөсә һүҙ һөйләйҙәр. Мәҙкүр эш Ибн Мәсғүт, Ибн Ғаббас, Әнәс, Ибн Ғүмәр, Хүзәйфә Жәбир бин Мутғәм үә башҡаларҙан риүәйәт ҡылынмыштыр. Бухари менән Мөслим хәҙис китаптарында иһә был ваҡиға Ибн Мәсғүт, Ибн Ғаббас, Әнәстән риүәйәт ҡылынып, башҡаларҙан риүәйәт юҡтыр. Ҡайһы бер тәфсир яҙыусылар ҙа Ҡөрьәндәге Ҡәмәр сүрәһендә 1-се аяттағы
«Вәншәҡҡәл ҡәмәр» — (һәм ай ярылды) — тигәнде дәлил тотоп, ошо ваҡиғаны аңлаталар.
Фәҡәт беҙҙең ҡарашыбыҙ буйынса, был бик бәхәсле бер мәсьәлә. Мәсьәләнең мөшкөллөгө ай ярылыуҙың ғәҙәттән тыш бер эш булыуы йөмләһенәндер. Пәйғәмбәр булғас, уның берәй мөғжизә эшләүе бер ҙә ғәжәп эш түгел. Аллаһуҙың пәйғәмбәрҙәренә бәғзе мөғжизәләр биреүе мәғлүм нәрҫә. (Миҫал: Муса ғәләйһиссәләмдең таяғы).
Рәсүлуллаһтың да сәхәбәләренә төрлө ғәҙәттән тыш нәрҫәләрҙе күрһәткәнлеге мәғлүм нәрҫә. Хәҙис китаптарында был хаҡта күп риүәйәттәр бар. Фәҡәт бында мәсьәләнең икенсе яғы бар. Сахих хәҙистәрҙә (Бухари менән Мөслим) зекер ителгәнгә күрә, айҙың ярылыу ваҡиғаһы мөшриҡтәрҙең һорауҙары буйынса булмыштыр.
Хәлбүки Ҡөрьәндә мөшриҡтәрҙең бик күп һорауҙары зекер ителгәне хәлдә, ай ярылыу хаҡында бер асыҡ әйтелгән ер юҡтыр. Ҡәмәр сүрәһендәге «Вәншәҡҡәл ҡәмәр»ҙең аңлатмаһы айҙың ярылған булыуына дәлил түгелдер. «Иншакка»ға мазый үткән заман) биреү мөмкин булған кеүек музариғ (киләсәк заман) мәғәнәһен биреү ҙә мөмкин. Булыуы мөмкин булған нәрҫәләрҙә музариғ (киләсәк заман) урынына мазый (үткән) сыйғаһын ҡулланыу ғәрәп телендә киң ҡулланылалыр. «Сурға өрөлдө». «Әйттеләр ни үкенес беҙгә, кем тергеҙҙе беҙҙе»...
«Шул көндә йәһәннәм килтерелде», кеүек киләсәк заман урынына үтҡэн заман сыйғаһы ҡулланылған урындар Ҡөрьән Кәримдә бик күптер. Шунлыҡтан бында ла «вәншәҡҡәл ҡәмәр»ҙең донъяның бөткән ваҡытында, йәғни ҡиәмәт көнөндә буласаҡ ай ярылыуы тураһында әйтелүе мөмкин, бәлки шуға яҡындыр. Ҡөрьән Кәримдә был мәғәнәлә
«Әгәр күк ярылһа (ярылды тип яҙылған)
«Ҡайсан күк ярылды (мәғәнәһе ярылһа тип бирелә) кеүек аяттар бар. Ҡөрьәндәге бер аяттарҙы тәфсир ҡылған шикелле, икенселәрен дә шулай аңлатырға кәрәктер.
Ҡыҫҡаһы, риүәйәттәр тәьҫире аҫтында ҡалмағанда, аяттың мәғәнәһе: «Ҡиәмәт яҡынлашты, ай ҙа ярыласаҡ. Әгәр Мәккә мөшриҡтәре ҡиәмәттең булыуына дәлил була торған мөғжизәне күрһәләр, унан боролалар, ул Мөхәммәдтән һәр ваҡыт булып тора торған тәьҫирле сихыр тип әйтәләр», — тимәк булалыр. Ай ярылыу ошо һуңғы мәғәнәгә килтереү Хәсән Бәсри Ғата кеүек ғалимдарҙан риүәйәт ҡылыналыр.
Ҡөрьән Кәримдә мәҙкүр мөғжизәләрҙең һис береһе бирелмәгәндә шөбһә булмаҫ ине. Инде шулай булғас, буласаҡ мөғжизәләр Ҡөрьәндә әллә нисә урында зекер ителенеп, булған мөғжизәнең зекер ителмәүе аҡылға һыямы?
Мөшриҡтәр рәсүлуллаһтан мөғжизәләр һорап йөҙәтеп бөтөрәләр ине. Ике һүҙҙең береһендә уға: «Пәйғәмбәр булһаң, башҡа пәйғәмбәрҙәр кеүек мөғжизә килтер!» — тиәләр ине. Рәсүлуллаһ үҙе лә уларға мөғжизә килтерергә бик теләй ине. Шулай булғас, ай ярылыу мөғжизәһе бирелгән булһа, уларға: Ғәнҡәбүт сүрәһендәге 51-се аятты:
Йәғни «Беҙ һиңә иңдергән Ҡөрьән уларға мөғжизә булырға етмәйме ни, ул Ҡөрьән уларға даим уҡылалыр...», тип яуап биреү менән генә ҡәнәғәтләнмәйсә: «Һеҙгә ай ярылыу мөғжизәһен бирҙек бит, шул етмәйме? Тағын нәрҫә кәрәк инде һеҙгә?» — кеүек һүҙҙәр менән яуап биреү һәйбәт булмаймы? Нигә Ҡөрьәндә бындай яуап бирелмәй? Ни өсөн?
«Әйт: «Минең Раббым һәр кәмселектән пактыр, мин үҙем дә әүәлге рәсүлдәр кеүек кешенән булған рәсүлмен...», — тип кенә яуап бирә, (17-се сүрә, 93-сө аят) Мәккә мөшриҡтәре рәсүлуллаһтан мөғжизә килтереүен тилмереп һорайҙар ине. Улар үҙҙәре һораған мөғжизәнең береһен генә килтергән ваҡытта иман килтерәсәктәренә ант итәләр. Әйт: «Мөғжизә — Аллаһ ихтыярында, теләһә бирер», — тип. И мөьминдәр! Әгәр уларға мөғжизә бирелгәс, иман килтерәсәктәрен нисек беләһегеҙ? Юҡ, мөғжизә бирелһә лә, иман килтерәсәк түгелдәр.
Шулай булғас:
«Әйт: хәҡиҡи белем — Аллаһ хозурындалыр. Мин иһә асыҡ ҡурҡытыусымын» (Мүлек сүрәһе, 26-сы аят).
«Бәс әйт: Йәшертен нәрҫәләрҙе белеү Аллаһуға ғына хас», (Юныс сүрәһе, 20-се аят) кеүек аяттар менән ҡәнәғәтләнеү тейешле булыр инеме? Бындай урындарҙа «вәншәҡҡәл ҡәмәр» кеүек ғәйәт ҡыҫҡа ғәйбәрә менән генә китеү бәләғәттән түгел. Бында әллә нисә ҡат ай ярылыу ваҡиғаһын зекер итеп, ауыҙҙарын ҡаплау тейеш ине. Уның һуңында мөшриҡтәрҙең мөғжизә һорағандарына ҡарамағанлығы ваҡытта ла, бындай бөйөк бер ваҡиғаның Ҡөрьәндә шулай бик ҡыҫҡа, бик асыҡ булмаған рәүештә генә зекер ителеп китеүе ғәжәптер. Бындай ваҡиғаны Ҡөрьәндә ҡабатланып зекер ителеүе тейеш ине.
Шулай уҡ был туралағы риүәйәттәре эҙлекһеҙ, тәртип менән килеү дәрәжәһенә ирешмәйҙәр. Иншиҡаҡ ҡәмәр ваҡиғаһы бик сикле кешеләрҙән генә риүәйәт ителгән. Шул ваҡиғаны риүәйәт иткән сәхәбәләр үҙҙәре ваҡиғаға әҙер булмағандар. Был ваҡиғаға бигерәк Ибн Мәсғүт, Ибн Ғаббас, үә Әнәстән риүәйәт ителә. Хәлбүки Әнәс ул ваҡыт Мәҙинәлә дүрт-биш йәшлек бер бала ине. Ибн Ғаббас ул ваҡыт тыумаған да ине әле. Ул Хәжжәтүл Вәдәғ йылында ғына бәләғәткә иреште. Ибн Ғүмәр ул ваҡыт бик бәләкәй ине. Ул Хандаҡ йылында ғына бәлиғ булды. Шулай булғас, хәҙисте төп риүәйәт итеүселәр бик сикле кешеләр генә булып ҡалалар.
Инде мөшриҡтәргә ай ярылыу мөғжизәһе бирелгәс, ни өсөн уларға башҡа ҡәүемдәргә килгән кеүек ғазап килмәне? Мәҙкүр мөғжизә бирелгән булғас.
«Пәйғәмбәрҙәргә төрлө мөғжизәләр иңдереүҙән беҙҙе һис нәрҫә тыйманы, мәгәр әүәлге ҡәүемдәрҙең мөғжизәләрҙе ялғанға тотоуҙары тыйҙы», (Бәни Исраил сүрәһе, 59-сы аят). Аяттың ни мәғәнәһе ҡала? Мәккәлеләрҙең уны ялғанға сығарасаҡтарын Аллаһ белә бит. Шулай булғас, ник был эш уларға ай ярылыу мөғжизәһен биреүҙән тыймай? Әгәр ай ярылыу мөғжизәһе бирелгән булһа, мәҙкүр аяттарҙың асыл мәғәнәһе ҡалмай. Тәфсир яҙыусылар үҙҙәре лә ошбу аяттарҙы тәфсир ҡылғанда Мәккә мөшриҡтәренә мөғжизә бирелмәгәнлеген, рәсүлуллаһтың пәйғәмбәрлегенә Ҡөрьән Кәрим дәлил булыр ға еткәнлеген уның өҫтөнә башҡа мөғжизәләр биреп тороуҙың кәрәкмәгәнлеген һөйләйҙәр. Фәҡәт «Ҡәмәр» сүрәһенә килеп еткәс, әүәлге һүҙҙәрен бөтөнләй онотоп, риүәйәттәр тәьҫире менән ай ярылыу мөғжизәһе булды тип тәфсир итәләр.
Шулай уҡ мәшһүр «Байзави», ошбу аятты тәфсир ҡылғанда хилаф итеп, үҙенә ҡаршы тәфсир ҡылалыр.
Ғәжәп, Мәккә мөшриҡтәре ниндәй мөғжизәләр, ниндәй ғәҙәттән тыш әйберҙәр күрҙеләр икән? Мәккәлеләргә ай ярылыу мөғжизәһенән башҡа мөғжизә бирелеү тураһында һөйләүсе, белеүсе кеше бармы?
Мәккә мөшриҡтәре һораған мөғжизәләрҙән берәрһе (миҫал шулай уҡ ай ярылыу) бирелгән булһа, Аллаһ уны Ҡөрьәндә зекер итер ине. «Уларға ай ярылыу мөғжизәһен бирҙек, улар иман килтермәнеләр. Башҡа мөғжизәләр күрһәтһәк тә, шулай уҡ иман килтермәйәсәктәр, һин уның өсөн борсолма. Юлыңды дауам ит!» — кеүек һүҙҙәр Ҡөрьәндә булыу тейешле ине.
Кәрәк рәсүлуллаһ, кәрәк сәхәбәләр, уларҙың ҡаршы килеүҙәренә борсолалар, уларға мөғжизә килтереп, ауыҙҙарын ҡаплауҙы теләйҙәр ине бит.
Исламиәт бер ғөмүми дин булып, Мөхәммәд ғәләйһиссәләм дә иң һуңғы пәйғәмбәр булғанлыҡтан, Аллаһ уның пәйғәмбәрлегенә дәлил булыр өсөн махсус ҡәүеменә генә мөғжизә килтермәйсә, ҡиәмәт көнөнә хәтле барасаҡ бөтә донъя кешеләренә мөғжизә бирҙе ки, ул да — Ҡөрьән Кәримдер.
Рәсүлуллаһ үҙ ҡәүеменә пәйғәмбәрлегенә шул Ҡөрьән Кәримде дәлил итеп тотто, ышанмағандарға Ҡөрьән аяттары кеүек бер аят килтереүҙәрен талап итте. Мөғжизә һорағандарына ҡаршы:
«Беҙ һиңә иңдергән Ҡөрьән уларға мөғжизә булырға етмәйме ни, ул Ҡөрьән уларға даим уҡыла һәм ул Ҡөрьәндә мөьминдәр өсөн рәхмәт вәғәздәр бар», — тип шул Ҡөрьәндең дәлил булырға еткәнлеген бәйән итә (Ғәнҡәбүт сүрәһе, 51-се аят). Рәсүлуллаһтың үҙенән һуңғыларға ла дәлил — шул уҡ
мөғжизә Ҡөрьән Кәримдер. Ниса сүрәһе 82-се аят:
«Ни өсөн күп кешеләр Ҡөрьәндең мәғәнәһен фекерләп, уйлап ҡарамайҙар? Ысын күңелдән фекерләп уҡыһалар, әлбиттә, Ҡөрьәндең Аллаһ һүҙҙәре икәнлеген белер инеләр. Әгәр был Ҡөрьән Аллаһуҙан башҡа бер кешенең һүҙҙәре булһа ине, әлбиттә, кешеләр ул Ҡөрьәндә бер-береһенә ҡаршы булған һүҙҙәрҙе күп табыр инеләр».