Әүлиә ишандар
Башҡортостан – әүлиәләр иле китабынаң өҙөктәр
Йәғәфәр ишан
Ҙур ғилем эйәһе һәм дин әһеле, көслө табиб булараҡ даны таралған Йәғәфәр ишан ерләнгән зыярат Ауырғазы һәм Дәүләкән райондары осрашҡан ерҙә, Өршәк йылғаһынан өҫтәрәк, Тимәшкә ауылынан 2-3 саҡырым ерҙә урынлашҡан.
Ишан тураһында яҙма сығанаҡтар ҙа бар. Атаҡлы ғалим һәм мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхретдинов та уның хаҡындағы мәғлүмәтте үҙенең “Аҫар” китабына индергән.
Йәғәфәр бин Ғәбди (ҡайһы бер урында Ғәбид), бин Исхаҡ, бин Ҡотләхмәт, бин Нуриман Асыл, сығышы – башҡорт, Өфө эргәһендәге Шишмә тимер юлынан 10 саҡырым ғына ятҡан Сәфәр ҡәрйәһен дә (ауылын да – Ә. Б.) тыуған. Уның Мәғрифә һәм Сәғиҙә исем ле ике ҡатыны була, берәүһе – шул заман да бик данлыҡлы Лоҡман хакимдың бер туған һеңлеһе, Усман старшинаның ҡыҙы. Һимауин, Көтәүин исемле улдары, Фатима, Фәтхесрур тигән ҡыҙҙары һәм башҡа балалары була.
1910 йылдың йәйен дә Ризаитдин Фәхретдин, Ғәбдрәшит һәм Ғабдрахман тигән улдары менән был яҡтарға килеп, Лоҡман кантон менән Йәғәфәр ишандың ҡәберҙәренә зыярат ҡыла. Кантон башлығы Лоҡман Йәғәфәр шәйех тәрбиәләгән мөриттәрҙең береһе була, үлгәс, үҙен остазы янына ерләргә ҡуша. Ишандың ҡәбер ташын Лоҡман кантондың ҡуйҙырыуы бәхәсһеҙ, сөнки ошондай уҡ ташты 1813 йылда вафат булып, Иҫке Мерәҫ ауылы зыяратына ерләнгән атаһы Усман кантондың баш осона ла ҡуйҙыра. Усман Ибраһимов та билдәле шәхес. Ауырғазы районындағы Усман /Ҡаҙморон/ ауылы уның исемен йөрөтә.
Йәғәфәрҙең атаһы йәшләй мәрхүм булып, әсәһе Балтас Ғәҡәшә исемле кешегә кейәүгә сыҡҡас, ул үгәй атаһының тәрбиәһендә үҫә. Әсәһе бик тәрбиәле, уҡымышлы зат була. Белемгә зирәк Йәғәфәрҙе күрше Сыуалҡип ауылындағы данлыҡлы Нуриман ишанға уҡырға бирәләр. Шунан һуң ул Бохарала, аҙаҡ Ҡабул яғында белем туплап, үҙ яғына ҡайта һәм ғүмеренең ахырынаса Дим, Өршәк буйҙарында йәшәй, мәҙрәсә асып, бик күп шәкерттәр һәм мөриттәр тәрбиәләй. Яҡташтары һөйләүе буйынса, Йәғәфәр ишандың мәсете һәм мәҙрәсәһе хәҙерге Дәүләкән районының Мерәҫ ауылын да булған. Үҙе ул Яппар-Йәнбәк ауылында йәшәгән.
Йәғәфәр ишан суфыйсылыҡ ғилемен иң юғары кимәлдә үҙләштергән ҙур дин әһеле, көслө ғилем эйәһе була. Уның тураһында халыҡ та бик күп риүәйәттәр йәшәй. Аллаһ Тәғәлә уға ҙур көс биргән, ғәжәйеп бер тылсым эйәһе иткән, бер өшкөрөүҙә ауырыуҙарҙы сәләмәтләндергән, бөтә нәмәне һыуға ҡарағандай белеп торған, тиҙәр. Әйтәйек, уның яҙғы ташҡында һыу аръяғында бер иптәше менән тороп ҡалғас, күҙ асып йомған арала ярҙың икенсе яғында булыуы, хаждан ҡайтып килгәндә, ауырып, иптәштәренән тороп ҡалыуы, ләкин тегеләр ҡайтыуға бының инде өйҙә йөрөп ятыуы... һәм баш ҡалар.
Ризаитдин Фәхретдин дә уның шәкерт сағында уҡ Аллаһ биргән төрлө ҡөҙрәти һәләттәренә эйә булыуы хаҡында яҙа һәм бер нисә миҫалда килтереп китә. Шуларҙың береһе – Бохарала уҡыған шәкерттәр йыш ҡына, үҙҙәренең уҡытыусылары менән мөрхәтһенмәй, икенсе бер танылған шәйехкә күсер булған. Шундай ниәте менән йөрөгән бер шәкерт төш күрә, имеш, ҙур бер ҡарсыға килеп сыға ла, бер үләкһәне тырнаҡтары менән матҡып ала һәм ҙур бер күлгә ташлай. Шәкерт бик шомлана, төшөн берәүгә лә һөйләмәй, бик ҡаты уйланып йөрөй. Бер аҙ ваҡыттан уның янына Йәғәфәр килә: “Шунан төшөңдөң мәғәнәһен аңланыңмы инде?”- тип һорай. Аптырауҙан ни әйтергә белмәй торған шәкерткә артабан былай ти: “Ул ҡарсыға мин инем, мин үҙемдең нәфсемде үләкһәгә әйләндереп алдым да ҙур күлгә – Мәғрифәт күленә ташланым, шул күлдә ул юҡҡа сыҡты”, – тип фәһемле кәңәш бирә теге шәкерткә. Тимәк, был хикмәт эйәһе кешенең уйына, хатта төшөнә лә үтеп инә алған.
Йәғәфәр ишан сәфәр йөрөргә яратҡан. Үҙенең шәкерттәре, мөриттәре менән Ҡаҙан, Өфө, Пермь яҡтарындағы ауылдарҙа ил гиҙеп, белем, тәриҡәт таратып йөрөгән. Риза Фәхретдинов уның ҡайһы бер шәкерттәренең исемдәрен дә күрһәткән: Ғәббәс бин Ғәбдрәшит әл-Ҡушари, Рәхмәтул ла бин Морат Баҡый-Таҡтауи, Наретдин бин Зәйнүш әл-Ҡалмаҡи, Ғәбделжәлил Мирсәлим Ахунди, Хәсән бин Әбүталип әл-Ғүмәри һәм баш ҡалар.
Ул сәсән телле, йор һүҙле, мәҙәксе зат булған һәм шуға бәйле бик күп лаҡаптар нығынып ҡалған, тип яҙа Ризаитдин Фәхретдин.
Был күркәм зат тураһында татарҙың ҙур уҡымышлыһы Шиһабетдин Мәржәни ҙә яҙып ҡалдырған һәм, уның тура һәм йор һүҙле булыуына миҫал итеп, бер булған хәлде лә теркәгән. Ҡай бер татар заттары йыйылһа, ҡайһылары үҙҙәренең мырҙа йәки дворян нәҫеленән булыуы хаҡында маҡтанышырға яратҡан. Шундай мәлдәрҙең береһендә, Йәғәфәр ишанда һүҙгә ҡушылып китә, минең дә атайым ҡартайған көнөндә мырҙа булды бит, ти икән. Барыһы ла аптырашып ҡалғас, аҡылы бөттө, тәмәке тартты, аяғөҫтө кесе ярау ҡылды – шунан да артыҡ мырҙалыҡ буламы ни, тигән.
Был – үҙҙәрен, мырҙа нәҫеленәнбеҙ, тип маһайыусыларҙан зәһәр көлөүҙә, мырҙалыҡ һәм дворянлыҡ титулының халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыуҙан бигерәк батша хөкүмәтенә яраған ҡуштан-һатлыҡтарға ғына бирелеүенә кинәйәлә. Йәнәһе, мырҙалар шул титул менән бергә динһеҙлектә лә, насар ғәҙәттәрен дә ҡабул итеүселәр. Эйе, ҡайһы бер муллаларға хас ике йөҙлөктән суфый шәйехтәре азат булған, тап ана шул тура һүҙлек, ихласлыҡтары өсөн кешеләр уларға ышанған һәм эйәргән дә инде. Йәғәфәр әүлиә башҡорт халҡы мәнфәғәтен дә арымай-талмай хеҙмәт итеп, халыҡтың оло ихтирамын яулаған ысын шәхес. Йәғәфәр ишан ҡәберенә халыҡ элек-электән зыярат ҡылған. Алыҫ ерҙәрҙән мосолмандар килгән. Аллаһтың өлөшлө бәндәһенең рухын иҫкә алып, Аллаһ ризалығы өсөн доға ҡылып, сауап алырға тырышҡан улар.
Күпме тарихи кисерештәр, юғалтыуҙар, тыйыуҙарға ҡарамаҫтан халыҡ ике быуат буйы изге зыяратҡа эҙ һыуытмаған, әүлиә рухына ышанысын, уның тураһындағы иҫтәлектәрҙе күңелен дә һаҡлаған. Был, бәлки, суфый шәйехенең үҙенән һуң да ул өйрәткән тәриҡәтте дауам итә алырлыҡ көслө шәкерт-мөриттәрен әҙерләп ҡалдыра алыуы менән дә бәйлелер. Быға дәлил –Мерәҫ ауылы зыяратының эсендәге “Шәкерттәр ҡәберлеге”, унда Йәғәфәр әүлиәнең уҡыусылары, мөриттәре ерләнгән.
Ишандың ҡоҙоғо һәм шишмәһе лә булған, ләкин 60 сы йылдар ҙа тирә-яғын һөрөү арҡаһын да, шишмә ҡороған. Шуныһы һөйөнөслө, 2008 йылда ауырғазылар, район хакимиәте етәкселеген дә, атаҡлы шәйехтең ҡоҙоғо урынын табып, таҙартып, бурап, ҡыйыҡ япҡан. Хәҙер уның шифалы һыуы халыҡты сихәтләндерә. Ишандың зат-нәҫелдәре тураһын да хәтәр замандар ҙа өндәшмәү хәйерлерәк булғанлыҡтан, күп мәғлүмәттәр ергә һеңгән. Шулай ҙа был тирәләге башҡорт ауылдарын да Йәғәфәр ишандың быуын-быуын ишле нәҫеле йәшәй.
Мораҙым ишан
Ауырғазы районының Биллеғылыс һәм Өршәк йылғалары буйын да ултырған Мораҙым ауылының исеме меркет ырыуы старшинаһы, Мораҙым ишан Сәйетмәмбәтов хөрмәтенә ҡушылған. Ауылдың иң тәүге исеме Меркет булып, башта хәҙерге Ғафури районының Ҡорбан тауы итәген дә һалынған, карателдәр яндырғандан һуң Аҡкүл буйына ултыралар.
1736 йылда буласаҡ Ырымбур ҡалаһы яғында баш күтәргән башҡорттар менән һуғышыусы Кириллов ғәскәре менән бәрелештә меркеттәр ҙә ҡатнаша, һөҙөмтәлә, карателдәр ауылды тотошлай яндыра. (Аҙаҡ был урын да Антоновка ауылы барлыҡҡа килә.) Ауыл үртәлгәс, халыҡ урман яғына китә, Алтынтамаҡ (Златоуст) тирәләрен дә көн итә.
20 йыл үткәс, меркеттәрҙең буласаҡ старшинаһы Мораҙым Сәйетмәмбәтов, барыһын бер йоҙроҡҡа төйнәп, үҙ төйәктәренә, боронғо меркетерҙәренә алып ҡайта. Әйткәндәй, меркет-мең ырыуының әлеге көн дә Ауырғазы, Әлшәй, Миәкә райондарына ҡараған 12 ауылы булһа, улар ҙың барыһы ла уртаҡ яҙмышлы, ошондай уҡ тетрәндергес юл үткән.
Мораҙым – ябай старшина ғына түгел, ишан, йәшерен ғилем серҙәрен белгән әүлиә булған, өс мәртәбә хаж ҡылған, һуңғы тапҡыр хажға 1795 йылда, 78 йәшен дә кинйә улы Байым менән барған. Әүлиә ишан халыҡ ты туплап, дошмандарға ҡаршы тороу, халыҡҡа тоғролоҡ, мәғрифәт хаҡына күп көс түккән. Мораҙым старшина тураһында халыҡ та төрлө матур риүәйәттәр йәшәй. Ул физик яҡтан да бик көслө, ғәйрәтле, бәһлеүән кәүҙәле кеше булған. Хатта батып ултырған арбаны аты, йөгө-ние менән бергә тартып сығарған, тиҙәр.
Мораҙым аҡһаҡалдың абруйы шул тиклем ҙур булған, исеме халыҡ хәтеренән бер ҡасан да юйылмаһын өсөн кешеләр уның хаҡын да мәғлүмәттәр ҙе телдән-телгә һөйләп ҡалдырырға тырышҡан, улай ғына түгел, хатта ауылға айырым йола ла индергән – ул үлгәс, ауылдың абруйы, исеме һаҡланһын, тарихы онотолмаһын өсөн һәр егерме йыл һайын бер ир балаға Мораҙым исемен ҡушылған. 1950-се йылдар ҙа ауылда Мораҙым Байымов тигән бабай йәшәгән. Моғайын уға был исем шул йола-васыят ҡа ярашлы бирелгәндер.
Мораҙымдар ишан ҡәберенә юлға туҙан да төшөрмәй. Ул һәр ваҡыт ҡараулы. Әйтеүҙәренсә, кешеләр бында ниәт ныҡлығы өсөн, ниндәйҙер ҙур эште башлар алдынан, Аллаһҡа рәхмәт әйтеп, фатиха алырға килә. Замананың аҙғынлыҡ сирҙәре эскелек, наркомания , өмөтө һүнгәндәр ҙә ишан зыяратын да доғаларҙан, Бер Аллаһтан ярҙам һорап ялбарыуҙарынан йүнәлеп китә. Ниәтең ныҡ, ғәмәлең тайпылыш һыҙ булһын, Аллаһ һорағанға бирә.
Мораҙым ишан тураһын да ауылдың хөрмәтле кешеһе, тарихсы һәм уҡытыусы, мәктәп директоры (хәҙер инде мәрхүм, йәне Йәннәттә булһын!) 1918 йылғы Әмирхан Исхаҡ улы Килдин яҙып ҡалдырған.
“Ауылыбыҙ исеме, ырыу старшинаһы Мораҙым Сәйетмәмбәтов хөрмәтенә, ул үлгәс, ҡушылған. Уны үҙенең васыяты буйынса, Сусаҡ тауға ерләгәндәр. Бейеккә ерләгеҙ, дошмандарҙың мәкерлектәрен күреп, үҙебеҙҙекеләргә хәбәр итерлек булһын, тип әйтеп ҡалдырған. Күрәһең, үҙенең ниндәйҙер мөғжизәле йәшәйешенә ишаралыр был һүҙҙәре”. Мораҙым әүлиәгә зыярат ҡылыу йолаһы ла үҙенсәлекле. Зыярат ҡылырға ниәтләүсе ҡойоноп, доғалар уҡып, Өршәк ташын усын да йөрөтөп, Аллаһҡа зекер әйтеп, доғалар уҡып әҙерләнә. Зыярат янында Аллаһтан гонаһтарын ярлыҡауҙы үтенә, халыҡҡа именлек, ирек, халыҡҡа тоғролоҡ, белем, бәхет, ғаиләһенә ҡот, байлыҡ, сәләмәтлек һорай ҙа ташты әүлиәнең ҡәберенә һала.
Аллаһ Тәғәлә әүлиәләргә уларҙың мәҡәмен үҙе күрһәтә, шуға ундайҙар үҙҙәренең ятаһы урынын тереләргә аңғартып китә икән теге донъяға, тигәнде бала саҡта уҡ әбейҙәремдән ишеткән бар ине.
Әйткәндәй, Мораҙым әүлиә ятҡан Сусаҡ тауҙан бөтөн тирәяҡ, шулай уҡ меркеттәрҙең изге тауҙары – Мырҙағол ауылының Әүлиә тауы, Миәкә ерендәге әүлиә ҡәберҙәрен һаҡлаған Кәркәле тауҙары күренеп тора. Арыраҡ Дим меңдәренеңерҙәре – изге сәхәбәләр һәм башҡорт ханы Иҙеүкәй менән уның улы солтан Мораҙым батыр ятҡан Нарыҫтау, Әлшәй районының Ҡыпсаҡ ауылы янындағы серле Сусаҡ тау (ҡуйынын да бер генә әүлиәне һаҡламай). Был тауҙар араһында ниндәйҙер бәйләнеш бар һымаҡ, һәм унда ерләнгән изге йәндәр бер-береһен күреп, хәбәрләшеп торалыр кеүек. Кем белә, бәлки, беҙ белмәгән киңлектә был ысынлап та, шулайҙыр...
Мораҙым ишан ҡәбере байтаҡ ваҡыт онотолоп торҙо. Сәбәбе – был ерҙең 1930-сы йылдар ҙа Стәрлетамаҡ районын да бүленеп бирелеүе һәм сәсеүлек майҙанына әйләндерелеүе. Бәлки, ошоноң менән ауылдың, ғөмүмән, был тирәләге меркет ырыуы халҡының тарихы ла ерҙә күмелеп ҡалыр, онотолор ине. Бәхеткә күрә 2000се йылдар аҙағын да мораҙымдар ҡартатайҙарының ҡәберен тергеҙә. Мәрмәр таш ҡуялар, тирә-яғын кәртәләп, текмә тоталар. Изге тауҙан ауылға табан йәшел аллея һуҙыла.
Мораҙым олатай күмелгән тауҙан аҫта күл һымаҡ йәйрәп ятҡан шишмә бар – Ишан шишмәһе. Ҡышын туңмай, һалҡын һәм диңгеҙ һыуылай тоҙло булғанлыҡтан, уны Һалҡын шишмә лә, Диңгеҙ ҡолағы, тип тә атайҙар. Ишан шишмәһен мораҙымдар һигеҙ гектар майҙан да кәртәләп алған, киләсәктә уны гүзәл тәбиғәт мөйөшө итмәкселәр.
Ғәзизйән әүлиә
Мораҙым ауылынан 30 саҡырым самаһы йыраҡлыҡ та Өршәк йыл ғаһы буйында меркет-меңдәрҙең йәнә бер ауылы – Мырҙағол урынлашҡан. Ул Әлшәй районына ҡарай. Ауыл төрлө рәүешле тауҙар итәген дә ултыра: Ослотау, Дүрткелтау, Еҙтау, Әүлиә тауы. Һәр береһенең ҡабатланмаҫ йәме һәм тарихы бар.
Әүлиә тауы башын да – ике ҡәберлек. Береһе ҙурыраҡ. Унда Алдар батыр яуында шаһит булған батырҙар ерләнгән. Икенсеһе, ауыл яғына ҡарап торғаны – Ғәзизйән әүлиә зыяраты. Ғәзизйән 17-се быуат аҙаҡтарын да, сит яҡтар ҙа уҡып, ҙур ғилем эйәһе булып ҡайтҡас, халыҡҡа дин һәм мәғрифәт тарата, дауалай. Үҙенең көн итеү рәүеше, тере йәндәргә мөғәмәләһе, йәшерен һәләттәре, баланыҡылай саф күңеле менән айырылып торған был затты халыҡ үҙе тере саҡта уҡ әүлиә, тип атаған. Вафатынан һуң әүлиәне ҡәҙерләп, ауыл осондағы иң бейек тауҙың башына мендереп ерләйҙәр, һуңынан тауҙы ла Әүлиә тауы тип атай башлағандар. Уҙған быуаттың алтмышынсы йылдарына тиклем ауыл ҡарттары яҙ етеү менән, күмәкләп тауға менеп, Аллаһ ризалығы хаҡына, Ғәзизйән әүлиә һәм ошон да ятҡан батырҙар рухына бағышлап Ҡөрьән уҡыған, башҡорт халҡы өсөн Аллаһтан яҡлау, көс-ғәйрәт, түллек һораған, Ғәйет байрамдарын да шунда үткәргән.Әүлиәне ерләгәс, тау аҫтынан уның шишмәһе килеп сыҡҡан, һыуы әле лә бик тәм ле, шифалы.
Әүлиә тауындағы батырҙар ҡәберлегенең тарихы былай. 1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәксеһе Алдар Ғәзизйәнәүлиәҡәбере Иҫәкәйевтың яугирҙары менән батша ғәскәрҙәре араһындағы ҡаты һуғыш Мырҙағол ауылы эргәһенән үтә. Бәрелеш тә бик күп кеше ҡырылған. Улар азатлыҡ өсөн изге яуҙа шаһит булдылар, тип, яуҙа үлгән башҡорт батырҙарын халыҡ тау башына мендереп ерләй.
Ошо ауылда тыуып үҫкән Венер Аҡсулпанов, бәләкәй саҡта был тирәнән яугирҙарҙың һарайтаһы (кольчугаһы) табылғанын да һөйләне, эсен дә кеше һөйәктәре лә булған. Уҡ башаҡтары ла тапҡандар. Табыштарҙың барыһын да уҡытыусыбыҙ Хәмит ағай Моталлаповҡа бирҙек, тип хәтерләй ул. Бында оҙонлоғо ике саҡырым ярымға һуҙылған ике мәсетле ҙур башҡорт ауылы булған. Карателдәр уға ут төртөп киткән, Түбәләстау башындағы иң матур мәсетте лә яндырғандар.
Үткән быуаттың 80-се йылдар ҙа Әүлиә тауы, юл төҙөргә таштарын алыр өсөн, вәхшиҙәрсә аҡтарыла. Ҡәберҙәр емерелә. Әммә, әлхәмдүлилләһи, барыбер ғәҙеллек тантана итте – 2009 йылда рухлы уҙамандар әүлиәнең һөйәктәре ятҡан урынды табып, унда таш мендереп ҡуя. Ҡәберҙе тәртипкә килтереүҙә күрше Мораҙым ауылы кешеләре күпләп ҡатнаша, шулай уҡ Айыт ауылынан, Өфөнән, Стәрлетамаҡ тан ырыуҙаштарҙа килә.
Гәүһәриә әүлиә
Гәүһәриә – Мораҙым старшинаның бер туған апаһы. Ул да был тирәлә үҙенең уҡымышлығы, ғилемлеге менән дан тотҡан, мәҙрәсәлә уҡытҡан. Уны ла халыҡ, хөрмәтләп, Әүлиә тауынан көньяҡтараҡ, Ослотау битенә ерләгән. Ул ятҡан изге урын да әлеге ваҡытта һылыу ҡушҡайындар үҫә. Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн аят, доғалар уҡып, Гәүһәриә инәй рухына доға бағышлап шул ҡайындарҙы ҡосаҡлап торһаң, ҡатын-ҡыҙҙан сир китә, ғаиләгә бәхет ҡайта, йортҡа ҡот ҡуна, теләге тормошҡа аша, тигән ырым ышаныу бар. Уның да шишмәһе булған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, нефть эҙләп, был тирәләрҙе быраулап, ерҙе соҡоп бөтөрөү арҡаһын да, башҡа күп шишмәләр һымаҡ, Гәүһәриә шишмәһе лә юҡҡа сыҡҡан. Ғөмүмән, Мырҙағол – заманын да ҙур мәҙрәсәле, даны сыҡҡан матур башҡорт ауылы булған. Совет осорон да мәсеттең манараһын ауҙарған да кешеләр генә түгел, хатта малдар ҙа, эттәр ҙа илаған, тип һөйләйҙәр. Манараны ауҙарған кеше күп тә үтмәй, туҡтауһыҙ танауы ҡанап, ғазапланып үлгән.
Эйе, Хоҙай үҙенең язаһын ҡайһы саҡ был донъяла уҡ күрһәтә шул. Быға өҫтәп, йәнә шуны әйтке килә, “Әгәр беҙ изге ҡәберҙәрҙе тапап йөрөйбөҙ икән, халҡыбыҙға ҡот ҡунмаясаҡ, — тигәйне Йылайыр районы аҡһаҡалы Нуретдин олатай Игебаев. – Аллаһ Тәғәлә ризалығына ынтылып, уның хозурын да булған әүлиә, ишандарыбыҙҙың рухтарын хөрмәтләп, уларҙың рәхмәтенә ирешкәндә генә Аллаһ Тәғәлә халҡыбыҙға мәрхәмәт һәм сауап ебәрер, сөнки Аллаһтың беҙгә иғтибары уларҙың доғаһы аша килә”.
Мораҙым, Мырҙағол ауылдарындағы кеүек, бөтөн төбәктә лә изгеләрҙең ҡәберҙәрен табып, рухтарын шатландырып, Раббыбыҙ ризалығын алһаҡ ине. Шул саҡта бөтөн Башҡортостаныбыҙға ҡот ҡайтыр, халҡыбыҙ ҡотайыр, иншаллаһ.
Әлфиә БАТТАЛОВА.
Байым ишан
Байым ишан Динебәков (1733—1816) тураһындағы тарихи мәғлүмәттәргә ҡараған да, ул үҙ яғын да ғына түгел, ә бөтөн башҡорт илен дә танылған шәхес булған. Башҡортостандың ул саҡ тағы киң билдәле мәҙрәсәләрен дә белем алып, уҡыуын артабан Бохарала, һуңынан ғәрәп илдәренең береһен дә (Сүриәлә булһа кәрәк) дауам итеп, ишан тигән иң оло дәржәгә ирешә. Ошонан һуң ул тыуған яҡтарына ҡайтып, мәҙрәсәләр аса, улар менән етәкселек итә, үҙе лә дәрестәр бирә. Байым ишан беҙҙең яҡтар ҙа беренсе булып яңыса уҡыу ысулдарын, йәғни йәҙитселекте индереүсе. Ул шәкерттәренә дини дәрестәр менән бергә, арифметика, география, астрономия фәндәрен дә өйрәтә. Даны киң таралған ишанды һуңыраҡ Ырымбур губернатороның дин эштәре буйынса ярҙамсыһы, йәғни губерна муллаһы итеп тәғәйенләйҙәр. Был турала 1816 йылғы халыҡ иҫәбен алыу документтарын да (ревизская сказка) ошондай мәғлүмәт бар: “Оренбургской губернии Верхнеуральского уезда 5-го башкирского кантона 1 отделения Бурзянской волости команды старшины Валита Якшимбетова дер. Баимова о башкирах мужского и женского пола” в ревизской сказке под номером 1 значится Баим Динебеков – отставной губернский мулла и члены его семьи”. Тәүге ауылға нигеҙ ташын аталы-уллы Ыҫтамғол менән Йомағол һала. Уларҙан Динебәк, Динебәктән Байым тыуған. Ул 1733 йылғы. Уға тиклем үткән өс быуындың һәр береһен 4045-әр йәштән һалһаҡ, Байым тыуғанға тиклем 130 йыл үткән була. Быйыл Динебәккә 270 йыл. Шуға 130-ҙы ҡушһаҡ, Байым ауылының тәүге нигеҙ ташы һалыныуына, тимәк, бөгөн 400 йыл. Атйетәр ауылы Байым ишан үҙе тере сағында уҡ “Байым” тип үҙгәртелә.
Байым ишандың нәҫеленән бик күп юғары белемле муллалар, ахундар сыҡҡан. Мәҫәлән, уның ейәне Заһретдин Мөхәммәтғәли улы Байымов (1841—1912) “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен тамамлап, хәлфәлек дәрәжәһе ала. Уҡыған сағын да ул билдәле шағир мәғрифәтсе Шәмсетдин Зәки менән яҡындан аралаша, уның яратҡан шәкертенә әүерелә. Һуҡыр шағирҙың бик күп шиғырҙарын ҡағыҙға төшөрөп, китап итеп туплай. Был турала “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” китабын да ла әйтеп кителә.
Ауылдаштарым Байым әүлиәгә арналған күркәм сара үткәрҙе.Ул ҙур булмаған ҡор менән асылды. Унда сығыш яһаусылар Байым ишандың дин әһеле генә түгел, әүлиә, күрәҙәсе, табиб та булыуын билдәләне. Килгән ҡунаҡтарға әле генә баҫылып сыҡҡан “Беҙ – байымдар” тигән китап таратылды. Байым ишан хаҡын да, ауыл һәм уның арҙаҡлы кешеләре тураһын да киң мәғлүмәт туплаған был китапты, шулай уҡ Байым тоҡомонан булған азамат Әғзәм улы Тажетдинов яҙған. Ул үҙе тарихсы, журналист, элекке уҡытыусы.
Ауыл мәсетен дә Аллаһ ризалығы хаҡына, ишан рухына арнап аяттар уҡылды, хәйер таратылды. Артабан утыҙлаған еңел машинаналар теҙмәһе Байым ишан ерләнгән “Әүлиәләр зыяраты” тип йөрөтөлгән боронғо ҡәбергә йүнәлде. Ишан ҡәбере һәйбәт ҡаралған. Байымдың бишенсе быуын ейәне Рәсих Әхмәтғәзи улы Байымов үҙенең улдары ярҙамында уны таш менән уратып алған. Шуныһы ғәжәп, ҡәбер эргәһендә ике ҡолас йыуанлығын да бейек аҡ ҡайын үҫә. Быуындан-быуынға еткерелә килә торған мәғлүмәт буйынса, был ҡайынға 200 йыл икән. Ул ишанды ерләгәндән һуң бер нисә йыл үткәс, ҡәбер башын да үҫеп сыҡҡан. Оҙаҡ йылдар үткәс, был ағас үҙенең тамырҙары менән ҡәбер ташы янына ер аҫтынан йәнә бер ташты ҡалҡытып сығарған. Хәҙер ике ташта бер бейеклектә йәнәш ултыра.
Берйән БАЙЫМ, филология фәндәре кандидаты, яҙыусы.
Ильяс мәзин
Ильяс Килмөхәмәт улы Сәғитов 1856 йылда Бөрйән районының Яңы Монасип ауылында донъяға килә. Иҫке Монасип ауылын да мәсет ҡалҡып сыҡҡас, уға күрше ауылға күсергә тура килә. Үҙ ваҡытының белемле, алдынғы ҡарашлы кешеһе Ильяс мәзин Ҡөрьәнде яттан уҡыған, уның төп дауалау ысулы дарыу үлән дәре булған. Ен эйәләшкән кешеләрҙе кире элекке үҙ хәленә ҡайтарыу уның өсөн бер ни ҙә тормаған, йылан сағып үлем хәленә еткән, фалиж һуғып хәрәкәтһеҙ ятҡан кешеләрҙе лә дауалап аяҡҡа баҫтырыр булған. Түлһеҙлектән интеккән ҡатындар ҙы ла һауыҡтырған. 1922—1933 йылдар ҙа Ильяс мәзинде кулаклыҡ та ғәйепләп, өйөн тартып алалар. Дин әһеленә ғүмер ахырына тиклем ғаиләһе менән иҫке генә мал өйөндә көн итергә тура килә.
Ильяс мәзиндең кираматтары, изгелектәре хаҡын да халыҡ күп һөйләй… Шулай, йәйҙең бер матур көнөн дә мәзиндең ҡәберенә махсус юлландыҡ.
Арабыҙҙа дини аяттарҙы белгән оло ғына апайҙар ҙа бар. Зыярат ҡылғас, берәй матур ғына ерҙә, тәбиғәт ҡосағын да, ашап эсеп ял итеп тә ҡайтырға ниәт итеп, ашарға ла һалып алдыҡ.
Зыярат ҡапҡаһын үткәс тә шишмә ағып ята ине тәү килгәнемдә. Унан аша баҫма ла эшләп ҡуйғандар. Тик был юлы шишмәнең йырҙаһы ғына ята, ә бер тамсы ла һыуы юҡ ине. Һапһары ташлы тигеҙлек.Сүллеккә оҡшап тора. Әҙ генә лә һыу, дым һиҙелмәй. Йылға ағып соҡорайтҡан ере лә юҡ, тип-тигеҙ.
– Теге килгәнемдә бында матур ғына шишмә ағып ята ине. Ҡарале, яуынлы йылда ла шишмә ҡорор икән, – тип юлдаштарыма әйтеп үттем, баҫма аша сыҡҡан да. Унан тейешле йолаларҙы үтәп, эскәмйәләргә ултырыштыҡ. Апайҙар Аллаһ ризалығына доғалар уҡып, мәзин рухына аяттар бағышланы, хәйер һалдыҡ.
Көн салт аяҙ. Эргәләге ағастар ҙа ҡоштар һайрай. Ҡыҙым мышнап йоҡлап уҡ китте. Байтаҡ ултырып, ҡайтырға ҡуҙғалдыҡ. Зыярат ҡапҡаһына табан атлағас, барыбыҙ ҙа... бер мәлгә генә туҡтап ҡалдыҡ... Баҫма аҫтын да ҡәҙимге мул ғына һыулы шишмә ағып ята. Таштары ла күгелйем, ә һап-һары түгел... Хатта телдән яҙҙыҡ. Ҡапҡаны сығып бер ҡәүем атлағас ҡына телгә килеп, был нимә булды һуң ул, тип шыбырлашырға көс таптыҡ. Ләкин тәғәйен генә яуап таба алманыҡ. Һуңынан ололарҙан һораштырғылағас, бер нисәүһе, мәзин һеҙгә риза булып ҡалған, шуға һыуын күрһәтеп оҙатҡан, тине. Икенсе берәү, һеҙ дауаланырға тип түгел, Хаҡ Тәғәләнән ярҙам өмөт итеп барғанһығыҙҙыр, шуға һеҙгә көсөн күрһәтеп ҡалған инде, тип фаразланы.
Ильяс мәзиндең улы Әхмәтшәриф хаҡын да Иҫке Собханғол ауылынан Вәлиуллина Флүрә Саҙрислам ҡыҙы ла хәтерләй:
“Февраль... Ҡыштың әсе елле һыҙғырыҡ бураны. Күңелдәрҙә лә өшәнес проблемалар булғанғамы, ел бигерәк тә үҙәккә үтә. Ҡояш байыуға яҡынайған да беҙ Яңы Монасип ауылына килеп төштөк. Был ауылда беренсе тапҡырбыҙ. Беребеҙ ҙә бабайҙың (Ильяс олатайҙың улы Әхмәтшәриф) исемен дә, ҡайҙа йәшәгәнен дә белмәйбеҙ. Ял көнө лә булғас, көн дә кискә ауышҡас, етмәһә, буран, урамда эт тә юҡ. Бәхеткә ҡаршы, һыуға килгән бер йәш ирҙе тап иттек. Ул да яңы килгән уҡытыусы булып сыҡты, бер ни ҙә белмәй ине.
– Йылғаның теге яғындалыр ул, – тине.
Теге ярға сығабыҙ. Күңелле генә һөйләшеп килгән Рәхиләбеҙ кире йоҡоға китте.
– Самалауымса, ул был яҡта түгел, – ти.
Яңынан килгән яҡҡа сығабыҙ. Рәхилә яңынан күҙҙәрен аса. Ысынлап та, зыяратта, бабайҙың өйөлә ошо яҡ та булып сыҡты. Бер бәләкәй генә өй ҡаршыһына туҡтаныҡ, мин тиҙ генә инеп киттем. Сәләм биреп, ғәфү һорағас, туҡтап та тормай: “Ҙур йомош менән килдек...”, – тип теҙә башлағайным,
– Үт, Флүрә ҡыҙым, ултыр. Беҙ һеҙҙе күптән көтәбеҙ, – тигәс, телһеҙ ҡала яҙҙым.
“Мине ҡайҙан белә, нисек көтөп ултыралар? Кем әйткән?”– тигән уйҙар үтте. Минең үтенестәремде тыңлап бөткәс:
– Ярай, ҡыҙым, барығыҙ, – тип, тәртибен өйрәтеп ебәрҙе. “Бәлки, үҙегеҙ ҙә барырһығыҙ,” тип һорайым. Машина менән булғас, ризалашты.
Зыяратҡа юлланабыҙ. Килеп туҡтағас, ҡыҙыбыҙ тағы йоҡлап китте. Кейәү менән еҙнәһе күтәреп эскәмйәгә һалдылар.
Кәртәһе лә юҡ ине ҡәберҙең ул заманда. Һеңеп бөткән бура ғына булғандыр, уныһын бик хәтерләмәйем. Ә бына зыяратҡа инеү менән, теге һепертмә буран, әсе елдең ҡапыл тынып ҡалыуын, ҡаршылағы ҡайын ботағын да бәләкәй генә бер ҡошсоҡтоң һайрап ебәреүен, бөтә тән буйлап таралған ләззәтле йылылыҡты мин әле лә тоям. Ошо тынлыҡты боҙоп ҡуймайыҡ тип, һәр кем үҙ уйҙарына бикләнеп, тынды ла самалап ҡына алып күпмелер ултырҙыҡ. Ошо мәлдә миңә ваҡыттың “оҙон” йәки “ҡыҫҡа” тигән мәғәнәһе юғалды. Быны мин күп йылдар үткәс аңланым.
Бабайҙың ҡайтайыҡ, тигән һүҙҙәре мине айнытып ебәргәндәй булды. Уны өйөнә алып барып, тиҙерәк ҡайта һалайыҡ тип ауыҙ асҡас:
– Ҡыҙым, улай булмай. Аш бешкән, самауыр ҡайнаған, – тине. Күнмәйенсә булдырманыҡ.
– Беҙҙең килеүебеҙ ҙе белгән кеше кеүек көтөп ултырғанһығыҙ. Минең исемде лә беләһегеҙ... – тип һораным ашарға ултырғас.
– Иртәнге намаҙҙан һуң серем итеп алғайным. Атай ҡарт килеп, бөгөн туғандарың килә, итең бешеп, сәйең ҡайнап ултырһын. Ризыҡландырмай сығарма, — тине. – Шуға бына Ғәлиә киленде лә фермаға ебәрмәнем, улым үҙе генә китте.
– Ҡасаныраҡ киләләр, – тип һораным атайҙан. “Ҡош килеп аңғартыр”, – тине. Әле бына һайыҫҡан килеп шыҡырланы, һуңынан һеҙ килеп индегеҙ.
Артабан мин төпсөнөп торманым. Бабайҙы Ҡөрьән сығырға үҙебеҙ менән алып ҡайттыҡ. Аҙна тирәһе булды ул беҙҙә. Көнө буйы һеңлем эргәһендә булды, мин ҡамасауламаным, ашарға саҡырырға ғына инә инем.
– Мин бурысымды үтәнем. Ағиҙел ҡасабаһын да ҡыҙым бар, шунда илтеп ҡуйһалар, әле генә ҡайтмайым, – тине ул.
Һаубуллашҡан да:
– Бабай, атайығыҙ (олатай) һеҙгә үҙ белемен ҡалдырманымы? – тип һораным. – Юҡ. Был ғилем паклыҡ ты ярата. Уны күтәреүе бик ауыр. Атайым: “Көсөң етмәҫ, алдыңда әле ике ҙур кәртә тора. Уларҙы үтеүе икеле,” тине. Ә ниндәй кәртәләр икәнен әйтмәне.
“1979-81 йылдар. Халыҡтың Совет заманы ҡарашын да тәрбиәләнгән, дингә, төрлө имеш хәбәрҙәргә ышанмайыраҡ ҡараған мәле, тип һөйләй Рәхилә Ғүмәрова. Мин ауырып киттем. Ауырыу үҙенекен итте... Бик насар була башлағас, Иҫке Собханғолда йәшәгән апайым менән еҙнәм килеп Ильяс олатайҙың ҡәберенә алып барҙылар.
Мин унда барғанды арлы-бирле генә хәтерләйем. Аҫтан йылы бәреп, күккә күтәрелгәндәй булған ға уянып киттем. Бер яҡ ситтә, апайымдар, иптәшем баҫып тора. Февралдең сатнама һыуығы булыуына ҡарамаҫтан, миңә йылы һәм рәхәт. Бер ниндәй ҙә һүҙ, тауыш ишетмәнем, тик ҡайындағы бер ҡоштоң һайрауы аптыратты. Беҙ ул зыяратҡа 2-3 йыл килеп-китеп йөрөнөк. Хәҙер мин, күп йылдар үткәс, Аллаһ биргән көс менән дауалаған олатайға рәхмәтле булып йәшәйем”.
Һуңғы ваҡытта Ильяс мәзиндең ҡәберен зыярат ҡылыусылар, уның рухына, Аллаһ ризалығына доға ҡылырға килеүселәр һаны артҡандан-арта. Ҡайһы берәүҙәрҙең наҙанлыҡтары арҡаһын да, ҡәберҙән ярҙам һорап, Биреүсенең һәм Алыусының бары тик Аллаһ Тәғәлә генә икәнлеген онотоуҙары күңелде ҡыра.
Изге Ҡөрьән Кәримебеҙ ҙә Раббыбыҙ:
«Мин ендәрҙе һәм кешеләрҙе Үҙемә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн генә барлыҡҡа килтерҙем», – тигән (Ҡөрьән, “Елгәреүселәр” сүрәһе). Ғаләмдә бар нәмә бары тик Раббыбыҙға буйһона, хайуандар, ҡоштар, үҫемлектәр Уға зекер әйтәләр, кеше тик Аллаһ ҡушҡандар ҙы үтәргә тейеш.
Һәр намаҙҙа ошо доғаны ҡабатлайбыҙ: «Һиңә генә беҙ ғибәҙәт ҡылабыҙ, Һинән генә ярҙам һорайбыҙ! Беҙҙе хаҡ юлдан алып бар, изгелек күрһәт кән бәндәләрең юлынан. Асыуыңа тейгән, аҙашҡан кешеләр юлына төшөрмә!» (Фәтиха: 5-7-се аяттар). Аллаһ Тәғәлә беҙҙе тура юлдан айырмаһын, зиһенебеҙ ҙе яҡтыртһын, аҡ менән ҡараны айырырға ярҙамын бирһен!
Зөһрә МОСТАФИНА.
Әхмәтбаҡый хәҙрәт
Минең баҡыйлыҡҡа күсеүемде күк йөҙөнә ҡарап белерһегеҙ, — тигән Ейәнсура районы Үрген ауылында йәшәгән Әхмәтбаҡый хәҙрәт, һәм берҙән-бер көндө – күк көмбәҙен дә ҡөрьән хәрефтәре менән семәрле яҙма хасил була – „Әхмәтбаҡый хәҙрәт вафат булды”, тигән һүҙҙәр туҡылған була унда.
Бәрәкәтле Үрген ере тарихи шәхестәргә бай төбәк. Бында ил инәһе Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән эҙҙәре һаҡланған. Октябрь революцияһына тиклем Аҡъюлов Фәхретдин хәҙрәт, Ҡолдәүләтов Вәлиул ла мулла, Абдуллин Сәләхетдин ахун һәм уның улдары Нәжметдин менән Гәбделәхәт муллалар үҙ заманында күренекле дин әһелдәре булған. Шулай ҙа был зыялылар араһын да Әхмәтбаҡый хәҙрәт айырым урын алып тора. Ҙур ғилем эйәһе һәм дин әһеле, мөғәллим һәм көслө табиб булараҡ билдәле шәхес 1860 йылда Фәхретдин хәҙрәт ғаиләһен дә донъяға килә. Атаһын да уҡый башлағас, малай бәләкәйҙән белем алыуҙа ҙур зирәклек күрһәтә. Уның тәбиғи һәләттәрен артабан үҫтереү өсөн көслө ғилем йорттарын да шөғөлләнеү кәрәклеген яҡшы аңлаған атаһы 14 йәшлек кенә улын каруанға эйәртеп Көнсығыш илдәренә оҙата. Әхмәтбаҡый атаҡлы Ҡаһирә университетын да белем ала. Бер нисә йылдан Мәккәлә һәм Мәҙинәлә булып, хаж ҡылып, күп илдәрҙе гиҙеп, төрлө яҡлап төплө белем туплаған егет Үргенгә әйләнеп ҡайта. Ҡайтыу менән ауылда яңы мәсет һалдыра һәм мәктәп аса. 1890 йылда Ырымбур мосолман дар Диниә назаратын да имтихан тотоп, Рәсәй батшаһы ғәли йәнәптәренең Указы менән имам-хатиб һәм мөғәллим дәрәжәләренә ирешә, Үрген ауылы мәсетенең хатибы итеп раҫлана. Мәктәбен дә яңыса уҡытыу алымдары индерә, туған тел һәм әҙәбиәт, урыҫ теле һәм тәбиғәт фәндәре лә өйрәнелә. Мәктәп тиҙ арала тирә-йүндә танылыу ала. Икенсе тапҡыр хажға барып ҡайтҡас, Әхмәтбаҡый хәҙрәт ауылдарға муллалар әҙерләү өсөн махсус рәүеш тә бер юлы 60 егетте уҡытып сығара. Хатта шул осорҙар ҙа халыҡ араһын да Үрген де *Алтмыш мулла ауылы* тип тә йөрөткәндәр.
Һуңғы хаж сәфәрен дә хәҙрәт Урта Азия, Ҡаҙағстан яҡтарында ғилем тарата, кешеләрҙе дауалай, һуңынан йәй һайын шул тарафтарҙан кешеләр Үргенгә ағыла. Ул үлән менән дауалау серҙәрен белгән, тоҙ менән өшкөргән, быуын ултыртҡан, имләгән...
Ябай халыҡтың аһ-зарын йөрәге аша үткәргән хәҙрәт 1917 йылғы февраль революцияһын һәм унан һуң башланған үҙаллылыҡҡа, халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлауға йүнәлтелгән башҡорт милли хәрәкәтен дә хуплап ҡабул итә. 1918 йылда хәрәкәт етәксеһе Зәки Вәлиди үҙенең штабы менән Үргенгә Әхмәтбаҡый янына килә, уның фатихаһын ала, фекер алыша, ҡунаҡ булып, йонсоған аттарын, хәҙрәттең аттарына алыштыра. Вәлиди менән бергә хәҙрәттең улы Сәғит тә китә, тик әйләнеп ҡайта алмай, хәбәрһеҙ юғала.
Тәүге ун йыл тирәһе дингә иреклек биргән совет власына ла насар ҡарашта булмай ул. Быны дәлилләүсе күп миҫалдарҙың береһен генә килтереп китәйек. 1921 йылда Үҫәргән кантонында ла йәшелдәр хәрәкәте ҡалҡып сыға. Улар ауыл һайын совет хеҙмәткәрҙәрен, коммунистарҙы атып йөрөйҙәр, Үргендә был ваҡытта егерме ике коммунист була. Бандиттар иң тәүҙә Әхмәтбаҡый хәҙрәткә килеп: «Коммунистарҙың халыҡҡа мөнәсәбәте нисек?» – тип һорай. Хәҙрәт: «Уларҙың зыяны юҡ, киреһенсә, күберәк ярҙам итәләр», – ти, халыҡ та уның һүҙен ҡеүәтләй. Шулай итеп, ауыл коммунистары иҫән ҡала.
Ләкин егерменсе йылдар аҙағында властың дингә мөнәсәбәте ҡырҡа кирегә үҙгәргәс, Әхмәтбаҡый Аҡъюловҡа ла мулла булған, халыҡтың аңын томалаған, кешеләрҙе үҙенә эшләтеп байыған, тигән ғәйептәр ташлана. Әммә Үрген халҡы хәҙрәтте яҡлап алып ҡала. Тик 1930 йылдың авгусында ул барыбер ҡулға алына һәм «советтарға ҡаршы эшмәкәрлек» – өсөн өс йылға хөкөм ителә. Уны урман ҡырҡырға ебәрәләр. Шул саҡта ла ул табиблыҡ эшмәкәрлеген алып бара, ҙур түрәләрҙе һәм уларҙың туғандарын, тотҡондарҙы төрлө ауырыуҙарҙан нисек һауыҡтырыуы тураһында әле лә төрлө хикмәтле хәбәрҙәр йөрөй.
Ун айҙан хәҙрәтте төрмәнән сығаралар. Ҡартайып, хәлһеҙ һәм ауырыу хәлендә ҡайтып килә ул. Бында иһә донъяһы туҙҙырылған, мәсет менән ҙур өйө күсереп һалынған (улар үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарына тиклем халыҡҡа хеҙмәт итте), көтөү-көтөү мал колхозға инеп киткән була.
Артабан хәҙрәт ихатаһындағы мал өйөндә ғүмер итә, хатиплыҡтан китергә мәжбүр булһа ла, уның зирәк аҡылына һәм табиблыҡ һәләтенә мөрәжәғәт итеүселәр күп була. Иҫ киткес кәмһетелеүҙәргә дусар ителһә лә, бер кемгә, бер нәмәгә лә рәнйемәй, юғары рухын һуңғы көндәренә тиклем һаҡлаған ғорур шәхес 1936 йылдың июнь айында вафат була. Үлеренән алда ул: «Балалар, мин баҡыйлыҡҡа күскәс, күктә яҙыу булыр, ҡурҡмағыҙ», – тип әйткән була.
Ысынлап та, был көндө күктә ғәрәп хәрефтәре менән яҙыу хасил була, күптәр хажи хәҙрәттең вафатын шунан белә. Тирә йүндән бик күп халыҡ йыйыла, ауылға дөйәләре менән ҡаҙаҡтар һәм Урта Азия вәкилдәре килеп тула.
Ил ағаһын зыяратҡа күтәреп алып барып ерләй башлағас, ямғыр яуа, халыҡ быны тәбиғәттең илауы тип ҡабул итә. Ерләп бөтөп, доға ҡыла башлағас, көн асылып китеп, ҡояш сыға.
1947 йылдың йәйен дә Үрге Муйнаҡ ауылынан Әхмәтғәлим мулла килеп хәҙрәттең ҡәберен таштар менән бурауҙы ойоштора.
2010 йылдың 1 июлендә Үрген ауылын да Әхмәтбаҡый хәҙрәттең тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған йыйын бик юғары кимәлдә үтте. Өсөнсө ай инде яуым-төшөм күрмәгән ер өҫтөнә нәҡ шул көндә ямғыр яуыуын барыһы ла мөғжизә, тимәк, хәҙрәт рухы беҙҙең менән, «хоҙай ҡөҙрәте», «хәҙрәт ямғыры» тип ҡабул итте. Хәтер көнөн дә күҙәтелгән Хоҙай Тәғәлә мөғжизәләре ямғыр менән генә бөтмәй. Шул көндө Байыш ауылының көньяҡ көнбайыш офоғон да көндөҙгө сәғәт 6-лар тирәһен дә аҡ болоттарҙан яҙыуға оҡшаш семәрҙәр барлыҡҡа килә. Ғәрәп хәрефтәрен таныған кешеләр унда «Ләә иләәһә илләәллааһу» тип яҙылғанын әйтә...
Әхмәтбаҡый хәҙрәттең балалары ла ғилемгә ынтылышлы, алдынғы ҡарашлы заттар була. Өлкән улы Хәйбулла 1922 йылда асылған Үрген мәктәбенең тәүге мөғәллиме була. 1911 йылда тыуған кесе улы Әхмәт тә уҡытыусы. Уныһы ғәйепһеҙгә ун йыл Сталин золомоноң асыһын татый, шулай булһа ла, бөгөлмәй, тормошто ярата, балаларына матур тәрбиә биреп ҡалдыра. Бөгөн был затлы нәҫелде дауам итеүселәрҙең һәммәһе лә илгә тоғро йәндәр, араларын да – исемдәре билдәле талантлы шәхестәр – фән эшмәкәрҙәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, артистар, уҡытыусылар, табиптар... Әхмәтбаҡый хажиҙың олатаһы Аҡъюлдан таралған башҡа тармаҡтар ҙа үҙҙәренең булмышына хыянат итмәгән көслө тоҡомдан һанала»
Юлай СОЛТАНБАЕВ, Үрген урта мәктәбе директоры.
Хәлиулла хәҙрәт
Ҡартатайым Хәлил Мөхәмәтрәхим улы Мөхәмәтрәхимов – башҡорттоң остаздарынан Мөҙәрис Хәлиулла бине Мөхәммәтрәхим бине Ибраһим әл-Бөрйәни (1863—1927). Бәләкәй саҡтан уның тураһын да ишетеп үҫтем, үҫә килә, уның тормошо менән ныҡлап ҡыҙыҡһына төштөм. Үҙ нәҫелеңдә ошондай кешеләр булыуы ниндәй ғорурлыҡ!
Ҡартатайым Хәлил хәҙрәт 1863 йылда Баймаҡ районы Түбәнге Таулыҡай ауылында тыуа, ул ваҡытта ауыл Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Беренсе Бөрйән улысына ҡараған. Хәлилдең атаһы Мөхәммәтрәхим, уның атаһы Ибраһим, уның атаһы Ишкилде.
Беҙҙең ғаиләлә хәҙрәт Хәлил Мөхәммәтрәхим улының автобиографияның күсермәһе “Тәржемәи хәле” һаҡлана. Был ҡулъяҙманың төп нөхсәһе 1905—1906 йылдарҙа яҙылған, тип фаразлайҙар, сөнки һүрәтләнгән ваҡиғалар ошо йылдарға ҡарай. Ҡулъяҙманы 1927 йылда Хәлил хәҙрәттең улы Әхмәт күсереп ала. Тәржемәи хәлде иҫке төрки теленән башҡортсаға Рауил Үтәбай Кәрими ауҙара. Ҡулъяҙмала бөйөк Зәйнулла ишан, Һибәтулла хәҙрәт, Баймаҡ районы Муллаҡай ауылы мәҙрәсәһенең баш имамы Ғабдулла хәҙрәт (әл-Шәйх Ғабдулла ибне әл-Шәйехсәйет), Таулыҡай ауылы мәҙрәсәһе имамы мулла Әхмәтша хәҙрәт исемдәре иҫкә алып үтелә. Хәлил ҡартатай күрәҙәсе, дин әһеле Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдинов, Дума депутаты Шаһишәриф Мәтинов, Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабичтар менән аралашҡан. Ғабдулла ишандың мәҙрәсәһен дә ике ҡыш осорон да барыһы алты ай белем алған ул. Мәҙрәсәлә Хәсән ауылы кешеһе Сәфәрғәле улы Ғабдулла хәлфәнән “Тәғълим-мөтәғәллим” (“Уҡыусы-уҡытыусы”) кеүек ваҡ ғәрәп китаптары алып уҡыған.
«Беҙҙең оло ихтирамлы хәлфәбеҙ Иҙрис ауылының өйәҙ ахуны Мәхмүт хәҙрәттең улы Фазулла хәлфә булды. Бер көн Фазулла хәлфә ҡаршыма килеп, уҡығандарымды өндәшмәй генә тыңлағандан һуң: “Һиңә элек асылмаған бик юғары, бөйөк белем хасил булдымы? Бик белеп уҡыйһың”, – тине. Ошонан һуң миңә ҡайһы берәүҙәр “Кәшшаф” тип ҡушамат (ләҡәп) бирҙеләр (“Кәшшаф” берәр яңы нәмә асыусы, элек беленмәгән нәмәне тикшереп табыусы, ғалим). Хатта ҡайһы бер уҡыйҙа белмәгән шәкерттәр “Кәшшаф ағай”, тип өндәшәләр ине.
Был мәҙрәсәлә уҡығанымда бик ныҡ фәҡир хәлендә булдым, шәкерттәр минең менән йәнәш ултырып ашап-эсеүгә ҡаршылар ине. Яңғыҙ үҙемә бер ҡара тимер сәйнүкте мейескә ултыртып, көнөнә ике мәртәбә генә туҡланыр инем. Ҡайһы бер шәкерттәрҙең көнө буйына ашап-эсеп, көн үткәреп йөрөүҙәрен күреп, ғәжәпкә ҡала торғайным. Ләкин, ошо шарттар ҙа йәшәүемә ҡарамаҫтан, күңелемдә дини юлға өндәүсе, миңә доға ҡылыусы көс бар һымаҡ ине. 15-16 йәш араһын да, ҡыш осорон да, Зәйнулла хәҙрәттең Костроманан Троицкиға ҡайтҡанын ишеткәс, уға барып, уның ғилеменә хасил булайым, тигән уйҙар менән дәртләнеп, юлға сығырға ниәтләнә башланым. Аҡҡужа ауылына сәфәр ҡылмаҡсы булып, мулла Әхмәтшаға кәңәшләшеп, хәлдәремде, ниәттәремде һөйләнем. Ул, сабырлыҡ, ҡыҙыҡһыныу менән тыңлағандан һуң: “Әй, улым, хәҙер ҡыш көнө – һыуыҡ ваҡытта алыҫ сәфәргә сығыу, юлдашһыҙ, атһыҙ, яңғыҙ юл табып барыуы ауыр булыр. Бәлки, сабыр итһәң, йәй осорон да барыр инең, сабыр итмәһәң, Түңгәүер ырыуы, Вәлит ауылы, Ғатаулла хажи-ишанға барһаң да ярар, сөнки ул яҡыныраҡ, икеһе бер кеше кеүек, – айырмалары юҡ”, тине. Сабыр, йомшаҡ тәбиғәтле был кешенең әйткән һүҙҙәрен күңелгә һалып, бер көн туҡтауһыҙ йүгерә-йүгерә, буранда аҙаша-аҙаша, Ғатаулла ишан ауылына килеп етеп, бер әҙәмдән хәҙрәт йорто ҡайһы икәнен һорап белдем дә, туҡтамайынса йортона инеп: “Әссәләмәғәләйкүм”, – тип сәләмләнем. Абыстай миңә, бала тип, иғтибар бирмәне. Хәҙрәт килеп кергәс, абыстайҙы шелтәләне һәм сығарып ебәрҙе. Һуңынан хәҙрәт хәл-әхүәлдәр ҙе һорашып, ниндәй ниәттә килгәнемде белгәс: “Әй, бала, һин бик йәш кешеһең, ныҡлы уҡырға кәрәк, һиңә Зәйнулла ишанға барыу яраҡлыраҡ булыр, – тине. – Бәрәкәллаһ, башта Зәйнулла ишанға барыуға фатиха бирәм”.
1885 йылда Хәлил ҡартатайға Муллаҡай ауылынан Ғабдулла улы Сәйет хәҙрәт тә фатиха бирә һәм ул Троицкиҙа Зәйнулла ишандың “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен дә белем ала. 1894 йылда тыуған ауылы Түбәнге Таулыҡайға ҡайта. Хәлил ҡайтып етмәҫтән алда уҡ уны имам-хатип итеп һайлап ҡуйғандар һәм уға һәр яҡлап ауылдаштары ярҙам ҡулы һуҙа. Мәҫәлән, ғаиләһе өсөн йорт, мәҙрәсә, ике манаралы мәсет төҙөлә. Жийәс ырыуы ҡаҙағы Имамбай Дусмөхәмәт улы тигән хәлле кеше мәҙрәсә төҙөү өсөн 220 һум, ауылдың Нурмөхәмәт исемле байы үҙенең мал өйөн мәҙрәсәгә ашхана итеп төҙөттөрөп бирә. Иман йортона “Иманистә” тигән исем бирәләр. Мәҙрәсәгә тирә-яҡ ауыл балалары, хатта ҡаҙаҡ балалары ла уҡырға килә. Шәкерттәрҙең һаны 200-250-гә барып еткән.
Хәлил хәҙрәт тураһын да хәтирәләр һөйләгән дә уның ғәҙәти булмаған һәләттәре тураһын да ла әйтергә кәрәктер. Уның йәшәгән өйө төҙөлөп ятҡан мәсеткә ҡаршы була. Төҙөүселәр өрлөк бүрәнәһен быса башлағас, улар янына килеп шаяра: «Егеттәр, үлсәп бысығыҙ, етмәй тормаһын,» – тип, өйөнә инеп китә. Өрлөктө бысып, урынына һалабыҙ, тиһәләр, ҡыҫҡа булып сыға. Шул ваҡыт, хәҙрәт килеп сыға ла: «Өрлөктөң ике башынан тартыңҡырап һалығыҙ, ағас һуҙыла ул», – ти. Төҙөүселәр, аптырап торалар ҙа, тағы өрлөктө урынына һалалар. Бүрәнә үҙ урынына теүәл генә барып ята. Ғәҙәти булмаған һәләттәрен ул табибсылыҡ өлкәһен дә лә уңышлы ҡуллана. Ен-зәхмәт ҡағылыу, сихыр, күҙ тейеү, ҡуянсыҡ һымаҡ ауырыуҙар менән йонсоған кешеләр уға килер булған. Ошондай һәләттәр гә атайымдың атаһы Ғәбделварис та эйә ине.
Рауил Үтәбай-Кәрими тағы ошон дай мәғлүмәттәр яҙа: “Хәлиулла хәҙрәт матбуғат сәхифәләрен дә ҡәләм дә тибрәткән. Ул йылдарҙағы матбаға-журналдар ҙа уның мәҡәләләре лә күҙгә салына. Улай ғына ла түгел, Ырымбур ҡалаһын да Мөхәммәтвәли Хөсәйеновтың матбаға-типографияһын да “Әүлиәләрҙе аҙғындар хурлауынан яҡлау” исемен дә 112 битлек китап та нәшер иткән. Китаптың нисәнсе йылда һәм күпме тираж менән баҫылғанлығы мәғлүм түгел. Әммә ҡайным Мөхлис мулла Үтәбаев мәғлүмәттәренә ҡараған да, хеҙмәт дәһшәтле 1914 йылда донъя күргән, барыһы 700 нөсхәлә. Таулыҡай, Буранбай, Ямаш (хәҙерге 1-се Этҡол) ауылдарын да һатылған. Хеҙмәттең теле иҫке төркисә. Йөкмәткеһе суфыйсылых тәғлимәте менән һуғарылған. Китапта Хәлиулла хәҙрәт ижад иткән шиғри юлдар ҙа күҙгә ташлана. Мәҫәлән, 26-сы биттә:
Хаҡ яндырған сыраҡ ты, хасид өрөп һүндермәҫ.
Хаҡтың халис ҡолдары хаҡдин йөҙөн дүндермәҫ.
Хаҡ берәүҙе аҙ ҙыр һа, тоғро юлдан яҙҙыр һа,
Жаһәләт кә тулдыр һа, аны һис кем күндермәҫ.
Хаҡтың халис ҡолдары, дилдә үҫәр гөлдәре,
Һайрашыр былбылдары хасил илә һулдырмаҫ, –
кеүек юлдарын уҡыйбыҙ.
Әйтергә кәрәк, был китап Рәсәйҙең бер генә китапханаһында ла юҡ. Уны миңә Ғәбделмәтин ағай; “Кейәү, был китапты һиңә бүләк итәм, һин дә ул һаҡланырға тейеш, игелеген күрерһең”, – тип, һибә ҡылды.
Хәлиулла остаз-мөҙәрис 1927 йылдың май айында донъя ҡуя. Хәйбулла районының Түш ауылында ҡулыма килеп кергән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, уны дәфен ҡылыуҙа Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ тарафтарының төрлө төбәктәренең күп кешеһе ҡатнаша – бына шулай халыҡ остаҙын хөрмәтләп, һуңғы юлға, әхирәт сәфәренә оҙата.
Айгөл ИГЕЛЕКОВА.