Һынамыштар һәм әйтемдәр

   Өфө губернаһы мосолмандарының ырымдары, хөрәфәттәре, мәҡәл-әйтемдәре һәм хикмәтле һүҙҙәре

   Ғинуар. Ғинуарҙа ҡаты һыуыҡтар булһа, июлдә бал ҡорттары өсөн яҡшы була. Әгәр ғинуарҙа ямғырлап алһа, июль һалҡын булыр.
   Февраль. Февраль буранлы икән, август ямғырлы, ужым игене уңа тигән һүҙ. һыуыҡ булһа, августа йылы көтөлөр.
   Март. Мартта көндәр болотло, йонсоу торһа, майҙа һауа торошоноң яҡшы булыуы көтөлә.
   Апрель. Апрель баштарында торна тауышы ишетелһә, ай бөткәнсе көндәр матур торор. Апрель башынан алып майҙың ундарынаса кистәрен һалҡынайтып торһа, июнь айында игендәргә һәйбәт булыр.
   Май. Был ай хеҙмәт айы йөрөй, һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың.


   Июнь. Ял итеү һәм башҡорт йыйындарын үткәреү мәле. Был айҙа мишәрҙәр, бесән һәм ураҡ өҫтөнә самалап, килен төшөрәләр.
   Июль. Был айҙа ғаилә башлыҡтары, ирҙәр арыҫландай етеҙ һәм сапсан булырға, баштарына төшкән бөтә хужалыҡ эштәрен атҡарып сығырға тейештәр.
   Август. Уңыш байрамы. Йәйге хеҙмәт алтын башаҡтар менән әжерләнә.
   Сентябрь. Себеш һанар ваҡыт.
   Октябрь. Рус крәҫтиәне һалҡын һыу эсеп, ә кәзә ағас ҡайыры ашап һимерә торған ай.
   Ноябрь. Әгәр ноябрҙә һыуыҡтар була икән, майҙа көндәр йылы килер. Ноябрҙә ҡар булһа, майҙа көндәр ямғырлы торор. Ә инде ноябрь ямғырлы булһа, май ҡарлы һәм һалҡын торор.
   Декабрь. Һуғым мәле. Был айҙа һыуыҡтар шартлап торһа, июнь йылы һәм ямғырлы булыр.

   Йәй көндәрендә ҡояш ҡып-ҡыҙыл булып сыҡһа, ямғыр яуып үтер, ә ҡыҙарып, болотһоҙ байыһа, аяҙға тартыр, болотлап байыһа инде, ямғырға булыр.
   Әгәр ҙә кәзә малы ваҡытһыҙ көтөүҙән йүгереп ҡайтһа һәм ышыҡҡа ҡаса һалһа, тиҙҙән ямғыр буласаҡ.
   Тоҙ дымланһа, ямғыр көтөлә.
   Йондоҙҙар бик йыш булып, яп-яҡты емелдәшеп торһалар, тиҙ арала көндәр боҙолор, һирәк һәм дә тоноҡ булһалар — аяҙайыр.
   Ай тирәләй ҡараһыу түңәрәк хасил булһа, буран башланыр.
   Ҡуян һәм аҫ тулыһынса ағармай тороп, сана юлы төшмәй.
   Сәүкәләр ер бауырлап осһа, тиҙ үтмәле һалҡын ямғырға, бейектә осһа, аяҙға һәм эҫегә булыр.
   Ҡарлуғастар йәшенле ямғыр менән бергә килә.
   Әгәр томан күктән төшһә, ямғырға, ерҙән күтәрелһә, аяҙға тартыр.
   Кистән үлән ысыҡланһа, иртән йылы, үлән ҡоро ҡалһа, иртән һалҡын йәки өҙәрем ел булыр.
   Ашлыҡ бешкән мәлдә төнөн һалҡынса һәм ысыҡлы булһа, был уның яҡшы тулышып өлгөрәсәгенә, үтә йылы булһа, емгә насар туйынасағына ишара.
   Йәйен үләндәрҙә һәм игендә әрәшә балы (татлы ысыҡ) ғәҙәттән тыш күп булһа, үҫемлектәрҙең тулышып бешеүе ҡәнәғәтләнерлек булмай.
   Әгәр ҙә көҙөн япраҡтар дәррәү ҡойолһа, йыл яҡшы, ә һуңлап һәм аҡрын ҡойолһа, көйһөҙ һәм насар килер.
   Яҙын ҡайын түбәндән япраҡ яра башлаһа, иртә сәселгән, остан башлаһа, һуң сәселгән һабанашлыҡ уңыр, ә инде ул дәррәү япраҡ ярһа, иген мул булыр.
                                                                      * * *
   1. Иҙел кисмәй, илек бурылмай,
       Донъя күрмәй, егет ир булмай.
   2. Һыу күрмәй, аяҡ сисмә.
   3. Байҙар араһында маҡтанма,
       Ярлылар араһында маһайма.
   4. Ғорурлыҡ ғорурға бүләк.
   5. Яҡшы булһаң, яҡын күп.
   6. Яҡшы һүҙ — йән аҙығы,
       Яман һүҙ — баш ҡаҙығы.
   7. Эт өрөп торор, бүре йөрөп торор.
   8. Этте эт ашамаҫ.
   9. Татар аҡылы төштән һуң.
   10. Ҡарға күҙен ҡарға суҡымай.
   11. Бер бәрән арҡаһында мең бәрән һыу эскән.
   12. Атанан күргән уҡ юнған,
        Әсәнән күргән тун бескән.
   13. Ир ҡанаты ат булыр.
   14. Батыр үлеме бисәнән.
   15. Дуҫыңдан һора, ә дошманыңа яуап ҡына бир.
   16. Аҡыллы аҡылы менән иҫәрҙе белер,
        Ә иҫәр кемде белер.
   17. Ғалимды ғалим ғына белә.
   18. Наҙанлыҡ — бөйөр ташы.
   19. Тиҙәктән файҙа бар,
        Ә наҙанлыҡтан нимә бар.
   20. Телеңде теш артында тот.
   21. Йыландан һаҡланып та
        Яман телдән сағылған.
   22. Яуҙан һуң батыр күбәйер.
   23. Ауыҙың бешһә, яуға күлдәксән дә йүгерерһең.
   24. Яуға барһаң, ҡоралыңды онотма.
   25. Ялланған һуғышсы даны — йылытмаған ай яҡтыһы.
   26. Бер ҡатын — ҡатын, ике ҡатын — баҙар, өс ҡатын — йәрминкә.
   27. Уҫал ҡатындан шайтан да ҡурҡа.
   28. Йәйен бай тегәнәктә, ярлы мамыҡта йоҡлай.
   29. Оло йортҡа ни кәрәк, кесе йортҡа ла шул кәрәк.
   30. Бесәй сәллә ураһа ла таныла.
   31. Елкәһе ҡыҙыл көнсөл булыр.
   32. Туғыҙ бажаны бер бүре ашаған.
   33. Айыуға ағаң менән бар.
   34. Дошман күрһә лә үҙ ағаң эттән талатмаҫ.
   35. Ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ.
   36. Атай — еҙнәй, апай — әсәй.
   37. Башыңа бәлә төшһә, туғаныңды танырһың.
   38. Ире үлгәндә бисәһе илар,
        Ҡалғандары мираҫ хаҡында уйлар.
   39. Ҡатын менән ат муллыҡта, ә эт һәр ваҡытта хеҙмәт итер.
   40. Насарҙан башҡа яҡшыһы булмаҫ,
        Иҫкенән башҡа яңыһы булмаҫ.
   41. Ҡатын алдығын тыңлаған — бысаҡҡа ҡаҙалған.
   42. Ҡатынын үтә яратҡан әсәһен ситкә ҡаратҡан.
   43. Уҫал булһа, аҫырҙар,
        Йыуаш булһа, баҫырҙар,
        Урта булһа, түрә яһарҙар.
   44. Төлкө тиреһе сәбәбенән, бай дәүләте сәбәбенән яфа күрә.
   45. Урта тиле атын маҡтар,
        Үтә тиле ҡатынын маҡтар.
   46. Алма ағасының тәрбиәһе — ҡыҙ тәрбиәһе.
   47. Сәләмәтлек кейеме һис тә иҫкермәҫ.
   48. Көмөш ҡара менән яҙырға көмөш ҡул, алтын баш кәрәк.
   49. Кеше өйөнә керһәң, күҙеңә, телеңә ирек ҡуйма.
   50. Яҡшы аға йорт көтһә.
        Йорт кәрәген үтенер.
        Яман аға йорт көтһә,
       Ерен һатып бөтөрөр.
       Ситтәр ереңде алһа,
       Ағасыңды төпләп бөтөрөр.
   51. Алыҫ менән яҡынды юртҡан белер,
        Әсе менән сөсөнө татыған белер.
   52. Аш ҡәҙерен әсә белер,
        Һөт ҡәҙерен тана белер.
   53. Болот та күсһә — ел ҡыуыр,
        Ямғыр ҙа яуһа — ер йыуыр.
   54. Күк үлән — ерҙең һутылыр,
        Ҡыуарһа, утҡа өтөлөр.
   55. Бер төкөрөк ни итер,
        Күп төкөрһә, күл итер.
   56. Күп менән эшең төшмәһен,
        Күп эшеңде сүктерер.
        Аранан берәү ҡысҡырһа,
        Ҡурҡыттым тип екерер.
   57. Торомтайҙан етеҙ ҡош булмаҫ,
        Осһа, турғай тибә алмаҫ.
        Атҡыуыстан йүгерек уҡ булмаҫ,
        Атһаң, көпө боҙа алмаҫ.
   58. Һөнәрһеҙ һине күрә алмаҫ,
        Үҙе мәғәнә бирә алмаҫ.
   59. Үҙе килеп, үҙе киткән һыйыр — солтан.
   60. Яҡшы күңел яҡшылыҡҡа туймаҫ.
   61. Алтын ауыр булмай.
   62. Шәплек малда түгел, һөнәрҙә.
                         Торомтай — ҡарсығаның бер төрө.
                            Көпө — бишмәт (мамыҡ һырып тегелгән йылы өҫ кейеме).
   63. Ололоҡ һаҡалда түгел, аҡылда.
   64. Сирен танған үлер.
   65. Кешелеклелек байлыҡ менән түгел, изгелек менән.
                                                                               * * *
   Кеше — бүре кеүек батыр, арыҫлан кеүек көслө, төлкө кеүек хәйләкәр. Айыу иһә рыяһыҙ йыртҡыс иҫәпләнә. Бына уның тураһындағы бер хикмәтле һүҙ.
   Берҙән-бер көндө айыу йылға аша ҡара урманға ҡарай сығып барғанда, уны күреп ҡалған суртан:
— Ҡайҙан киләһең? — тип һораған.
— Аҡыллыны һайлаған ерҙән, даланан, — тип яуаплаған айыу.
— Кемде һайланығыҙ инде?
— Кешене, тағы кемде булһын.
— Эй, айыу, айыу, кешенән хәҙер һиңә үҙ урманыңда, ә миңә үҙ йылғамда тынғылыҡ булмаясаҡ. Аҡыллы зат итеп һайлағанығыҙ өсөн ул һеҙгә, исмаһам, берәй нәмә вәғәҙә иттеме һуң?
— Унан нимә талап итәһең инде. Уны бит беҙҙең арабыҙҙа зиһенгә эйә булған берҙән-бер йән эйәһе булған өсөн һайланылар. Өҫтәүенә, уның, йыртҡыс хайуандарҙыҡы кеүек, үткер тештәре, имәнес тырнаҡтары юҡ.         Әйткәндәй, яланғас, нәфис тәнле һәм затлы нәҫелдән. Алла кемде яҡын күрһә, халыҡ та шуны үҙ итә. Шуға ла кешегә хөрмәт күрһәткәндәрҙер инде. Ҡалай итәһең?
— Шулай ҙа, теге ни..., — тип яңынан һүҙ башлаған суртан.
— Һиңә тағы нимә кәрәк, — тип екергән уға айыу, — үҙ ҡәрҙәштәреңде эҙәрлекләгәнең, үткер тештәрең менән ҡырғаның да еткән.
— Юҡ, мин бит ул хаҡта һүҙ йөрөтмәйем. Аҡыллы итеп һайланған кешенән беҙгә ниндәй яҡшылыҡ булыр икән, бына шул ҡыҙыҡһындыра мине.
— Ярай, улай бик белергә теләгәс, әйтәйем инде һиңә дөрөҫөн. «Һеҙ мине аҡыллы тигән тәхеткә күтәреп ултырттығыҙ. Бының өсөн мин һеҙҙең ҡайһы берегеҙҙе яурындарыма һалырмын, ә ҡайһы берегеҙҙе өҫтәл өҫтөнә ҡуйырмын», — тип вәғәҙә бирҙе ул кеше тигәнең үҙенең һайлаусыларына.
— Эй, туған, — тип, бошонҡо ғына аңлата башлаған суртан, — был бит кеше һинең туныңды һалдырып, үҙенең яланғас яурындарына ҡаплай, ә мине үҙенең аш өҫтәленә ҡуя тигән һүҙ.
                                                                     Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, “Йәдкәр” китабынан