Башкирский лучник                            Ҡарас сәсән

   Башҡорт ҡашҡалары (Башҡорт, ҡаҙаҡ яуҙарынан бер иҫтәлек. Әхмәтша Солтановтың иҫке ҡулъяҙмаһынан алынды. Ваҡиға 1750 йылдарҙа бара.)
   Хәҙерге Тамъян-Ҡатай кантоны Науырҙа ауылы башҡорттарының төп аталары Айбағыш, Көнбағыш исемле ике бер туған булған. Айбағыштан Килдеш исемле атҡыс-мәргән тыуып, заманында уға тиң булмаған. Көнбағыштан Ҡушкилде тыуып, ул да атҡыс булған. Ҡушкилденән Ҡарас исемле бер улан ҡалған. Ҡарас та атаһы һымаҡ, уҡ-һаҙаҡҡа бирелеп, йәштән батырлыҡ, атҡыслыҡ исеме алып, һәр ваҡыт Килдеш батыр менән бергә яу сабып, яу ҡайтарып йөрөгән. Әүәл атҡыстар йыйылышып майҙан тотҡанда Килдеш менән Ҡарастың алдына һис кем сыға алмаған.
 

   Ул ваҡыттарҙа Тамъян-Ҡатай кантонында Килмәк ауылы ла, Верхнеурал* ҡалаһы ла булмаған. Тик арыраҡ бер нисә өй булып, пост өсөн кәҫтән өйгән бер урында сасауай* торған. Хәҙерге Боғаҙаҡ, Сабаҡлы күлдәре буйы башҡорт йәйләүҙәре урыны булған. Миһеле күленән көнбайыш яҡта, Урал арҡаһында урман ҡалын булғанға, ағас күплектән, унда йәйләү мөмкин булмаған.
   Ул саҡтарҙа башҡорт халҡы, үҙе теләгәнсә мал аҫрап, күсмә тормош менән тереклек иткән. Ауыл булып ултырыу булмаған. Атҡыстар айыу, болан, төлкө, бүре, һыуһар кеүек йәнлектәр аулап, тиреләрен йәрминкәләргә алып барып һатҡандар. Әгәр ҙә башҡорттарға ҡаҙаҡ, ҡалмаҡ йәки рустар яғынан ҡыйынсылыҡ килһә, башҡорт ҡашҡалары, батырҙары менән яу ҡайтарғандар.
   Ул ваҡыттарҙа яу ҡайтарыуҙа Барын ырыуынан Ҡалманай батыр, Тамъян ырыуынан Янай батыр, Тиләү ырыуынан Килдеш, Ҡарас батырҙар ҡатнашҡан. Ошо батырҙарҙың исемдәре күңел тарихында һаҡланып килеп, әле лә булһа халыҡ телендә йөрөй. Улар тураһында һамаҡтар, йырҙар йырлана, ҡурайҙа тарталар.
Ул заманда барымта, ҡарымта булған. Һәр милләт көсө еткәнен талап, тартып алып китә биргән. Башҡорттар менән ҡаҙаҡтар тыныс тора алмағандар. Бер-береһенең малын алып китеүҙе улъя* күргәндәр. Иленә мал алып ҡайтһалар, ҙур шөһрәт тапҡандар. Башҡорттарҙың малын ҡаҙаҡтар, ҡаҙаҡтарҙың малын башҡорттар әйҙәп алып киткән. Малдың киткәне тиҙлектә беленеп, ҡыуғын төшһә, ике арала ҡанлы һуғыштар, күп ҡырылыштар булған. Бына шул йөмләнән ҡаҙаҡ ҡашҡалары менән башҡорттарҙың Ҡарас ҡашҡаһы араһында булған яу һалышыуҙы яҙып үтәбеҙ.
   Йәйҙең күңелле ваҡытында һәммә башҡорт йәйләүҙә торғанда, майҙың 25-тәрендә, Айбағыш өйөндә күп халыҡ шау килеп ҡымыҙ эсеп ултырғанда, йылҡысы килеп тирмә һыртынан: «Малды яу ҡыуып алып китте», — тип ғауға һала. Ул ваҡытта Килдеш мәргән икенсе йәйләүҙә була. Ҡарас батыр ҡапыл һикереп тора ла: «Буҙ ҡашҡаны тотоң», — тип оран һала. Һәммә халыҡ ат эйәрләй. Ҡарас батыр ҙа өҫтөнә тимер күлдәген кейеп алып, уҡ-һаҙағын бәйләп, Буҙ ҡашҡаһына менгәс, юлға сығырға инәһенән бата* һорай. Инәһе бата бирә. Шул ваҡытта Айбағыштың хужа ҡатыны сығып, Ҡарасҡа ҡарап: «Батырым, әгәр ҙә малдың ярым-яртыһы ҡалһа, — бармағыҙ. Килдеш тә өйҙә юҡ, юҡҡа тәләф* булмағыҙ, әгәр ҙә малдың яртыһынан күбеһе киткән булһа, кире ҡайтарырһығыҙ», — ти. Ҡарас батыр әбейгә ҡарап: «Әзәй, мин малды алмайынса кире ҡайтасаҡ түгелмен, уҡ-һаҙағым барында береһен дә ҡуймам, һеҙ батала тороғоҙ», — тип, Буҙ ҡашҡаһына ҡамсы тартып, утыҙлап кеше эйәртеп, яу артынан йүнәлә. Китер саҡта: «Килдешкә хәҙер генә кеше ебәрегеҙ, тиҙ генә барып етһен, һыбай менә торған к үк ала ат ҡыуып алып киткәнгә оҡшай, һары аҡ ҡола атты менһен»,тип һорнап* китә.
Салт төш ваҡытында хәҙерге Науырҙа ауылы ултырған ерҙә Яйыҡ аша сығарып, малды ҡыуып барғандарын күрәләр. Ләкин ҡаҙаҡтар күп була. Йөҙҙән артыҡ. Шул ваҡыт Ҡарас иптәштәренә ҡарап: «һеҙ минең арттан саҡрым миҡдар самаһы арттараҡ барығыҙ. Мин барып күрәйем, ҡайһы ерҙең ҡаҙағы икән, башлыҡтары кем икәнен беләйем. Әгәр ҙә арала атыш булып, китһә, һеҙ берегеҙ ҙә бармағыҙ, мин үҙем яуап бирермен. Ләкин миңә бер-бер яҙыҡ булһа, кәүҙәмде дошман ҡулына ҡалдырырға тырышмағыҙ», — ти. Шул һүҙҙәрҙе әйтә лә алға йүнәлә. Ҡаҙаҡтар ҙа ҡыуғын төшкәнде белеп, өсәүһе айырылып артта ҡала. Бүтәндәр малды ҡыуып баралар.
   Ҡарас, бөркөт һымаҡ сөйөлөп, сабып килеп, уларҙы ҡыуып етә һәм, тауыш ишетерлек ерҙә туҡтап, ҡаҙаҡтарға ҡарап түбәндәге йырҙы әйтә.
            Балаһы Ҡушкилденең Ҡарасымын мин,
            Яу килһә, алға сапҡан-барасымын* мин.
            Атҡыстар йыйылышып майҙан тотһа,
            Һәр ваҡыт беренсегә талашсымын мин.
            Йөрөмәгән ҡырҙан ҡырға атҡан уғым,
            Ҡалъяным* ике яҡтан әле лә туғын*.
            Һырт биреп, ҡурҡаҡтарса ҡаса бирмә,
            Ҡотолмаҫ ҡасҡан менән ни бар тубың.
            Ҡарасҡа ҡул күтәргән ниндәй ирһең?
            Атың кем, ырыуың кем, ҡайһы ерһең?
            Ҡараһам тал буйыңа — батырҙарса,
            Күргәс үк, ялт әйләнеп, туҡтай бирҙең,
            Атыңды әйт, был донъянан юйырмын мин,
            Уғымды ҡыҙыл ҡанға буярмын мин.
            Илеңә аша тыуған батыр булһаң,
            Хур итмәй, тәрбиәләп ҡуйырмын мин.
            Менгәнем аҫтымдағы ҡашҡа, тимен,
            Ҡан түкмәй, илеңде һин күрер булһаң,
            Күк, ала — күп йылҡыны тащла, тимен,
            Ҡаҙағым, батыр булһаң, бирсе киҙәк*,
            Уғымды мин атырмын һиңә төҙәп,
            Теләгән урыныңды,һайла, батыр,
            Ҡыуғынға боронғонан әүәл киҙәк.
Ҡаҙаҡ батыры ла һис ҡурҡыуһыҙ ҡаршы ҡарап тора ла үҙенең әйтемен әйтә.
            Истә жөрәк жыулаған, Аҡса дигән атымдан,
            Батырлыҡ бән түрәлек шәжәрә килгән затымдан.
            Ай-бай сала жырладың, килә сала яҡындан.
            Батырмын дип маҡтандың сынашмай тороп,
            ҡапылдан.
            Аҡса батыр дигәндә
            Күп батыры ҡалмаҡтың
            Яза иде аҡылдан.
            Саяндай саға сөйләдең, сискәнмәйсә таҡылдап,
            Аҡса сындай батырдан ҡулдағы малды ҡайтарып,
            Алсаң — алға сығарсың аҡ яулыҡлы ҡатындан.
            Алты аластың эсендә Аҡса батыр дигәндә
            Аблай хандың нәүкәре* йығыла иде атынан.
            Үҙең бер жәс баласың, уттай геүләп янасың,
            Килә сала айҡасдың, байҡамай батыр самасын.
            Киҙәгеңне ал, балам.
            Бер киҙәктән юйылсаң,
            Серәйә ҡатып ҡаласың.
            Күгәреп ятҡан күк арҡа, торған ердән күрсәтәм
            Атысыр жирдең самасын
            Батырға кергән күп малны һаҙаҡлы йөҙ ҡаҙаҡтан
            Жалғыҙың ҡалай аласың?
   Ҡарас батыр ҙа: «Киҙәгеңде ал», — тигән һүҙҙе ишетеү менән Аҡса самалап күрһәткән арҡаға сабып барып етә һалып, атышыуға яҙана* башлай. Ат өҫтөндә янын ҡороп, ҡулына һаҙағын ала ла уйға ҡала. «Мин мәргәнлегемде белдереү өсөн тәүелә* ҡалъяндағы һаҙағын ҡыра атайым. Ҡан түкмәйсә, минең атҡыслығымды белеп, малды ташларҙар», — тип уйлай. Ҡулындағы һаҙағын ҡалъянына кире һалып, ҡуҙы яурын тигән икенсе бер һаҙағын ҡулына алып, ҡалъянды атыр өсөн уңтайҙана*. Һаҙаҡты янға ҡуйыр саҡта уҡ янына бер-ике һүҙ әйтәсәген белдерә.
           Йылан башлы киң янымды тартҡан саҡта,
           Шытырлап һынып китһәң — һиңә намыҫ,
           Ҡуҙый яурын —Ҡорос башаҡ бәлдегәндә*
           Тайшанып ҡырын китһәң — һиңә намыҫ.
           Туғыҙ толом аҡ ебәк, туғыҙ үрем
           Сиралып сиркеп* китһә — һиңә намыҫ.
           Серәнеп тартып та мин ала алмаһам,.
           Билдәле, ул ваҡытта миңә намыҫ.
           Ҡуҙый яурын — ҡорос башаҡ тейгән саҡта,
           Ҡаҡтығып өҙә алмаһаң — һиңә намыҫ.
           Ҡалъянды өҙгәнсе мин ата алмаһам, —
           Билдәле, ул ваҡытта миңә намыҫ.
           Ҡаҙаҡҡа мәргәнлекте белдерәйем,
           Ҡаҙаҡты һынар өсөн түрҙек намыҫ.
   Шул әйтемде әйтеп, Ҡарас батыр өҙәңгегә баҫынҡырап бәлдәп тартып ебәргәс, Аҡса батырҙың уң яғындағы бала дәүмәле ҡалъян һаҙаҡтары менән пәрә-пәрә туҙып, сыра-сыра булып, ян-яҡҡа осоп барып төшәләр. Аҡса батыр ҙа: «Аһ, ҡыуарған ҡыу истәк, ордоң ғуй, ордоң», — тип юлдаштарына: «Мынау баланы күрдегезме, атысына ҡарағанда яман күренә, — ти. — Ҡалмаҡтың Ванишлихай батыры менән осрашҡанда ҡыймылдамаған жөрәгем сулҡ-сулҡ итеп ҡалды ғуй. Ҡулымда туртаҡ һаҙағым бар, тартысып үтәйек», — ти.
   Юлдаштары: «Ҡолдоҡ батыр, ҡолдоҡ батыр», — тип яҡаһын тоталар. Аҡса батыр ҡапылға янын ҡороп, һаҙағын ҡулына алып, уҡ янына үҙенең әйтемен әйтә:
           Ҡуҙый жаурын — ҡыу жәйә, тарта алмасам — мәгән сирт*,
           Тартҡан саҡта сатнасаң, ул ваҡытта — саған сирт.
           Тосҡанған ергә тигезмәй, яза тартсам — мәгән сирт.
           Асыу-асыу бил икән, аса бер суҡҡан жил икән.
           Ҡасҡайып торған убала сынаша торған ир икән.
           Ҡаҡ эйәрдең ҡасы дип, ҡаң жәрәгән дәсе дип,
           Үләр жирең осо дип, тоскады батыр сазағын.
   Аҡса батыр бәлдәп һаҙаҡты тартып атҡанда ике ҡатлы һауыттың бер ҡатынан ҡалъянын киңәйтеп, икенсеһенә үтер ваҡытта Ҡарас батыр һаҙаҡты тотоп алып ҡалъянына һала ла үҙ һаҙағын ала. Ҡарас мәргән дә: «Яҡшы атаһың икән», — тип ҡаҙаҡтың атҡыслығын маҡтай. Аҙ ғына уйланып торғандан һуң, ҡулдағы һаҙағының башағын бәке менән монап* һындырып ала ла башаҡһыҙ уҡ менән атмаҡ була. Сөнки һауыт ике ҡат булһа, башаҡ йырта алмай.
   «Ошо киҙәктән ҡалһам, ниндәй хәл буласағы билдәле түгел», — тип башаҡты киҫкән еренән бишкә яра ла ҡаҡ йөрәккә тоҫҡап ата. Ул ҡулсаны үтеп, сыра-сыра булып һыртҡа ярып сыға. Аҡса батыр ҙа уй-бай тип ергә йөҙ түбән ҡолап китә. Ҡашындағы* ике юлдашы Аҡса батырҙың тимер кейемен һыпырып алырға маташҡанда Ҡарас батыр һигеҙ ҡырлы башаҡ менән атып ебәрә. Уҡ маңлайын ярып үтә сыға. Икенсеһен дә дәхи* итеп йыға.
   Ҡарас батырҙың арҡаһына яҡын ғына ҡыуаҡта, Зайҙагир сулаҡ исемле бер ҡаҙаҡты йәшереп ҡуялар. Ул сыбар атын ҡамсылап, ҡыңғыраулы айғырын ҡулына алып, ялмауыҙ һымаҡ өҙөлөй-йолҡолоп сабып килә. «Ҡыуарған ҡыу истәк, ордоң ғуй, ордоң. Аласыҡаны битем менән күренәйең. Бөтә ҡаҙаҡты ҡырып бөтөрөп, ялғыҙ Аҡса батырҙы ҡалдырсаң булмаймы? Эйтәүер ҡөҙрәт ғәле булсаң, жир бән тигеҙ ҡылайым. Аҡса батырдың ҡоно алманан мин булсам, донъяда аяҡ басып Сулаҡ аталыуымдан ни файда?» — тип әйтеп килгәндә, Ҡарас ҡуҙый яурын һаҙаҡты төҙәп атып ебәрә. Сулаҡтың ботон өҙөп, атының ҡабырғаһын айырып алып китә.
   Ушаҡанан* аты менән берҙәй ҡолайҙар. Ҡарас мәргән, Буҙ ҡашҡаны тибенгеләп, Аҡса батырҙың ҡолаған еренә сабып барып, янын, ҡалъянына бәйләп һалған һаҙағын алып, атын сәдәрләй* ҙә үҙе мал артынан саба.
Оҙонһаҙ исемле бер туғайлыҡта ҡаҙаҡтар Мөкөш исемле бер уҡсыларын ҡалдырып киткән булғандар. Ҡарас ҡашҡа мал артынан сабып барғанда һырттан килеп яурынына бер уҡ килеп тейә. Ләкин тимер күлдәктән үтә алмай. Хәлһеҙ генә килеп һуғылған була. Ҡарас ҡашҡа артына боролоп ҡараһа, йәлпәй* кейгән, ике яҡтан уҡ-һаҙағы бар ҡартыраҡ ҡиәфәттәге берәүҙе күреп, бер һаҙағын алып ҡабырғаһына бәлдәп ата. Ҡалпа-ҡотой булып ҡаҙаҡтың ҡолағанын күрә лә тағы мал артынан саба.
   Хәҙерге көндә Сладин ауылы ултырған урындан Үрләде һыуын сығарып, малды ҡыуып барған ҡаҙаҡтарҙы күреп, уҡ етерлек ергә килгәс, берәмләп ата башлай. Атҡан береһе ҡолап торғанлыҡтан, малды ҡайғыртмай, ҡаҙаҡтар ҡасыу яғын ҡайғырта башлайҙар. Шул ваҡытта сабыулап Килдеш мәргән дә килеп еткән була. Элекке заманда сик араны айырыу өсөн тартҡан ептәре булған. Шуға саҡлы икәүләп ҡырып, ҡаҙаҡтарҙы ҡыуалар ҙа, унлап ҡаҙаҡ ҡалғас, Килдеш мәргән Ҡарасты кире саҡырып: «Былары киткәндәре китһен, иленә барып һөйләрҙәр», — ти. Ҡаҙаҡтарҙың кейемдәрен алып, малды аман-иҫән ҡыуып, Аҡса батыр үлгән ергә килеп етәләр. Ҡарас батыр Аҡса батырҙың һауытын алып ағаһына тарта, ҡылысын үҙе бәйләй, ағаһына ҡарап: «Күп алыштарҙа булдым, күп батырҙарҙы осраттым, ләкин Аҡса батыр һымаҡ ирҙе күрә алғаным юҡ. Киҙәк һорағанда, ҡаҡшамай, батырҙарса түш киреп, киҙәк бирҙе һәм атҡан уғы һауытты йырмай аҙ ғына ҡалды. Әгәр икенсе киҙәкте мин йыға алмаһам, энегеҙ Ҡарас был ваҡытта күҙен йомған булыр ине, ошо Аҡса батыр ир икән», — тип ағаһы меңән икәүһе Аҡса батырҙың ятҡан урынын ҡаҙып күмеп, аҙыраҡ таштан ҡурған һалып, баш осона бер һаҙаҡ ҡаҙап, Ҡарас батыр бер-ике һүҙ йырлап китә.
           Заманында күп тартыш күргәнһең һин,
           Донъянан күп батырҙы һөргәнһең һин,
           Башҡорттоң атҡыстарын тиңгә алмай,
           Тарпандан Алты Аласта йөрөгәнһең һин.
           Һауытты йырта атҡандай ир икәнһең,
           Батырҙың ашып тыуған береһе икәнһең,
           Ил һүтеп, үҙеңә тиң таба алмай,
           Сыҙамай йөрәгеңә йөрөгәнһең һин.
           Ҡашҡайып киҙәк бирҙең ҡаршы тороп,
           Көрәштең батырҙарса түште киреп,
           Һауытты серегән туҙҙай итә яҙҙың,
           Китмәне саҡ-саҡ өҫтән туҙып.
           Бынан һуң һиндәй батыр күрмәҫ күҙем,
           Урынлы, маҡтанһаң да, әйткән һүҙең,
           Ут йөрәк арыҫландай Аҡса батыр,
           Ҡуямын тәрбиәләп мин дә үҙем
           Таш менән ҡорған итеп ҡаҙҙым гүрең,
           Аталыр исемең менән ятҡан урының,
           Бер һаҙаҡ баш осоңа ҡаҙап ҡуйҙым,
           Әйтһендәр: батыр үткән беҙҙән борон.
           Йәғни ғүмерендә күп һуғыштар күрҙең.
   Шунан һуң артындағы иптәштәренә малдың барын имен-аман тапшырып, ҡаҙаҡтарҙың алтмышлап эйәрле аттарын кейемдәре менән алып, үҙҙәре алдан ҡайталар.
Хәҙерге Науырҙа ауылынан йыраҡ түгел «Аҡса түбә» исемле түбә бар. Аҡса батыр исеме менән аталған. Шунда уҡ Аҡса түбәгә яҡын бер ҡыуаҡты «Сулаҡ ҡыуағы» тиҙәр. Сулаҡ ҡаҙаҡ шунда үлгәнлектән әйткәндәр. Оҙон һаҙ ҡыуағының аҙағын «Мөкөш үлгән» тиҙәр. Мөкөш исемле ҡаҙаҡ үлгәнлектән әйткәндәр. «Аҡсатүбә», «Сулаҡҡыуағы», «Мөкөш үлгән» туғайы ата-бабаларыбыҙҙың батырлығын иҫкә төшөрөп торалар.
   Ҡарас батыр менән Аҡса батырҙың алышҡан ерҙәре саҡрым миҡдарҙай ер булған. Күргеһе килгән кешеләр хәҙер ҙә уны күрә ала.
   Ҡарас батыр тураһындағы юғарылағы һүҙҙәрҙе Әхмәтша Солтанов Ғәбделғәзиҙ Наурузовтың һөйләүенән яҙып алған. Ғүмәр Күкбирҙин тигән кешенең «Башҡорт мәргәндәре» исемендәге бер тарихи әҫәре булып, Ҡарас батыр тураһындағы мәғлүмәт шунан алынған булыуы аңлашыла. «Башҡорт мәргәндәре» тигән әҫәрҙең хәҙер һаҡланыу, һаҡланмауы билдәһеҙ. Әгәр уны табып донъяға сығарыусы булһа, башҡорт әҙәбиәте, башҡорт тарихы өсөн ҙур ярҙам тейер ине.
                                                                                                    Вилданов Ғ. «Башҡорт аймағы» ж. 1925. № 1
*Верхнеурал ҡалаһы рәсми рәүештә ни бары 1734 йылда ғына нигеҙләнә. 1781 йылда ҡала статусы бирелә.
*Сасауай. — часовой, сик һаҡсыһы.
*Улъя — русса «трофей» һүҙе мәғәнәһенә тап килә.
*Бата — фатиха.
*Тәләф — «әрәм булмағыҙ» мәғәнәһендә.
*Һорнап — ҡысҡырып, -үтенеп.
*Барас тип бурҙай эткә әйтәләр. Ҡаҙаҡтар «бараҡ» ти.
*Ҡалъян — уҡ һауыты.
*Киҙәк — алышҡа рөхсәт.
*Нәукәр — ғәскәр.
*Туғын — тулы.
*Яҙана — әҙерләнә.
*Тәуелә — тәүҙә, башта.
*Уңтайҙана — әҙерләнә, яйлана.
*Бәлдеу — йәйәне кирелә биреп тартыу.
*Сиркеп — өҙөлөп.
*Сирт — намыҫ.
*Монап — ваң-ваң итеп сиртеп алыу.
*Ҡашындағы — янындағы, эргәһендәге.
*Дәхи итеп — үлтереп.
*Ушаҡанан — тәкмәсләп.
*Сәдәрләй — бәйләп ҡуйыу мәғәнәһендә.
*Йәлпәй — баш кейеме.
                                                      Аңлатма.
   Әҫәрҙе ҡулдан ҡулға күсергәнгәме, әллә ташҡа баҫҡандамы, быуындан быуынға һөйләү барышындамы — ҡайһы бер аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡҡан. Шулар хаҡында аңлатмалар бирей үтеү кәрәкле һаналды.
   «Башҡорт ҡашҡалары» әҫәрендә 1925 йылғы журнал варианты буйынса Иҫке күл телгә алына. Ваҡиғалар барған төйәктә бындай исемле күл юҡ. Тиләү ырыуы вәкилдәре килеп урынлашҡан урындарҙа, хәҙерге Килмәк ауылы янында Миһеле тигән күл бар. Күсергәндәме, баҫҡандамы ниндәйҙер буталсыҡ килеп сыҡҡан. Шуға был яҙмалағы күл исеме Миһеле тип алынды. Ғилми әҙәбиәттең ҡайһы берендә, алда әйтеп кителгәнсә, Ҡараш, Аҡша тип йөрөтөүҙәр осрай. Урындағы халыҡ әле һаман Аҡса, Ҡарас тип әйтә. Был әҫәрҙә лә шул вариант ҡалдырылды. Был текстың журнал вариантында Ҡарас батыр Айбағыштың ҡатынына әсәй тип өндәшә. Тиләүҙәрҙә өләсәйҙе әзәй тиҙәр. Айбағыштың ҡатыны Ҡарасҡа өләсәй тура килә. Урындағы халыҡта әсәй тип өндәшеү бөтөнләй юҡ. Шуға күрә әҫәрҙә әзәй һүҙе ҡалдырылды.
   Әҫәрҙе яҙып алыусы Әхмәтша Солтанов Науырҙа ауылы кешеһе. Революцияға тиклем ул ауылда мулла булып торған. Ғәбдел ғәзиз Наурузов шулай уҡ ошо ауылдыҡы. Был ауылды нигеҙләүсе Науырҙа ҡарттың өсөнсө улы. 1834 йылғы халыҡ-тың иҫәбен алыу документтарында шул турала уҡырға мөмкин. Ул 1799 йылда тыуған. 1859 йылғы документтарҙа ла уның был ауылда йәшәүе күрһәтелә. Тимәк, Әхмәтша Солтанов был әҫәрҙе Ғәбдел ғәзиз Наурузовтан сама менән 1860 — 1888 йылдарҙа яҙып алыуы ихтимал. Күренеүенсә, яҙып алыныуы яғынан был ҡулъяҙма иң боронғоһо. Етмәһә, ваҡиғалар барған урын Науырҙа ауылына яҡын. Ҡарас сәсән менән Аҡса батыр алышына ла сама менән ике йөҙ генә йыл үткән. Күп хәлдәр, күренештәр халыҡ хәтерендә яҡшыраҡ һаҡланған.
           

                                                         Йырауҙар, сәсәндәр, мәғрифәтселәр. /Төҙөүсеһе И. Ә. Шарапов –Өфө; Китап, 2007.