башкирский всадник

                           Ҡаһым түрә

   Бер заман француз батшаһы Наполеон, Россияға ҡаршы һуғыш асып, рус батшаһы Александрҙы Мәскәүҙән ҡыуып сығарған. Александр батша ғәскәре менән Мәскәүҙе кире үҙ ҡулына алыу өсөн ни тиклем һуғышһа ла булдыра алмаған. Көн уйлаған, төн уйлаған, көндәрҙең берендә бер уйға килә алған. Үҙенең һанаттарына әйткән: «Минең ҡул аҫтымда башҡорт тигән халыҡ бар бит әле. Шуларҙан ғәскәр һорап ҡараһаҡ, ҡалай булыр икән?» — тигән. Һанаттар: «Дөрөҫ әйтәһең, батша хәҙрәт, был эште булдырһа, шулар ғына булдыра инде», — тигәндәр. Башҡорт иленә илсе ебәргәндәр. Был хәбәрҙе алғас, башҡорттарҙың аҡһаҡалдары йыйылышып кәңәш-төңәш иткәндәр. «Барайыҡ, шул дошмандарҙы айҡайыҡ, батырлығыбыҙҙы күрһәтәйек», — тигәндәр, Тирә-яҡҡа һөрән һалғандар, «Һуғышырға теләгән кешеләр, ҡоралдарын алып, аттарына менеп сыҡһын», — тигәндәр.
   Күҙ асып йомғансы йыһан ғәскәр йыйылған. Йыйылышып, һуғышырға тип, юлға сыҡҡандар. Башлыҡ итеп Ҡаһым түрәне һайлағандар.                  Ашамағандар, эсмәгәндәр, ун көн, ун төн киткәндәр.
   Мәскәүгә барып еткәндәр. Башҡорт халҡын күреү менән Наполеон Мәскәүгә ут төрткән дә ғәскәрен алып ҡаса башлаған. Быны күргәс, Ҡаһым түрә батырланып киткән. Наполеондың артынан баҫтыра башлаған. Ун көн, ун төн баҫтырған. Наполеон ғәскәрен һуҡтырып, рус батшаһы еренән сығарып ташлағандар. Шунан һуң Ҡаһым түрә алдына ҡараған, артына ҡараған, сит батша еренә инергә баҙнат итмәгән. Ғәскәрен эйәртеп, кире Мәскәүгә килгән. Килһә, Александр батша, дошмандар китте инде, тип иркенләп, йәйрәп тәхетенә ултырып алған, ти. Ҡаһым түрә бының былай ултырыуына риза булмаған: «Йә, ниңә былай вайымһыҙ ултыра ҡалдығыҙ, батша хәҙрәт, ул мәлғүн француздарҙы былай ғына ҡалдырып ҡуймайыҡ. Үҙҙәренең ҡылыҡтарын үҙҙәренә күрһәтәйек. Улар Мәскәүҙе алһалар, беҙ Парижды барып алайыҡ. Миңә сит батша еренә сығырға рөхсәт бирһәгеҙ, мин ғәскәрем менән китәм», — тигән. Батша бик оҙаҡ уйлаған да әйткән: «Рөхсәт бирәм, әйҙә, барығыҙ!» — тигән. Тәүҙә башҡорттар киткәндәр. Улар артынан татарҙар киткәндәр. Башҡорттар Мәскәүҙән сыҡҡанда: «Һай, илкәйем, нәҙек билкәйем» тигән көйгә йырлап сығып киткәндәр.
            Пәлүән башҡорт халҡын дан итеп,
            Батша хәҙрәт алды ла ҡаршы на,
            Һай, илкәйем, нәҙек билкәйем.
            Атабыҙҙан ҡалғаң уҡ-һаҙаҡты
            Яуҙырайыҡ дошман башына,
            Һай, илкәйем, нәҙек билкәйем.
            Урал тауы, һиңә васыятым,
            Ошо һайбарҙанған батырҙар,
            Һай, илкәйем, нәҙек билкәйем.
            Француздарҙан кире ҡайталмаһа,
            Беҙҙең үсте кемдәр алырҙар?
            Һай, илкәйем, нәҙек билкәйем.
Шулай йырлап баралар икән, ти, Урал тауы уларға яуап биргән, ти. Уралдың әйткәне:
            Әй, балалар, юҡҡа ҡайғырмағыҙ,
            Тәрбиәсе инәң барында;
            Француздан бер ҙә хәүефләнмәй,
            Ҡыуып, бөтөрөп ҡайтып барың да.
            Тәрбиәсе инәң барыңда
            Бер батырға меңде тыуҙырыр;
            Әгәр дошман һеҙҙе еңеп ҡалһа,
            Урал инәң донъя туҙҙырыр.
            Ишетмәйҙәрме икән сит илдәрҙә
            Уралтауҙың йәйелеп ятҡанын,
            Ниндәй яуға ҡаршы барһалар ҙа,
            Һис күрмәнең еңмәй ҡайтҡанын.
   Уралдан шул яуапты алғас, былар батырланып тағы ла алға киткәндәр. Быларға Австрия тигән батшалыҡтан үтергә тура килгән. Австрия халҡы быларҙы күреп: «Һеҙ ниндәй халыҡ?»— тип һорағандар. Былар: «Беҙ башҡорттар», — тигәндәр. Австрия халҡы башҡорт тигән халыҡты электән белә икән. «Ә, теге йылҡы ите ашай торғандар икән», — тигәндәр. Шунан һуң башҡорттар Күбәләк-Тиләүҙең бер Ғариф исемле батырын нуҡталап килтереп, Австрия халҡына күрһәткәндәр. Нукталанған кешене күргәс, улар бик ғәжәп иткәндәр.
Австрия ерен үтеп, егеттәр әлеге француз еренә килеп еткәндәр. Улар башҡорттарҙан әжәл көтөп торалар икән. Быларҙы күргәс, француз ғәскәре тырым-тыраҡай ҡаса башлаған. Башҡорттар дошмандың ҡасҡанын күреп, ғәйрәтләнеп киткәндәр ҙә: «Ҡайҙа Париж!» — тип арттарынан ҡыуа башлағандар. Бер заман Парижға барып еткәндәр. Барып етһәләр, ни күҙҙәре менән күрһендәр, Париж ҡалаһы ҡоймалар менән уратылып алынған, ти. Наполеондың бөтә ғәскәре шунда инеп бикләнгән, ти. Ҡойманың мылтыҡ ҡуйып ата торған тишектәре бар икән, ти. Француздар шул тишектәрҙән генә мылтыҡ менән атып яталар, ти. Шунан һуң Ҡаһым түрә: «Мылтыҡҡа мылтыҡ!» — тип урыҫ ғәскәрҙәренең алға сығыуын һораған. Урыҫ ғәскәрҙәре бер көн, бер төн мылтыҡтан атҡандар. Ә башҡорттар һаҙаҡ уҡтарын һауаға сорғой башлағандар, һауаға атылған уҡтар кире әйләнеп, ҡойма артында боҫоп ултырған француздарға төшөп ҡаҙала башлаған. Мылтыҡтан атылған пуляларҙы, һауанан себен шикелле яуып торған уҡтарҙы күргәс, француздар түҙә алмағандар: «Был ни хәл?» — тип, ҡойма янынан ҡаса башлағандар. Уларҙың ҡасҡанын күреп, беҙҙең ғәскәрҙәр сабышын ҡапҡа эргәһенә килгәндәр. Инеп китәбеҙ тиһәләр, ҡапҡа бикле икән. Нисек инәбеҙ инде, тип торғанда, әлеге нуҡталап йөрөтөлә торған Ғариф батыр алға сығып: «Туҡтағыҙ, мин ҡойманы аша төшөп ҡарайым», — тигән дә, ҡойма башына менеп киткән. Менеп ҡараһа, ҡапҡа йоҙаҡлы икән. Ғариф батыр йоҙаҡты ҡылыс менән сабып онтаған да ҡапҡаны асып ебәргән. Шул ыңғайға беҙҙең бөтә ғәскәрҙәр бәреп ҡапҡанан инеп киткәндәр. Париж ҡалаһының бөтә урамдарын ҡаплап алғандар.
   Беҙҙекеләр Парижды алып, батшаһын баш һалдырғас, унда бер нисә көн байрам иткәндәр. Унан һуң Александр батша әйткән: «Әйҙәгеҙ, Мәскәүгә ҡайтабыҙ, шунда барығыҙға ла бүләк бирермен», — тигән. Бөтә ғәскәрҙәр эркелеп Мәскәүгә ҡайтып киткәндәр. Ҡайтҡан саҡта юлда башҡорттар ошо йырҙы йырлағандар:
              Урал тауҡайҙары сағыллы,
              Урал тауы беҙҙе лә һағынды;
              Һай, илкәйем, нәҙек билкәйем.
              Бөгөн үлһәбеҙ ҙә үкенмәйбеҙ,
              Дошман еңелеп, маҡсат табылды,
              Һай, илкәйем, нәҙек билкәйем.
   Бөтә ғәскәрҙәр Мәскәүгә йыйылғас, Александр батша һуғышта ирлек күрһәткән кешеләрҙе үҙ эргәһенә саҡырып алған. «Йә, батырлығығыҙ өсөн ни һорайһығыҙ?» — тигән. Башҡа халыҡтың батырҙары мал, миҙал, түрәлек һорағандар. Батша уларға һорағандарын биргән. Шунан һуң башҡорттарҙан һораған: «Һеҙ бик күп батырлыҡ күрһәттегеҙ, йә, һеҙгә ни кәрәк?» — тигән. Ҡаһым түрә уға шулай тип яуап биргән: «Беҙ ярҙамға ғына килдек. Бер нәмә лә һорамайбыҙ», — тигән. Батша Ҡаһым түрәнең был яуабына көлгән дә бик оҙаҡ уйланып торған. «Мин һеҙҙең теләгегеҙҙе ишетмәнем. Улай булһа, теләгән тиклем ер бирәм. Ҡаһым түрә, мин һине генерал-майор итәм. Сәйфетдин, Мортаза, Насир тигән батырҙарыңды есаул итәм, Әбүбәкер, Ярулла тигән батырҙарыңа хорунжийлыҡ бирәм», — тигән.
Башҡорттар үҙ ерҙәренә, Уралға, ҡайтып киткәндәр.

Башҡорт халыҡ ижады. Икенсе том.pdf ссылка //kitaptar.bashkort.org/files/%D0%91%D0%B0%D1%88%D2%A1%D0%BE%D1%80%D1%82%20%D1%85%D0%B0%D0%BB%D1%8B%D2%A1%20%D0%B8%D0%B6%D0%B0%D0%B4%D1%8B.%20%D0%98%D0%BA%D0%B5%D0%BD%D1%81%D0%B5%20%D1%82%D0%BE%D0%BC.pdf