Ғибрәтле һабаҡтар

   Кешеләге һәр игелек – саҙаҡа, тип өйрәтә дин. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙ өйөндә һауыт-һаба шалтыратып йөрөүен дә ислам ғибәҙәткә тиңләй.

   "Пәйғәмбәрҙең ҡатындары Аллаһ илсеһенән бер ваҡыт: "Беҙҙең арабыҙҙан кем иң тәүгеләрҙән булып һинең эргәңә барып етәсәк?”(Әхирәт донъяһына) — тиҙәр. "Ҡулы оҙонораҡ булғаны”, — ти пәйғәмбәр. Ҡамыш ярҙамында ҡулдарын үлсәп ҡараныҡ. Иң оҙон ҡуллыһы Сәүҙә булып сыҡты. Әммә пәйғәмбәребеҙ эргәһенә Әхирәткә иң тәүгеләрҙән булып Зәйнәб бинт Джәхш юл алды. Аҙаҡ белдек: ҡул тигәне саҙаҡа булған икән. Саҙаҡа бирергә яратҡандарҙан иң йомарты ул ине”.

   Хаж көндәрендә күргән бар: ҡорбан салыу менән зиннәтле машиналарға ултырып ғәрәптәр, бигерәк тә уларҙың ҡатын-ҡыҙҙары урамға сыға, хажиҙарға һыу тарата, китап өләшә.

   Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ғибәҙәттең иң сауаплыһы — ғаилә усағы. Ҡатын-ҡыҙ ул — тәрбиәсе. Ғаилә усағының утын һүндермәй, уның ҡотон һаҡлап тороусы зат. Ил ирҙәрен, ил ололарын, ил улдарын, ил имамдарын табып, ҡарап һәм тәрбиәләп үҫтереүсе. Ғаилә өсөн ул көтөүсе була белә. Көтөүсе тигән һүҙ хурлыҡ түгел, илде тәртип ҡыҫаларында тотоуҙы аңлата.

   Халыҡҡа ғибрәт итеп һөйләгән бер хәҙистә Әбү Муса Әл-Әшғари пәйғәмбәребеҙҙең:
Элек тә иман килтергән ”... ирҙәрҙән бик күптәр тулы камиллыҡ менән айырылып торҙо, ә ҡатын — ҡыҙҙарҙан Фирғәүен ҡатыны Асия менән Ғимран ҡыҙы Мәрйәмдән башҡалар ундай дәрәжәгә күтәрелә алманы”, — тигән һүҙҙәрен килтерә.

   Фирғәүендә хеҙмәтсе Машитә тураһында хикәйәт. Фирғәүен ҡыҙының Машитә атлы бик тә диндар бер хеҙмәтсеһе була. Бер ваҡыт ул хужабикәнең сәстәрен ” бисмилла ” менән тарай башлай. Был һүҙҙәрҙе ишетеп ҡалған ҡыҙ шунда уҡ уны атаһына еткерә. Машитәне саҡырып ала Фирғәүен. Яуапҡа тарттыра. Әммә күңеле иман менән тулы был ҡатын Фирғәүен алдында ҡаушап ҡалмай: ...

   - Һин дә беҙҙең кеүек — фани, мәңгелек түгелһең, мәңгелек булмай тороп нисек инде Алла була алаһың?- ти.
   - Һин Муса (пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм)Аллаһына инанаһыңмы? – ти Фирғәүен.
   - Ышанам, — ти Машитә.

   Фирғәүен уны төрлөсә ғазаплай башлай, әммә иманынан ваз кистерә алмай.

   Фирғәүен әмере менән ҡатындың биш — йәшлек ҡыҙын килтерәләр. ”Муса Аллаһынан баш тартмаһаң ҡыҙыңды һәләк итәбеҙ — ти Фирғәүен. Әсәнең күҙ алдында баланы буғаҙлап, ҡаны менән уның биттәрен буяйҙар. Әммә ҡатын: ”Аллаһ — Бер. Аллаһ — бар!” — тип ҡабатлауҙан туҡтамай.

   Фирғәүен менән уның ярандары тағы ла вәхшиләнә төшөп, Машитәнең өс айлыҡ улын алып киләләр:

   ”Иманыңдан баш тартмаһаң, улыңды утҡа атабыҙ!” — тиҙәр. Утҡа ташлайҙар. Риүәйәттәргә ҡарағанда утҡа барып төшкәнсе был сабый: "Әсәкәйем, түҙ! Хаҡ диндән баш тарта күрмә, һиңә йәннәттәргә етергә бер генә аҙым ҡалды. Мин быны күреп торам! ”- тип әйтергә өлгөрә.

   Сабыйҙың был һүҙҙәре бик күптәрҙең исламды ҡабул итеүенә сәбәп була.
Фирғәүен ҡатыны Асиә.

   Кешегә ҡарата бындай ҙа вәхшилекте күреп, фирғәүен ҡатыны Асиәнең бик тә асыуы килә. Хурлыҡлы һүҙҙәр менән ирен әрләп ташлай. Уның да Муса Аллаһына инаныуын аңлай фирғәүен. Асиә быны үҙе лә йәшермәй: . .

   - Эйе, мин дә Муса Аллаһына инанғандарҙың береһемен, — ти.

   Әбү Һөрәйрә әйтеп ҡалдырған риүәйәттәргә ҡарағанда Асиәне салҡан ятҡырып, тирмән таштары менәй баҫтырып ҡуялар.

   Дин дошмандарының был ҡатынды төрлөсә яҙалап торған ваҡыттарыңда Муса, ғәләйһиссәләм, үҙе лә шул тирәнән үтеп барған була. Ҡатындың ниндәй әрнеүҙәргә юлығыуын аңлай ул, ишара менән генә быны Асиә- үҙе лә белдерә. Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итеп — Муса, ғәләйһиссәләм, — Асиә өсөн доға ҡыла. Әрнеүҙәрен бөтөнләй тоймай башлаған хәлдә ҡатын йән бирә.

   Икенсе бер риүәйәттә Асиәне эҫе ҡом — сахраһына сығарыр ташлайҙар, фәрештәләр килеп ҡояш нурҙарын ҡаплап тороуға ҡарамаҫтан, Асиә эҫе ҡом өҫтөндә- йән бирә.

   Ҡөрьәндә әйтелә: ” Иманлы бәндәләргә ғибрәт итеп Аллаһ Асиәнең: ” Эй; Раббым! Мине Фирғәүен менән уның — эйәрсендәре яуызлығынан ҡотҡар!- Йәннәттәрҙә үҙ хозурыңда бер бина ҡороп, был ҡанһыҙ ҡәүемдән ҡурсала!”- тигән һүҙҙәрен килтерә. ” Әт-Тәхрим”,” Тыйыу ” сүрәһе, 11 – нсе аят.

   Дин өйрәтә: Ҡиәмәт көнөндә төрлө халыҡтарҙан яуап алған ваҡытта хисап майҙаныңа ҡатындарҙы килтерерҙәр, ти:

   - Эй, ҡатындар! Ни өсөн тип һеҙ ғибәҙәт ҡылманығыҙ? — тигән аүаз ишетелер, — Эй, йыһаңды барлыҡҡа килтереүсе, беҙ ирҙәребеҙгә хеҙмәт иттек. Динең ризалығың, хаҡына ғибәҙәт ҡылыу өсөн ваҡытыбыҙ бөтөнләй ҡалманы, — тиерҙәр ҡатындар.

   Аллаһ фарманы менән Асиәне килтерерҙәр.

   - Эй, ҡатындар! — Асиәгә ҡарағыҙ. Ул яуыз Фирғәүендең ҡатыны ине. Кистәрен Фирғәүендән йәшеренеп кенә ғибәҙәттә булды. Фирғәүен залим был турала ишетеп, сәждәлә ваҡытында бәйләп ҡуйып дүрт еренән ҡылыс менән ҡаҙаны. Һеҙ ундай хәлдә йәшәмәнегеҙ, — тиелер. Һәм... ҡатындарҙы утҡа ташларҙар, ти.
                         С. Суҡбав, Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтулла “Дин ул – нәсихәт” китабынан