Ғайса пәйғәмбәр сәхифәләре
Бер ваҡыт ғибәҙәтханаға килеп ингәс, Китап әһелдәре менән фарисейҙар — үҙҙәрен генә изгеләрҙән һанап йөрөгәндәр — уйнаш иткән сағында тотолған бер ҡатынды Аллаһ илсеһе ҡаршыһына алып киләләр. Хөкөм итеүен теләйҙәр. Үҙҙәренең күңелдәре этлек менән тулы була: әгәр ҙә Ғайса был ҡатынды һаҡлап алып ҡалһа, уның Муса, ғәләйһис-сәләм, хөкөмдәренә ҡаршы килеүен фаш итеп, илсене ғәйепләргә урын ҡала; ҡатынды ҡаты хөкөм итә ҡалһа ла ғәйеп табырға мөмкин, сөнки бәндәләрҙе Муса мәрхәмәтле булырға өйрәтә.
«Остаҙыбыҙ! Был ҡатын уйнаш иткәндә тотолдо. Ундайҙарҙы Муса таштар атып үлтерергә бойорған. Һин нимә әйтерһең?» — тиҙәр.
Ғайса, ғәләйһис-сәләм, өндәшмәй генә ергә эйелеп көҙгө һүрәте төшөрә. Көҙгөгә ҡарап башҡалар ҙа үҙҙәренең гонаһтарын күреп ҡала. Әммә бары бер яуап көтөп торалар. Эйелеп торған еренән турайып Ғайса, ғәләйһис-сәләм: «Арағыҙҙа кемдең гонаһы юҡ, был ҡатынға ташты башлап шул кеше атһын», — ти.
Ергә эйелеп, Ғайса, ғәләйһис-сәләм, тағы ла нимәлер һыҙғылай башлай. Шул арала ҡаршыһында торған ололарҙан башлап кеселәргә тиклем — бөтәһе лә таралып бөтә. Башын күтәреп, ғәйепленән башҡа бер кемде лә күрмәгән пәйғәмбәр:
«Эй, ҡатын! Һине ғәйепләгән кешеләр ҡайҙа булып бөттө?» — ти. «Эй, остаз, улар китте, — тине ҡатын күҙ йәштәренә төйөлөп. — Бөтәһе лә китеп бөттө. Раббың исеме менән һин дә мине ғәфү итер булһаң, башҡа бер ҙә гонаһ эшләмәм». «Аллаһ үҙеңдән риза булһын. Игелек тапҡан хәлдә эргәмдән кит һәм башҡаса гонаһ эшләп йөрөмә! — ти пәйғәмбәр. — Раббым мине хөкөм итер өсөн ебәрмәне».
Тота-ҡаба ҡатынды ғәйепләп бармай. Ғәйепләр өсөн дә шаһиттар кәрәк, ә улар юҡ, Ғайса уға Аллаһтың хөкөмөн генә тапшыра: «Башҡаса гонаһ эшләмә!» — ти.
Быға оҡшашлы һорауҙарҙы мөшриктәр ҙә пәйғәмбәребеҙгә биреп кенә тора.
Дин өйрәтә: «Һеҙ, — ти, — хажиҙарға оҡшап торған мосафирҙар. Ә хажиҙар зиннәтле һарайҙар, мал-мөлкәт, баҫыу һәм баҫыу эштәре кеүек донъяуи әйберҙәр артынан ғына ҡыуып йөрөмәй. Көсө етерлек кәрәкле әйберҙәрҙе генә алып юлға сыға, мосолман өсөн был да бик фәһемле.
Ғәҙеллек, хәҡиҡәт кенә Ахирәт өсөн яҡшы емеш бирә.
«Ә һуң хаҡтың хаҡ булыуын ҡайҙан белергә?» — тип төпсөнә хәүәриундарҙан берәү. «Мусаға индерелгән Китап хөкөмдәренә тап килеп торған бөтә нәмә — хаҡ, сөнки Аллаһ — Бер. Хәҡиҡәт тә берәү генә. Шуның кеүек дин өйрәткәндәр ҙә, тимәк, иман да — бер», — ти пәйғәмбәр.
Иман. Әхләҡи ҡиммәттәр. Сәләх Суҡбаев