Мөнәжәттәр. Ватандаш журналынан “Фольклор” бүлегенән. Автор Сәлимйән Бәҙретдинов
Халҡыбыҙҙың сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт донъяһы башланышын «халыҡ ижады» тигән йәншишмәнән ала. Шуға ла ҡанбабаларыбыҙҙың мираҫы, аманаты, илаһи ҡөҙрәте менән күңелдәрҙе арбап, быуындарҙан-быуындарға күскән. Ауыҙ-тел ижады оҫталары: ҡурайсылар, йыраусылар, сеңләүселәр, йомаҡ ҡойоусылар менән аралашып, уларҙың күңел һандығында һаҡланған ҡомартҡыларҙы миңә лә ишетергә, яҙып алырға насип булды.
Рухы тере һыуҙай йыр-моң менән һуғарылғанғалыр, йәше һикһәндән уҙған ҡәрҙәшем Шәмсиә әбей Сафина (Ҡыйғы районы, Иҙрис ауылы) йәшәү йәмен, дәртен башҡаларға өләшеп йәшәне, һәр саҡ алсаҡ, көр күңелле, йор һүҙле булды.
Шәмсиә әбей көйләп ишеттергән «Ай менән Ҡояш» бәйете ҡанбабаларыбыҙҙың боронғо магик ышаныуҙарын һүрәтләндереү, күк есемдәренә табыныу йәһәтенән айырыуса иғтибарҙы йәлеп итә. Бәйеттә йәшәүгә йәм биргән Ай менән Ҡояш данлана, Ай «күгелйем күлмәк», Ҡояш «алһыу ҡыҙыл күлмәк» кейгән, Ер йөҙөн яҡтыртам тип донъяға килгән йәнле, ҡөҙрәтле ҡиәфәттә күҙаллана. Ҡояш йәшәү сығанағы, ризыҡ бүлеүсе, таратыусы итеп тә тасуирлана. Ҡояш — сәсеүлектәрҙе йылытыусы, тәбиғәткә йән өрөүсе иң көслө рух. Рухтарҙың ихтыяры буйынса ҡар, ҡалын боҙҙар ирей, яҙ килә, ямғыр яуа, үлән, иген үҫә... Бәйеттә Ай менән Ҡояш бына шулай йәнләндерелеп һынландырыла.
Бындай мифологик бәйеттәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шуға күрә лә «Ай менән Ҡояш» бәйете «Саҡ менән Суҡ», «Науруз» бәйеттәре кеүек халыҡ ижадының бер ынйыһын тәшкил итә.
Читать далее