Записи с меткой ваҡыт

Намаҙҙы ваҡытында уҡы!

0

                                                  Намаҙҙы ваҡытында уҡы!

     Намаҙ – динебеҙҙең терәге һәм иң әһәмиәтле ғибәҙәттәрҙең береһе, Ислам дине шарттарының береһе булып тора. Ҡиәмәт көнөндә лә иң беренселәрҙән булып намаҙ өсөн хисап алынасаҡ һәр кемдән. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндең бик күп аяттарында беҙҙе намаҙ уҡырға саҡыра, бына шуларҙың береһе:
                                                             وَأَقِيمُوا الصَّلَاةَ وَآتُوا الزَّكَاةَ وَارْكَعُوا مَعَ الرَّاكِعِينَ
     Үә әҡиимүс-саләәтә үә әәтүз-зәкәәтә уаркәғүү мәғәр-раакиғиин
     "Намаҙҙарҙы үтәгеҙ, зәкәт саҙаҡаһы бирегеҙ һәм намаҙ уҡыусылар менән бергә намаҙ уҡығыҙ" («Бәҡара» сүрәһе, 43-се аят).
     Намаҙ уҡыу бер ҡасан да өҫтөбөҙҙән төшмәй. Бәлиғлыҡ йәшенә еткән, үҙ аҡылында булған һәр мосолманға намаҙ уҡыу фарыз. Уҡымаһа, ундай кеше ҙур гонаһлы буласаҡ. Намаҙҙы үҙ ваҡытында уҡырға тейешлелеге тураһында бик күп сахих хәҙистәрҙә лә әйтелә. Ғабдулла ибн Мәсгут килтергән хәҙис Имам Бохари йыйынтығында урын алған: «Мин Аллаһ илсеһенән һораным: «Аллаһы Тәғәлә иң яратҡан ғәмәл ниндәй?» – «Ваҡытында уҡылған намаҙ». «Ә унан һуң нимә?» – «Атай-әсәйеңде яратыу һәм уларға иң күркәм мөнәсәбәт». тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Еңеләйтелгән намаҙ

0

                                                 Еңеләйтелгән намаҙ

     Сәфәрҙә, юлда, ҡырҙа, вахтала, эштә йөрөгән кешеләргә намаҙҙы нисек уҡырға һуң? Намаҙҙарҙы берләштерергә буламы? Миҫалға: ҡайһы бер кешеләр Сибайҙан, Баймаҡтан Магнитогорск ҡалаһына йөрөп эшләйҙәр. Сибай менән Магнитогорск ҡалалары араһы 97 км тирәһе. Ислам динебеҙ буйынса мосолман кешеһе үҙ йәшәгән урынынан 90 км тирәһе ары китһә, уға намаҙҙы ҡыҫҡартып уҡырға рөхсәт ителә. Әйтәйек өйлә (төшкө) намаҙҙың фарызы дүрт рәҡәғәт, ул шуларҙың тәүге ике рәҡәғәтен генә уҡый. Сөннәт һәм нәфел намаҙҙарын уҡымаһаңда була, әгәр уҡырға теләк бар икән, ул ваҡытта уларҙың күп рәҡәғәтлеһе ҡыҫҡартылмай тулыһынса уҡыла. Ә иртәнге намаҙҙың сөннәте уның фарызы менән бергә мотлаҡ уҡыла. Шулай уҡ ахшам менән витр намаҙҙары тулыһынса уҡыла
     Юлда саҡта бәндә тота башлаған ураҙаһын тотмаһа ла була, мәжбүри булған Рамаҙан ураҙаһын өҙә ала. Тик һуңынан был ураҙаны ҡаза ҡылып тултырып ҡуя. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Ваҡыт ҡәҙере

0

                                                         Ваҡыт ҡәҙере
     Донъяла ваҡыттан да оҙон нәмә юҡ, ни өсөн тигәндә, ул мәңге. Ваҡыттан да ҡыҫҡа нәмә юҡ, сөнки кешенең был фани ғүмерендә бары бер мәл ул. Кеше ғүмере өсөн ваҡыт сикле икән, ғәләм өсөн ул икһеҙ-сикһеҙ. Көткәнгә – көтөүҙән дә оҙағы, рәхәтләнгәнгә рәхәттән дә аҙы юҡ. Зарыҡтырған да ваҡыт, үкендергән дә ваҡыт. Хәтерҙә юҡ-барын оноттороп, ҡәҙерлеһен һаҡлаған да шул ваҡыт...(Ерәнсә сәсән).
     Әйе, был донъяға тыуыуыбыҙҙа, йәшәгән мәлдәребеҙҙә, үлемебеҙҙә ваҡытҡа бәйле. Ваҡыт ул әҙәм балаһын тәрбиәләй йә боҙа, ахирәтебеҙҙә ошо ваҡыт имтиханына бәйле, йә йәннәт йә иһә йәһәннәм. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Вверх
.