Ситек, мәсех

     Мәсех хаҡында, ситеккә мәсех ҡылыу мәсьәләләре.

     Мәсех – шайтан ашығын, шайтанашыҡты (лодыжка, щиколотка) һәм аяҡтың шул өлөшөн ҡаплай торған ситекте (итек, ичиг и кожанные носки) һалмаған хәлдә ситек өҫтөнән йеүешләп һыпырыу ул. Ҡайһы бер китаптарҙа, бигерәктә татар телендәгеләрҙә тубыҡты ҡаплап торған ситекә мәсех, йә иһә тубыҡҡа тиклем тәһәрәт алығыҙ тип яҙылғанын уҡырға була. Улар телендә беҙҙең шайтанашыҡты ( үксә эргәһендәге түңәрәк (йоморо) һөйәк) тубыҡ мәғәнәһендә. Ә беҙҙә тубыҡ, урыҫса – колено.
     Мәсех ҡылғанда, ситек тәһәрәтле ваҡытта кейелгән, күндән эшләнгән булырға тейеш. Ҡул бармаҡтары һыуға сылатылып, ике ҡулдың өс урта бармаҡтары ситектәрҙең өҫтөнә тейҙереп, ситектең өҫкө алғы ҡуңыстары өҫтөнәндә һыпырыла, шунан һуң ситектәр өҫтөндә өс бармаҡтан ҡалған еүеш һыҙыҡ эҙҙәре хасил була. Мәсехте төрлөсә бармаҡтар менән һыпыралар, бер юлы ике ҡул менән дә, йәки уң яҡты уң ҡул, һул яҡты һул ҡул менән, йәки усты ла тулыһынса аяҡ осоның бармаҡтарынан алып, ситеккә тейҙереп өҫкә табан һыпырабыҙ. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...