Записи с меткой Мәүлид

Ғәрәптәрҙә демократия

0

                                               Ғәрәптәрҙә демократия

     Сауд (Соғуд) Ғәрәбстаны илендә һуңғы йылдарҙа ҡыҙыу темпта демократик үҙгәрештәр, реформалар бара. Әйе, беҙҙең илгә нисек 90 -сы йылдарҙа боҙоҡ сит ил демократия инһә, былар ҙа шул хәл бара. Беҙҙең аңға Сауд (Соғуд) Ғәрәбстанын көслө мосолман иле тип һеңдергәндәр ине бит. Ваххабиттар иле лә тип, ваһһабиттарҙың идеологы Әл-Ваххаб шул ерҙән булғас. Тик был ваһһабиттар сектаһын элекке СССР илен тарҡатыр өсөн Америка ярҙамында уйланылған программа тип, Саудттарҙың принцы Мөхәммәд ибн Сәлмән танығанында һәм уны бөтөрәбеҙ тип әйткәнендә беләбеҙ. Шул арҡала беҙҙең сәләфит-ваһһабтарыбыҙ ҡайғыға төштө. Нисек инде табынып, ышанып йөрөгән диндәре СССР-ҙы тарҡатыр өсөн сит илдәр тарафынан уйланылған яуызлыҡ ҡына булған икән. Улар әле һаман быға ышанмайҙар. Ғәрәпстандың принцы алдай тип уйлайҙар. Үҙ ваххабит идеологияһын, хәҙерге сәләфит-ваһһабит йүнәлешен, Әл-Ваһһаб һәм Тәймиә тигән әҙәмдәрен теш-тырнаҡ менән яҡларға әҙерҙәр. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Мәүлид уҡыу миҫалы

0

                                                   Мәүлид уҡыу миҫалы

     Мәүлид уҡыуҙың бер миҫалы, ғәрәп яҙыуында һәм башҡорт транскрипцияһы, төрлө мәүлид уҡыу аудиолар өҙөктәре оҙатыуында. Был Мәүлид уҡыу әҫәрендә мосолман донъяһында киң таралған Әл Сәйед әл-Барзанджинең хеҙмәт емеше өлөшләтә ҡуланыла. Әл-Сәййид Джәғфәр ибн Ғәбд әл-Кәрим әл-Барзанджинең нәҫел тамыры Ғәли ибн Әбү Талибҡа һәм Фатима әл-Зәһраға (Мөхәммәд пәйғәмбәр, ғәләйһи үәс-сәләмдең ҡыҙы) барып тоташа. Рәхим итеп, мәүлид уҡығыҙ үә тыңлағыҙ. Аллаһ Тәғәләғә дан һәм маҡтау, уның һуңғы пәйғәмбәре Мөхәммәд ғәләйһиссәләмғә сәләмдәребеҙ һәм салауаттарыбыҙ булһын. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Мәүлид китабы

0

                                                 МӘҮЛИД КИТАБЫ

     Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Әлхәмдү лилләәһи Раббил ғәәләмиин. Үәссаләәтү үәссәләәмү ғәләә хайри халҡыһи Мүхәммәдин үә әәлиһи үә сахбиһи әжемәғиин.

     Ғәләмдәр тәрбиәсеһе Аллаһы Тәғәләгә хәмде-ҫәнә һәр маҡтау ололау, хаҡ илсеһе, һөйәкле пәйғәмбәренә күкелдәребеҙҙән сыҡҡан салауат шәрифәләребеҙ, уның өй йәмәғәтенә һәм сәхәбәи кирамдарына хәйер-доға, сәләмдәребеҙ булһа ине.

     Рәсүл әкрам Мөхәммәд ғәләйһисәләм, үҙе әйткән: «Кем дә кем мине ярата, шул (бәндә) йәннәттә үҙем менән бергә булыр», — тигән. Шуға өҫтәп башҡа ғалимдарҙың ни әйткәнен уҡып алайыҡ:

тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Саудтар Мәүлид үткәрә

0

                                                  Саудтар Мәүлид үткәрә
     Элек ваххабит секталарын финанслаған Сауд Ғәрәпстанында һуңғы йылдарҙа Мәүлидин-Нәби йәғни Мәүлет (Мәулид) байрамдарын үткәреү киң ҡолас алды. Был илдә Мәүлид байрамдары ай буйына: ҡоралдарҙан шартта-шорт һауаға атыу, фейервек-салюттар, ҙур байрамдар ойоштороу менән үткәрелә. Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең, ғәләйһис-сәләмдең тыуған көнөн, изге көнөн байрам итеп үкәреү донъялағы бар мосолмандар араһында ай буйы дауамында бара. Был байрам көндәрен тик сәләфит-ваһһабтар сектаһы ғына үткәрмәй. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Вверх
.