Архив метки: ғәрәптәр

Ғәрәптәрҙә демократия

                                               Ғәрәптәрҙә демократия

     Сауд (Соғуд) Ғәрәбстаны илендә һуңғы йылдарҙа ҡыҙыу темпта демократик үҙгәрештәр, реформалар бара. Әйе, беҙҙең илгә нисек 90 -сы йылдарҙа боҙоҡ сит ил демократия инһә, былар ҙа шул хәл бара. Беҙҙең аңға Сауд (Соғуд) Ғәрәбстанын көслө мосолман иле тип һеңдергәндәр ине бит. Ваххабиттар иле лә тип, ваһһабиттарҙың идеологы Әл-Ваххаб шул ерҙән булғас. Тик был ваһһабиттар сектаһын элекке СССР илен тарҡатыр өсөн Америка ярҙамында уйланылған программа тип, Саудттарҙың принцы Мөхәммәд ибн Сәлмән танығанында һәм уны бөтөрәбеҙ тип әйткәнендә беләбеҙ. Шул арҡала беҙҙең сәләфит-ваһһабтарыбыҙ ҡайғыға төштө. Нисек инде табынып, ышанып йөрөгән диндәре СССР-ҙы тарҡатыр өсөн сит илдәр тарафынан уйланылған яуызлыҡ ҡына булған икән. Улар әле һаман быға ышанмайҙар. Ғәрәпстандың принцы алдай тип уйлайҙар. Үҙ ваххабит идеологияһын, хәҙерге сәләфит-ваһһабит йүнәлешен, Әл-Ваһһаб һәм Тәймиә тигән әҙәмдәрен теш-тырнаҡ менән яҡларға әҙерҙәр. Читать далее