Йәтимдәргә ярҙам
     Әлхәмдүлилләһи, изге Рамаҙан айыбыҙҙа үтеп китте. Был изге көндәрҙә мосолмандар ихлас күңелдән доғала булдылар, Аллаһ Тәғәлә ҡушҡандарҙы ысын күңелдән үтәп, тыйғандарҙан тыйылып, игелекле, миһырбанлы ғәмәлдәр ҡылдылар.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәмәд ғәләйһиссәләм үҙенең бер хәҙисендә: «Бер-берегеҙгә бүләктәр бирешегеҙ, бер-берегеҙҙе һөйөндөрөгеҙ», – тигән. Бүләк бирешеү өсөн изге ғәйет көндәре иң яҡшы көндәрҙән һанала. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең бер хәҙисендә әйтелә “Ғәйет көнөндә мохтаждарға фытыр саҙаҡаһы биреп, һораныуҙарынан ҡотҡарығыҙ”. Мохтаждар иҫәбенә шулай уҡ балалар йортонда тәрбиәләнгән йәтим балалар, шулай уҡ атаһыҙ йә әсәһеҙ үҫкән балалар ҙа инә. Етем балалар шатлыҡҡа, тулы ғәилә бәхетенә ирешә алмай, яҙмыш уларҙы иң ҡәҙерле кешеләренән — атай-әсәйҙәренән мәхрүм иткән. Быныһы бер хәл, ә донъяла ата-әсәһе булып йәтим үҫкәндәр аҙмы, хатта ата-әсәһе менән әлеге мәлдә бер ғәиләлә йәшәп, уларҙың иғтибарын йәтим булғандарҙа бар. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...