Йәтимдәргә ярҙам
     Әлхәмдүлилләһи, изге Рамаҙан айыбыҙҙа үтеп китте. Был изге көндәрҙә мосолмандар ихлас күңелдән доғала булдылар, Аллаһ Тәғәлә ҡушҡандарҙы ысын күңелдән үтәп, тыйғандарҙан тыйылып, игелекле, миһырбанлы ғәмәлдәр ҡылдылар.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәмәд ғәләйһиссәләм үҙенең бер хәҙисендә: «Бер-берегеҙгә бүләктәр бирешегеҙ, бер-берегеҙҙе һөйөндөрөгеҙ», – тигән. Бүләк бирешеү өсөн изге ғәйет көндәре иң яҡшы көндәрҙән һанала. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең бер хәҙисендә әйтелә “Ғәйет көнөндә мохтаждарға фытыр саҙаҡаһы биреп, һораныуҙарынан ҡотҡарығыҙ”. Мохтаждар иҫәбенә шулай уҡ балалар йортонда тәрбиәләнгән йәтим балалар, шулай уҡ атаһыҙ йә әсәһеҙ үҫкән балалар ҙа инә. Етем балалар шатлыҡҡа, тулы ғәилә бәхетенә ирешә алмай, яҙмыш уларҙы иң ҡәҙерле кешеләренән — атай-әсәйҙәренән мәхрүм иткән. Быныһы бер хәл, ә донъяла ата-әсәһе булып йәтим үҫкәндәр аҙмы, хатта ата-әсәһе менән әлеге мәлдә бер ғәиләлә йәшәп, уларҙың иғтибарын йәтим булғандарҙа бар.

    Хәмзә хәҙрәт Хафизов

     Ошо үҙебеҙҙең мосолман дини байрамдарыбыҙҙа, бигерәк тә балаларыбыҙҙы һәм ошо йәтимдәрҙе шатландырырға тырышайыҡ, был көндәр йәш үҫмерҙәр күңелендә матур тәьҫир ҡалдырһын. Улар динебеҙҙе һөйөп, яратып, хөрмәт итеп үҫәр һәм ошо байрамдарҙа булған матур миҙгелдәр күңелдәрендә ҡалыр. Бының өсөн ярҙам ҡулын һуҙыу, игелекле ғәмәлдәр ҡылыу өсөн бары теләк булыуы кәрәк. Ул күңел саҡырыуы булырға тейеш. Теләк булғанда, һәр кем хәленән килгәнсе изге эштәр эшләй ала. Мәрхәмәтлелек, игелеклелек барыһынан да элек балаларға, ҡарттарға, мохтаждарға ярҙамда сағыла. Шуныһы ҡыуаныслы, бындай кешеләр арабыҙҙа бар. Әле генә үткән Ураҙа ғәйете көнөндә Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратының Урал аръяғы ахуны Хәмзә хәҙрәт Хафизов финанс (аҡсалата) яҡтан ярҙам күрһәткән кешеләр табып, йәтим балаларға 330 мең һум фытыр аҡса өләшкән. Афарин!
     Яҡшы эш ерҙә ятмаҫ, тигән халыҡ. Йәтимдәрҙе үҙ балалары кеүек ҡабул итеп, уларға ҡарата изгелек ҡылған Хәмзә хәҙрәтебеҙгә Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте үә бәрәкәте булһын. Был балалар ҙа был донъяла йәтим, яңғыҙ түгелдәрен күреп, күңелдәренә мәрхәмәтлелек орлоҡтары һалыр һәм дә киләсәктә динебеҙҙе ҡеүәтләүселәрҙән булырҙар, Аллаһ насип итһә.
     Аллаһы Тәғәлә «الرحيم الرحمن) «Әр-Рахмән Әр-Рахим) тигән, йәғни, ҡолдарына ҡарата донъяла ла, ахирәттә лә бик шәфҡәтле һәм миһырбанлы. Шуға күрә мосолмандар ҙа ҡаты күңелле түгел, киреһенсә, мәрхәмәтле һәм хуш күңелле булырға тейештәр. Иманыбыҙ менән бергә Аллаһ күңелдәребеҙҙе йомшартһын. Күңелендә шәфҡәт һәм мәрхәмәт йөрөткән бәндәһен Раббыбыҙ йәннәт менән һөйөндөрөр.
     Рамаҙан айында башланған яҡшы ғәмәлдәребеҙҙе, Аллаһы Раббыбыҙға шөкөр итеүҙәребеҙҙе дауам итергә насип итһен, гонаһлы ғәмәлдәрҙән, яман ғәҙәттәрҙән һаҡланайыҡ, йәмәғәт!
     Интернет битенән: В священный праздник Ураза Байрам ахун Зауралья ЦДУМ России Хамза хазрат Хафизов вновь поделился своей добротой. Найдя спонсоров, он раздал 330 тыс. рублей для 33 детей-сирот, детей из многодетных малоимущих и неполных семей. Причём организовывает это он не в первый год. Его доброте нет придела. Желаем здоровья, семейного благополучия и сил для окончания строительства мечети в его родной деревне Мерясово. Аминь.