Үлем тураһында
الَّذِي خَلَقَ الْمَوْتَ وَالْحَيَاةَ لِيَبْلُوَكُمْ أَيُّكُمْ أَحْسَنُ عَمَلًا وَهُوَ الْعَزِيزُ الْغَفُورُ
«Әлләҙии халәҡаль-мәүтә үәл-хәйәәтә лийәблүүәкүм әййүкүм әхсәнү ғәмәләү-үә һүүәл-ғәзиизүл-ғафуур».
"Кемдең яҡшыраҡ (изге) эш эшләгәнен һынар өсөн Ул үлем менән тереклекте булдырҙы. Ул олуғ, ярлыҡаусан « („Мөлк“ сүрәһе, 2 аят).
Хөрмәтле дин ҡәрҙәштәрем!
Бөгөн беҙ ахирәткә илтә торған юл тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Был юлдың фани донъяла уҡ башланыуын әйтәһем килә. Уны ике төргә бүлеп ҡарарға була:
а) ҡыҫҡа юл,
б) оҙон юл.
Ҡыҫҡа юл тураһында Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән-Кәримдә шулай тип әйтә:
هُوَ الَّذِي جَعَلَ لَكُمُ الْأَرْضَ ذَلُولًا فَامْشُوا فِي مَنَاكِبِهَا وَكُلُوا مِن رِّزْقِهِ وَإِلَيْهِ النُّشُورُ
«Һүүәл-ләҙии джәғәлә ләкүмүл-арда ҙәлүүләң фәмшүү фии мәнәәкибиһәә үә күлүү мир-ризҡиһи үә иләйһин-нүшуур».
»Ул — Аллаһ, һеҙгә ерҙе йөрөргә уңай ҡылды, ул ерҙең елкәһендә йөрөгөҙ, теләгән ерендә йәшәгеҙ, үә ул ерҙең ризыҡтарын ашағыҙ, хатта үлгәндән һуң терелеп Аллаһ хозурына барасаҡһығыҙ" (Мөлк" сүрәһе, 15-се аят). Читать далее