Архив метки: ҡатын-ҡыҙ

Ҡатын-ҡыҙ, Иман һәм Азатлыҡ

                           Ҡатын-ҡыҙ, Иман һәм Азатлыҡ
     Ҡәрҙәштәр, әйҙәгеҙ бөгөн күптәрҙең күңелен борсоған бер тема тураһында һөйләшәйек. Беҙ күрәбеҙ: беҙҙең заманда, XXI быуатта, ҡатын-ҡыҙ диндә лә, йәмғиәттә лә ситтәрҙән килгән аңлатмалар ситлегенә ябылған. Уның йомшаҡлығы, кәмселеге тураһындағы фекерҙе беҙгә даими һеңдерәләр, уның өлөшө — аш бешереү һәм бала табыу, тиҙәр. Ә был идея ҡайҙан килеп сыҡҡан? Аллаһ уны шулай яратҡанмы? Әллә быуаттар буйы ир-ат, дини текстарҙы ҡалҡан итеп, үҙҙәренә хакимлек һәм ҡол өҫтөнән хужа булыуҙы беркетеп, ә беҙ, аңра мал кеүек, уларҙың һүҙҙәрен Ҡөрьәндең үҙенән килгән хәҡиҡәт итеп ҡабул иткәнбеҙме?
     Үткән вәғәҙҙә лә: Ҡатын-ҡыҙ: «Ҡөрьәндән алып башҡорт далаларына тиклем» тигән вәғәҙҙә ҡатын-ҡыҙҙың донъя тарихында ниндәй бөйөк роль уйнағанын әйтеп үттек. Шуға дауам итеп, мәҫәлән Мысыр менән идара иткән, бөйөк империялар яҙмышын үҙ ҡулында тотҡан Клеопатра батшабикәне иҫкә төшөрөгөҙ. 17 йәшендә ғәскәрҙе етәкләп, Йөҙ йыллыҡ һуғыш барышын үҙгәрткән Жанна д'Аркты иҫкә төшөрөгөҙ. Кәмһетелгән намыҫы өсөн үс алып, өс Рим ҡалаһын ер йөҙөнән юйған Боудикканы иҫкә төшөрөгөҙ. Утыҙ йыл буйы португал колонизаторҙары менән һуғышҡан, уларға тыныслыҡ шарттарын үҙе диктовать иткән Ндонго королеваһы Анна Н'Зингуны иҫкә төшөрөгөҙ. Миҫалдар бихисап, һәм уларҙың барыһы ла быны иҫбатлай: ҡатын-ҡыҙ көсө — ул миф түгел, ә ҡатын-ҡыҙҙы йомшаҡ һәм бойондороҡло итеп күрһәтеү үҙенә отошло булғандар өсөн хаҡлыҡты йәшерергә тырышҡан ысынбарлыҡ. Читать далее

Ҡатын-ҡыҙ: Ҡөрьәндән алып башҡорт далаларына тиклем

                     Ҡатын-ҡыҙ: Ҡөрьәндән алып башҡорт далаларына тиклем
     Белегеҙ, мин был темаға ни тиклем тәрәнгәрәк сумған һайын, бер ябай хәҡиҡәтте аңлайым: беҙ үҙебеҙҙең стереотиптар ҡосағында йәшәйбеҙ. Беҙгә шундай тойола: ғәҙәти йәмғиәттәге ҡатын-ҡыҙ — ул йомшаҡ, буйһоноусан, көсһөҙ зат, мейескә (кухня) һәм балаларға беркетелгән бер нәмә.
     Беҙгә дин, бигерәк тә Ислам, ҡатын-ҡыҙҙы ҡыҫҡа бығауҙа тота, тип өйрәттеләр һәм шуны дауам итеүселәр юҡ тип, әйтеп булмай. Әммә ҡаҙына башлауға, быуаттар буйы өйөлгән ҡатламдарҙы ситкә алып ташлауға, күҙ алдыбыҙҙа хайран ҡалдырғыс бер рәсем асыла. Беҙҙең Ҡөрьәндә лә, боронғо эпостарҙа ла, ысын тарихта ла ҡатын-ҡыҙҙарҙың ир-егеттәр менән йәнәшә генә баҫып ҡалмайынса, уларҙы үҙҙәре артынан эйәртеп, идара итеп, һуғышып, пәйғәмбәрҙәр менән бәхәсләшеп, үҙҙәре тураһында һүндереп булмаҫлыҡ эҙ ҡалдырғандары күп икән. Читать далее

Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға хөрмәт!

                                                 Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға хөрмәт!
     Матур яҙҙың март айы ла килеп етте һәм ҡатын-ҡыҙҙар байрамы көнө етте. Ошо йылына бер тапҡыр килгән ҡатын-ҡыҙҙар байрамын, 8 март көнөн – уның тарихы төпкөлөнә, сығышына төшмәй, ә һөйөклө кешеләребеҙҙе, — ҡатындарыбыҙҙы, әсәләребеҙҙе һәм ҡыҙҙарыбыҙҙы иҫкә төшөрә торған бер көн генә тип кенә ҡабул итәбеҙ түгелме? Әйе, йыл буйы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға иғтибар бирмәй, тик ошо көндә генә уларға хәйерле теләк үә бәхет теләйбеҙ.
     Был әлбиттә дөрөҫ түгел, Аллаһ Тәғәлә беҙгә, ирҙәргә ҡатындарҙы бүләк иткән, беҙгә балалар тапһын тип, әсә иткән. Тик беҙ ирҙәр, донъя мәшәҡәтенә, уның нәфсеһенә сумып уларға иғтибар бирмәйбеҙ, рәнйетеп тә алабыҙ, ситкә лә этәрәбеҙ, күңелебеҙ һалҡынлығын күрһәтәбеҙ. Читать далее