Тирәк
Тирәк (русса: тополъ, осокорь, латинса: Populus nigra L.) — эре ағас. Уның донъяла 100-гә яҡын, ә илебеҙҙә 30 төрө билдәле. Республикабыҙҙа тирәктең ике төрө — аҡ һәм күк үҫә. Тирәктең ҡайһы бер төрҙәренең бейеклеге 25—30 метрға етә. Март — май айҙарында (япраҡ ярғанға тиклем) сәскә ата, орлоғо апрель — июндә өлгөрә, йылға, күл ярҙарында үҫә. Ул бигерәк тә ҡомло тупраҡты ярата. Күк тирәкте урам-парктарҙы матурлау маҡсатында ултыртып та үҫтерәләр.
Дауалау өсөн тирәктең бөрөләре ҡулланыла. Уларҙың составында флавоноидтар, фенолгликозидтар, С витамины һ.б. биологик актив матдәләр бар. Тирәк бөрөләре март — апрель айҙарында (был ваҡытта бөрөләр бер аҙ ҡата) йыйыла. Киптерер алдынан бөрөләр һулытыла. Аҙаҡ күләгәле һәм ҡоро урында киптерелә. Һаҡлау ғәҙәттәгесә.
Тирәк бөрөләре төнәтмәһен халыҡ медицинаһында нервылар ҡаҡшағанда, биҙгәк тотҡанда, ревматизм ауырыуынан ҡулланырға кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп ваҡланған бөрөнө 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 30-40 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан, 1 аш ҡалағы эсергә.
Тирәк бөрөләре онтағынан әҙерләнгән дарыу майы ла тән ҡысытыуҙан, эренле яра-йәрәхәттән, геморройҙан килешә. Аяҡ- ҡул һыҙлағанда уның менән ыуынырға мөмкин. Дарыу майын әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп онталған тирәк бөрөһө 2 аш ҡалағы туң май (һарыҡтыҡы яҡшыраҡ) менән ентекләп бутала.
«Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре», Варис Ғүмәров