дуб
                                              Имән

     Имән (русса: дуб черешчатый, латинса: (Quercus robur L.) — бейеклеге 40 метрға етә алған ағас. Апрель — май айҙарында сәскә ата, емеше октябрь баштарында өлгөрә. Имән, нигеҙҙә, республикабыҙҙың көнбайыш өлөшөндә үҫә. Дауалау өсөн йәш имәндең ҡайырыһы ҡулланыла. Уның составында ҡамаштырыу матдәләре, кверцетин, пентозон һ.б. биологик актив матдәләр бар. Имән ҡайырын яҙғыһын (ағас япраҡ ярғанға тиклем) әҙерләйҙәр. Алынған ҡайырҙың оҙонлоғо 20-30 см-ҙан артыҡ булмаһын. Һыҙырылған ҡайыр көпшә рәүешендә бөгәрләнә һәм яҡшы елләтелеп торған урында киптерелә. Күгәрмәһен өсөн ҡайыры даими рәүештә әйләндерел торолһон. Ҡайырының тиҙ һынып барыуы уның яҡшы кипкәнен аңлата.


Имән ҡайырыһынан әҙерләнгән ҡайнатманы эс киткәндә, ашҡаҙан-эсәктәрҙең эшмәкәрлеге боҙолғанда, бәүел ҡыуығы шешкәндә ҡулланырға кәңәш ителә. Ҡайнатманы әҙерләү: 5-6 аш ҡалағы киптереп ваҡланған имән ҡайырыһын 1 литр һыуға һалып, 30 минут талғын утта ҡайнатырға кәрәк. Ҡайнатманы көнөнә 2—3 тапҡыр, ас ҡарынға, ярты стакан эсергә.
Ауыҙ эсе боҙолғанда, теш ите ҡанап шешкәндә был ҡайнатма менән ауыҙҙы сайҡау файҙалы. Геморрой шешектәре ҡанағанда ла имән ҡайыры ҡайнатмаһын ванна, сылатҡыс рәүешендә ҡулланыу ыңғай һөҙөмтә бирәсәк.
Аяҡтар ныҡ тирләүсән булғанда ванна яһап була.
Баш тиреһе тиҙ майланып барһа ла имән ҡайыры ҡайнатмаһы ярҙам итә ала. Ҡулланыу тәртибе: үрҙә күрһәтелгәнсә әҙерләнгән ҡайнатма шыйығайтыла — 2 аш ҡалағы ҡайнатма 1 стакан ҡайнаған һыуға ҡушыла. Ошо ҡайнатманы сәс төптәренә лә һөртөргә мөмкин.
                                                             «Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре », Варис Ғүмәров