Һуған, башлы һуған

                                                        Һуған, башлы һуған

     Һуған, башлы һуған (русса: лук репчатый, латинса: Allium cera L.) — ике йыллыҡ үлән үҫемлек. Июль — август айҙарында аҡһыл сәскә ата, орлоғо август — сентябрҙә өлгөрә. Тәбиғәттә башлы һуған осрамай, ул сәсеп үҫтерелә.


     Дауалау өсөн ул борон-борондан ҡулланылып килә. Уның составында гликозидтар, эфир майы, органик кислоталар, С, В,, В2, витаминдары, А провитамины, минераль тоҙҙар һ.б. биологик актив матдәләр бар. Һуған бигерәк тә С витаминына бай. Шунлыҡтан зәңгенән һаҡланыуҙа, дауаланыуҙа мөһим роль уйнай.
     Һуған аппетитты аса, ашҡаҙан-эсәктәрҙең эшсәнлеген яҡшырта, эсәктәргә паразит селәүсен-ҡорттар эйәләшкәндә уларҙан ҡотолорға ярҙам итә. Һуғандан әҙерләнгән төнәтмәне ҡулланыу шулай уҡ атеросклероздан, шәкәр диабетынан, ҡан баҫымы юғары булыуҙан, эс китеүҙән файҙалы. Уның ирҙәрҙең енси һәләтлегенә ыңғай йоғонто яһауы тураһында ла мәғлүмәт бар. Төнәтмәне әҙерләү: уртаса ҙурлыҡтағы башлы һуған иҙелә. Ошо иҙмәне 2 стакан ҡайнатып алынған һалҡын һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш 8-10 сәғәт тоторға кәрәк. Дауаны көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан, яртышар стакан эсергә. Һуған һутын балға ҡушып (икеһе лә тигеҙ алына) яһалған ҡатнашма ла һанап сыҡҡан ауырыуҙарҙан ҡулланыла: көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан, 1 балғалаҡ эсергә.
     Дарыуханаларҙа һуғандан алынған «аллилчеп» исемле препарат һатыла. Ул атеросклероздан, эс китеүҙән тәғәйенләнә. Сей һуған иҙмәһе ярҙамында тәндең туңған ерен, эренле яра-йәрәхәтте дауаларға мөмкин. Иҙмәне һалып, бәйләп ҡуйырға кәрәк. Һипкелле биткә кистәрен һөртөргә. Бешкән һуған өлөшөн сиҡанға һалып, бәйләп һалыу шешектең һытылыуын тиҙләтә. Уны һыҙлап йонсотҡан геморрой шешектәренә төнгә ҡаршы һалыу ҙа шифалы. Грипп, ангина булғанда, тын алыу юлдары, үпкә шешкәндә, һуған быуын (парын) һуларға мөмкин. Бының өсөн 1 аш ҡалағы һуған иҙмәһен 2 стакан ҡайнар һыуға һалырға. Сыҡҡан быуҙы ҡағыҙҙан яһалған буранка аша һуларға. Был сараны төнгә ҡаршы үткәреү хәйерлерәк.
     Ҡайһы бер гинекологик ауырыуҙарҙан да һуғандан яһалған дарыуҙар ҡулланыла.
     Һуған көслө дауа, уның менән үҙ аллы дауаланырға ярамай (бигерәк тә эске ауырыуҙарҙы). Йөрәктең, ашҡаҙандың, бауыр-бөйөрҙөң ҡайһы бер ауырыуҙары булғанда һуған дауаларын ҡабул итергә ярамай. Сабый балаларға ла бирелмәй.
                                                             «Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре», Вариҫ Ғүмәров