адоонисҺары умырзая

     Һары умырзая (русса: горицвет (адонис) весенний, латинса: Adonis vernalis L.) — күп йыллыҡ ағыулы үлән үҫемлек, бейеклеге 50 см-ға етә ала. Апрель — май айҙарында һары сәскә ата, июнь — июлдә орлоғо өлгөрә. Һары умырзая ҡайын һәм имән урмандары ситендә, ҡалҡыулыҡтарҙың көньяҡ-көнбайыш, көньяҡ-көнсығыш биттәрендә үҫә. Башҡортостандың күпселек райондарында үҫемлекте күрергә мөмкин. Тик Ҡалтасы, Яңауыл райондарында ул осрамай.
     Дауалау өсөн һары умырзаяның үләне (ер өҫтөндәге өлөшө) ҡулланыла. Уның составында адонотоксин, цимарин исемле йөрәк гликозидтары, сапониндар, адоникол кислотаһы һ.б. биологик актив матдәләр бар. Һары умырзая үләне сәскә атҡан мәлендә әҙерләнә: тупраҡ өҫтөнән 5-10 см өҫтәрәк өлөшө ҡайсы йәки ураҡ ярҙамында ҡырҡып алына. Тамыры менән йолҡоп алырға ярамай, юғиһә киләһе йылда был үлән үҫмәйәсәк.

     УМЫРЗАЯЙыйылған үлән күләгәлә һәм ҡоро урында киптерелергә тейеш. Киптергәндә йыш-йыш өйләндереү талап ителә. Дауа ҡоро ерҙә, ҡағыҙ ҡапта йәки быяла һауытта һаҡлана. Шулай иткәндә һары умырзая дауаһы 2 йылға тиклем үҙ шифаһын юғалтмай.
     Һары умырзая үләненән әҙерләнгән төнәтмә, нигеҙҙә, йөрәк ауырыуҙары (йөрәк порогы, йөрәк неврозы һ. б.) булғанда, йөрәк ауыртыуҙы, тын ҡурылыуҙы баҫыу, йөрәк эшсәнлеген яйға һалыу, йөрәктең һүлпән эшләүенән килгән шешенеүҙе юҡ итеү өсөн ҡулланыла. Был төнәтмә шулай уҡ нервылар ҡаҡшағанда ла, бөйөр һәм бәүел ҡыуығы, тын алыу юлдары һәм үпкә шешкәндә лә файҙалы. Төнәтмәне әҙерләү: 1 балғалаҡ киптереп ваҡланған һары умырзая үләнен 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 30-40 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан, 1 аш ҡалағы эсергә.
     Дарыуханаларҙа һары умырзая үләне төнәтмәһе ҡушып яһалған «кардиовален», «Бехтерев микстураһы» һ.б. дарыу препараттары һатыла. Белгес ҡушҡанынса ҡабул ителә.
     Һары умырзая ағыулы булыуын иҫәпкә алып, дауаланыу мотлаҡ рәүештә врач күҙәтеүендә үтергә тейеш. Дауаны билдәләнгән миҡдарынан артыҡ эсергә ярамай. Ике йәшкә тиклем балаларға һары умырзая дауалары бирелмәй.
                                                              «Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре», Вариҫ Ғүмәров