Тәсауыф (таүәссүл)
Оло йөрәкле сәхәбәләр ҙә юҡсылллыҡ мәлендә, сирләгәндә, бурыстарға батҡанда, доға ҡылыуын һорап, Аллаһ Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) мөрәжәғәт иткәндәр. Күп кенә хәҙистәрҙә тапшырылғанса, ҡоролоҡтар осоронда кешеләр, Аллаһтан ямғыр ебәреүҙе үтенеп доға ҡылһын өсөн, Мөхәммәт пәйғәмбәргә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) килгәндәр.
Оло йөрәкле сәхәбәләр яҡшы белгән: Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) — бәрәкәттәргә ирешеүҙең сәбәпсеһе генә. Ә теләктәрҙе Хәҡиҡи Үтәүсе – Бер Аллаһ. Әммә улар Аллаһ һөйөклө ҡолоноң һүҙен йыҡмаҫ тигән өмөт менән тәүәссүл ҡылғандар. Һис шикһеҙ, юғары намыҫлы сәхәбәләр «ширк» һәм «тәүхид» һүҙҙәренең мәғәнәләрен беҙгә ҡарағанда ла яҡшыраҡ белгәндәр.
Бер заман Мәрүән Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) фатихалы ҡәберендәге ташҡа башын эйеп ултырған кешене күргән. Ул уны яҡаһынан эләктереп алып асыуланған:
- Һин ни ҡылаһың?
Кеше, әйләнеп, Мәрүәнгә ҡараған һәм теге уның Әбү Әйүп әл-Әнсари икәнлеген таныған. Аллаһ Илсеһен (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һөйгән был сәхәбә шулай тигән:
- Беләм мин нимә эшләгәнемде. Мин Рәсүлуллаһҡа килдем, ташҡа түгел. Мин Пәйғәмбәребеҙҙең шундай һүҙҙәрен ишеттем:
«Әгәр дин менән ғилемлеләр шөғөлләнһә, уның өсөн ҡайғырма, әммә дин алдаҡсылар ҡулына эләкһә, бында инде илау ҙа, ҡайғырыу ҙа урынлы булыр» (Әхмәт ибн Ханбәл, V, 422; Хаким, IV, 560/8571; Хәйҫәми, V, 245).
Таүәссүл ҡуланыуҙың бер миҫалы булып Мөжәүир хәҙрәт доғаһы: https://nazir1965.com/do%d2%93alar/m%d3%a9zh%d3%99%d2%afir-x%d3%99%d2%99r%d3%99t-do%d2%93a%d2%bby.html
Тулыһынса тәсауыф һәм таүәссүл тураһында аҫтағы китапта уҡығыҙ: