Башҡорт сувенирҙәре. Башҡорт сувенире... Ул ниндәй булыр­ға тейеш? Алыҫтан килгән ҡунаҡ дала уләндәренең хуш еҫен тойһон, боронғо ат­тарҙың сихри кешнәүен ишетһен, алтын төҫлө башҡорт балының тәмен татыһын, халыҡ тарихе һәм культураһын һиҙеп бел­һен өсөн, ул ниндәй художестволы, тасуи­ри сифаттарға эйә булырға тейеш?