Азан

0

            Азан — аҙан әйтеү һәм уның мәғәнәһе

      «Аллаһу Әкбәр» — «Аллаһ Бөйөк» — 4 мәртәбә.

     «Әшһәдү әллә иләһә иллаллаһ» — «Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, тип шаһитлыҡ ҡылам» — 2 мәртәбә.

     «Әшһәдү әннә Мәхәммәдәр-рәсүлүллаһ» — «Мөхәммәд (саллаллаһу гәләйһис үәс-сәлләм) — Аллаһ Тәғәләнең рәсүле, тип шаһитлыҡ ҡылам» — 2 мәртәбә.
     «Хәййә ғәләс-сәләәһ» — «Намаҙға барығыҙ» — 2 мәртәбә.
     «Хәййә ғәләл фәләәх» — «Уңышҡа ирешегеҙ» — 2 мәртәбә.
     «Аллаһу Әкбәр» — «Аллаһ Бөйөк» — 2 мәртәбә.
     «Лә иләәһә илләллаһ» — «Аллаһынан башҡа илаһ юҡ» — 1 мәртәбә. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Ҡөрйән викторинаһы

0

            Ҡөръән викторинаһы һорауҙары

Ҡөръән викторинаһы ярыштарына әҙер материал.

Әссәләмүғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү. Ҡәҙерле уҡыусы, әгәр Ҡөръән ярыштары үткәрәбеҙ тиһәгеҙ – әҙер һорау-яуаптар динебеҙ буйынса

1. Һорау; Һин мосолманмы?
Яуап: Әлхәмдүлилләһ, мосолманмын!

2. һорау: Мосолманлыҡ нимәне аңлата?
Яуап: Аллаһты бар һәм бер тип белеү, Ҡөръән Кәримде һәм Мөхәммәт саллиаллаһу ғәләйһи үә сәлләмде таныу.

3. һорау: Раббың кем?
Яуап: Аллаһ Тәғәлә. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Рәжәб айы

1

                                                Рәжәб айы

     Изге Рәжәб айы — Ислам динендә булған дүрт изге айҙың береһе. Изге мөбәрәк айҙарҙын өсәүһе Рәжәб, Шағбан, Рамаҙан бер-бер артлы киләләр. Был айҙа Рағәиб кисәһе көнө бар. Был кисәлә бәйғәмбәребеҙ Мөхәмәт ғәләйһис-сәләмдең атаһы Ғабдулла ибн (улы) Ғәбделмотталиб менән һөйөклө әсәһе Әминә бинт (ҡыҙы) Үәһбтең никахлашҡан, ҡауышҡан көнө.

     Был изге айҙың 27 нсе кисәһендә Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм күккә күтәрелә, Аллаһ Тәғәлә белән осраша. Беҙгә ошо көнде биш ваҡыт намаҙ фарыз була. Шулай уҡ ошо айҙа динебеҙгә һәм мосолмандар тарихына бәйле әһәмиәтле ваҡыйғалар күп. Шуға ла мосолмандар был айҙы ҡәҙерләп изге тип һанайҙар. Был айҙан һуң килгән Шәғбан айыла — изге. Шунан һуң иң көткән изге Рамаҙан килә. Ошо айҙарҙа беҙ Рамаҙан айына әҙерләнеп барабыҙ. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Өс хат

0

Башкортостан киностудияһынын фильмы «Өс хат»

Ветеран Ирғәлин Мөждәбә Ғабдулхаҡ улы

0

ветеран войны Иргалин Муждаба Габдулхакович

   Еңеү ветераны Иргалин Мөждәбә Ғабдулхаҡ улы

   Бөйөк Еңеү байрамы алдынан ғына ҡәҙерле туғаныбыҙ һуғыш ветераны Иргалин Мөждәбә Ғабдулхаҡ улынын әхирәткә күсеүенә 40 көн тулыуы сәбәпле Ҡөръән мәжлесе үткәреп аят уҡыныҡ. Ошо быйылғы Еңеү көнөнә Мөждәбә апабыҙ (Әбйәлил яҡтарында апа – атай-әсәйҙән оло ир кеше. Ололап, ҡәҙерләп әйтеү) ай ярымдай ғына, килеп етмәне.

   Әбйәлил районын Әүмеш (Алсынбай) ауылында 1926 йылда тыуып үҫеп, һуғышта ҡатнашып, иҫән-һау ҡайтҡас колхозда ғүмер буйы эшләп, күп балалар үҫтереп, хаҡлы ялға сығып, 90 йылдан күберәк ғүмер кисереп, арабыҙҙан китте. Таштимер ауылы сельсоветенен һуңғы һуғыш ветераны Ғабдулхаҡ улы Мөждәбә апабыҙҙын урыны йәнәттә булһын. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Зыяратта өмә

0

                             Таштимер зыяратында өмә

   Әбйәлил районы Таштимер ауылы зыяратында, май айынын башында, өмә үтте. Был изге эштә, ҡәберлек һәм уның тирә-яғы таҙартылды. Үҙебеҙҙең икенсе мәңгелек йортобоҙҙо онотмайыҡ, барып ятыр урыныбыҙ шунда. Бар мәрхүм туғандарыбыҙҙын, мәрхүм атай-әсәйҙәребеҙҙен, мәрхүм мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙен урыны — һуңғы өйө. Бар изге эш — саҙаҡа, мәрхүмдәребеҙҙе Аллаһ Тәғәлә беҙҙән ҡәнәғәт итһен.

Тигеҙ ғүмер бирһен Хоҙай

0

 

Белем

1

                                             Белем

   1917 йылда большевиктәр яңы быуынды коммунистик идеяла тәрбиәләр өсөн совет белеме һәм әҙәп (культура) комиссияһы төҙөй. Ошо хөкүмәт белем комиссияһы 1918 йылда яңы декрет сығара. Был декрет менән Совет власы мәктәптәрҙе мәсет һәм сиркәүҙәрҙән айырып, үҙ алы итеп, дингә ҡаршы көрәш башлай. Ошо ҡарар менән халыҡтын аңын һәм күңелен томалау башланыла.

   Беҙҙен атай-әсәйҙәрҙе, олата-бабаларыбыҙ диндә тәрбиәләй, совет осорондағы тәртип шул арҡала һаҡлана. Әммә динһеҙ быуындар алмашына бара, әхләҡ һәм әҙәп тигән нәмәне хәҙер ниндәй кимәлдә икәнен күрәһегеҙ. Үҙ тарихен, үҙ милләтен, хатта ауыл балаларынын кәзәне һарыҡтан айырмағас, мәктәптәрҙәге белем ни кимәлдә? ЕГЭ тигән экзамендәрҙе көсләп, видео камера һәм көслө һаҡ аҫтында биреүҙәре ни тора. Ә күпме балалар ошо экзамен ҡурҡыныстарынан үҙҙәрен йәш матур тормоштарын киҫәләр? тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

нәфис фильм Етегән

0

кәләш алам

1

Тансулпан Буракаева, фильм «Кәләш алам»

Вверх
.