Балаҡарға
Элек, барымта-ҡарымта замандарында, башҡорт араһында бер атаҡлы батыр йәшәгән. Ул үҙе ҡурайсы, йырсы, сәсән булған. Егет ҡорона кергәс, был үҙе һымаҡ данлы бер батырҙың ҡыҙына өйләнә. Татыу ғына донъя көтә башлай былар.
Бер заман шулай тыныс ҡына йәшәп ятҡанда, ҡаҙаҡтар яу менән килә. Былар нисек кенә булһа ла башҡорт батырын ҡулға төшөрөп, ҡаҙаҡ батыры яһарға уйлайҙар икән. Тик был ниәттәре барып сыҡмай. Әлеге батыр егетте күреү менән, һырт биреп ҡасалар.
Көндәрҙең береһендә ҡаҙаҡтар башҡорт батырының тоҡомон ҡалдырыу ниәтенән тегенең йөклө ҡатынын урлап алып китә. Ырыу башлығы уны өсөнсө ҡатынлыҡҡа алып, үҙен бер айырым тирмәлә тота башлаған.
Башҡорт батыры һунарҙан ҡайтыуына — бисәкәйе юҡ. Тиҙ генә баҡыр һөңгөһөн ала ла юлға сыға. Ҡаҙак батыры йәшәгән йәйләүгә барып етә был. Һаҡлыҡ менән генә тирмә һайын тыңлап йөрөй торғас, бер аҡ тирмә эсендә әкрен генә илаған тауыш ишетә. “Бәй, был минең ҡатыным даһа, йәһәтерәк тауыш бирәйем”, — тип, шыбырлап ҡына өндәшә быға. Ҡатыны: “Ни күрһәм дә, ирем менән күрәйем”, — ти ҙә, ғыр-шыр йоҡлап ятҡан ҡаҙаҡ ҡуйынынан шым ғына ысҡынып, тирмә алдына сыға. Читать далее




