Әбйәлилдә хәҙрәттәр кәңәшмәһе

   Әбйәлил районы Асҡар ауылында Урал аръяғы хәҙрәттәренең дини кәңәшмәһе үтте.
Был сараға Өфө ҡалаһынан һәм 11 райондан хәҙрәттәр килде. 15 март 2017 йыл.

Шөкөр итеү

Аллах Рахман                                 Шөкөр итеү

     - Аллаһ уның ниғмәттәренә шөкөр итмәүселәрҙе яратмай. — Аллаһ сит кешенең мөлкәтен ашаусыларҙы яратмай.

     - Аллаһ тәрбиәһеҙ һәм тупаҫ кешеләрҙе яратмай.

     - Аллаһ яуызлыҡ эшләүселәрҙе яратмай.

     - Аллаһ алдаҡсыларҙы яратмай.

     - Аллаһ кемдәр уның ҡанундарын үтәмәй һәм беҙҙең яратҡан Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) нимәгә өндәгән шуны үтәмәүселәрҙе яратмай.

     - Аллаһ тәкәбберҙәрҙе яратмай.

     - Аллаһ ялҡауҙарҙы һәм һәпрәләрҙе яратмай.

     - Аллаһ золомлоҡ ҡылыусыларҙы һәм ғәҙел булмағандарҙы яратмай. Читать далее

Мечеть деревни Таштимерово

Мечеть деревни Таштимерово                                         Мечеть деревни Таштимерово

     История мечети и мулл деревни Таштимерово.
     По архивным материалам, в 1850-х годах, в середине 19 века, в деревне Котлогильде (ныне деревня Таштимерово Абзелиловского района) была мечеть, и учили там детей. В начале 20 века муадзином мечети был Айнулла Шарафиевич Шарафутдинов. Старая мечеть деревни Таштимерово находилась на месте, где сейчас находится дом Валиуллиной Альфии Барыевны. Возможно, мечеть действовала до конца тридцатых годов. После создания колхозов, атеисты превратили мечеть в клуб. По рассказам пожилых людей, мечеть, превращенный в клуб, наверно имел большие размеры, раз там была сцена, зал для зрителей и гримерная для приезжающих артистов драмтеатра из города Сибай. Также показывали кино, киномехаником был житель деревни Янаул по имени Расих. Читать далее

Пәйғәмбәребеҙ ауырыуҙар хаҡында

                             медицина пророкаПәйғәмбәребеҙ ауырыуҙар хаҡында

   Пәйғәмбәребеҙҙең тыйб ғилеме.
   Донъя көткәндә бәндә белергә тейешле ҡанун- ҡағиҙәлөр бәндәгә Ҡөрьән аяттары, хәҙистәр, әүлиәға тиң ғалимдарҙың, хикмәтле нәсихәттәре менән аңлатып бирелә.
   Пәйғәмбәребеҙ өйрәткән: ”Бер-береһенә, ҡарата мәрхәмәт-шәфҡәттә, һөйөү һәм теләктәшлектә иманлы бәндәләр, бер тән кеүек: тәндең бер ере ауыртһа; башҡа ерҙәре лә уға һыҙланыу менән яуап бирә”, — тигән.
   Мосолман — мосолмандың көҙгөһө, мосолмандың — ҡәрҙәше, уға ул — терәк. Кәрәк-ярағын табырға ярҙам- итә, үҙе юғында мал-мөлкәтең һаҡлап тота. Уға ҡарата хыянатҡа бармай. "Зәғифтәргә һәм фәҡирҙәргә иғтибарлы булығыҙ. Сөнки шундайҙарҙың булып ҡына тороуы сәбәпле Аллаһ һеҙгә ярҙам итә, рәхмәтенән ташламай ”. ”Әгәр ҙә бөкөрөһө сығып бөткән ҡарттар, әсә күкрәгенән айырылмаған сабыйҙар, болондарҙа үлән уртлап йөрөгән көтөү-көтөү малдар булмаһа, әҙәм башынан йөрөргә генә торған бәләләрҙә бөтмәҫ ине” — тигән ул.

Читать далее

Вәғәҙ һөйләү тәртибе

                                              Аллах Велик!Вәғәҙ һөйләү тәртибе

   Йома көн, ғәрәпсә хөтбә уҡығас вәғәҙебеҙҙе (йә берәй изге байрамда) ошо һүҙҙәр менән башлайбыҙ:
   "Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтанир-раджиим. Бисмилләәһир рахмәәнир-рахииим. Әлхәмдулилләһи раббил ғәәләмиин үәссаләәтү үәссәләәмү ғәләә рәсүүлинәә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәлиһи үә сәхбиһи әджмәғииин".

   Шунан: Ҡәҙерле мосолман ҡәрҙәштәр бөгөн Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте менән ошо 1438 һижри йылдың (...) йомаһы, йәки (...) байрамы, йәки берәй сараһы, йә мәжлесе... Һөйләйәсәк вәғәзебеҙ хаҡында ҡыҫҡа ғына аңлатмаһы (тема).

   Нимә тураһында һөйләйәсәкте ҡыҫҡа ғына аңлатҡас;

   "Аллаһ Тәғәлә тел асҡыстары биреп, хәйерле вәғәҙҙәр һөйләргә насип итһен, тыңлаған кешеләргә лә, һөйләгән кешеләргә лә ошо вәғәҙҙәр менән вәғәҙләнеп, изге ғәмәлдәрҙе күберәк ҡылып, Хаҡ Тәғәлә ҡушҡандарын үтәп, тыйылғандарынан тыйылып йәшәүҙәребеҙҙе Аллаһ Раббыбыҙ барыбыҙға ла насип итһен", — тип әйтәбеҙ, шунан ары дауам итәбеҙ: Читать далее

Ҡөръән уҡыу тәртибе

чтение Корана                           Ҡөръән уҡыу тәртибе

     Мәжлестә Ҡөръән уҡыр алдынан ниәт ҡылабыҙ: “Бисмилләәһир-рахмәнир-рахим. Нәүәйтү биҡыраа әтил-Ҡурьәән, мирридааир-рахмәән, үә тәраддү шәйтаан, үә тәнәуирул-ҡубүри мин әһлил-имәән”. Мәғәнәһе: “Ниәт ҡылдым Ҡөръән уҡырға. Раббым, үҙендең ризалығын өсөн, шайтандан алыҫ булыу өсөн, иман менән үткән ҡәбер әһелдәренең рухтарын шатландырыу өсөн”. Әмин.

     Бынан һуң түбәндәге аят уҡыла: “Бисмилләәһир-рахмәнир-рахим. Үә иҙәә ҡури*әл-Ҡуръ-әәни фәстәмиғү ләһүү үә әнңситүү ләғәлләкүм түрхәмүүн”.
     Мәғәнәһе: “Әгәр берәй урында Ҡөръән уҡылһа, ишетегеҙ уны эштәрегеҙҙе ҡуйған хәлдә, бәлки Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә ирешеүсе булырһығыҙ”. Әмин. Читать далее

Яҡты донъянан бер ҙә туйманым

 Салимьян Бадретдинов           Яҡты донъянан бер ҙә туйманым

   Мөнәжәттәр. Ватандаш журналынан “Фольклор” бүлегенән.                                                                Автор Сәлимйән Бәҙретдинов
   Халҡыбыҙҙың сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт донъяһы башланышын «халыҡ ижады» тигән йәншишмәнән ала. Шуға ла ҡанбабаларыбыҙҙың мираҫы, аманаты, илаһи ҡөҙрәте менән күңелдәрҙе арбап, быуындарҙан-быуындарға күскән. Ауыҙ-тел ижады оҫталары: ҡурайсылар, йыраусылар, сеңләүселәр, йомаҡ ҡойоусылар менән аралашып, уларҙың күңел һандығында һаҡланған ҡомартҡыларҙы миңә лә ишетергә, яҙып алырға насип булды.
   Рухы тере һыуҙай йыр-моң менән һуғарылғанғалыр, йәше һикһәндән уҙған ҡәрҙәшем Шәмсиә әбей Сафина (Ҡыйғы районы, Иҙрис ауылы) йәшәү йәмен, дәртен башҡаларға өләшеп йәшәне, һәр саҡ алсаҡ, көр күңелле, йор һүҙле булды.
Шәмсиә әбей көйләп ишеттергән «Ай менән Ҡояш» бәйете ҡанбабаларыбыҙҙың боронғо магик ышаныуҙарын һүрәтләндереү, күк есемдәренә табыныу йәһәтенән айырыуса иғтибарҙы йәлеп итә. Бәйеттә йәшәүгә йәм биргән Ай менән Ҡояш данлана, Ай «күгелйем күлмәк», Ҡояш «алһыу ҡыҙыл күлмәк» кейгән, Ер йөҙөн яҡтыртам тип донъяға килгән йәнле, ҡөҙрәтле ҡиәфәттә күҙаллана. Ҡояш йәшәү сығанағы, ризыҡ бүлеүсе, таратыусы итеп тә тасуирлана. Ҡояш — сәсеүлектәрҙе йылытыусы, тәбиғәткә йән өрөүсе иң көслө рух. Рухтарҙың ихтыяры буйынса ҡар, ҡалын боҙҙар ирей, яҙ килә, ямғыр яуа, үлән, иген үҫә... Бәйеттә Ай менән Ҡояш бына шулай йәнләндерелеп һынландырыла.

   Бындай мифологик бәйеттәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шуға күрә лә «Ай менән Ҡояш» бәйете «Саҡ менән Суҡ», «Науруз» бәйеттәре кеүек халыҡ ижадының бер ынйыһын тәшкил итә.
    Читать далее

Пәйғәмбәребеҙ мөғжизәләренән

башкирский орнамент       Пәйғәмбәребеҙ мөғжизәләренән

   Мөхәммәд, ғәләйһиссәләмдең мөғжизәләре бик күп булған. Шулай ҙа уның 14 мөғжизәһе иң билдәлеләрҙән һанала.

   *Бер ваҡыт кис менән иманһыҙ кешеләрҙең үҙен һынау маҡсатында биргән һорауҙарына яуап итеп, ҡулы менән ишара яһап, айҙы ике киҙәккә ярып күрһәткән. Ай ике киҫәккә ярылып, бер киҫәге — тауҙың бер тарафынан, икенсеһе икенсе тарафынан күренеп торған.

   *Мөхәммәд, ғәләйһиссәләм, хәҙрәти Әбү Бәкер Әс-Ситдиҡ менән Мәккәи-Мөкәрәмәнән күсеп, Мәҙинәи Менәүәрәгә килгәс, Әбү Әйүп әл-Ансари исемле сәхәбә йортона төшкәндәр. Әбү Әйүп әл-Ансари икеһенә етерлек аш әҙерләгән. Аш әҙер булғас, Мөхәммәд, ғәләйһиссәләм, Әбү Әйүпкә Мәҙинә ҡалаһының ихтирамлы кешеләрен мәжлескә йыйырға бойорған. Барлығы 180 тирәһе ҡунаҡ йыйылған, һәр ҡайһыһы шул тәғәмде ашаған. Хәҙрәт Рәсүлуллаһтың мөғжизәһе бәрәкәтендә аш һис кәмемәгән. Был мөғжизәне күргәндән һуң, мәжлескә килгән кешеләрҙең һәр ҡайһыһы, иман килтереп, мосолман булған.
Читать далее

Мәйетте йыуыу һәм кәфенләү

орнамент Башкортостана

                         Мәйетте йыуыу һәм кәфенләү

     Кәфен — мәйеттең күлдәге. Кәфен ир-егет өсөн ҡамис, (оҙон күлдәк), изар (киң таҫма) һәм лифафәнән, ҡатын-ҡыҙ өсөн ҡамис, изар, лифафә, баш яулығы һәм күкрәктәре өҫтөнән бәйләнгән аҡ туҡыманан ғибәрәт.
Әгәр туҡыма әҙ булһа, ир-егет өсөн изар һәм лифафә, ҡатын-ҡыҙ өҫөн изар, лифафә һәм баш ҡапламаһы ла етә. Улай ҙа эшләп булмаһа, мәйет бер туҡымаға төрөлөп ерләнә. Кәфендең аҡ мамыҡ, туҡыманан булыуы хәйерлерәк.

                                     Кәфен киҫеү тәртибе
     Кәфен ирҙәргә 3 ҡат, ҡатындарға 5 ҡат иҫәбенән киҫелә.
     Беренсе ҡат кәфен киҫелгәндә мәйеттең башы яғынан да, аяғы яғынан да 30 см-ға артығыраҡ алына һәм икенсе ҡаты ла шулай уҡ башынан һәм аяғынан 30 см-ға оҙонораҡ киҫелә.

     Кәфендең киңлеге мәйеттең йыуанлығына ҡарап алына. Әгәр тар булһа, шундай оҙонлоғо тәүгеһенә ҡуша тегелә. Хәҙер киң кәфенлектәр һатыла. Әҙер үлсәнеп, ҡырҡылған, бар кәрәк нәмәһе булғандарҙа пакет менән һатыла.
Читать далее

Мәрхүм (үлгән) кешегә ғәмәлебеҙ

орнамент башкир                 Мәрхүм (үлгән) кешегә ғәмәлебеҙ

     Беҙҙең халыҡтың ҡайһы берҙәре (күпселеге) туғандары үлеп ҡалһа ни эшләргә белмәй аптырап ҡала. Был әле шул уларҙың диндән алыҫ икәнең күрһәтә. Динле кеше үлемдән ҡурҡмай, уға әҙер була, тик уның ҡайғырғаны ошо донъяла намаҙ-ураҙаһын етерлек ҡылдымы, игелекте етерлек эшләнеме тигән уйҙа. Был донъяла беҙ өс көнлөк ҡунаҡ, үлгәндән һуң мәңгелек Әхирәт тормошо көтә һәр кемде. Ошо донъялағы ғәмәленә ҡарап әжерендә һәм язаһын аласаҡ. Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә: “Ожмаҡ хаҡ, тамуҡ хаҡ”, — ти, бер-нисә тапҡыр.

     Ҡөръән Кәримдә: “Һәр йән эйәһе үлемде татыр”, тигән аят бар. Беҙ ҡайҙа ғына булһаҡ та, нимә генә эшләһәк тә, үлемдән ҡасып ҡотола алмайбыҙ. Әсә ҡарынынан сығып ошо яҡты донъяға килгәс тә, үлемебеҙгә яҡыная башлайбыҙ. Һәр әҙәм балаһын тыуғас та, һыуҙа йыуындырып алалар, аҡ биләүгә урайҙар һәм вафат булып һуңғы юлға оҙатҡанда ла, шәриғәт ҡанундары буйынса, һабынлап йыуып, аҡ кәфенлеккә төрәләр.
     Аллаһ Тәғәлә ошо бар иткәндәре араһында иң өҫтөнө, иң хөрмәтлеһе кешелер. “Хаҡиҡәттән, беҙ кешене иң гүзәл рәүештә бар иттек”. (Дин сүрәһе, 4-се аят. Аллаһ Тәғәлә бер заман фәрештәләргә: “Мин ер йөҙөндә бер хәлифә (Әҙәм) яратмаҡсы буламын”, — тигән. Әҙәмде бар иткәндән һуң Аллаһ Тәғәлә: “Ошо Әҙәмгә хөрмәтләп сәждә ҡылығыҙ”, — тигән. Фәрештәләр барыһы ла Әҙәмгә сәждә ҡылдылар һәм хәҙерҙә беҙҙең өсөн шул ғәмәлдә.
Читать далее