Ғөсөл

омовение, гусль                                            Ғөсөл

     Ғөсөл — ул бөтә тәнде йыуып, һыу менән ҡойоноу. Ғөсөлләнәм тип ниәтләгән кеше түбәндәге тәртип буйынса эш итер:
     1. истинжә ҡылып, гәүрәттәрен нәжестән таҙартыр;
     2. беләҙектәренә тиклем ике ҡул суғын йыуыр;
     3. тәһәрәт алыр, ләкин аяҡ суҡтарын йыумаҫ;
     4. иң әүүәле башына, унан һуң уң яғынан башлап тәненең һәр бер ерен һыулап сығыр;
     5. ҡулдары менән буйы еткән тиклем тәненең һәр бер ерен ышҡып сығыр;
     6. икенсе мәртәбә, йәнә уң яғынан башлап бөтә тәненә һыу ҡойор һәм ҡулдары менән буйы еткән тиклем тәненең һәр бер ерен ышҡып сығыр;
     7. өсөнсө мәртәбә йәнә уң яғынан башлап бөтә тәненә һыу ҡойор;
     8. иң аҙаҡтан уң яғынан башлап ике аяҡ суғын йыуыр.
     Ошо рәүештә ғөсөл алған кеше камил тәһәрәтле булыр. Намаҙ уҡыу өсөн яңы ғына ғөсөлләнгәндән һуң тәһәрәт алыу кәрәк түгел. 

     Ғөсөл алыр өсөн ниәтләйбеҙ: Иләһи ниәт ҡылдым ғөсөл алырға Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн — тип. Ниәтте күңелдән, йә телдән әйтергә була, тик уны душҡа, йә мунсаға инмәҫ борон әйтергә кәрәк.

                                            Читать далее

Башҡорттар

башкиры                                          Башҡорттар

   Халыҡтың ауыҙ-тел ҡомартҡыларынан күренеүенсә, Россия власы аҫтында ҡалғанса, аҫаба йәки күсмә башҡорттар бейҙәр тарафынан идара ителгәндәр, һәм был бейҙәр йыш ҡына вассал рәүешендәрәк ханға буйһонғандар. Бындай бейҙәр йәки хан вассалдары аҙ булмаған.
   [Башҡорттарҙың] йорт хужалығы башлыса малсылыҡтан торған. Ҡатын-ҡыҙҙар ебәк менән, ә ярлылар үҙ буяғына, йәғни буяуына буялған йөн менән киндер халат — сисбе ише әйберҙәр сиккәндәр. Был буяҡ фабрикала эшләнгән нәмәләр тарафынан ҡыҫрыҡланып баҫтырылып ҡалынған. Хәҙерге ваҡытта был буяҡ күберәген — ул да булһа йәшерен рәүештә генә — Верхнеурал әйәҙе ҡатай башҡорттарында ҡулланыла. Ҡашмау тубый, ҡыҙҙар таҡыяһы, һарауыс яға, йәғни күлдәк өсөн нағышланған ҡатын-ҡыҙҙар яғаһы һәм шуның ише боронғо башҡорт кейем-һалымдары аҡрынлап ҡулланыуҙан сыға бара. Ҡарттар әйтеүенсә, холоҡ-ҡылыҡтар ҙа, ғөрөф-ғәҙәттәр ҙә шулай уҡ яманға табан үҙгәрҙе. Шуға күрә йырҙар ҙа үткән ваҡыттарҙа йырланған йырҙар түгел. Халыҡ үҙенең ғөрөф-ғәҙәттәрен дә, етештереү нәмәләрен дә, йәғни сигеүҙән, туҡыусылыҡтан, ҡамыт-дуғалар, тирмәләр һәм башҡаларҙы яһауҙан да яҙҙы, шуға күрә лә кәйеф-сафа ҡороуға бирелде, тип һөйләйҙәр.
Читать далее

Башҡорт көрәшсеһе

Башкирская борьба

                    Башҡорт көрәшсеһе

   Башҡорт батырҙары бил көрәшендә бер ҡасанда һыр бирмәгән. Был әҫәрҙә ун туғыҙынсы быуаттың аҙағында башҡорттарҙың көрәшсе батыры Абдулла Нафиҡов тураһында шул замандың билгеле кешеһе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев яҙған хәбәрҙән аҫтағы тексты тәҡьдим итәм.
   Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев “Йәдкәр” китабындағы әҫәрҙә яҙа: Беҙҙә, Өфө ҡалаһында, 29 ғинуар көнөндә Россиялағы “Первое товарищество” циркында политика өлкәһендә Япон-Ҡытай һуғышы һымағыраҡ ваҡиға булып үтте. Ошо нәмә алдынан уҡ үҙе 13 музыка оркестранты күтәргән данлыҡлы Россия көрәшсеһе Моорҙың (Знаменский А. В.)  Абдулла Нафиҡов тигән ит сабыусы булып эшләгән башҡорт менән циркта көрәшәсәге, еңеүсенең ул мәлдәге 100 һум аҡса менән бүләкләнәсәге хаҡында иғлан ителеп ҙур реклама яһалды. Был цирктағы буласаҡ көрәштең “аҡса һуғышының” ҙур килем бирәсәген һиҙеп алып, билет хаҡында арттыра һалдылар.
Читать далее

Башҡорт

башкир

                              Башҡорт

      Башҡорт халҡының аҡ һәм ҡара көндәре

   Россия тауарихтарынан, хосусан «Уфимская справочная книга» һәм «Губернские ведомостиҙарҙан» мәғлүмдер ки, Иван Васильевич Грозный заманында, башҡорттар ихтияр баш һалған өсөн, ерҙәренә грамоталар бирелеп, [уларҙан] себер татарҙарынан һәм ҡырғыҙҙарҙан (ҡаҙаҡтарҙан.— Ғ. Ҡ.) рус һәм үҙ ерҙәрен һаҡларға вәғәҙә алынған. 1556 [йылда] йәнлек тиреһенән һәм балдан бәйғәт* биргәндәр. Яһаҡты Ҡазанға түләгәндәр. Әммә 1572 йылда, Ҡазанға йөрөмәктәрен йыраҡ тип, Торатауҙа, йәғни Өфө тауында ҡала һалырға һәм ғәскәр тоторға һорағандар. Сөнки ул заманда ҡалмыҡ халҡы көслө булып, башҡорт йортон бик ғарәт* ҡылғандар. 1574 йылда Иван Нагой исемле ҙур чиновник ҡәлғә һала башлаған. 1575 йылда Себер ханының балалары Аблай менән Тәүкил Өфө ҡалаһын һалыуға мәнег* ҡылғандар. Башҡорттар, рустар менән бер яҡлы булып, себер татарҙарын боҙоп, хан балаларын әсир иткәндәр. Был яҡтан башҡорттар гәһедтәренә вафа ҡылғандар*. Шул йылда башҡорт дүрт юлға бүленеп, дүрт старшина ҡуйылған: Себер, Ҡазан, Нуғай һәм Оса юлдары.
Читать далее

Мосолмандарҙын осрашыуы һәм сәләмләшеүе

этикет в Исламе

    Мосолмандарҙын осрашыуы һәм сәләмләшеүе

   Мосолман кешеләрҙең осрашыуы һәм бер-береһенә сәләм биреү халҡыбыҙ араһында ҙур әҙәпкә эйә. Хәҙерге мәлдә дин тәрбиәһенән тайпылып киткән кешеләребеҙҙең әҙәпһеҙлеге бигерәктә асыҡ күренә. Балаларыбыҙ сәләм биреү тигән нәмәне бөтөнләй белмәй. Оло кешене ололау тигән әҙәп юғалды. Был ғына түгел: урамда оло йәштәге таныш ҡатын-ҡыҙҙар мыҡырайып сәләмләмәй, күрмәмеш булып үтәләр.

   Ә бит мәхрүм өләсәйҙәребеҙ: “Ир кешегә, сабый ир бала булһа ла, ҡатын-ҡыҙ беренсе сәләм биреп, һаулыҡ һорашырға тейеш” — тип әйтә торғандар ине. Динебеҙ буйынса беренсе сәләм биреүсегә Аллаһ Тәғәлә күп әжерен бирә. Хәҙерге мәлдә урыҫтарҙан күреп, ирҙәрҙең ҡатын—ҡыҙҙар менән ҡосаҡлашып, үбешеп күрешеү нимәгә алып килде? Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың оялыу, тыйнаҡлыҡ, намыҫ тигән холоҡтары юғалды. Таныш булмаған ир һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында әҙәп тигән кәртә юғалды. Былар барыһы ла шул теләк нәфсеһенә – зинаға алып бара. Урыҫа әйтмешләй: свободная любовь – аҙағы: емерелгән йәшлек, айырылышҡан ғаиләләр, етем балалар, эскегә һалынған кешеләр, боҙолғон холоҡтар...
Читать далее

Фәхретдинов Ризаитдин. Нәсихәттәр

Фахретдинов Ризаитдин

Фәхретдинов Ризаитдин. Нәсихәттәр

          Ололар өсөн нәсихәттәр
        Бисмилләһир-рахмәнир-рахим
   Әгәр нәсихәт итеү «мин үҙем гүзәл холоҡло кеше» тиеү мәғәнәһендә булһа, ошондай китап һәм рисәләләр яҙыуға «быларҙы тик мин генә беләм» мәғәнәһе бирелһә, нәсихәт һөйләү йәки китап яҙыу түгел, хатта ауыҙымдан бер хәреф сығармаҫ, ҡәләм менән ҡағыҙ ҡулыма ла тотмаҫ инем.
   Ләкин нәсихәт һөйләүгә һәм китап яҙыуға аҡыл эйәләре бындай мәғәнәләр түгел, бәлки өҫтәрендә булған бурыстарын төшөрөү, аҙмы- күпме файҙалы әйберҙәрҙе киләсәк быуындарға ядкәр (иҫтәлек) ҡалдырыу мәғәнәһе бирә.
   Бер ата ни ҡәҙәр гонаһлы булһа ла, балаларына нәсихәт биреү бурысы өҫтөнән төшмәй. Ғаилә башлығының ни ҡәҙәр кәмселектәре булһа ла, үҙе һәм үҙенә аманат ителгән ғаиләһен тәрбиә итеү вазифаһынан азат һәм мәхрүм ителмәҫ, «Һәр берегеҙ көтөүсеһегеҙ һәм һәр берегеҙ көтөүегеҙ хаҡында яуап бирәсәкһегеҙ» мәғәнәһендә булған: «күллүкүм рағин үә күллүкүм мәсъүлүн ғән рағиййәтиһи» изге һүҙҙәр һәр кем өсөн бер тиң хөкөмдөр
Читать далее

Доғалар һәм кеше тормошо

догалар, башкирский орнамент                Доғалар һәм кеше тормошо

    Әҙәм балаһы үҙ Раббыһына доға ҡылыу тураһында берҙә уйлап бирмәй. Доға күпме бәлә-ҡазаларҙан ҡотҡарыр ине, кеше шул арҡала тормошон ҡырҡа үҙгәртер ине. Ләкин доғаһыҙ үҙ тормошон, балаларының донъяһын бәхетһеҙ итә.    Һеҙҙең тәҡдимгә Сәләх Суҡбаевтың “Иман. Әхлаҡи ҡиммәттәр” китабынан өҙөк.
 

   “Миңә доға ҡылып ҡына тороғоҙ, Мин уларҙы ҡабул итермен. Тәкәбберләнеп Миңә ғибәҙәт ҡылыуҙан баш тартҡан кешеләр генә хурлыҡҡа ҡалып, йәһәннәмгә төшөрөлөр”, — тиелә Ҡөрьәндә.
                                                         “Ғафир” (Мөьминдәр) сүрәһе, 60-сы аят
      «Доға намаҙҙың төп терәге, нигеҙе, асылы”, — тигән пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм.
    Зәғифтәрҙән-зәғиф булған бер кешенең ул ярҙам һорап бөйөктәрҙән-бөйөк, көслөләрҙән-көслө булған зат – Ҡөрьәндең эйәһе Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итеүе.
Читать далее

Башҡорт алтыны

Башкирское золото                         Башҡорт алтыны

   Шундай легенда бар. 1557 йылда Башҡортостанға Иван Грозныйҙың юғары чиндағы хеҙмәткәре килә. Башҡорттар уға Мәскәү батшаһына ихтирам йөҙөнән ҙур алтын ҡойолмаһын бүләк итә. Ҡайтып барғандарында уларҙың юлын юлбаҫарҙар быуа. Алыш башлана. Батша кешеләренең береһе ҡаса, әммә юлбаҫарҙар тиҙҙән уның зҙенә төшә. Ҡасып ҡотола алмағанын белгән һалдат ҡиммәтле төргәкте ергә күмә. Эҙәрләүселәр уны ҡыуып етә һәм, батшаға тип бирелгән бүләкте таба алмағас, һалдатты асыуҙарынан тураҡлап ташлайҙар.
   Алтын ҡойолмаһы ерҙә 400 йылдан артығыраҡ, ер һөргән ваҡытта бер механизатор табып алғансы, ята. Табышты «Ирәндек айыуы» тип атайҙар, сөнки ул, ысынлап та, тайга «хужа»һына оҡшаған: «күҙҙәре» ап-асыҡ күренеп тора, «томшоҡ», «ҡолаҡтары» бөкләнгән, «тәпәйҙәре» ҡаушырылған. Ҡойолманың ауырлығы — 4 кг 788 гр. Белгестәр алтын табылған ерҙе тикшереп, унда алтын бөртөктәренең булыуы мөмкин түгел, тигән һығымта яһай. Һәм легенданы иҫләйҙәр. Хәҙер был алтын ҡойолмаһы — Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының милли байлығы. Ул бөгөн БР Финанс министрлығы ҡарамағында һәм республиканың Милли банкында һаҡлана.
  Читать далее

Намаҙҙағы хаталарҙы төҙәтеү

ошибка в намазах          Намаҙҙағы хаталарҙы төҙәтеү

Әгәр ҙә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында намаҙҙың берәй вәджиб булған хәрәкәте төшөрөлөп ҡалдырылған булһа, йә иһә ваҡытынан иртәрәк, һуңыраҡ, йә иһә кәрәгенән артыҡ башҡарылһа, яһалған хатаны төҙәтер өсөн ике сәждә ҡылырға кәрәк (сәждәи сәһү).
   Әгәр берәү намаҙҙың бер үәжибын онотоп йә яңылышып ҡалдырып китһә, ул кеше, намаҙының аҙағында ошо рәүешле сәждәи сәһү ҡылыр: әгәр ул яңғыҙ булһа, һуңғы ҡағдәлә «тәшәһһүд»те (әттәхийәттең беренсе яртыһы) уҡығандан һуң «салауат» үә доға уҡымайынса, ике тарафы сәләм биреп, ике тапҡыр сәждә ҡылыр. Һәр сәждәлә өсәр мәртәбә «тәсбих» әйтер. Унаң һуң яңы ҡағдәгә ултырып, «тәшәһһүд» менән доға (салауат) уҡып һәм сәләм биреп, намаҙын тамамлар.
   Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйтте: “Намаҙҙа һәр хата өсөн сәләмдән һуң ике сәждә ҡылынырға тейеш” .
Читать далее

Әбйәлилдә хәҙрәттәр кәңәшмәһе

   Әбйәлил районы Асҡар ауылында Урал аръяғы хәҙрәттәренең дини кәңәшмәһе үтте.
Был сараға Өфө ҡалаһынан һәм 11 райондан хәҙрәттәр килде. 15 март 2017 йыл.