Пәйғәмбәрҙәр хаҡында

                                           Пәйғәмбәрҙәр хаҡында
     Пәйғәмбәрҙәрҙең иң бөйөктәре
     Пәйғәмбәрҙәрҙең иң бөйөктәре Ҡөръән Кәримдә «Үлүл — ғазм» тип аталалар. Уларҙың һаны — биштер:
     - Нух ғәләйһис-сәләм
     - Ибраһим ғәләйһис-сәләм
     - Муса ғәләйһис-сәләм
     - Ғайса ғәләйһис-сәләм
     - Мөхәммәд ғәләйһис–сәләм

     Сөннәтле булып тыуған пәйғәмбәрҙәр
     Хәҙрәти Ҡәғбә әл — Әхбәр риүәйәтенә күрә ун өс пәйғәмбәр сөннәтле булып тыуғандар.
     Һүҙ ошо пәйғәмбәрҙәр тураһында бара:
     - Әҙәм ғәләйһис-сәләм
     - Шис ғәләйһис-сәләм
     - Идрис ғәләйһис-сәләм
     - Нух ғәләйһис-сәләм
     - Сәм ғәләйһис-сәләм
     - Лут ғәләйһис-сәләм
     - Йософ ғәләйһис-сәләм
     - Муса ғәләйһис-сәләм
     - Шоғайыб ғәләйһис-сәләм
     - Сөләймән ғәләйһис-сәләм
     - Яхья ғәләйһис-сәләм
     - Ғайса ғәләйһис-сәләм
     - Мөхәммәд ғәләйһис–сәләм

     Бишектә булып һөйләшкән балалар
     Бишек балаһы,һис шикһеҙ, һөйләшмәҫ. Әммә тарихи сығанаҡтарға күрә бишектә булып та, имсәк балаһы булып та Аллаһының оло рәхмәттәре менән телгә килеп һөйләшкән сабыйҙар булған икән.
     Былар:
     - Сахиб Джөрәеж
     - Йософ ғәләйһис-сәләмдең ғәйепһеҙ икәнлегенә шаһит булған сабый
     - Фирғәүендең сәсен тараусы ҡатындың балаһы
     - Ғайса ғәләйһис-сәләм

     Үлгәстә һөйләшкән заттар
     Үлеп, яңынан телгә килгән заттар бер-нисәүҙер
     - Зәкәриә ғәләйһис-сәләмдең улы Яхья ғәләйһис — сәләм
     - Йәсин сүрәһендә иҫкә алынған Хәбиб ән — Нәжжәр
     - Пәйғәмбәребеҙ (ғәләйһис-сәләм) үә хәҙрәти Ғәли ( разыйАллаһү ғәнһә) нең туғаны, хәҙрәти Джәғфәр Таййәр
     - вәхшиҙәрсә үлтерелгән хәҙрәти шәһид Хөсәйен ибн Ғәли (разыйАллаһү ғәнһә)
     Былар барыһы ла үлтерелгәс тағы бер ҡат телгә килеп хәлдәрен асыҡлағандар.

     Пәйғәмбәр — рәсүлдәр тураһында хөсни — мәғлүмәт
     Әҙәм (ғәләйһис-сәләм) 1000 йыл йәшәгән. Йәки Мәккәлә, йәки Ҡудуста, йәки Һиндостанда ерләнгән.
     Идрис (ғәләйһис-сәләм) ер йөҙө өҫтөндә 865 йыл йәшәгән.
     Нух (ғәләйһис-сәләм), ҡәүеме араһында, 950 йыл буйына йәшәгән. Риүәйәттәргә күрә йәки Ҡәғбәтулла янында, йәки Күфә ҡалаһында Ҡыҙыл тау өҫтөндә ерләнгән.
     Һүд (ғәләйһис-сәләм) 464 йыл йәшәгән. Йемен ерендә Хадрамәут тигән өлкәлә ерләнгән.
     Сәлих (ғәләйһис-сәләм)дең йәшәгән ғүмере билдәһеҙ. Шулай уҡ, Йемен ерендәге Хадрамәут тигән өлкәлә ерләнгән.
     Лут (ғәләйһис-сәләм)нең йәшәгән ғүмере лә билдәле булмаған. Ул Сауғар тигән урында ерләнгән була.
     Ибраһим, Халилүллаһ ( ғәләйһис-сәләм) Туфандан һуң 1263 йыл үткәс тыуған. Ғүмере 200 йыл булған.Ерләнгән урыны әл — Халиль ҡалаһы, Фәләстиндә. Шунда уҡ беренсе Сара абыстай ҙа ерләнгән.
     Исмәғил (ғәләйһис-сәләм) 137 йыл йәшәгән. Мәккәлә, Һәжәр әсә янында ерләнгән.
     Исхак ( ғәләйһис-сәләм) 180 йыл йәшәгән. Ерләнгән урыны атаһы Ибраһим( ғәләйһис — сәләм) янында әл — Халиль ҡалаһында, Фәләстиндә.
     Яғҡуб( ғәләйһис-сәләм) 147 йыл йәшәгән. Мысырҙа вафат була. Васыятын уның үтәп кәүҙәһен әл — Халиль шәһәренә, Фәләстингә алып ҡайтып күмәләр.
     Йосыф (ғәләйһис-сәләм) 110 йыл йәшәгән. Мысырҙа вафат була. Васыятын уның үтәп кәүҙәһен Нәбелес ҡалаһына, Фәләстингә алып ҡайтып күмәләр.
     Шоғайыб (ғәләйһис-сәләм)нең йәшәгән ғүмере билдәле булмаған.Ҡәбере Фәләстиндә Хәттин ауылында, Табарийә өлкәһендә урынлашҡан.
     Әйүб (ғәләйһис-сәләм) 93 йыл йәшәгән.Рәхимә абыстай эргәһендә әс — Сәғүд ауылында, Димәшк тарафтарында ерләнгәндәр.
     Зүл — Кифел(ғәләйһис-сәләм)дең йәшәгән ғүмере шулай уҡ билгеһеҙ. Мысырҙа тыуған. Сәйнә тауында вафат булған. Шәм Шәрифтә атаһы янында күмелгән тиҙәр. Аллаһү әғләм.
     Юныс(ғәләйһис-сәләм)нең ғүмере тураһында ла, ҡәбере урынлашҡан ер участкаһы тураһында ла тулы мәғлүмәт юҡтыр.
     Муса (ғәләйһис-сәләм) 120 йыл йәшәгән. Сәйнәлә тыуған, шунда ерләнгән.
     Һарун (ғәләйһис-сәләм) 122 йыл йәшәгән. Шулай уҡ, Сәйнәлә тыуған, шунда ерләнгән.
     Ильяс (ғәләйһис-сәләм) Бәни Исраил Фәләстин ерҙәренә килеп ингәс тыуған. Ғүмере тураһында мәғлүмәт юҡтыр. Ҡәбере Бәғлбәктә,хәҙерге Любнан илендә (Ливанда) урынлашҡан.
     Ильясағ (ғәләйһис-сәләм) тураһында мөһим мәғлүмәт һаҡланмаған.
     Дауд (ғәләйһис-сәләм) 100 йыл йәшәгән. Шуларҙың 40 йылында батшалыҡта булған.
     Сөләйман (ғәләйһис-сәләм) 52 йыл йәшәгән. Атаһы, Дауд (ғәләйһис — сәләм)дең тәхете уға 12 йәшендә күсә. Атаһы кеүек, 40 йыл буйына падишаһ булған.
     Зәкәриә (ғәләйһис-сәләм) 150 йыл йәшәгән. Малайын, Яхья (ғәләйһис — сәләм)де үлтереүселәр бысҡы менән киҫеп үлтерәләр.
     Яхья (ғәләйһис-сәләм) Ғайса (ғәләйһис — сәләм) менән бер йылда тыуалар. Михраб эсендә үлтерелгән.Мөбәрәк башы Димәшк, Шәм Шәрифтә Ҙур (Аҡ) мәсеттә ерләнгән.

     Ғайса (ғәләйһис-сәләм) ер йөҙөндә 33 йыл йәшәгән. 3 йыл пәйғәмбәр булып йөрөгәс, Аллаһы Тәғәлә уны күккә күтәргән. Әсәһе Мәрйәм унан һуң 6 йыл йәшәп, 53 йәшендә вафат булған.
     Мөхәммәд әл — Мостафа (ғәләйһис-сәләм) 570-сы йылда тыуған. 63 йәшендә вафат булған. Мөбәрәк кәүҙәһе Мәҙинә-и Мөнәүүәрәлә, үҙенең мәсетендә ерләнгән.