Хайбәр ғәзүәһе (һуғышы)

     Худайбиә солохонан һуң, мөшриҡтәр тарафынан ҡурҡыныстар бөткәс, рәсүлуллаһ мосолмандарҙың иң ҙур үә иң ҡеүәтле дошмандары булып, һәр ваҡыт уларға мәшәҡәттәр сығарып тормаҡта булған Хайбәр йәһүдиҙәрен яза итмәк өсөн рәсүлуллаһ ғәскәр әҙерләне. Худайбиәнән ҡайтышлай, Аллаһу Тағәлә, Фәтх сүрәһен иңдереп, Худайбиә солохон рәсүлуллаһ үә мосолмандарға бик файҙалы бер солох икәнлеген бәйән иткән үә Хайбәрҙең еңелеүе менән мосолмандарға шатлыҡ хәбәре биргәйне. Етенсе йыл мөхәррәм айында бер мең дүрт йөҙ (улар эсендә ике йөҙ атлы ине) ҡәҙәр ғәскәр менән Хайбәргә йүнәлде. Улар эсендә Худайбиә ваҡиғаһында ҡатнашҡан сәхрә ғәрәптәре лә бар ине. Сәхрә ғәрәптәренән бик күбеһе был һуғышҡа сығырға теләһәләр ҙә, маҡсаттары фәҡәт ғәнимәт малы алыу булғанлыҡтан, рәсүлуллаһ уларға: «Теләһәгеҙ, сығығыҙ, фәҡәт һеҙгә ғәнимәт бирелмәйәсәк», — тигәне өсөн, улар сыҡманылар, һуғышҡа рәсүлуллаһ ҡатыны Үмм Сәләмә менән бер нисә сәхәбиә лә сыҡҡайны. Мәҙинәлә Сибағ ибн Ғүрфәтә Әл Ғиффәри ҡалды.

     Юлда барғанда рәсүлуллаһтың Ғәмир ибн Әквәгкә шиғыр һөйләргә ҡушыуы, Ғәмирҙең, рәсүлуллаһтың ҡушыуы буйынса, гүзәл тауыш менән көйләп барыуы билдәлелер. Ғәскәр таңға ҡаршы Ғатафаи менән Хайбәр араһында Ражиғ исемендәге бер ергә урынлашты. Был ерҙе ихтыяр итеү Ғатафан ҡәбиләһенең йәһүдиҙәргә ярҙамын киҫеү өсөн ине. Иртә менән ҡоралдарын күтәреп эшкә сыҡҡанда, Хайбәр халҡы рәсүлуллаһтың ғәскәрен күреп шашып ҡалды һәм ҡәлғәләренә инеп бикләнде.
     Хайбәр бер-береһенән айырым Нәтат, Әшшиҡ, Кәсибә, исемендәге өс ҡәлғәнән ғибәрәт булып, быларҙың әүәлгеһе— өс (Хисну Нәғим, Хисну Сәғб, Хисну Киля), икенсеһе — ике (Хисну Үбә, Хисну Бәри), өсөнсөһө — өс (Хисну Камус, Хисну Вәтих, Хисну Сүләлим) ҡәлғәнән ғибәрәт ине. Рәсүлуллаһ иң башлап әүәлге ҡәлғәләрҙе ҡамап алырға ҡарар биреп, ҡәлғәләрҙең ҡояш сыға торған тарафына уҡ барып етә алмаҫлыҡ урынға ғәскәрҙе урынлаштырҙы. Дошманды бирелеүгә мәжбүр итеү ниәте менән хөрмә ағастарын киҫәргә әмер итте. Дүрт йөҙ хөрмә ағасы киҫелеп, унан һис бер файҙа булмағас, киҫеүҙән туҡталып, Хисн Нәғимгә уҡ ата башланылар. Ошбу ҡәлғәне алты көн ҡамап торған хәлдә һис бер нәтижә сыҡманы. Был ваҡыт рәсүлуллаһ әләмде сират буйынса һәр көн сәхәбәләрҙең береһенә бирә ине. Кис һәм төндә ғәскәрҙе ҡарауыллау өсөн һаҡсылар ҙа ҡуя ине. Алтынсы көндөң кисендә сират буйынса ғәскәр һаҡсыһы булған Ғүмәр ибн Хаттаб ҡәлғәнән сыҡҡан бер йәһүдиҙе тотоп рәсүлуллаһ хозурына килтерҙе. Йәһүди, әгәр рәсулуллаһ именлек бирһә, бәғзе белгәндәрен һөйләйәсәген белдерҙе. Рәсүлуллаһ быға именлек бирҙе. Шунан һуң йәһүди : «Ҡәлғәләге халыҡ бала-сағаларын Хисн Шикҡа күндерҙе, иртәгә һеҙҙең менән һуғышҡа сығалар. Әгәр шул ҡәлғәне ала алһағыҙ, унда тимер кейем, ҡылыс һәм ҡәлғә стенаһын тишә торған таш ата торған ҡоралдар булған бер урынды күрһәтәсәкмен. Уларҙы ҡулға алһағыҙ, башҡа ҡәлғәләрҙе алыу һеҙгә ҡулай буласаҡ», — тине. Шул кис менән рәсүлуллаһ: «Иртәгә әләмде шундай кешегә бирәсәкмен ки, Аллаһ үә рәсүле уны һөйә, ул да Аллаһуҙы үә рәсүлен һөйә», — тине. Сәхәбәләрҙән һәр ҡайһы әләмде үҙенә биреүен өмөт итеп йоҡланылар. Хатта Ғүмәр ибн Хаттабтың: «Был көндө өмөт иткән шикелле өмөтләнгәнем юҡ ине», — тигән һүҙе риүәйәт ителәлер. Иртә менән рәсүлуллаһ Ғәли ибн әби Талибты саҡырып әләмде уға бирҙе.
                                             Ике кешенең ҡара-ҡаршы һуғышыуы
     Ғәскәр ҡәлғәгә яҡынлаша башланы. Был ваҡыт дошман да һуғышҡа әҙерләнеп тормаҡта ине. Ике тараф ғәскәре бер-береһенә ҡаршы сафҡа теҙелгәс, йәһүдиҙәрҙән береһе майҙанға сығып ҡара-ҡаршы, бергә-бер һуғышыуҙы талап итте. Ғәли ибн әби Талиб сығып быны үлтерҙе, һуңынан ғәскәрҙең иң баһадирҙарынан булған Мәрхәб сығып, уйың менән һуғышыуҙы талап иткәс, Мөхәммәд ибн Мәсләмә, рәсүлуллаһтан рөҡсәт алып, быға ҡаршы сыҡты һәм бер ҡәҙәр һуғышҡандан һуң уны үлтерҙе. Шунан һуң Мәрхәбтең борадары Ясир сыҡты. Быны Зүбәир ибн Ғәүүәм үлтерҙе. Бынан һуң Ислам ғәскәре, бик көслө һөжүм итеп, ҡәлғәгә керҙе. Дошман быға яҡын булған Сәғбкә ҡасты. Сәғбтә урынлашып, йәһүдиҙәр Ислам ғәскәрен еңеүгә яҡынлашһалар ҙа, ахырҙа мосолмандар был ҡәлғәне лә алдылар. Был ике ҡәлғәлә Ислам ғәскәре бик күп аҙыҡ, ғәнимәт алды. Ошбу ҡәлғәләр алынғас, йәһүдиҙәр Киләгә кереп бикләнделәр. Ул да ҡамап алынды.
     Фәҡәт ҡәлғә бик ныҡ булып, дошман да ҙур ғәйрәт күрһәткәнлектән, өс көн дауам иткән ҡамап тороу бер нәтижә лэ бирмәне. Ниһәйәт, дүртенсе көн әсир төшкән бер йәһүдиҙең өйрәтеүе буйынса, ҡәлғәгә керә торған һыуҙы туҡтатып, дошманды ҡәлғәнән сығырға мәжбүр иттеләр.Ҡәлғәнән сығып, дошман оҙаҡ һуғыша алманы, еңелеп, Шикҡа ҡасып бикләнде. Ислам ғәскәре уларҙы ҡыуып, Убәне ҡамап алды. Фәҡәт нисә көндәрҙән бирле һуғыш ҡылған үә ҡамалыу аҫтында ҡалған дошман, ни ҡәҙәр ҡаршы торорға тырышһа ла, еңелеп, Бәригә ҡасты. Бәриҙә дошман ҡаты рәүештә ҡаршы торғанлыҡтан, таш ата торған ҡорал ҡулланырға тура килде. Дошман ғәскәре, мосолмандарға ҡаршы тора алмағанлыҡтан, Кәсибәгә ҡасырға мәжбүр булды. Кәсибә ҡәлғәләренән иң элек Камус ҡамап алынды. Был ҡәлғә Хайбәр ҡәлғәләренән иң ҙурыһы үә иң нығытылғаны ине.
     Шуның өсөн Ислам ғәскәре быны баҫып алыуҙа ғәйәт мәшәҡәттәр сикте. Ниһәйәт, егерме көн дауам иткән ҡамап алыу һуңында Ғәли ибн әбү Талиб етәкселегендә еңеүгә ирештеләр.      Зекер ителгән ҡәлғәлә ибн Әхтабтың ҡыҙы Сафия әсир алынды.
     Бынан һуң ҡалған ике ҡәлғәлә (Әл Вәтих, Әс Сүләлим), булған дошман артыҡ ҡаршы торманы, килешеү солохо һорарға мәжбүр булды. Ошбу ҡәлғәлә «100 тимер кейем, 400 ҡылыс, 100 һөңгө ғәнимәт алынды.
     Килешеү солохо буйынса Хайбәр йәһүдиҙәре, өҫтәрендәге кейемдәренән башҡа һис нәрҫә алмайса, ҡатын үә балалары менән Хайбәрҙе ташлап китергә булдылар. Фәҡәт һуңынан йәһүдиҙәрҙең үтенеүе буйынса, Хайбәрҙә йыйылған уңыштың яртыһың биреп тороу шарты менән рәсүлуллаһ уларҙы Хайбәрҙә ҡалдырҙы. Ләкин теләгән ваҡытта уларҙы сығарырға ихтыярлы ине.
     Солох яһағанда рәсүлуллаһ йәһүдиҙәргә Хайбәрҙәге малдарҙы йәшермәҫкә шарт иткән, йәшергән кешене үлтертәсәген һөйләгән ине. Кинәнә ибн Рабиғ, Хүяй ибн Әхтабтан ҡалған ғәйәт ҡиммәтле зиннәттәрҙе йәшереп тотҡанға, рәсүлуллаһ уны үлтертте. Хайбәр һуғышында Ислам ғәскәренән шәһит булған кешеләр ун биш булып, дошмандан туҡһан өс кеше үлтерелде.
                                                                Сафияға өйләнеү
     Әсир алынған Сафия ибн Хүяй Исламды ҡабул иткәнлектән, рәсүлуллаһ быны үҙенә никахланы. Атаһы, ире үә башҡа бик күп яҡындары үлтерелеп, күңеле һыныҡ булған бер ҡатындың хәтерен табыу үә күңелен шатландырырлыҡ бынан да артыҡ эш юҡ ине.
                                                       Рәсүлуллаһҡа ағыулы ит тәҡдим итеү
     Хайбәр фәтех ителеп солох яһалғас, Сәллам ибн Мушкәм ҡатыны Зәйнәб бинт Харис, ҡуй ите бешереп, рәсүлуллаһ үә сәхәбәләргә тәҡдим итте. Рәсүлуллаһ итте ауыҙына алыу менән ағыуланғанлығын һиҙеп, итте кире төкөрҙө. Сәхәбәләрҙән Бәшәр ибн Бәрра ағыуланып вафат булды. Йәһүдиә саҡырылып, ҡылғап эшенең сәбәбе һоралды. Быға ҡаршы ул: «Әгәр пәйғәмбәр булһа, уға зарар итмәҫ, әгәр ялғансы булһа, унан ҡотолорбоҙ тип эшләнем был эште», — тине. Рәсүлуллаһ быны башта ғәфү итһә лә, Бәшәр ибн Бәрра вафат булғанлыҡтан, касас итеп ул ҡатынды үлтертте. Ошбу ағыу рәсүлуллаһҡа тәьҫир итеп, унан һәр ваҡыт шиҡәйәт әйтканлеге, хатта сирләгән ваҡытында ла шуны иҫенә тошороп, ауырыуын шунан күргәнлеге риүәйәт ителәлер.
                                                       Хәбәштән мөһәжирҙәрҙең ҡайтыуы
     Рәсүлуллаһ Хайбәрҙе еңгән ваҡыттарҙа Хәбәштәге мөһәжирҙэрҙең һуңғы булған Йәғфәр ибн әби Талиб, Әбү Муса Әл Әшғәри үә иптәштәре ҡайтып киттеләр. Рәсүлуллаһ үә сәхәбәләр уларҙы күреп бик шатландылар. Рәсүлуллаһтың Йәғфәрҙең маңлайынан үбеп: «Белмәйем, ҡайһы менән шатланайым, Хайбәрҙең еңеүе менәнме, әллә Йәғфәрҙең ҡайтыуы менәнме», — тийеүе билдәлелер.
     Исламды ҡабул иткән Дәүе ҡәүеме рәйестәре Ғәмир ибн Түфәйл дә улар менән Мәҙинәгә һижрәт итеп килде. Рәсүлуллаһтың Хайбәрҙә икәнлеген белгәс, бер сәғәт тормайса уға ярҙам итергә Хайбәргә киттеләр. Ләкин улар Хайбәргә еткәндә, Хайбәр алынғайны инде. Ошбу килгән кешеләр араһында мәшһүр Әбү Һөрәйрә лә бар ине. Хайбәр ғәнимәтенән рәсүлуллаһ Хәбәшә мөһәжирҙәренә Дәүс әһленә лә өлөш сығарҙы. Хайбәр ғәнимәттәре икегә бүленеп, бер өлөшө рәсүлуллаһтың үҙенә булды. Был өлөштән рәсүлуллаһ үҙенен, ҡатындарына, яҡындарына (Ғабдел Мутталиб һәм һашим балаларына) үә башҡа ихтыяжы булған кешеләргә өлөш сығарҙы. Ҡалған өлөш ғәскәрҙең атлыға өс, йәйәүлегә бер өлөш итеп бүленеп бирелде.
                                                            Фәдәктең алыныуы
     Хайбәрҙе алғас, рәсүлуллаһ, Хайбәргә яҡын булған Фәдәк йәһүдиҙәренә Мухайяса ибн Мәсғүдте ебәреп, уларҙың бирелеүҙәрен талап итте. Ҡарышҡан осраҡта Хайбәр йәһүдиҙәренә булған мөғәмәлә лә уларҙы көткәнлектән, улар, ярты ерҙәрен биреп, рәсүлуллаһ менән солох яһанылар. Фәдәк ерен рәсүлуллаһ сәхәбәләр араһында бүлеп бирмәне. Сөнки был ер һуғышмайса, еңеллек менән алынды. Был ерҙән рәсүлуллаһ үҙе үә өй әһелдәре файҙалана, мохтаждарға үә мәмләкәт ихтыяждарына сарыф итә ине. Фәдәк халҡы Ғүмәр хәлифә заманына ҡәҙәр ерҙәрендә ҡалдылар. Уның хәлифәтендә йәһүдиҙәрҙе Хижаздан һөрөргә ҡарар бирелгәс, уларҙың ерҙәрен ғәҙел кешеләрҙән иҫәпләтеп, аҡсаһын бирҙе, һуңынан улар Шам тарафтарына ебәрелделәр. (Ибн Әсир 2 ж, 85 с.).
                                                         Вәди Кураның алыныуы
     Хайбәр үә Фәдәкте алып Мәҙинәгә ҡайтышлай, рәсүлуллаһ Вәди Кураны алыр өсөн шул ауылға килде. Вәди Кура йәһүдиҙәре, алдан әҙерләнмәгән булһалар ҙа, рәсүлуллаһтың ғәскәрен уҡ атып ҡаршы алдылар. Рәсүлуллаһ, ғәскәрен сафлап, әләмде Сәғд ибн Ғүбәдәгә бирҙе, һуғышҡа керешкәнсе, уларҙы Исламға дәғүәт итһә лә, улар ҡабул итмәнеләр.
     Һуғыш мубәразә менән башланып, кискә ҡәҙәр дауам итте. Шул ваҡытта мосолмандарҙан берәү, йәһүдиҙәрҙән ун өс кеше үлтерелде. Был ҡәҙәр ғәскәргә ҡаршы тороп файҙа сыҡмаясағын аңлаған йәһүдиҙәр иртә менән рәсүлуллаһҡа бирелергә мәжбүр булдылар. Рәсүлуллаһ Вәди Курала дүрт көн ҡалып, алынған ғәнимәттәрҙе ғәскәргә бүлеп бирҙе.
     Һуңынан, Хайбәр йәһүдиҙәренә ҡуйған шарттар бәрәбәренә улар менән солох яһап, Мәҙинәгә ҡайтты. Рәсүлуллаһ заманында Хайбәр үә Вәди Куралағы уңыштарҙы алып китер өсөн Ғабделлаһ ибн Раухә, ул вафат булғас, уның урынына Жәббәр ибн Сахр ибн Үмәйә бара ине.
     Хайбәр үә Вәди Кура йәһүдиҙәренең хәбәре Тәймә йәһүдиҙәренә ирешкәс, рәсүлуллаһҡа илсе ебәреп, һәр йыл билдәләнгән миҡдарҙа һалым биреп тороу шарты менән үҙҙәренә солох яһаны.
                                        Халид ибн Вәлидтең үә иптәштәренең Исламға килеүҙәре
     Ислам ғәскәре Хайбәр һуғышынан ҡайтҡас, Мәккә мөшриҡтәренән Халид ибн Вәлид, Ғәмр ибн Ғас үә Ғусман ибн әби Талха, Мәҙинәгә килеп, Исламиәтте ҡабул иттеләр. Рәсүлуллаһ үә сәхәбәләр уларҙың Исламиәтте ҡабул итеүҙәренә бик шатландылар. Сөнки улар өсөһө лә Мәккәнең бөйөктәренән һәм мәшһүрҙәренән инеләр. Халид ибн Вәлид бер баһадир үә командан булып, Ғәмр ибн Ғас та , бер командам үә бик аҡыллы кеше ине. Бындай кешеләрҙең мөшриҡтәрҙән айырылыуҙары мөшриҡтәр өсөн ҙур юғалтыу ине. Бынан һуң мөшриҡтәрҙең ҡеүәте кәмене. Ислам әһелдәремен ҡеүәте артты үә рухтары күтәрелде. Халид ибн Вәлид рәсүлуллаһҡа: «Йә, рәсүлуллаһ, һиңә ҡаршы күп һуғыштарҙа булдым, быны ғүфү ит, Аллаһуҙан миңә ғәфү һора», — тине. Быға ҡаршы рәсүлуллаһ: «Ислам әүәлге гонаһтарыңды ғәфү итә», — тип яуап бирҙе. Рәсүлуллаһ Халид ибн Вәлид үә Ғәмр ибн Ғасты күп һуғыш сәфәрҙәренә баш итеп ебәрҙе.

                                                        Хәҙрәт Мөхәммәд саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм китабынан, Сөнғәтулла Бикбулат