Әл-Хәндәҡ йәки әл-Әхзәб алышы
Бишенсе йылдың шәүүәл айында әл-Хәндәҡ йәки әл-Әхзәб алышы була. Хәл иткес һәм михнәтле һуғыш. Мосолмандар бик ауыр һынауҙарға дусар ителә. Уларҙың был көндәгенән дә хәтәрерәк Һынау күргәндәре булмаған. Ошо турала Аллаһ Тәғәлә былай ти: «Бына улар өҫтән дә, аҫтан да уратып алды. Һеҙҙең күҙегеҙ аларҙы, йөрәгегеҙ боғаҙығыҙға килде. Аллаһ тураһында төрлө нәмә уйланығыҙ. Шунда мөьминдәргә һынау булды: улар, бик ҡаты тетрәнеп, ҡойолоп төштө» (Ҡөръән. 33:10-11).
Алыштың сәбәпсеһе йәһүдтәр була. Бану Нәдир Һәм Бану Вәил ҡәбиләләре халҡынан йыйылған төркөм ҡурәйштәрға килә лә, уларҙы Аллаһ Рәсүленә ҡаршы сығырға ҡоторта башлай. Быға тиклем һуғыш афәте кисергән, уның утлы ғазаптарын татыған ҡурәйштәр ҡурҡып ҡала һәм һуғыштан баш тарта. Йәһүдтәр уларҙы үҙҙәренең делегацияһы менән ҡыҙыҡһындыра башлай, һуғышты бик еңел һәм ваҡ итеп күрһәтергә тырышып: «Уны тулыһынса юҡ иткәнгә тиклем беҙ һеҙҙең менән буласаҡбыҙ», тиҙәр. Быны ишеткән ҡурәйш халҡы ҡыуанып китә. Йәһүдтәрҙең саҡырыуы уларҙы ҡапыл йәнләндереп ебәрә. Күмәкләшеп йыйылып, кәңәш ҡоралар, делегация артабан Ғәтәфән ҡәбиләһенә юллана. Уларҙы ла алышҡа саҡыра башлайҙар. Бөтә ҡәбиләләрҙе лә урап сығалар ҙа Мәҙинәлә буласаҡ яуҙың ҡурәйштәр менән килешеп эшләнеүе хаҡында иҫкәртәләр.
Барыһы ла ҡуйылған шарттар менән килешә. Ҡурәйштәр — дүрт мең, Ғәтәфән халҡы алты мең һуғышсы әҙерләй. Йәмғеһе ун мең һуғышсы булып китә. Ғәскәр менән идара итеү Әбү Суфйан ибн Хәрбкә йөкмәтелә.
Мөьмин хикмәте
Мосолмандар Мәҙинәлә урынлашырға һәм һаҡланыу сараларын күрергә була. Уларҙың ғәскәрендә һуғышсылар һаны өс меңдән дә артыҡ булмай.
Сәлмән әл-Фәрисий (радыйаЛлаһу ғәнһү) һаҡһыҙ ҡалған әл- Хәндәҡ яғына күрһәтә һәм былай ти: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Фарсылар ерендә булғанда, атлы ғәскәрҙән ҡурҡып, унан һаҡланыу өсөн ур ҡаҙа торған инек». Аллаһ Рәсүле ﷺ, уның фекерен ҡабул итеп, һөжүм хәүефе янаған, һаҡһыҙ ҡалған яҡта нығынырға ҡуша.
Пәйғәмбәр ﷺ сәхәбәләренә ур ҡаҙыу эштәрен бүлеп бирә. Унар кешенән торған төркөмдәргә ҡырҡар терһәк оҙонлоғонда ер тәғәйенләнә.
Мосолмандарҙың бер-береһенә ярҙам итеүендә тигеҙлек
Аллаһ Рәсүле ﷺ башҡаларға өлгө күрһәтеп, үҙе лә ур ҡаҙыуҙа ҡатнаша. Тырышып-тырмашып, ен һыҙғанып эшләйҙәр. Ул ваҡытта көндәр бик һыуыҡ була. Ашарҙарына ла саҡ-саҡ ҡына тамаҡ ялғарлыҡ аҙыҡ табалар. Ҡайһы саҡта уныһы ла булмай.
Әбү Талха (радыйаЛлаһу ғәнһү) былай тип һөйләй: «Беҙ Аллаһ Рәсүле ﷺ алдында ас булыуыбыҙға зарлана инек. Аҙаҡ асығыу тойғоһон баҫыу өсөн эсебеҙгә таш бәйләп йөрөй башланыҡ. Аллаһ Рәсүле ﷺ хатта ике таш бәйләп тороп алды».
Ни генә булмаһын, улар үҙҙәрен бәхетле тоя, Аллаһҡа маҡтау әйтә. Шиғыр сығарып, шуны һөйләй-һөйләй, башҡаса зарланмайса, арыуҙарын тоймайса эштәрен дауам итәләр.
Әнәс (радыйаЛлаһу ғәнһү) һөйләүенсә, мөһәжирҙәр һәм ансарҙар иртәнге һалҡында ур ҡаҙыу эше менән булғанда уларҙың янына Аллаһ Рәсүле ﷺ килә (уларҙың ҡолдары булмай). Сәхәбәләренең ни тиклем ауырлыҡ кисереп, аслыҡта йөрөгәнен күргән Пәйғәмбәр ﷺ: «Йә Аллаһ! Ахирәт рәхәтлектәренән башҡа рәхәтлек юҡ. Ансарҙарға һәм мөһәжирҙәргә бәрәкәт бир», — ти. Яуап былай була: «Беҙ Мөхәммәткә ﷺ йыһат вәғәҙә иткәнбеҙ һәм уны һис ҡасан боҙмабыҙ».
Мосолмандар урҙың, бер ерендә ҙур ҡаты ташҡа тап була. Үны ни эшләтергә белмәй аптыранып, Аллаһ Рәсүленә зарлана башлайҙар. Мөхәммәт ﷺ кәйлә алып: «Бисмилләһ», — ти ҙә ныҡ итеп һуғып ебәрә. Таштың өстән бер өлөшө кителеп төшә. Ошонан һуң былай тип һөйләп алып китә: «Аллаһ бөйөк! Миңә Шам ерҙәренең асҡыстары бирелде. Аллаһ менән ант итәм! Мин уның һарайҙарын күрәм!» Аҙаҡ икенсе тапҡыр һуғып ебәреп, тағы бер өлөшөн онтайҙа: «Аллаһ бөйөк! Мин Фарсы ерҙәренең асҡыстарын алдым. Аллаһ менән ант итәм! Мин аҡ һарайҙы күрәм!» — ти. Һуңынан «Бисмилләһ» әйтеп, өсөнсө тапҡыр һуғын ебәреп, ташты тулыһынса яра ла: «Аллаһ бөйөк! Мин Йәмән ерҙәренең асҡысын алдым. Аллаһ менән ант итәм! Торған урынымдан Сәнғә ишектәрен күрәм!» — ти.
Пәйғәмбәрҙең ﷺ яу ваҡытындағы мөғжизәләре
Аллаһ Рәсүле ﷺ тарафынан мөғжизәләр тыуҙырыла башлай. Шулай эшләп йөрөгәндә урҙың ҡайһы бер өлөшөндәге ҙур таштар мосолмандарҙың эшеп ауырлаштыра. Пәйғәмбәр ﷺ доға уҡый- уҡый һыулы һауытҡа төкөрә. Аҙаҡ Аллаһҡа ғына билдәле булған ниндәйҙер доға уҡып, шул һыуҙы таштың өҫтөнә ҡойһа, ул тулыһынса ҡойолоп төшөп, ҡомға әүерелә.
Әҙ генә күләмдәге аҙыҡта ла бәрәкәт барлыҡҡа килә. Уның менән бик күп кеше туҡлана ала, хатта тулы бер ғәскәргә лә етә.
“Аллаһ Үҙе хөкөм итһен!”
Ҡурәйш һәм Ғәтәфән ҡәбиләләре барлыҡ кәрәкле әйберҙәре менән Мәҙинә алдына килеп туҡтай. Улар йәмғеһе ун мең кеше була. Аллаһ Рәсүле ﷺ өс мең мосолман менәм сыға. Улар араһында ур тора.
Мосолмандар менән Бану Ҡурайҙа араһында килешеү була. Бану Нәдирҙең Хөйәй ибн Әхтәт исемле күренекле бер кешеһе теге яҡты килешеүҙе боҙорға ҡоторта башлай. Бану Ҡурайҙа кешеләре оҙаҡ ваҡыт икеләнеп, баш тартып йөрөғәндән һуң ризалыҡ биреп ҡуя. Аллаһ Рәсүленә был хаҡта билгеле булғас, ул бындай хыянатты бик ауыр ҡабул итә. Хәүеф-хәтәр күбәйә. Ҡайһы бер монафиктарҙың ысын йөҙө асыла.
Аллаһ Рәсүле Ғәтәфән менән килешеү төҙөргә йыйына. Әгәр ҙә ғәскәрҙәре менән сығып китергә ризалашһалар. Мәҙинәлә алынған уңыштың өстән бер өлөшөн уларға бирергә уйлай. Аҙаҡ был уйынан кире ҡайта — быға Сәғед ибн Мөғәҙ менән Сәғед ибн Ғөбәйҙә (радыйаЛлаһу ғәнһүмә) исемле сәхәбәләренең ныҡышмалылығын, ғорурлығын, дошман алдында бирешеп ҡалмауын күреү булышлыҡ итә. Уларҙың береһе былай ти: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Беҙ ҙә, тегеләр ҙә Аллаһҡа тиңдәш ҡуйып, ширк юлында булдыҡ. Боттарға ғибәҙәт ҡылдыҡ. Аллаһҡа табынманыҡ, Уның хаҡында белмәнек. Улар Мәҙинәнең бер бөртөк финигын ғына ла йә һыйланғанда, йә аҡсаға һатып алып ҡына ашай ала ине. Аллаһ Үҙ мәрхәмәте менән беҙҙе мосолман итте, һинең аша беҙгә тура юл күрһәтте, беҙҙе көслө итте. Ошонан һуң беҙ уларға үҙ милкебеҙҙе биреп ҡуйырға тейешме ни?! Бындай эш кәрәкмәй беҙгә! Аллаһ менән ант итәм: беҙ уларға ҡылыстан башҡа бер ни бирмәбеҙ! Беҙҙе һәм уларҙы Аллаһ Үҙе хөкөм итһен әйҙә!» Аллаһ Рәсүле «Мәйелең», — тип кенә ҡуя.
Ислам һәм йәһиллек һыбайлылары араһында
Аллаһ Рәсүле менән мосолмандар һаман дошман ҡамауы эсендә ҡала бирә. Улар араһында алыш булмай әле: ҡурәйштәрҙең һыбайлылары аттарын ҡыуа-ҡыуа сабып килә лә ур янында туҡтап ҡала. Соҡорҙо күргәс: «Аллаһ менән ант итәм! Был -аҫтыртын бер эш, мәкер бит. Ғәрәптәрҙең ундай тоҙаҡты бер ҙә күргәне юҡ ине әле», — тиешәләр.
Аҙаҡ ҡайһы бер һыбайлылар урҙың тар ере аша аттары менән икенсе яҡҡа сыға. Араларында Ғәмер ибн Ғәбдүөдди тигән билдәле сабышсы ла була, уның һәләтен мең һыбайлыныҡына тиңләйҙәр.
Ғәмер ибн Ғәбдүөдди мосолмандар янына килеп туҡтай ҙа: Кем күҙгә-күҙ ҡарашып көрәшергә теләй?» тип һорай. Ғәли ибн Әбү Талиб (радыйаЛлаһу ғәнһү) килеп сыға ла: «Йә, Ғәмер! Әгәр ҙә ҡурәйштәрҙән кемдер берәү ике үтенес менән мөрәжәғәт итһә, шуларҙың береһен үтәйәсәкмен, тип һүҙ биргәнһең түгелме?» — тип һорай. Ул: «Әйе», тип яуап бирә. Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Беренсенән, мин һине Аллаһтың һәм Уның Рәсүленең юлына, йәғни Исламға саҡырам», ти. Тегеһе: «Миңә бының кәрәге юҡ», ү тип кенә ҡуя. Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Ул сағында мин һине алышҡа саҡырам», — ти. Ғәмер: «Ни өсөн, энем?! Аллаһ менән ант итәм! Минең һине үлтергем килмәй», — тип ҡаршы сыға. Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһү) уға: «Аллаһ менән ант итәм! Ә минең һине үлтергем килә!» — ти. Асыуы ҡабарған Ғәмер эйәрҙән һикереп төшә лә атының аяҡтарына һуға, йоҙроғо менән моронона тондора. Аҙаҡ Ғәлигә (радыйаЛлаһу ғәнһү) ташлана. Өйөрөлә-өйөрөлә ҡылыс менән алышырға тотоналар. Ахырҙа Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһү) уны үлтереп ҡуя.
Әсә улын көрәшкә һәм шаһитлыҡҡа илһамландыра
Мөьминдәр әсәһе Ғәйшә (радыйаЛлаһу ғәнһә) һөйләүенсә, бер көндө ул мөслимә ҡатындар менән бергә Бану Хәриҫ ҡәлғәһендә була. Ул саҡта уларға хижәб кейеү фарыз ителмәгән була әле. Быларҙың эргәһенән ҡыҫҡа ғына тимер күлдәктә Сәғед ибн Мөғәҙ (радыйаЛлаһу ғәнһү) үтә. Ҡулы хатта терһәктәренә тиклем асыҡ була. Ҡулында ғорур рәүештә һөңгө тотҡан егет Хәмәл ибн Сәгдәндең шиғырын уҡый: «Мин — Хәмәл. Бик аҙ ғына ваҡыт алыштың шаһиты булдым. Мәле еткән булһа, үлемдең бер ниндәй ҙә ауырлығы юҡ». Сәғедтең әсәһе: «Дөрөҫ, улым. Ә һин, Аллаһ менән ант итәм, һуңлап бараһың», — ти. Ошонан һуң Сәғед (радыйаЛлаһу ғәнһү) Бану Ҡурайҙа яуы ваҡытында уҡ менән яралана һәм йәрәхәттәрҙән үлеп ҡала.
Күктәр һәм ер ғәскәре
Мөшриктәр ғәскәре мосолмандарҙы ҡәлғә кеүек уратып, ҡамап ала. Уларҙы бер айға яҡын һәр яҡтан да ҡамауҙа тоталар. Һынау киҫкенләшкәндән-киҫкенләшә. Монафиктарҙың ысын йөҙө асыла башлай. Ҡайһы берәүҙәре Аллаһ Рәсүленән Мәҙинәгә ҡайтырға рөхсәт һорай. «Ә икенсе төркөмө: «Беҙҙең өйҙәребеҙ һаҡһыҙ», — тин, пәйғәмбәрҙән (ҡайтырға) рөхсәт һораны. Әммә уларҙың өйө һаҡһыҙ түгел ине, улар ҡасырға уйлай ине» (Ҡөръән, 33:13).
Аллаһ Рәсүле ﷺ һәм уның сәхәбәләре Аллаһ һүрәтләгәнсә хәүеф һәм ҡайғы-хәсрәт хәлендә булған саҡта уларҙың эргәһенә Нөғәйем ибн Мәсғүд (радыйаЛлаһу ғәнһү) килә лә: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Мин Ислам ҡабул иттем, әммә халҡым был хаҡта белмәй әле. Ни теләйһең, шуны бойор миңә», — ти. Аллаһ Рәсүле «Һин беҙҙең арала үҙең генә. Үҙеңдең кешеләреңә бар. Әгәр ҙә булдыра алһаң, уларҙың беҙгә ҡаршы һуғышырға теләген һүндер, һуғыш — ул хәйләләшеү бит», — ти.
Нөғәйем (радыйаЛлаһу ғәнһу) кире Бану Ҡурайҙа ҡәбиләһенә бара ла улар менән әңгәмәләшә. Уларҙың күңелендә бөтөнләй сит яҡтан булған Ҡурәйш һәм Ғәтәфән ҡәбиләләре менән булған дуҫлыҡ һәм килешеү хаҡында шик уята. Һәм үҙҙәренең илендә йәшәгән, күрше булып торған мөһәжирҙәр һәм ансарҙар менән дошманлашыуға икеләнеп ҡарарға мәжбүр итә. Ҡурәйштәрҙың һәм ғәтәфәндәрҙең билдәле кешеләрен аманат итеп алмайынса тороп, улар менән бергә көрәшкә сығырға ярамауына ишара ла яһай. Был алданып ҡалмауға ышанысты арттырасаҡ, тип белдерә. Йәһүдтәр уға: «Һин беҙгә бик яҡшы кәңәштәр бирҙең», ти.
Нөғәйем (радыйаЛлаһу ғәнһү) аҙаҡ уларҙы ҡалдырып, ҡурәйш ҡәбиләһе халҡына китә. Улар менән ихлас һөйләшеп изге ниәт менәм йөрөүен күрһәтә. Йәһүдтәр үҙ ҡылыҡтары өсөн үкенә, шуға күрә һеҙҙең билдәле кешеләрегеҙҙе аманат булараҡ алып, аҙаҡ Пәйғәмбәргә ﷺ һәм уның сәхәбәләренә язалау өсөн биреп ебәрергә уйлай, тип тә хәбәр итә. Иң һунынан үҙ ҡәбиләһе булған Ғәтәфән халҡына бара ла ҡурәйштәргә һөйләгәндәрҙе уларға да бәйән итә.
Күкрәктәрендә йәһүдтәргә ҡарата асыу ҡайнаған ике яҡ та бик уяу булырға ҡарар итә. Шулай итеп, союздаш ҡәбиләләр тарҡалыуға табан бара башлай. Бөтәһе лә бер-береһенә шикләнеп ҡарай, хәүефләнә.
Әбү Суфйан һәм Ғәтәфән башлыҡтары мосолмандар менән хәл иткес көрәшкә сығыуҙы ашыҡтыра башлай. Ә бының менән бик риза булмаған йәһүдтәр уларҙан аманат талап итә. Шулай итеп, ҡурәйштәр өсөн дә, ғәтәфәндәр өсөн дә Нөғәйем ибн Мәсғүд (радыйаЛлаһу ғәнһү) һөйләгәндәр раҫлана. Йәһүдтәрҙең талабын үтәүҙән баш тарталар. Тегеләр өсөн дә ҡурәйштәр менән ғәтәфәндәрҙең ышанысһыҙлығы асыҡлана. Шулай итеп союздаштар бер-береһен ҡалдыра. Берҙәмлек юҡҡа сыға, уртаҡ фекергә килеп булмай.
Аллаһ Үҙ Пәйғәмбәренә ﷺ мәрхәмәтен күрһәтә: союздаш ҡәбиләләрҙе ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә көслө һалҡын менән ыҙалата. Ел уларҙың ҡаҙандарын алып бәрә, палаткаларын туҙҙыра. Әбү Суфйан тороп баҫа ла: «Эй, ҡурәйш халҡы! Аллаһ менән ант итәм! Һеҙҙең торор урынығыҙ юҡ, дөйәләр һәм аттар ҡырыла. Бану Ҡурайҙа, биргән вәғәҙәһен боҙоп, һеҙгә ҡарата насар мөғәмәлә күрһәтте. Күреүегеҙсә, беҙ көслө елгә тап булдыҡ. Ҡаҙандарҙы ла, усаҡты ла, палаткаларыбыҙҙы да тоторлоҡ түгел. Китегеҙ һеҙ, мин дә китәм», — ти. Бәйле торған дөйәһе эргәһенә барып, уға атлана ла һуғып ебәрә.
Ғәтәфәи халҡы ла, ҡурәйштәрҙең ни эшләүе хаҡында ишеткәс, кирегә боролоу яғын ҡарай. Аллаһ Рәсүле намаҙ уҡып торған саҡта күҙәтеүсе булараҡ ебәрелгән Хөҙәйфә ибн әл-Йәмән (радыййаллаһу ғәнһү) ҡайтып, яҡшы хәбәр килтерә. Ни күргәндәрен асыҡ бәйән итеп һала ул.
Таң атҡас, Мөхәммәт ﷺ, урҙы ҡалдырып. Мәҙинәгә әйләнеп ҡайта. Мосолмандар ҙа ҡоралдарын һала. Аллаһ Тәғәлә ул хаҡта былай ти: «Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Аллаһ биргән нигмәтте иҫкә алығыҙ. Һеҙгә кафыр ғәскәре килгәндә, Беҙ уға ҡаршы һеҙҙең күҙгә күренмәгән ел менән ғәскәр ебәрҙек, һеҙҙең ни эшләгәнде Аллаһ күреп тора!» (Ҡөръән, 33:9).
Бөйөк Раббыбыҙ тағы ла былай ти: «Ғәйрәтле кафырҙарҙы Аллаһ кире ҡаҡты. Улар яҡшылыҡ тапманы. Мөьминдәрҙе Аллаһ һуғыштан ҡотҡарҙы. Аллаһ ҡеүәтле, олуғ!» {Ҡөрьән, 33:25).
Һуғыш тамамлана. Унан һуң ҡурәйш халҡы мосолмандар менән алышҡа кире әйләнеп ҡайтмай. Аллаһ Рәсүле ﷺ «Ошоларҙан һуң ҡурәйш халҡы һеҙгә башҡаса һөжүм яһамаясаҡ, әммә һеҙ уларға ҡаршы яуға сығасаҡһығыҙ», — тип белдерә.
Ур көнөндә мосолмандар араһынан яҡынса ете кеше һәләк ителә. Мөшриктәрҙан дүрт кеше үлтерелә.
Мөхәммәт Мостафа Пәйғәмбәрҙәрҙең йөҙөк ҡашы китабынан