Иманлы булһын ҡиблаң
Ни өсөн әхлаҡ яралы,
Ниңә ярлы ғөрөф-ғәҙәт?
Нилектән була тайпылыш –
Ығы-зығы һәм ҡырылыш –
Нимә һуң быға сәбәп?
Белмәүсе заттар белһендәр:
Кәртәләнә изгелек.
Изгелек тауҙары бейек,
Бейеклектәргә менһендәр –
Дин юлынан йөрөһөндәр –
Күрһәтһендәр игелек.
Ҡайҙа тәртип, ҡайҙа инсаф,
Ҡайҙа ысын әҙәп?
Ниңә аҙғынлыҡ туҙына
Һәм кеше шашып уҙына –
Нимә һуң быға сәбәп?
-Белмәүсе заттар белһендәр:
Гонаһлы күп кешеләр.
Мәҙрәсә, мәсеттәр һалыу,
Дин юлында сауап алыу
Хәстәрлеген күрһендәр.
Ниңә артмай халыҡ һаны,
Ниңә ҡуйыра болоттар?
Ни өсөн изгелек кәмей,
Яуызлыҡҡа бер сир теймәй,
Ҡайҙан тыуа манҡорттар?
— Белмәгән заттар белһендәр:
Дәһриҙе һөймәй иман,
Диндән дәрес биреү өсөн,
Мәктәпкә кәрәк имам,
Иманлы булһын ҡиблаң!
Изге мөфтий вәғәзе
Хоҙайым, Раббым, сикһеҙ ҡөҙрәтле һин:
Тапҡан-яралтҡанһың донъяны;
Бурыс итеп, ғүмер биргәнһең дә,
Ғүмер бөткәс, алаһың йәнде.
Был донъяны күреү — таныу өсөн
Күҙҙәр кәрәк булған — биргәнһең.
Атлап йөрөү, йүгерә алыу өсөн
Аяҡтар кәрәккән — биргәнһең,
Һөйөү-һағыныу, көйөү-яныу өсөн
Йөрәк кәрәк булған — биргәнһең.
Уйлау-һөйләү, ғәмәл ҡылыу өсөн
Нимә кәрәк — шуны биргәнһең.
«Һеҙгә яҙмыш бүлеп биреү минән,
Нисек йәшәү — һеҙҙән» тигәнһең.
Аяҡһыҙҙың теләгәне аяҡ,
Һуҡырҙың теләге — ике күҙ.
Ағзаларың һаумы — үҙе бәхет.
Мөмкинме һуң бында башҡа һүҙ?
Һаулыҡ булһа, башҡаһы табыла,
Ә башҡаһы уның хәрәкәт.
Был тикмәгә түгел, һин Үҙең дә
«Хәрәкәттә, тиһең, бәрәкәт».
Ләкин ошо изге хәҡиҡәтте
Һанға һуҡмаусылар етерлек,
Хәрәкәттең бәрәкәтен боҙоп,
Енәйәт эшләй — иҫең китерлек.
Гүйә, бәхет — эшләп табыу түгел,
Гүйә, байыу — талап, үлтереп,
Бар бит, Раббым, шундай бәндәләрең –
Йәшәргә ярата типтереп.
Игелекте юйып ташлау өсөн,
Бара ерҙә, гүйә, ҙур бәйге:
Илдә хәйерселәр хаттин ашты,
Талап байыусылар күбәйҙе.
Яуызлыҡты, Раббым, ауыҙлыҡла,
Йыртҡыслыҡҡа юлды кәртәлә:
Изге бәндәләрҙе ярлыҡай күр,
Баҫмаһын уларҙы мөфтәлә.
Ҡояшыңдың һалҡынлығын кәмет,
Йондоҙҙарҙы яндыр яҡтыраҡ.
Ямғыр итеп аҡыллы аң яуҙыр,
Бәндәләрең булһын яҡшыраҡ.
Әхәт Ниғмәтуллин
Доға
- Әй, Раббым! Дошман уяу, йәтмәһе — тәрәндә, енәйәтсел ниәттәре билдәһеҙ. Уларҙан беҙҙе һинең мәрхәмәт-шәфҡәтең генә ҡотҡарып ҡала ала
Ошо биттәрҙә мөнәжәттәр уҡығыҙ:
https://nazir1965.com/category/m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99tt%D3%99r