Иманға инаныу

САДАКАИманға инаныу

Мәҙхиә

Бисмилләһир — рахманир — рахим! —
тип
Салауат әйтһәм, баҙнатлылыр
ҡәләм.
Йөрәк һүҙем һиңә, Хаҡ тәғәләм,
Һиңә, Раббым Рәсүле — изге әләм!

Сәхәрҙәрҙә — таңда күккә баҡһам,
Мең — мең йондоҙ — тәсбих
төймәләре.
Ай күрҙем мин аман, йәндә
иман,
Тәҡдиремә тәҡәттәр бир, Тәңре!

Һиңә — тәсбих, һиңә —
мөҡәддәслек,
Маҡтау — гүзәл үрнәк Рәсүлеңә.
Сәждә ҡылам, ҡиблаларға ҡарап,
Ҡыуанып Ҡөрьәндә бар
исемемә.

Ҡитғаларҙы урап, нурын сәсә
Тәңребеҙҙән килгән изге сәләм.
Мәжүсилек шырлығынан йолоп,
Рухыбыҙҙы асҡан Ғәлиәссәләм.

Фатихалар — Ҡөрьән һүҙе менән,
Бәхиллектәр — Ҡөрьән һүҙе
менән.
Иманымды һатмай, һатылмайса,
Мин көн итәм ерҙә түҙем
менән.

Ниндәй сәғәҙәт, ниндәй
хозурлыҡ бит!
Ҡараһана яҡты донъяларға.
Әҙәм түҙһә, әҙәм — тоғролоҡ һәм
Намыҫын һынар бәлә — ҡазаларға.

Хоҙай ҡушҡан сыҙамлыҡ бар
ерҙә :
Халҡым яҙмышы бит — үҙе
белем.
Илаһ биргән илһамыңды һиңә
Насип итһен мәңге, туған
телем!

Беләм халҡымдың мин
теләктәрен :
Ярылмаһын, зинһар, ете ҡат күк.
Ер һуҙылып, диңгеҙ түгелмәһен,
Көфөрлөктән, бәндәм, һаҡлан
берүк!

Сәйет Мөхәмәттән аманат был,
Хоҙай рәхмәттәре яуһын уға!
Иҫкермәҫ был иман, саф
күңелдән
Ҡабатланып торһа ғына доға!

Тәүбә, тәүбә! Иман ҡасһа, тамам
Ер ҡыртышлап, баҫып алыр
дуңғыҙ.
Ҡөрьән үбәм, Мөхәммәт
өммәтенән
Айырма, тип, ҡалдырма, тип,
яңғыҙ.

Ер йөҙөндә йәбер үә мәхшәрҙәр —
Шул дуңғыҙлыҡ касафаты лаһа.
Донъя малы — дуңғыҙ ҡаны, әгәр
Ҡәлбебеҙҙә мөрәүәт булмаһа.

Дуңғыҙ тимен залим,
мөртәттәрҙе,
Хоҙай биргән иректе бит иҙгәс.
Һыйындыра шулар иблистәрҙе,
Шулар бойора, башты баҫып
түҙгәс.

Ҡөҙрәттәре пәйғәмбәрҙең —
хаҡлыҡ,
Яралары изге — ҡәғбә өсөн.
Хаҡ юлдарҙа артһын тиеп көсөм,
Һыйынам һиңә, Тәңрем,
иртә — кисен!

Күктән ингән һүҙең — яҙмыш
асылы :
Фанилыҡта донъя көтөүҙәр бар.
Ҡара йөрәктәргә ҡара янып
Сират күперҙәрен үтеүҙәр бар!

Бәхәсһеҙҙер Рәсүл хәҙистәре,
Вәғәздәре васыят пәйғәмбәрҙең.
Шунан өҫтөн ниндәй ғилем бар
һуң,
Күрһәтеүсе изге ғәмәлдәрҙе?!

Ни һуң сауап, ни һуң гонаһ
ерҙә?
Белеп тә бит белмәй, әҙәм аҙа.
Хакимдар бит ҡәберҙәрен хурлар
Әмерҙәрен әле булһа яҙа.

Донъя камил. Әммә камиллыҡтар
Булырмы ул бер саҡ
дәүләттәрҙә?
Бер баҡсаның төрлө емеше беҙ —
Нығынырмы шул уй
милләттәрҙә?

Аҡ күңелгә, пак күңелгә ҡеүәт —
Ҡөрьән — Кәримең ул, Хаҡ
тәғәләм.
Иман шарты: йөрәгенә һалып,
Белмәк фарыз уны бөтә ғәләм.

Зиһенем үә рухым яҡтылығы —
Барлығыңда, Тәңрем, берлегеңдә.
Бер ҡояшың, бер айыңдың
нуры —
Бер ғүмерҙә минең, бер йәнемдә.

Әй Илаһым, сихри таң һыҙыла!..
Аҙан килә беҙгә Шәреҡтәрҙән.
Сабырлыҡтар менән аҡ өмөттәр
Эркелеп тә китә йөрәктәрҙә.

Һай, илаһи был әһәң, был ауаз,
Мәңгелектең тылсымылыр был
саз.
Йәнгә мосолманлыҡ рухын
өрҙөң,
Хоҙай рәмәтендә бул һин,
остаз!

Изге юлда фиҙаҡәрлек һинең —
Бөтмәҫ фәһем беҙгә, бөтмәҫ
һабаҡ.
Тик ерҙәшлек түгел,
ҡәрҙәшлекте
Бәндәләргә һаҡлар был инабат.

Таңдарҙа мин күктәремә баҡһам,
Мең — мең йондоҙ — тәсбих
төймәләре.
Ай күрҙем мин аман, йәндә
иман,
Тәҡдиремә тәҡәттәр бир, Тәңре!

Һиңә — тәсбих, һиңә йәндәр
фиҙа,
Маҡтау — гүзәл үрнәк Рәсүлеңә.
Сәждә ҡылам ҡиблаларға ҡарап,
Ҡыуанып Ҡөрьәндә бар
исемемә.

Бисмилләһир — рәхмәнир — рахим! —
тип
Салауат әйтһәм, баҙнатлылыр
ҡәләм.
Күңелемдә минең — Хаҡ тәғәләм,
Телдәремдә минең —
Ғәлиәссәләм!

                                      Хәсән Назар

Көнсөллөк

Көнсөллөк ул ғәйбәттән дә яман,
Көнсөллөктән алыҫ түгел мәкер.
Көнсөллөккә батһа ҡатын йә ир,
Донъяһының ҡото, йәме китер.

Көнсөл әҙәм меңгә берәү булһа,
Кәрәкмәҫ тә ине һүҙ ҡуҙғатыу.
Ул — йөрәкте кимереү, рухты
емереү,
Ул бит — үҙ — үҙеңде аңһыҙлатыу.

Көнсөллөк ул ҡояшыңды ҡаплай,
Һүнә дуҫлыҡ, берҙәмлектәр
ҡаҡшай.
Ҡар башына ҡар етеүҙән былай,
Ҡара көнсөллөктәр башты ашай.

Асыу, нәфрәт — бер хәл, күтәрһә
ул
Ғәҙеллек һәм хаҡлыҡ
ҡушҡандарҙы.
Ҙурҙан ҡубып әйтһәк, нәфрәт
менән
Еңмәнекме яуыз дошмандарҙы?!

Ә көнсөллөк — яман, аҫтыртын
шеш,
Изге уйҙа әйтәм халҡым өсөн :
Арынайыҡсы беҙ ошо сирҙән,
Арынайыҡ Алла хаҡы өсөн!

                                           Хәсән Назар

Таҡта сәй

Бәхеттәрең һинең ябай булды,
Риза инең барына һин, әсәй.
Эй һөйөнә инең — баҙарҙарҙан
Алып ҡайтҡас өйгә таҡта сәй.

Еҙ самауыр гөрләп ултырғанда,
Сәйҙәр яһап, сынаяҡ сыңлаһа,
Өй эстәре, гүйә, тулы ырыҫ,
Өй эстәре, гүйә, сынъяһау.

Сәйеңде лә эсеп бөтмәйенсә,
Китеп барҙың, әсәй, эңерҙә.
Белеп кенә булмай, таҡта сәйһеҙ
Тыныс ятаһыңмы ҡәберҙә?

Бөттө нигеҙ... Таҡта сәй ҙә юҡ
ул...
Ул ғынамы хәҙер хәстәрҙә.
Таҡта сәйең, яҡты сырайың тик
Мәңгелеккә, әсәй, хәтерҙә.

                                   Хәсән Назар

Ғабдулла Туҡайҙан

Был йөрәк ул ниңә тынмай,
Әллә ҡайҙа талпына.
Һандуғас былбыл кеүек ул
Талпынып осмаҡ була.

Йәшлегем, һин ҡайҙа киттең,
Ҡайҙан эҙлим мин һине.
Донъялар бар бик ҡыҙғаныс,
Аҙ ғына ҡыҙған беҙҙе.

Йәш сағымда йәшнәнем мин,
Көслө саҡта күкрәнем.
Йәшнәнем дә, күкрәнем дә,
Инде ҡыҫа күкрәгем.

Ҡайт, эй нәфсем, матлы (шашма?)иман,
Бар, йүнәл, ҡайт Тәңреңә.
Һин миңарға бирҙең арҡа,
Инде бир бит әмиреңә.

Дуҫтарым-ҡәрҙәштәрем, һеҙ
Муллаға әйтең.
Был ике юлды мине күмгән
Уҡырлар ҡәберемдә

Байсауыл

Бай сауылҡайҙарының төбө, эй, йәмле,
Уралығыҙҙа ике йәйҙе шунда йәйләнем.

Бай сауылҡайҙарының ағымы ҡаты,
Төпкәйҙәре тәрән ҡаҙылған.
Уфтанмайыҡ, моңданмайыҡ, дуҫтар,
Мөҡәттәрҙә шулай яҙылған.

Елбер ҙә генә елберҙәгән
Күгүләнкәйҙәрҙең шәүләһе.
Ары ла бара, кире ҡайта,
Йөрөй микән уның шәүләһе.

Был донъяла йәшәүе
Ахырында үлем булмаһа,
Һаулыҡ, шатлыҡ ҡәҙерен
Һис кем белмәй бер аҙ
Хәсрәт, нужа күрмәһә.

Ай-һәйҙүк тигән тауышҡа
Ҡамалары керә ҡамышҡа.
Үлмәгән дә кеше үлмәй икән,
Күкрәккәйе тулы һағышҡа.

Халиҡова Хәбибьямал Ишмөхәмәт ҡыҙы, 1873 йылғы

 

Рауил Бикбаев

Берәүгә — ғалимлыҡ,
Берәүгә — залимлыҡ.
Берәү хәҙис ярата,
Берәү хәсис тарата.

Хәҙистәр

«Сафланырға ни сара бар,
Эй, Тәңрем?» — тип һораны ҡол,
Әйтте Рәсүл:" Яҡшылыҡ ҡыл,
Әсәйеңә яҡшылыҡ ҡыл! «

„ Тағы кемгә миһырбанлы
Булайым?“ — тип һораны ҡол.
Әйтте Рәсүл:» Яҡшылыҡ ҡыл,
Әсәйеңә яҡшылыҡ ҡыл!"

« Тағы ниндәй шәфҡәтлектәр
Эшләйем?» — тип һораны ҡол.
Әйтте Рәсүл:" Әсәйеңә,
Әсәйеңә яҡшылыҡ ҡыл!

Йәннәттең дә йәннәтелер,
Иң ҡәҙерле, иң изгелер —
Әсәң баҫҡан был тупраҡтыр,
Әсәң атлап йөрөгән ерҙер ".

* * *

Күрһәттеңме, әҙәми зат,
Йәтимдәргә рәхим — шәфҡәт?
Йәтимде бит яҡлаусы юҡ,
Күргәне йот, йотҡаны ут.
Артҡа ҡарай — атаһы юҡ,
Алға ҡарай — әсәһе юҡ.
Ашар ине — ашарға юҡ,
Эсер ине — эсәһе юҡ.

Йылы, йомшаҡ түшәктәрҙә
Ялдар итеп ятаһы юҡ.
Башҡайында бүреге юҡ,
Өҫтәнә кейер туны юҡ,
Аяғына ҡатаһы юҡ.

Күккә баға — күктәр йыраҡ,
Ергә баҫа — ерҙәр ҡаты.
Ҡаты ерҙән дә ҡатыраҡ
Таш бәғерҙәр зар илатыр.

Әҙәми зат, кемгә — кемгә,
Миһырбанлы бул йәтимгә!
Мәрхәмәтең әйләндерер
Ҡара төнөн яҡты көнгә

 

Беҙҙең яҡта кеше рәнйетмәйҙәр...

Беҙҙең яҡта кеше рәнйетмәйҙәр.
Оло гонаһ тиҙәр. Ярамай.
Ситтән килгән хаяһыҙҙар ғына
был ҡанунды боҙа, һанламай.
Иманһыҙҙар ғына ғәйбәт сәсә,
Олоғара янъял ҡуптара.
Ауылдаштар беҙҙең-затлы заттар.
Аралаша тыныс үҙ-ара.
Шулай булған һәр саҡ,һәр ваҡытта.
Ололарҙың һүҙе һүҙ булған.
Хан замандан бирле, әлмисаҡтан
Кеше йөҙөн йыртыу тыйылған.
«Һәр әҙәмдә күр, -тип, — фәрештәне!»-
Өләсәйҙәр әйтер булғандар.
Ҡанун боҙоп, берәү яһиллашһа,
Минутында уны тыйғандар.
Онотолмаған ҡанун.Шөкөр әле
инсафлы ла йәндәр күберәк.
Байҡағанда хәтерем үткәндәрҙе,
һыҙылып ала ҡай саҡ был йөрәк.
...Беҙ үҫкәндә барлыҡ инәйҙәр ҙә
тыйнаҡлыҡтың булды өлгөһө,
һүҙ әйткеһеҙ матур холоҡло һәм
уңған,тырыш ине көллөһө.
Кемде генә алма-инәйҙәрем
сабырлыҡтың булған үрнәге:
күрһәләр ҙә мең-мең ауырлыҡты,
саф, пак килеш ҡалған йөрәге.
Итәк тулы бала үҫтерҙеләр,
етешһеҙ һәм ауыр саҡ тимәй.
Ҡәнәғәт ине улар, йәшәһә лә,
күп әйбергә күп саҡ йәлсемәй.
Йөрөнөләр колхоз эшенә лә,
бол таптылар еләк һатып та.
Һыйыр тотҡас,өйҙән өҙөлмәне
тәмле ҡаймаҡ, ҡорот, ҡатыҡ та.
Олоғара «урыҫ мейесендә»
көн аралаш икмәк һалдылар.
Һәм булманы тыуған ауылымда
ул саҡтарҙа байҙар, ярлылар.
Йөҙҙәре гел асыҡ, алсаҡ ине.
Һөйләмәне улар ғәйбәт һүҙ.
Хәләлдәрен бик тә ҙурланылар.
Ә улары булды «баш» һәм «күҙ»
Абруйҙары булды атайҙарҙың,
әсәйҙәрҙең булды ҡәҙере.
Эй,һағынам шуға бала саҡты!
Шул үткәндәр миңә ҡәҙерле.
Хәҙергеләр кеүек инәйҙәрҙең
булманымы икән нәфсеһе?!
Өҫтәрендә бер ҡат күлдәк ине!
Аяғында-калуш, нәскиһе.
Үҫтерҙе лә йәнен аямайса
әллә күпме бала-сағаны,
инәйҙәрем күсте баҡыйлыҡҡа-
был донъяла оҙаҡ торманы.
...Булмаһа ла бөгөн инәйҙәрем,
изге ҡанун, шөкөр,һаҡлана:
«Рәнйеш алма бер үк!Һис кемгә лә
һис ваҡытта асыу һаҡлама!»
Беҙҙә шуға кеше рәнйетмәйҙәр.
Ауылдаштар беҙҙең-затлы зат.
Йөҙҙәре гел асыҡ, алсаҡ улар.
Күңелдәре һәр саҡ көр һәм шат.
Беҙҙең яҡта кеше рәнйетмәйҙәр.../Сулпан Миңлебаева/

Ошо биттәрҙә мөнәжәттәр уҡығыҙ:

https://nazir1965.com/category/m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99tt%D3%99r