Тәрәуих намаҙы зекерҙәре
Тәрәуих намаҙың зекерҙәре лә һәм намаҙы ла төрлөсә (рәҡәғәттәре) уҡыла.
«Тәрәүих» — ял итеп алыу өсөн бер аҙ ултырып тороу тигәнде аңлата. Был — Рамаҙан айында, уның тәүге көнөнән үк башлап йәстү намаҙынан һуң, йәмәғәт менән уҡыла торған нәфел намаҙы.
Бер ваҡыт Рамаҙан айының бер төнөндә пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, өйөнән сығып, мәсеттә намаҙ уҡып ала, уның менән бергә был намаҙҙы мәсеттә булған башҡа кешеләр ҙә уҡый ҙа, иртән был турала башҡаларға ла һөйләй. Икенсе кистә мәсеткә халыҡ күберәк йыйыла. Күберәк кеше пәйғәмбәребеҙ менән бергә намаҙ уҡый. Был туралағы хәбәр телдән телгә күсеп китә лә бик күп халыҡ ҡатнашлығында намаҙ уҡыуҙар өсөнсө кистә лә ҡабатлана. Дүртенсе кистә инде намаҙға килгән халыҡ мәсеткә лә һыймай башлай. Әммә пәйғәмбәребеҙ үҙе мәсеткә сыҡмай, иртәнге намаҙға ғына килә. Иртәнге намаҙҙы уҡып бөтөү менән, ул халыҡҡа боролоп Аллаһҡа зекер-тәсбихтәр әйткәндән һуң: «Кисә мин һеҙҙең мәсеткә йыйылып килгәнегеҙҙе белдем, әммә артабан был намаҙ фарызға әйләнер ҙә, һеҙ уны үтәй алмай башларһығыҙ, кәмселектәргә юл ҡуйылыр тип ҡурҡтым. Тәрәүих намаҙҙарын өйҙәрегеҙҙә генә уҡығыҙ!» — тип белдерә.
Рамаҙан айы кистәрендә ир һәм ҡатындарҙың мәсеттәрҙе нурландырып, тәрәүих намаҙҙарына йөрөүе сауаплы һәм изге кимәл тип, бындай намаҙҙар уҡыуҙы бик тә хуплай.
«Аллаһы Тәғәлә һеҙгә Рамаҙан айында ураҙа тотоуҙы фарыз ғәмәл итеп бойорҙо, мин уны сөннәт ғәмәлгә, йолаға өйләндерҙем», — тип әйтеп ҡалдыра.
Пәйғәмбәребеҙҙең уны өс төн рәттән йәмәғәт менән бергә уҡығаны билдәле, ләкин намаҙҙы нисә рәҡәғәт итеп уҡыған: һигеҙме, ун икеме әллә унан да артығыраҡмы — был билдәле түгел. Шуға ла берәүҙәр уны рәҡәғәттәр һанын һигеҙ, икенселәр ун икегә, хатта егермегә еткереп уҡығандар.
Тағы ла шуныһы бар: Әбү Бәкер заманында тәрәүих намаҙҙарын халыҡ өйҙә генә уҡый. Әммә тәрәүих оҙон бер намаҙ булғанлыҡтан уны йәмәғәт менән мәсеттә уҡыуҙың еңелерәк булыуын аңлайҙар. Шулай ҙа тәүҙәрәк уны йома намаҙындағы кеүек бер имамға ойоп түгел, мәсеттең төрлө ерендә төрлө имамға ойоп уҡый, рәҡәғәттәр һаны ла ваҡыты-ваҡыты менән ун ике, хатта егерме рәҡәғәткә тиклем етә.
Бер кисәлә Ғүмәр ибн әл-Хаттаб пәйғәмбәребеҙ мәсетендә тәрәүих намаҙын берәүҙәрҙең яңғыҙ ғына, икенселәрҙең йәмәғәт менән уҡығандарын күреп, Үбәй ибн Ҡәғбкә имам булып, был намаҙҙы егерме рәҡәғәт итеп уҡырға бойора. Был бойороуҙың сөннәткә мыуафиҡ булыуын Ғәйшә анабыҙ ҙа, Ғоҫман, Ғәли, Ғабдуллаһ ибн Мәсғүг, Ғабдуллаһ бин Ғүмәр, Ғабдуллаһ ибн Ғаббас кеүек бөйөк сәхәбәләр ҙа таный.
«Беҙҙең мәсеттәребеҙҙе нурландырған һымаҡ, Аллаһы Тәғәлә Ғүмәрҙең үҙенең дә ятасаҡ ерен нурға күмә күрһен!» — тип доға ҡыла Ғәли хәҙрәт.
Тәрәүих намаҙының айырым бер үҙенсәлеге бар: һәр рәҡәғәттә унда «Фатиха» сүрәһенән һуң сиратлап «Саффәт» — «Сафта тороусылар» сүрәһенең Нух менән Ибраһим, ғәләйһис-сәләм, Муса менән Һаарун, Ильяс пәйғәмбәрҙәр тураһында хөрмәт менән иҫкә алынған аяттары уҡыла.
Улар — «Нухты һәм уның әһле-бәйтен Беҙ залимдар золомонан — бөйөк бер афәттән ҡотҡарып, унан һуң килгәндәр күңелендә һәм телендә уның тураһында яҡшы хәтер ҡалдырҙыҡ. Ул хәтер — Ғаләмдәрҙә йәшәгәндәрҙән Нухҡа сәләм һүҙе».
«Әс-Саффәт» («Сафта тороусылар») сүрәһе, 76— 79-сы аяттар
Ибраһим да, ғәләйһис-сәләм, Нух нәҫеленән.
«Ибраһим Беҙҙең тоғро мөьминдәребеҙҙән булды. Беҙ уға изгеләрҙән булған Исхаҡ тураһында һөйөнөслө хәбәр бирҙек һәм ғаләмдәргә үҙенән һуң килгәндәргә Ибраһимды яҡшылыҡ менән хәтергә алырға бойорҙоҡ. Ул яҡшылыҡ — Ибраһимға сәләм һүҙе!
Игелекле кешеләргә әжерен Беҙ ана шулай бирәбеҙ».
Шул уҡ сүрә, 108—110, 112-се аяттар
Сәләмдең мәғәнәһе «тыныслыҡ, тынғылыҡ» булыуын беҙ беләбеҙ. Аллаһы Тәғәлә һәр ҡәүемгә, һәр ҡәүемдең остаҙы булған пәйғәмбәрҙәргә, ата-бабалар тормошон дауам итеп килгән һәр быуынға сәләм ебәреп һәм сәләмләшеп кенә йәшәргә бойороп, тынғылыҡ теләп тора.
Беҙ бында аяттарҙың мәғәнәүи тәржемәләрен генә бирҙек. Намаҙҙа улар, әлбиттә, ғәрәп телендә уҡыла.
Башҡортса дине календарь, 2018 йыл.
Тәрәуих намаҙының һәр 4 рәҡәғәтең уҡығас ошо зекерҙәр әйтелә. Тәрәуих намаҙының теләгән (8-12-20) рәҡәғәтең уҡып зекер әйтелгәс доға ҡылына. Доға ошо биттә: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/t%D3%99r%D3%99uix-nama%D2%99y.html
Беренсе 10 көндә ошо зекер әйтелә
سُبْحٰانَ ذِي الْمُلْكِ وَ الْمَلَكُوتِ * سُبْحٰانَ ذِي الْعِزَّةِ وَ الْعَظَمَةِ وَ الْقُدْرَةِ وَ الْكِبْرِيٰاءِ وَ الْجَبَرُوتِ * سُبْحٰانَ الْمَلِكِ الْحَيِّ الَّذِي لٰا يَمُوتُ *
سُبُّوحٌ قُدُّوسٌ [رَبُّنٰا وَ] رَبُّ الْمَلٰائِكَةِ وَ الرُّوحِ*
لٰا إِلٰهَ إلاَّ اللّٰهُ نَسْتَغْفِرُ اللّٰهَ. نَسْأَلُكَ الْجَنَّةَ وَ نَعُوذُ بِكَ مِنَ النّٰارِ.
Сүбхәәнә ҙил-мүлки үәл-мәләкүүт. Сүбхәәнә ҙил-ғыйззәти үәл-ғәзамәти, үәл-ҡүдрати, үәл-кибрийәә-и, үәл-джәбәрүүт. Субхәәнәл-мәликил-хәййил-ләҙии ләә йәмүүт. Сүббүүхүн ҡуддүүсүн (Раббүнәә үә) Раббүл-мәләәикәти үәр-руух. Ләә иләәһә илләл-лааҺү нәстәғфируллааҺ, нәс-әлүкәл-джәннәтә үә нәғүүзү бикә минән-нәәр.
Мәғәнәһе: Ер һәм күктәге мәхлуҡатҡа хужа булыусы АллаҺы Тәғәлә тәнзиә (пак) ҡыламын. Ғиззәт, ҡөҙрәт Һәм бик ололоҡ эйәһе булыусы Аллаһы Тәғәләне тәнзиә ҡыламын. Барлыҡ ғәләмдәрҙең Падишаһы һәм мәңге тере Аллаһы Тәғәләне тәнзиә ҡыламын. Ул АллаҺы Тәғәлә кимселектәрҙән азаттыр, барса фәрештәләрҙең үә Джәбраил ғәләйһис-сәләмдең Раббыһылыр. Бер Аллаһы Тәғәләнән башҡа һис илаһ юҡ. Беҙ ул Аллаһы Тәғәләнән гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡауын һорайбыҙ. Эй, Аллаһы, беҙ Һинән йәннәтте һорайбыҙ. Тамуҡтан Һиңә һыйынабыҙ.
Икенсе 10 көндә әйтелә торған зекер
سُبْحٰانَ ذِي الْمُلْكِ وَ الْمَلَكُوتِ * سُبْحٰانَ ذِي الْعِزَّةِ وَ الْعَظَمَةِ وَ الْقُدْرَةِ وَ الْكِبْرِيٰاءِ وَ الْجَلٰالِ وَ الْجَمٰالِ وَ الْكَمٰالِ وَالْجَبَرُوتْ *
سُبْحٰانَ الْمَلِكِ الْمَعْبُودْ * سُبْحٰانَ الْمَلِكِ الْمَقْصُودْ * سُبْحٰانَ الْمَلِكِ الْمَسْجُودْ * سُبْحٰانَ الْمَلِكِ الْحَيِّ الَّذِي لٰا يَمُوتْ *
سُبُّوحٌ قُدُّوسٌ [رَبُّنٰا وَ] رَبُّ الْمَلٰائِكَةِ وَ الرُّوحِ*لٰا إِلٰهَ إلاَّ اللّٰهُ نَسْتَغْفِرُ اللّٰهَ. نَسْأَلُكَ الْجَنَّةَ وَ نَعُوذُ بِكَ مِنَ النّٰارِ.
Сүбхәәнә ҙил-мулки үәл-мәләкүүт. Сүбхәәнә ҙил-ғыйззәти үәл-ғәзамәти, үәл-ҡүдрати, үәл-кибрийәә-и, үәл-джәләәли, үәл-джәмәәли, үәл-кәмәәли, үәл-джәбәрүүт. Субхәәнәл-мәликил мәғбүүд. Сүбхәәнәл мәликил маҡсууд. Сүбхәәнәл мәликил мәсджүүд. Субхәәнәл мәликил хәйилләҙи ләә йәмүүт. Сүббүүхүн куддүүсүн (Раббүнәә үә) Раббүл-мәләәикәти үәр-руух. Ләә иләәһә илләл-лааһү нәстәғфируллаһ, нәс-әлүкәл-джәннәтә үә нәғүүҙү бикә минәннәәр.
Өсөнсө һуңғы 10 көндә әйтелә
سُبْحٰانَ الْمَلِكِ الْحَنّٰانِ الْمَنّٰانِ * سُبْحٰانَ الْمَلِكِ الدَّيّٰانِ *الْمَعْرُوفِ بِالْغُفْرٰانِ * اَلْمَوْصُوفِ بِاْلاِحْسٰانِ * الْوَدٰاعُ، الْوَدٰاعُ،
يَا شَهْرَ رَمَضٰانَ * الْفِرٰاقُ، الْفِرٰاقُ، يٰا شَهْرَ التَّرٰاوِيحِ وَ خَتْمِ الْقُرْآنِ*لٰا إِلٰهَ إلاَّ اللّٰهُ نَسْتَغْفِرُ اللّٰهَ. نَسْأَلُكَ الْجَنَّةَ وَ نَعُوذُ بِكَ مِنَ النّٰارِ.
Сүбхәәнәл-мәликил-хәннәәнил-мәннәән. Сүбхәәнәл-мәликид-дәййәән. Әлмәғрууфи бил-ғүфраан. Әлмәүсууфи бил-ихсан. Әл-үәдаағ , әл-үәдаағ, йәә шәһрә Рамәдаан. Әлфирааҡ, әлфирааҡ, йәә шәһрәт-тәрааүиихи үә хатмил-Ҡуръәән. Ләә иләәһә илләл-лааһу нәстәғфируллааһ, нәс-әлүкәл-джәннәтә үә нәғүүҙү бикә минән-нәәр.