Ваҡытында уҡылған намаҙ — сауаплы

   Мосолмандарға биш ваҡыт намаҙ фарыз ителгән. Фарыз — үтәуе мотлаҡ булған ғәмәл. Һәр намаҙҙың ваҡыты билдәле: мәҫәлән, иртәнге намаҙҙың ваҡыты таң беленә башлағандан алып ҡояш ҡалҡа башлағанға тиклем.
   Болотло, йонсоу көндәрҙә, ҡышҡы буран мәлдәрендә ҡояштың ҡалҡыуын күреү мөмкин булмағанда, ни эшләргә? Ғалимдар намаҙ ваҡыттарын сәғәткә ҡарап билдәләүгә өлгәшкән. Миҫал итеп, былтырғы йылдың, йәғни 2002 йылдың, 1 июнен алайыҡ. Ҡояш ул көндә Өфөлә 5 сәғәт 47 минутта ҡалҡты. Бында инде йәйге ваҡытҡа күсеү сәбәпле ваҡыттың 1 сәғәткә алға күсерелеүе лә иҫәпкә алынған.
   Иртәнге намаҙҙың ваҡыты таң беленә башлаған мәлдә инә, тигәйнек. Ҡояш ҡалҡырҙан 1 сәғ. 40 минут элек таң беленә башлай. Шулай итеп, былтыр 1 июндә иртәнге намаҙ ваҡыты иртәнге 4 сәғәт 07 минутта ингән.
   Календарҙың бәғзеләрендә иртәнге намаҙ ваҡыты ҡояш ҡалҡырҙан 1 сәғәт 30 минут элек инә, тип күрһәтелә. Бында хата эҙләргә кәрәкмәй. Пәйғәмбәребеҙ заманында иртәнге намаҙҙы, бер аҙ яҡтырғас, кеше бер-береһен (яҡында ултырған кешене) танырлыҡ яҡтылыҡ булғанда, уҡый башлағандар. Шуға күрә намаҙҙы һуңлатыу хәүефе юҡ. Етмәһә, иртәнге намаҙ ике рәҡәғәт сөннәт намаҙынан, ике рәҡәғәт фарыз намаҙынан тора.


   Намаҙ ваҡыты ҡояшҡа ҡарап билдәләнә. Ғәрәп илдәрендә, ямғыр яуыу осрағы йылына ике, өс, уҙа барһа, биш, алты тапҡыр ғына булған ерҙәрҙә, әлбиттә, намаҙ ваҡытын ҡояшҡа ҡарап билдәләү ҡатмарлы мәсьәлә түгел. Ә беҙҙә айҙар буйы көндәр болотло тора. Ҡояштың күренеүе бик һирәк булған осраҡтар күп. Шунлыҡтан, ғалимдарҙың иҫәпләүе (һүҙ дин ғалимдары хаҡында бара) буйынса, сәғәткә мөрәжәғәт итергә тура килә.
   Тәүлектең яҡты мәлендәге (ҡояш ҡалҡҡандан һуң) уҡылған беренсе намаҙ — өйлә. Әүүәл һүҙен (йәғни тәүге) ғәрәпсәнән үҙгәртеберәк ҡулланыу, тип аңлата ғалимдарыбыҙ «өйлә» һүҙен. Өйлә намаҙы ҡояш күктәге иң юғары нөктәгә етеп (Зиниткә етеп), көнбайыш тарафҡа әҙ генә ауыша башлаған саҡта инә. Өфөлә өйлә ваҡыты ҡышҡы ваҡыт буйынса 13 сәғәт 30 минутта инә. Ә йәйге ваҡытта иһә 14 сәғәт 30 минутта инә. Өйлә ваҡыты икенде ваҡыты ингәнгә ҡәҙәр дауам итә.
   Икенде намаҙы ваҡытын календарҙарҙың бәғзеләрендә ҡояш байырҙан 1 сәғәт 30 минут элек инә, тип билдәләйҙәр.
   Ғәмәлдә уны былай асыҡларға мөмкин. Өйлә ваҡыты ингәндән алып ҡояш байыған саҡтағы ваҡыттың күпме икәнен билдәләп ҡарайыҡ. Былтыр икенсе июлдә, ҡояш Өфөлә 22 сәғәт 43 минутта байыны. Өйлә ваҡыты 14 сәғәт 30 минутта инде. Тимәк,өйлә ваҡыты ингәндән алып, ҡояш байығанға тиклем 8 сәғәт 13 минут аралыҡ бар. Шул 8 сәғәт 13 минутты өскә бүләбеҙ. 2 сәғәт 40 минут самаһы килеп сыға. Өйлә менән ҡояш байыған ваҡыт араһында 2/3 өлөшө — өйләнеке, 1/3 өлөшө икенденеке була. Тимәк, 2 июндә икенде ваҡыты 20 сәғәт 03 минутта инә.
   2 июндә икенде ваҡыты 20 сәғәт 03 минутта инде былтыр, тигәйнек. 14 сәғәт 30 минутта өйлә намаҙы ваҡыты ингәйне. Тимәк, өйлә намаҙын уҡыу 14 сәғәт 30 минутта ла мөмкин һәм 20 сәғәт 03 минут еткәнгә тиклем, 5 сәғәт 33 минут дауамында үҙең өсөн уңайлы мәлдә намаҙға баҫырға мөмкин булды. Шулай итеп: «Намаҙ уҡырға ваҡытым юҡ», «Эштә намаҙ уҡыу өсөй шарттар юҡ!» — тип зарланырға йәки һылтанырға һис кенә лә сәбәп ҡалмай.
   «Ваҡытында уҡылған намаҙ» тигән төшөнсәне ҡайһы берәүҙәр намаҙ ваҡыты инеү менән намаҙға баҫыу, тип аңлай. Улай түгел. Әле килтергән миҫалға тағы бер тапҡыр мөрәжәғәт итәйек. Былтыр 2 июндә өйлә ваҡыты, 14 сәғәт 30 минутта инеп, 20 сәғәт 03 минутҡа тиклем дауам иткәйне. Ошо аралыҡта, йәғни 14 сәғәт 30 минуттан алып 20 сәғәт 03 минутҡа тиклемге арала, уҡылған намаҙ ваҡытында уҡылған намаҙ һанала. Ә инде: «Ваҡытында уҡылған намаҙ — сауаплы», — тибеҙ икән, ҡаза ҡылып уҡылған намаҙға ҡарағанда, ваҡытында уҡылған намаҙҙың сауаплыраҡ икәнен аңлайбыҙ.
   Календарҙарҙың ҡайһы береһендә: «Икенде намаҙы ҡояш батырҙан 1 сәғәт 30 минут элек инә», — тип билдәләй. Икенде намаҙы өсөн был мәғлүмәттең зыяны юҡ. Ә бына өйләне шул ваҡытҡа тиклем ҡалдырып уҡыу дөрөҫ һаналмай, сөнки, әле килтергән миҫалдағыса, былтыр 2 июндә икенде намаҙы ваҡыты 20 сәғәт 03 минутта инде. Ә ҡояш 22 сәғәт 43 минутта байыны. Сәғәт ярым тигән сама менән самалаһаҡ, өйлә ваҡыты 21 сәғәт 13 минутҡа тиклем дауам иткән булып сыға.
                                                                      Башҡортса дине календарь, 2004 йыл