Тәһәжжүд намаҙы

     Тәһәжжүд намаҙы тип төндә йоҡонан уянып нәфел намаҙ ҡылыуға әйтәләр.
Тәһәжжүд намаҙы 2, йә 4, йә 6, йә 8, йә 10, йә 12 рәҡәғәтле нәфел намаҙы. Уртаса алты рәҡәғәтле намаҙ төндә уҡыла. Тәһәжжүд намаҙы ваҡыты төнгө 2–се яртыла, йәғни көндөҙгө өйлә намаҙы ваҡытынан тап 12 сәғәт үткәс башлана һәм имсәк ваҡытына, йәғни, иртәнге намаҙ башланыуға 15 минут ҡалғанға ҡәҙәр дауам итә.
     Тәһәжжүд намаҙындағы сауаптар икһеҙ-сикһеҙ күп. Уны даими уҡығандарҙың һәр доғаһы ҡабул ҡылына, дәрәжәләре юғары була, сөнки ул – Рәсүллаһ саллал-лаһ ғәләйһи үә сәләмдең берҙә ҡалдырмаған һәм уҡып барған намаҙы.
     "Исра" сүрәсенең һәм 78 сы аяттарында: "Ҡояштың көнбайышҡа йүнәлеүенән төндөң ҡаралыуына тиклем намаҙ ҡыл, таң ваҡытында намаҙ ҡыл, сөнки сәхәр намаҙына фәрештәләр шаһит булыр. «Әй, Мөхәммәд! Төндәрен уянып, артыҡ намаҙҙар ҡыл. Раббың һине маҡтар, юғары дәрәжәгә күтәрер»,—тиелгән.
     Тәһәжжүд намаҙы хәҙрәти пәйғәмбәребеҙгә (ғәләйһиссәләм) был аят менән әмер ителгән. Шул уҡ аятта Аллаһ Тәғәлә илсеһен юғары дәрәжәгә күтәрәсәген тәһәжжүд намаҙы әмер иткәндән һуң белдергән. Был юғары дәрәжә менән тәһәжжүд намаҙы араһында бер бәйләнеш (элемтә) барлығын күрһәтә. Әгәр шулай булһа тәһәжжүд намаҙының әһәмиәте ҙур икәнлеге асыҡлана.
     Аллаһу Субхәнәһү Тәғәлә пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмгә әйтә: «Уҡы һин тәһәжжүд намаҙын, „Мәҡамәм мәхмүҙә“ тигән дәрәжәле урынға ирешерһең», — ти.
   

     Был намаҙға бигерәк тә «Мүзәммил» сүрәсенең 1-8 аяттарында ишара ителгән: «Ий, , сорналып уралған Мөхәммәд (ғәләйһиссәләм)! Төндөң уртаһында, теләһәң бер аҙ һуңыраҡ, теләһәң бер ни тиклем бер үк ваҡытта намаҙға тор, йәки әкрен-әкрен Ҡөръән уҡы. Дөрөҫтән дә Беҙ һинә күтәреүе бик ауыр булған Ҡөръәнде вәхи итәсәкбеҙ. Һис шикһеҙ (асыҡтан-асыҡ) кистәрҙе ғибәҙәт ҡылыу бик тәсирле (абруйлы), Ҡөръән дә уҡыу бик уңайлылыр, сөнки көндөҙ һине быларҙан айырасаҡ эштәрең барҙыр. Раббыңдың исемен зикер ит, һәр нәмәне ҡалдырып, уға йүнәл!». Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдең был намаҙҙы ҡылыуын белгән һөйөклө сәхәбәләре лә был намаҙҙы уҡый башлағандар.
     Әйтеп үтелгән аяттарҙа лә тәһәжжүд намаҙының әһәмиәте аңлашыла. Был намаҙҙы пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдән башлап, уға ысын күңелдән ышанған кешеләр бөгөнгә ҡәҙәр ҡылып килә. Был намаҙ шул уҡ хис һәм иман менән Ҡиәмәт көнөнә тиклем ҡылынасаҡ, сөнки пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм: «Кисә намаҙын дауам итегеҙ...», — тип бойорған. Тәһәжжүд намаҙы ике рәкәғәт менән унике рәкәғәт араһында ҡылыныр.
     Ибн Ғаббас раҙыйаллаһу ғәнһү риүәйәт итеүенсә пәйғәмбәр ғаләйһиссәләмдең тәһәжжүд намаҙынан һуң был доғаны уҡыуы әйтелгән:

Тахажжүд намаз

     Аллаһүммә ләкәл хәмдү әнтә ҡайимәс сәмәәүәәти үәл әрдый үә мән фииһиннә үә ләкәл хәмдү әнтә мәликүс сәмәәүәти үәл үәл ардый үә мән фииһиннә үә ләкәл хәмдү әнтә нүүрус сәмәәүәәти үәл әрдый үә мән фииһиннә үә ләкәл хәмдү әнтәл хәҡҡу үәғдүнәл хәҡҡу үә лиҡааүкә хәҡҡу үә ҡаулүкә хәҡҡу үәл джәннәтү хәҡҡу үәннәрү хәҡҡу үән нәбиййүнә хәҡҡу үә Мөхәммәдү хәҡҡу үәссағәтү хаҡ.
     Аллаһуммә ләкә әсләмтү үә бикә әәмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә иләйкә әнәбтү үә бикә хаасамтү үә иләйкә хәкәмтү фәғфирлии мәә ҡаддәмтү үә мәә әххартү үә мәә әсрартү үә мәә әғләнтү әнтәл Муҡаддиму үә әнтәл Мүәххыйру үә ләәәә иләәһә иллә әнтә әү ләәә иләәһә ғайрукә үә ләә хәүлә үә ләә ҡүүәтә иллә билләһ.
     (Аллаһым! Маҡтау Һиңә хастыр. Һин күктәрҙе һәм ерҙе һәм унда булған бөтә нәмәне бер тәртипкә ҡуйыусыһың. Маҡтау Һиңәлер. Һин күктәрҙә һәм ерҙә һәм уларҙа булған бөтә нәмәләрҙең падишаһы. Маҡтау Һиңә хастыр. Һин күктәгеләрҙең һәм ерҙәгеләрҙең нурыһың. Маҡтау Һиңәлер. Һин Хаҡһың, вәғҙән хаҡтыр, ахирәттә Һине күрмәк хаҡтыр. Һүҙең хаҡтыр, йәннәт хаҡтыр, йәһәннәм хаҡтыр. Пәйғәмбәрҙәр хаҡтыр үә Мөхәммәд хаҡтыр, ҡиәммәт хаҡтыр.
     Аллаһым! Һиңә тапшырылдым. Һиңә инандым. Һиңә тәүәккәл иттем. Һиңә йүнәлдем. Һинең ризалығың өсөн дошмандарға ҡаршы сыҡтым, арабыҙҙа Һине генә Хаким иттем. Раббым! Ҡылған һәм ҡылынасаҡ бөтә гонаһтарымды ғәфү ит. Йәшерен һәм асыҡ ҡылған бөтөн гөнаһтарымды кисер, алға үткәргән дә — Һинһең, артҡа ҡалдырған да — Һинһең. Һинән башҡа илаһ юҡ, Аллаһым! Һинән башҡа көс һәм ҡеүәт эйәһе бер кем дә юҡ, Раббым!)
     Пәйғәмбәребеҙҙең ғәләйһиссәләм бөтә төнгө намаҙҙарында шул уҡ доғаны уҡыуы һөйләнелмәй. Билдәле булғанса, ул намаҙҙарҙа төрлө доғалар уҡыған. Төнгө намаҙҙар уҡыусыларҙың төрлө доғалар уҡыуҙарында зыян юҡтыр. Был, киреһенсә, яҡшы тип һанала.