Мәжлес алдынан доға
Бер мәжлескә ултырғас уҡыла торған доға:
اَللَّهُمَّ أَنْزِلْنِي مُنْزَلًا مُبَارَكًا وَأَنْتَ خَيْرُ الْمُنْزِلِينَ
«Аллааһүммә әнзилнии мүнзәлән мүбәәракән үә әнтә хайрүл-мүнзилиин».
Мәғәнәһе: “Йә, Рабби, мине мөбәрәк ергә индер. Һин хәйерле индереүсе.
Табын ҡәғиҙәләре
Ҡунаҡ саҡырырға булһағыҙ, ғөрөф-ғәҙәт буйынса иртәрәк хәбәр итегеҙ.
Ҡунаҡтарҙы асыҡ йөҙ һәм хөрмәт менән ҡаршы алығыҙ, һәр кемде урынына ултыртығыҙ.
Ниндәй генә ләззәтле булһа ла аштарығыҙҙы маҡтамағыҙ, ҡунаҡтарҙы ашарға ҡыҫтамағыҙ. (Бер-ике мәртәбә әҙәпле генә әйтһәгеҙ, зарар булмаҫ.) Ҡунаҡ итеүсенең вазифаһы ҡунаҡтар алдына аш килтереү була. Ашау һәм ашамау ҡунаҡтар ихтыярында.
Ҡунаҡтарҙың һәр береһе янында әҙерәк тороғоҙ, һөйләшегеҙ. Ҡайтып киткән саҡтарында асыҡ йөҙ менән хушлашып, рәхмәт әйтеп ҡалығыҙ.
Ҡунаҡҡа саҡырһалар, билдәләнгән ваҡыттан бер нисә минутҡа һуңлап барығыҙ. Йорт хужаһы менән шатланып күрешегеҙ.
Мөмкин булһа, үҙегеҙгә яҡын кешеләрҙең яндарына ултырығыҙ. Мәжлес һәм ашау ҡағиҙәләрен камил үтәгеҙ. Ни ҡәҙәре оҡшамаған аш килтерһәләр ҙә яратмағанлығығыҙҙы белдермәгеҙ. Ризыҡтары матур булманы, тип бәхәсләшмәгеҙ, ашарға теләгәндәрен ашағыҙ, теләмәгәндәрен әҙәпле генә ҡайтарығыҙ. Бүлеп алмағыҙ.
Аш тамамланғас, ҡулдарығыҙҙы йыуып, рәхмәт әйтеп, әҙәп менән хушлашып, ҡайтып китегеҙ.
Мәжлескә барырға берәй ҡаршылыҡ килеп сыҡһа, килә алмауығыҙҙы белдереп, хәбәр итегеҙ.
Бер кешегә барғанда икенсе берәүҙең мәжлесе, аштарының ләззәте булмауы йәки башҡа ғәйептәре булыуы тураһында һөйләмәгеҙ.
Саҡырмаған кешеләрҙең мәжлестәренә бармағыҙ.
Аш һәм туй мәжлестәре ойошторғанда, башҡаларҙан көнләшеп, хәлегеҙҙән артыҡ мал исраф итмәгеҙ.
Ҡайһы бер яҙмалар “Башҡортса дини календарь”-ҙан алынды