Күңел илар был доғанан!
Күңелде илата торған бик көслө доға. Был доғаны ихластан тыңлағанда күҙҙән йәштәр ағыр, тәнегеҙ зымбырҙар, эҫеле-һыуыҡлы булып китер, өшөрһөгөҙ йә янырһығыҙ, ҡалтырарһығыҙ, мыршылдап, танауығыҙ еүешләнер. Йөрәгегеҙ тулар, үҙегеҙҙе тыя алмай һыҡтарһығыҙ. Тәнегеҙ дерелдәп ҡаҙ тәне төктәре «гусиная кожа» (мурашка) менән ҡапланыр... Аллаһ Тәғәләне зекер итер өсөн бик уңайлы.
Былар барыһыла тәңдең йәшерен көсөн уятҡан йөрәктәге энергия сығанағы ул. Был доғалар Аллаһ ҡеүәте менән кешеләрҙе сәләмәтләндерер, һаулығын ҡайтарыр, көс-ҡеүәт бирер, уйлау һәм фекереләү көстәрен асыр...
Был доғала Аллаһ Тәғәләнең барлығына тулыһынса инаныу, Уның Берҙән Бер икәнен аңлау, бар ғәләмдәр һәм тереклектәр, йәнһеҙҙәр тик Уға бойһона, бар көс ҡеүәт тик Унан икәнен һиҙәбеҙ. Бар йәнебеҙ һәм ғүмеребеҙ, яҙмышыбыҙ һәм һынауҙар тик Унан.
Аллаһ Тәғәләгә дан һәм Уның пәйғәмбәре Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә маҡтауҙар булһын, Раббыбыҙ беҙҙе ғәфү итһен, тәүбәләребеҙҙе ҡабул итһен...
Аллаһ беҙгә теүәл зиһен, аҡыл бир, ғилемебеҙҙе артыр, донъяның ысын асылына төшөндөр, был фәни донъяның ҡоло итмә... Рәхмәт Үҙеңә!
ИншаАллаһ, был турала киләһе метафизик вәғәҙҙәрҙә аңлатырмын...
