Йоғошло сирҙәрҙән (коронавирустан) доға

     Йоғошло сирҙәрҙән (коронавирустан) ҡотолоу  өсөн Аллаһының ун исемле доғаһы. Джаушан Кәбир доғалығынан Аллаһ Тәғәленең ун күркәм исемдәре. Аҫтағы доғаларҙы ла шуның өсөн файҙаланырға була. Аллаһ Тәғәлә һынау өсөн ебәргән йоғошло сирҙән – коронавирустан беҙ Аллаһыға инанмайынса, ҡотола алмайбыҙ. Ул йоғошло грипп һымаҡ ауырыуҙарҙың бер төрө, үлемгә алып барған осраҡтары ябай грипп менән сағыштырғанда аҙ. Тик беҙҙе көнө-төнө алдаған йүнһеҙ матбуғат саралары арҡаһында ғына ул ҡиәмәт итеп күрһәтелә. Әле бына уның яңы төрҙәре сыға башланы. Маска (битлек) кейеп йөрөү һеҙҙе, әгәр Аллаһ теләһә ҡотҡармай. Маска кейеп йөрөү арҡаһында кешенең иммуните́ты юғала, уға кислород етешмәй, шул арҡала ла үлемдәр осрағы теркәлә башланы.

     Прививкаға килгәндә, ул тулы һынау үтмәгән препарат, шуның өсөн укол алдынан һеҙ договор подписать итәһегеҙ – зыяны һәм үлемегеҙ өсөн производитель ғәйепле түгел тип. Һеҙ прививка алдынан һау-сәләмәт, унан һуң егерме көн икенсе уколға тиклем, кешеләр менән аралашмаҫҡа, һеҙҙә хроник ауырыуҙар булмаҫҡа тейеш, шулай уҡ башҡа сирҙәр менән ауырымаҫҡа, хәмер эсмәҫкә һәм башҡа фәлән төгән. Ә беҙ һау-сәләмәтме? Барыбыҙҙа әллә ниндәй ауырыуҙар бар бит, әлеге шул ваҡыт һәм аҡса етмәү арҡаһында, һәм башҡортты ауырыу йыҡмайынса әҙәм балалары больниц юлына аяҡ баҫмай. Әлеге ваҡытта ла бит шул коронавирустың йәшерен симтомдары менән беҙ бөтәбеҙҙә тиерлек ауырып алғанбыҙҙыр, кем белә? Барыһы ла тиерлек ғәиләләре менән ошо симптом ауырыуы менән сирләп алдылар. Кемдең ваҡыт уҙғарып, аҡса түләп, тест алғаны бар? Ә коронавирусҡа беренсе тест һәр саҡ ыңғай (положительный) – һин ауырыйһың тип күрһәтә! Ошо шикле ғәләмәт тураһында уйлағанығыҙ бармы? Киләһе тестары һәм дарыуҙары менән ошо паниканы ойошторған әҙәмдәргә әллә нисәмә миллиард аҡса эшләргә була түгелме? Әллә ни ҡурҡынысы юҡ бит был ауырыуҙың. Тик хроник ауырыуҙар менән ауырығандарға ғына ҡурҡыныс. Шулай уҡ был прививканың тъәҫире арҡаһында барлыҡҡа килгән антителаларҙың көсө ике айға ғына етә тейҙәр. Шуға  уколдан һуң да коронавирус менән ауырыйҙар. Ысынын да миллиард – миллиард аҡса эшләү маҡсаты менән кешеләр араһында паника-сыуалыш тыуҙырып фармацевтика бизнесы байый. Хәҙер көндә бар нәмә кешене алдау һәм талауға йүнәтелгән. Былар хәҙер власҡа килгән байҙарҙың бизнес аҙымдары: вирус, кризис, оптимизация, больниц-поликлиникаларҙы ябыу һәм башҡаһы. Хөкүмәт халыҡты яҡлайым тип эш күрһәткән генә була, ә ысынында аҫтыртын ҡыра ғына, беҙ был донъяла артыҡ кешеләрбеҙ.  Әлеге көндә халыҡ бик ныҡ ярлыланғанда, Россияны талаған миллиардерҙар арты.

     Кем халыҡты хәстәрләр? Әлеге ауыҙҙарына алтын-байлыҡ һыймаған байҙармы, әллә Аллаһ Тәғәләме? Шуға бар күңелегеҙ менән Аллаһҡа инанығыҙ, Аллаһ Тәғәләнән һорағыҙ. Тәҡдирегеҙгә яҙылған икән, йоғошло сирҙәрҙән һәм үлемдән ҡотола алмайһығыҙ. Доғаларҙы ҡылыр алдынан Аллаһҡа һәм пәйғәмбәре Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә маҡтау һәм салауаттар әйтеп, гонаһларыбыҙ өсөн үкенеп, тәүбә итеп алайыҡ:

     «...раббәнәә ләә тү'әәхыиҙнәә ин нәсиинәә әү ахтаьнәә, раббәнәә үә ләә тәхмил ғәләйнәә исраң кәмәә хәмәлтәһү ғәлә-лләҙиинә мин ҡаблинәә, раббәнәә үә ләә түхәммилнәә мәә ләә тааҡатә ләнәә биһи, үәғфү ғәннәә уағфир ләнәә уархәмнәә, әңтә мәүләә-нәә фәңсурнәә ғәләл-ҡаумил-кәәфириин».

     Йә, Раббым, яҙыҡ-гонаһыбыҙҙы ярлыҡа! Йә, Раббым, ата-бабалар күргән ғазап-михнәттәрҙе беҙгә күрһәтмә! Йә, Раббым, көсөбөҙҙән килмәҫте йөкмәтмә! Ҡайғы-хәсрәттәрҙән беҙҙе ҡотҡар, рәхмәт-мәрхәмәттәрендән ҡалдырма! Һин беҙгә Үҙең хужа, кафырҙарға ҡаршы торорға ярҙамыңды бир!».

     Аллаһ Тәғәләнең күркәм исемдәре менән мөрәжәғәт итеп, Аллаһ ҡаты ғазаптарын, ауырыуҙарын еңел ҡылһын тип доғалар ҡылайыҡ. ИншаАллаһ, Ул Үҙенең киң рәхмәте менән доғаларыбыҙҙы ҡабул итер һәм хәлдәребеҙҙе еңеләйтер.

                      Йоғошло сирҙәрҙәр ҡотолоу өсөн Аллаһының ун исеме

ﻳَﺎ ﻣَﻦْ ﺗَﻮَﺍﺿَﻊَ ﻛُﻞُّ ﺷَﻰْﺀٍ ﻟِﻌَﻈَﻤَﺘِﻪِ ٭ ﻳَﺎ ﻣَﻦِ ﺍﺳْﺘَﺴْﻠَﻢَ ﻛُﻞُّ ﺷَﻰْﺀٍ ﻟِﻘُﺪْﺭَﺗِﻪِ ٭ ﻳَﺎ ﻣَﻦْ ﺫَﻝَّ ﻛُﻞُّ ﺷَﻰْﺀٍ ﻟِﻌِﺰَّﺗِﻪِ ٭ ﻳَﺎ ﻣَﻦْ ﺧَﻀَﻊَ ﻛُﻞُّ ﺷَﻰْﺀٍ ﻟِﻬَﻴْﺒَﺘِﻪِ ٭ ﻳَﺎ ﻣَﻦِ ﺍﻧْﻘَﺎﺩَ ﻛُﻞُّ ﺷَﻰْﺀٍ ﻟِﻤُﻠْﻜَﺘِﻪِ ٭ ﻳَﺎ ﻣَﻦْ ﺩَﺍﻥَ ﻛُﻞُّ ﺷَﻰْﺀٍ ﻣِﻦْ ﻣَﺨَﺎﻓَﺘِﻪِ ٭ ﻳَﺎ ﻣَﻦِ ﺍﻧْﺸَﻘَّﺖِ ﺍﻟْﺠِﺒَﺎﻝُ ﻣِﻦْ ﺧَﺸْﻴَﺘِﻪِ ٭ ﻳَﺎ ﻣَﻦْ ﻗَﺎﻣَﺖِ ﺍﻟﺴَّﻤَﻮَﺍﺕُ ﺑِﺎَﻣْﺮِﻩِ ٭ ﻳَﺎ ﻣَﻦِ ﺍﺳْﺘَﻘَﺮَّﺕِ ﺍﻟْﺎَﺭْﺽُ ﺑِﺎِﺫْﻧِﻪِ ٭ ﻳَﺎ ﻣَﻦْ ﻟﺎَ ﻳَﻌْﺘَﺪِﻯ ﻋَﻠﻰَٓ ﺍَﻫْﻞِ ﻣَﻤْﻠَﻜَﺘِﻪِ ٭

ﺳُﺒْﺤَﺎﻧَﻚَ ﻳَﺎلآ ﺍِﻟَﻪَ ﺍِﻟﺎَّٓ ﺍَﻧْﺖَ ﺍﻟْﺎَﻣَﺎﻥُ ﺍﻟْﺎَﻣَﺎﻥَ ﺧَﻠِّﺼْﻨَا ﻣِﻦَ ﺍﻟﻨَّﺎﺭِ

     «Йәә мән тәүәәдағә күллү шәй'и ли-ғәҙамәтиһии, йәә мән истәсләмә күллү шәй'ил ли ҡүдратиһии, йәә мән ҙәллә күллү шәй'ил ли-ғыйззәтиһии, йәә мән хадағә күллү шәй'ил ли һәйбәтиһии, йәә мән инҡаадә күүлү шәй'ил лимүлкәтиһии, йәә мән дәәна күллү шәй'ин мин мәхаафәтиһии, йәә мән тәшәҡҡаҡатил-джибәәлү мин хашьйәтиһии, йәә мән ҡаамәтис-сәмәәүәәтү би әмриһи, йәә мән истәҡарратил-әрдү би иҙниһии, йәә мәл ләә йәғътәдии ғәләә әһли мәмләкәтиһии, сүбхәнәкә йәә ләә иләәһә илләә әнтәл әмәәнәл әмәәнә халлисънәә минән-нәәри».

     Йә Бөйөклөгөң сәбәпле, барлыҡ нәмәне Үҙеңә Бойһондороусы Зат, йә Ҡөҙрәтең сәбәпле, барлыҡ нәмә Һиңә баш эйеүсе Зат. Йә Дәрәжәң сәбәпле, башҡалар Һиңә итәғәт итеүсе Зат, йә Батшалығың өсөн, башҡалар Һиңә бойһоноусы Зат, йә Һинең Дәрәжәң сәбәпле һәр нәмә Һинән түбән булыусы Зат, йә Һинән ҡурҡып, барлыҡ нәмә хәрәкәт итеүсе Зат, йә Һинән ҡурҡып, тауҙар ярылыусы Зат, йә Һинең әмерең менән күктәр эләгеп тороусы Зат, йә Һинең Батшалығыңа ҡаршы дошманлыҡ булмаған Зат! Дан Һиңә, йә Аллаһ! Һинән башҡа илаһ булмаған Зат! Беҙҙе ҡайғынан, борсоуҙан һәм йәһәннәмдән һаҡла, йә Раббым! (Аллаһ Тәғәләнең күркәм исемдәре доғалығы китабынан башҡортса, яҡынса тәржемәһе. Аҫта ла шунан тәржемә. Исмәғил хәҙрәт Мөхәмәтйәнов)».

                            Ваба (коронавирус) сирен бөтөрөү өсөн Аллаһының ун исеме

ﻭَ ﺍَﺳْﺌَﻠُﻚَ ﺑِﺎَﺳْﻤَٓﺎﺋِﻚَ ﻳَﺎ ﻏَﻔَّﺎﺭُ ٭ ﻳَﺎ ﺳَﺘَّﺎﺭُ ٭ ﻳَﺎ ﻗَﻬَّﺎﺭُ ٭ ﻳَﺎ ﺟَﺒَّﺎﺭُ ٭ ﻳَﺎ ﺻَﺒَّﺎﺭُ ٭ ﻳَﺎ ﺭَﺯَّﺍﻕُ ٭ ﻳَﺎ ﻓَﺘَّﺎﺡُ ٭ ﻳَﺎ ﻋَﻠﺎَّﻡُ ٭ ﻳَﺎ ﻭَﻫَّﺎﺏُ ٭ ﻳَﺎ ﺗَﻮَّﺍﺏُ ٭َ

ﺳُﺒْﺤَﺎﻧَﻚَ ﻳَﺎ ﺍِﻟَﻪَ ﺍِﻟﺎَّٓ اَنْتَ الْاَ مَانَ الْاَ مَانَ نَجِّنَا مِنَ النَّارِ

     «Үә әсьәлүкә би әсмәәикә йәә ғаффәәр, йәә сәттәәр, йәә ҡаһһәәр, йәә джәббәәр, йәә саббәәр, йәә раззәәҡ, йә фәттәәх, йәә ғәлләәм, йәә үәһһәәб, йәә тәүүәәб, сүбхәәнәкә йәә ләә иләәһә илләә әнтәл әмәәнәл әмәән, нәджинәә минән-нәәр».

     Мин Һинең исемдәрең менәй һорайым; йә Барлыҡҡа Килтереүсе, йә Ризыҡ Биреүсе, йә ниғмәттәрҙе Асыусы, йә һәр нәмәне Белеүсе, йә бар нәмәне Биреүсе, йә Мәрхәмәтле йә-Йомарт! Дан Һиңә, йә Аллаһ! Һинән башҡа илаһ юҡ! Беҙҙе ҡайғынан, борсоуҙан һәм йәһәннәмдән һаҡла, йә Раббым!

                                   Үпкә ауыртыуын бөтөрөү өсөн Аллаһының ун исеме

ﻳَﺎ ﻣَﻦْ ﻟَﻪُ ﺍﻟْﻤَﺜَﻞُ ﺍﻟْﺎَﻋْﻠَﻰ ٭ ﻳَﺎ ﻣَﻦْ ﻟَﻪُ ﺍﻟﺼِّﻔَﺎﺕُ ﺍﻟْﻌُﻠَﻰ ٭ ﻳَﺎ ﻣَﻦْ ﻟَﻪُ ﺍﻟْﺎَﺧِﺮَﺓُ ﻭَ ﺍﻟْﺎُﻭﻟَﻰ ٭ ﻳَﺎ ﻣَﻦْ ﻟَﻪُ ﺍﻟْﺠَﻨَّﺔُ ﺍﻟْﻤَﺎْﻭَﻯ ٭ ﻳَﺎ ﻣَﻦْ ﻟَﻪُ ﺍﻟﻨَّﺎﺭُ ﻭَ ﺍﻟﻠَّﻈَﻰ ٭ ﻳَﺎ ﻣَﻦْ ﻟَﻪُ ﺍﻟْﺎَﻳَﺎﺕُ ﺍﻟْﻜُﺒْﺮَﻯ ٭ ﻳَﺎ ﻣَﻦْ ﻟَﻪُ ﺍﻟْﺎَﺳْﻤَٓﺎﺀُ ﺍﻟْﺤُﺴْﻨَﻰ ٭ ﻳَﺎ ﻣَﻦْ ﻟَﻪُ ﺍﻟْﺤُﻜْﻢُ ﻭَ ﺍﻟْﻘَﻀَٓﺎﺀُ ٭ ﻳَﺎ ﻣَﻦْ ﻟَﻪُ ﺍﻟﺴَّﻤَﻮَﺍﺕُ ﺍﻟْﻌُﻠَﻰ ٭ ﻳَﺎ ﻣَﻦْ ﻟَﻪُ ﺍﻟْﻌَﺮْﺵُ ﻭَ ﺍﻟﺜَّﺮَﻯ ٭

ﺳُﺒْﺤَﺎﻧَﻚَ ﻳَﺎلآ ﺍِﻟَﻪَ ﺍِﻟﺎَّٓ ﺍَﻧْﺖَ ﺍﻟْﺎَ ﻣَﺎﻥَ ﺍﻟْﺎَ ﻣَﺎﻥَ اَجِرْنَا ﻣِﻦَ ﺍﻟﻨَّﺎﺭِ

     «Йәә мәл ләһүл-мәҫәлүл-әғъләә, йәә мәл ләһүс-сыфәәтүл-ғуләә, йәә мәл ләһүл-әәхыйратү үәл-үүләә, йәә мәл ләһүл-джәннәтүл-мә'үәә, йәә мәл ләһүн-нәәрү үәл-ләҙаа, йәә мәл ләһүл-әәйәәтүл-күбраа, йәә мәл ләһүл-әсмәәүл-хүснәә, йәә мәл ләһүл-хүкмү үәл-ҡадаа, йәә мәл ләһүс-сәмәәүәәтүл-ғүләә, йәә мәл лүһүл-ғәршү үәҫ-ҫәраа, сүбхәәнәкә йәә ләә иләәһә илләә әнтәл әмәәнәл әмәәнә әджирнә минән-нәәр».

     Йә юғары үрнәк Эйәһе, йәә Бөйөк сифаттар Эйәһе, йә эштең ахыры һәм башы Һиндә булған Зат, йә йәннәт Эйәһе, йә оло мөғжизәләр Эйәһе, йә хөкөм итеү Эйәһе, йә ғәләм һәм һауа Эйәһе, йә бейек күктәр Эйәһе, йә тәхет һәм байлыҡ Эйәһе, йә Гүзәл исемдәр Эйәһе! Дан Һиңә, йә Аллаһ! Һинән башҡа илаһ юҡ! Беҙҙе ҡайғынан, борсоуҙан һәм йәһәннәмдән һаҡла, йә Раббым!

     Һәммәбеҙгә һаулыҡ-сәләмәтлек һорап доға ҡылабыҙ:

         اللَّهُمَّ رَبَّ النَّاسِ، أَذْهِبِ الْبَأْسَ، وَاشْفِ أَنْتَ الشَّافِي، لاَ شِفَاءَ إِلاَّ شِفَاؤُكَ، شِفَاءً لاَ يُغَادِرُ سَقَمًا

     «Аллаhуммә раббә ннәс, әҙhибил-бәс, үәшфи әнтә-ш-шәәфи, ләә шифәә илләә шифәүк, шифәә ән ләә йүғадиру сәҡамән»

     Мәғәнәһе: «Әй, Аллаһым! Шул зарарҙы бөтөр, Әй, кешеләрҙең Раббыһы, миңә дауа бир! Һин шифалаусы. Һинең шифандан башҡа бер ниндәй ҙә дауа юҡ. Ул шифаң бөтә ауырыуҙарҙы юҡ итә һәм ул шифанан һуң сир кире ҡайтмай». (имам Бохари һәм Мөслим).

     Коронавирустан һаҡланыу доғалары: https://nazir1965.com/do%d2%93alar/koronovirustan-%d2%bba%d2%a1lanyu-do%d2%93alary.html#more-9300

     Аллаһ Тәғәлә һәм вирус:  https://nazir1965.com/v%d3%99%d2%93%d3%99zd%d3%99r/alla%d2%bb-t%d3%99%d2%93%d3%99l%d3%99-%d2%bb%d3%99m-virus.html#more-9323

     Рамаҙан һәм коронавирус:  https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/rama%D2%99an-%D2%BB%D3%99m-koronavirus.html

     Коронавирус һәм Аллаһ:   https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/koronavirus-%D2%BB%D3%99m-alla%D2%BB.html

     Профессиональные схемы лечения и ПРОФИЛАКТИКИ при коронавирусе: https://delyagin.ru/articles/183-sobytija/85445-vazhnoe-dopolnenie-p-3-kak-ne-dat-sebja-ubit-optimizatoram-professional-nye-skhemy-lechenija-i-profilaktiki-pri-koronaviruse-primenjat-tol-ko-pri-nedostupnosti-kvalifitsirovannoy-medpomoshhi