Шифалы доғалар
Ауырыуҙарҙан шифа табыу өсөн уҡыла торған доғалар
Ауырыу кеше ауырыуынан ҡотолоу өсөн, ваҡытты һуҙмайынса, табибҡа барырға тейеш. Табип әйткәндәрҙе үтәгәндә, доғаны ла оноторға ярамаҫ. Был ауырыу доғаларҙы үҙе уҡырға мөмкин, башҡа кешенән дә уҡыта ала. Аллаһы Тәғәләнең : «Ауырыу кешенең доғаһы ҡабул була” тигәнде иҫкә алып ысын күңелдән Аллаһынан шифа һорар кәрәк. Бер мосолмандың икенсе мосолманға, ата-әсәнең балаға ҡылған доғаһы, йома көнө, ямғыр-ҡар яуған көн һәм төндәрҙә ҡылынған доға-теләктәр ҡабул булыуына шикләнмәй Аллаһынан һорағыҙ. Аҫтағы Ҡөръән Кәримдәге аяттарҙың береһенме, йәки барыһын бер юлы уҡығас: шифа һорап раббанәс йә шифа һорау доғаларын уҡып, өҫтәп тағы ла үҙ телдә теләп доға ҡылып алығыҙ.
Доға ҡылыу рәүеше ошо биттә: //nazir1965.com/din/do%D2%93a-%D2%A1ylyu-t%D3%99rtibe.html
Доға ҡылыу әҙәбе ошонда: //nazir1965.com/din/do%D2%93a-%D2%A1ylyu-%D3%99%D2%99%D3%99be.html
Салауаттар (маҡтау) әйтергә лә онотмағыҙ. Башҡа доғалар ошо биттә: //nazir1965.com/do%D2%93alar/do%D2%93a.html һәм ошо биткә баҫығыҙ: //nazir1965.com/do%D2%93alar/auyry%D2%93anda-u%D2%A1yla-tor%D2%93an-do%D2%93alar.html
Пәйғәмбәребеҙ ауырыуҙар хаҡында ни әйткәнен ошо биттә уҡығыҙ://nazir1965.com/s%D3%99l%D3%99m%D3%99t-buly%D2%93y%D2%99/p%D3%99j%D2%93%D3%99mb%D3%99rebe%D2%99-auyryu%D2%99ar-xa%D2%A1ynda.html
Аллаһ Тәғәләнең шифалары насип булһын өсөн тәһәрәтле хәлдә башта „Фатиха“ сүрәһе уҡыйбыҙ:
بِسْمِ اللَّهِ الرَّحْمَنِ الرَّحِيمِ
الْحَمْدُ لِلَّهِ رَبِّ الْعَالَمِينَ*
الرَّحْمَنِ الرَّحِيمِ*
مَالِكِ يَوْمِ الدِّينِ*
إِيَّاكَ نَعْبُدُ وَإِيَّاكَ نَسْتَعِينُ*
اهْدِنَا الصِّرَاطَ الْمُسْتَقِيمَ*
صِرَاطَ الَّذِينَ أَنْعَمْتَ عَلَيْهِمْ غَيْرِ الْمَغْضُوبِ عَلَيْهِمْ وَلَا الضَّالِّينَ
ҡабаттан тыңларға һәм сайттан сығып китмәҫ өсөн мр3 плерҙә уң яҡтағы крестика баҫығыҙ
Һуңынан Ҡөръән-Кәримдән шифа аяттары уҡылыр. Был аяттар түбәндәгеләр:
وَيَشْفِ صُدُورَ قَوْمٍ مُّؤْمِنِينَ وَيُذْهِبْ غَيْظَ قُلُوبِهِم
„Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Үә йәшфи судуура ҡаумим-мүьминиин. Үә йүҙһиб ғайҙа ҡулүүбиһим“.
(Аллаһ мөьмин ҡәүеменең күкрәктәренә шифа бирер, күңелдәрендәге үс алыу һәм дошманлыҡ тойғоларын бөтөрөр.) („Тәүбә“ сүрәһе, аят 14-15.)
يَا أَيُّهَا النَّاسُ قَدْ جَاءَتْكُم مَّوْعِظَةٌ مِّن رَّبِّكُمْ وَشِفَاءٌ لِّمَا فِي الصُّدُورِ وَهُدًى وَرَحْمَةٌ لِّلْمُؤْمِنِينَ
»Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Йәә әййүһән-нәәсү ҡад(е) жәәә-әткүм мәүғиҙатүм-мир-Раббикүм үә шифәәә-үл-лимәә фис-судуури үә һүдәү-үә рахмәтул-лиль-мүьминиин."
(Эй, кешеләр! һеҙгә Раббығыҙҙан бер өгөт-нәсихәт һәм йөрәктәрҙәге ауырлыҡтарға бер шифа, мөьминдәр өсөн бер һиҙәйәт һәм рәхмәт килде.) («Юныс” сүрәһе, аят 57.)
وَنُنَزِّلُ مِنَ الْقُرْآنِ مَا هُوَ شِفَاءٌ وَرَحْمَةٌ لِّلْمُؤْمِنِينَ
»Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Үә нүнәззилү минәл-ҡурьәәни мәә һүә шифәәә-үү-үә рахмәтүл- лиль-мүьминиин."
(Беҙ Ҡөръәндә мөьминдәр өсөн шифа һәм рәхмәт булған аяттар индерәбеҙ.) («Исра» сүрәһе, аят 82.)
وَإِذَا مَرِضْتُ فَهُوَ يَشْفِينِ
"Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Үә иҙәә мәридътү фәһүә йәшфиин".
(Ауырған ваҡытта миңә Аллаһ шифа бирер.) («Шүғара» сүрәһе, аят 80.)
قُلْ هُوَ لِلَّذِينَ آمَنُوا هُدًى وَشِفَاءٌ
«Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Ҡул һүә лилләҙиинә әәмәнүү һүдәү-үә шифәә».
(Әйт ки, ул (Ҡөръән) инанғандар, өсөн һиҙәйәт һәм шифалыр.) («Фуссыләт» сүрәһе, аят 44.)
Был аяттар уҡылғандан һуң түбәндәгесә доға ҡыл;
اللَّهُمَّ رَبَّ النَّاسِ، مُذْهِبَ الْبَأْسِ
اشْفِي أَنْتَ الشَّافِي، لاَ شَافِيَ إِلاَّ أَنْتَ
اشْفِي شِفَاءً لاَ يُغَادِرُ سَقَمًا
«Аллааһүммә Раббән-нәәс, мүҙһибәл-бә*с, ишфии әнтәш-шәәфи ләә шәәфийә иллә әнт, ишфии шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамә.
(Аллаһым! Әй, инсандарҙың Раббаһы! Ауырыуҙы юҡ итеүсе! Ауырыуҙы бөтөрөүсе булған Аллаһ, шифа бир. Шифа биргән бары тик Һин генә, Һинән шифа бирәсәк кем дә юҡтыр. Аллаһым! Шул ҡолыңа шифа бир.)
بِاسْمِ اللهِ أَرقِيك ، مِن كُلِّ شَيْءٍ يُؤذِيك ، مِن شَرِّ كُلِّ نَفسٍ أَو عَينٍ حَاسِدٍ ، اللَّهُ يَشفِيكَ ، بِاسمِ اللَّهِ أَرقِيك
«Бисмилләәһи әрҡыҡ, миң күлли шәй-ин йүьҙиик, миң шәрри күлли нәфсин әү ғәйнин хәәсид. Аллааһүммә йәшфиик бисмилләәһи әрҡыык».
"Һине этләгән көнсөлдөң көнсөллөгөнән һәм яман күҙленән Аллаһ исеме менән һине өшкөрәм, Аллаһ һиңә шифа бирһен"
(Һиңә борсоу, яфа биргән һәр нәмәнән, һәр көнләшкән нәфестән йәки күҙ тейеүҙән Аллаһының исеме менән һиңә шифа теләйем. Аллаһ һиңә шифа бирһен. Аллаһының исеме менән һиңә шифа теләйем.)
«Әғүүҙү бикәллааһүммә минәл-бәраси үәл-джүнүүни үәл-джүҙәәми, үә мин сәй-ил-әсҡаам!»
(Эй Аллаһым, мине диуаналыҡтан һәм дә төрлө яман ауҙырыуҙарҙан, һаҡла!)
"Аллааһүммә, джәннибнии мүнкәратил-әхләҡы үәл- әғмәәли үәл-әһүәә-ә үәл-әдүәә".
(Йә Аллаһым! Боҙоҡ эштәрҙән, сифаттарҙан, боҙоҡ хыялдан, сирҙәрҙән Үҙең һаҡла!)
«Доға китабы», Ильшат Хафизи