Күңел төшөнкөлөгөнән доғалар
Күңел төшөнкөлөгөнән (депрессиянан) доғалар.
1. Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үәс-сәләм күңел төшөнкөлөгөнән ошо доғаны уҡый ине.
لا إِلَهَ إِلَّا اللَّهُ الْعَظِيمُ الْحَلِيمُ، لَا إِلَهَ إِلَّا اللَّهُ رَبُّ الْعَرْشِ الْعَظِيمِ، لَا إِلَهَ إِلَّا اللَّهُ رَبُّ السَّمَوَاتِ، وَرَبُّ الْأَرْضِ، وَرَبُّ الْعَرْشِ الْكَرِيمِ
Ләә иләәһә илләллааһүл-ғәҙиимүл-хәлиим,
Ләә иләәһә илләллааһүл раббул-ғәршил-ғәҙиим,
Ләә иләәһә илләллааһүл раббус-сәмәәүәәти
үә раббул әрҙи үә раббул ғәршил-кәриим.
ғарш
Мәғәнәһе: Аллаһтан башҡа иләһ юҡ, Ул – Бөйөк үә Сабырлыҡ Эйәһелер. Аллаһтан башҡа иләһ юҡ, Ул – бөйөк тәхеттең Хужаһылыр. Аллаһтан башҡа иләһ юҡ – Ул күктәр үә ерҙең Раббыһылыр үә бөйөк ғәрштең, тәхеттең Хужаһылыр.
لا الهَ إلاَّ أنْتَ سُبْحانكَ إنَّي كُنْتُ مِنْ الظالِمينَ
2. Әйтелеше: Ләә иләәһә иллә әнтә сүбхәәнәкә иннии күнтү минәҙ-ҙаалимин.
залим
Мәғәнәһе: Һинән башҡа иләһ юҡ, Һине төрлө кәмселектәрҙән паклайым. Мин залим булған заттарҙан инем.
لا حَوْلَ و لا قُوَّةَ إلاَّ بِاللّهِ
3. Әйтелеше: Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә иллә билләәһи.
Мәғәнәһе: Аллаһ Тәғәләнән башҡа һис бер хәл үә көс юҡтыр.
4. Был доға 99 сирҙән дауалыр. Иң еңеле – күңел төшөнкөлөгөнән дә. Иртән дә, кисен дә ошо доға уҡылыр.
اللَّهُمَّ إنَّي أعوذُ بِكَ مِنْ لحزَنِ و أعوذُ بِكَ مِنْ العَجْزِ و الكَسْلِ و أعوذُ بِكَ مِنْ الجُبْنِ و البُخلِ و أعوذُ بِكَ مِنْ غَلَبَةِ الدَّينِ و قَهْرِ ا لرّجال
Әйтелеше: Аллаһүммә иннии әғүүҙү бикә минәл-һәмми үәл-хәзәни үә әғүүҙү бикә минәл ғәджзи үәл-кәсли үә әғүүҙү бикә минәл джүбни үәл бухли үә әғүүҙү бикә мин ғәләбәтиддәйни үә ҡаһрир-риджәәли.
инни
Мәғәнәһе: Йә, Аллаһым, мин Һиңә генә һыйынамын күңел төшөнкөлөгөнән һәм ҡайғынан, Һиңә генә һыйынам көсһөҙлөктән һәм ялҡаулыҡтан, һәм Һиңә генә һыйынам ҡурҡыуҙан һәм һаранлыҡтан, һәм Һиңә генә һыйынамын диндең юҡҡа сығыуынан һәм кешеләрҙең яуызлыҡтарынан.
5. Ҡөръән Кәримдәге Ән-Әнфәл сүрәһенең түбәндәге аяты депрессиянан ҡотолорға ярҙам итә. Ҡайһы берәүҙәр ошо аятты яҙып алып йөрәк өҫтөндә йөрөтөргә кәңәш бирәләр. (амулет һымаҡ эшләп, йөрәк өҫтөндә пластыр менән нығытып).
وَيُذْهِبَ عَنكُمْ رِجْزَ الشَّيْطَانِ وَلِيَرْبِطَ عَلَى قُلُوبِكُمْ وَيُثَبِّتَ بِهِ الْأَقْدَامَ
Үә лийарбита ғәләә ҡулүүбикүм үә йүҫәббитә биһиләҡдәәм 8/11
811
Аллаһ йөрәгеҙҙе көсәйтер, аяғыҙҙы нығытыр, күктән ямғыр яуҙырыр.
الَّذِينَ آمَنُوا وَتَطْمَئِنُّ قُلُوبُهُم بِذِكْرِ اللَّهِ أَلَا بِذِكْرِ اللَّهِ تَطْمَئِنُّ الْقُلُوبُ
6. Әлләҙиинә әәмәнүү үә татмә'иннү ҡулүүбүһүм биҙикрил-ләәһи ә ләә биҙикрил-ләәһи татмә'иннүл-ҡулүүб.
1328
Иман килтергән кешеләрҙең күңеле Аллаһты иҫкә алғанда тыныслана. Эйе, Аллаһты иҫкә алған саҡта күңел тыныслана!
Шулай уҡ был аяттыла ҡағыҙға яҙып йөрәк өҫтөндә йөрөтөргә кәңәш ителә.