Ҡәберҙәге доға
Ҡәберстанға кергәндә уҡылған доға
Ҡәберҙәрҙе зыярат итеү — тормошобоҙҙың бер өлөшөлөр. Үлемдең ҡасан һәм нисек килеүен беҙ белмәйбеҙ. Яҡын дуҫыбыҙҙы йә туғаныбыҙҙы юғалтыуыбыҙ мөмкин. Үлемде һәр ҡайһыбыҙ ҙа әҙерлек менән көтөп торорға тейешбеҙ. Иртән эшкә китеп, кисен өйгә һау-сәләмәт ҡайтыуыбыҙға ышаныс юҡ. Әгәр уйлап ҡараһаҡ, дуҫтарыбыҙҙың күбеһе ер өҫтөндә түгел, ер, тупраҡ аҫтында икән инде. Улар беҙҙән хәйер-фәтихә өмөт итәләр.
Ҡәберҙәрҙе зыярат иткәндә «Йәсин», «Тәбәрак»; «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» һәм «Фәтихә» сүрәләре уҡыла. Был доғаларҙы башҡа кеше түгел, доға ҡылырға килгән кеше үҙе уҡыһа, хәйерлерәк. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм ҡәберҙәрҙе зыярат иткәндә түбәндәге доғаны уҡыған: «Әссәләму ғәләйкум йә әһләл-ҡубур, йәғфируллаһ ләнәә үә ләкүм, әнтүм сәләфунә үә нәхнү бил-әҫәр».
(Әс-сәләмү ғәләйкүм, эй мөьминдәрҙән үә мосолмандарҙан булған ҡәбер әһелдәре! Аллаһ насип итһә, беҙ ҙә һеҙҙең менән бергә булырбыҙ, һеҙгә лә үҙебеҙгә лә Аллаһынан хәйерле булыуҙы һорайбыҙ.)
Әбү Һурайранан риүәйәт: Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһиссәләм, әйткән: "Кем ҡәберстанга кереп «Фатиха», «Ихлас» үә «Тәҡәҫүр» сүрәләрен уҡыһа, артынан: Аллааһүммә джәғәлтү ҫәүәәбә мәә ҡарә'тү мин кәлимәәтикә лиәһлил-мәҡаабир минәл-мү'миниинә үәл-мү'минәәт.
(Аллаһым! Үҙеңдең кәлимәләреңдән уҡығандың сауаптарын мөьмин үә мөьминәләргә бағышланым), тип доға ҡылһа, ул мәйеттәр уға Аллаһ Тәғәлә ҡаршында шәфәғәт ҡылырҙар.)
Ҡәберҙәрҙе зыярат итеп, улар өсөн доға һәм истиғфарҙа булыу— сөннәттер. Ҡәберҙәрҙе зыярәт итеүҙән маҡсат — ғибрәт алыуҙыр. Ҡайһы бер яҡтарҙа яңы өйләнешеүсе йәштәрҙең зыяратҡа барыу йолалы бар. Был, үлемде хәтерләп, һәм яңы ҡушылған кешеләр менән яҡшы мөғәмәләлә булһын өсөн, фәһем алһындар өсөн эшләнә. Сөнки һәр кем өсөн дә ахырҙа — үлем.
Ғәйшә,разиаллаһү ғәнһә, бер риүәйәтендә һөйләгән: Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһиссәләм, бер төндө уның янына килеп ятҡан. Бер аҙҙан һуң тауыш-тынһыҙ ғына тороп киткән. Ғәйшә инәбеҙ, ул ҡайҙа китте икән тип борсолоп, артынан киткән. Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһиссәләм, Мәҙинәнең ҡәберстаны булған Бакиғ зыяратына барып, доға ҡылған. Ғәйшә инәбеҙ, тиҙ генә унан алда ҡайтып киткән. Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһиссәләм, өйгә ҡайтҡас, Ғәйшә инәбеҙҙең ҡурҡып йыш-йыш һулағанын күреп: «Ни булды?» — тип һораған. Инәбеҙҙең, разиаллаһү ғәнһә, үҙ артынан барғанын белгәс, Ябраилдең ғәләйһиссәләм, уға килеп, Аллаһы Тәғәләнең әмерен килтереүен һәм, зыяратҡа барып, доға ҡылырға бойороҡ биреүен белдергәнен һөйләгән. Ғәйшә инәбеҙ:
— Эй, Аллаһының Илсеһе! Улар өсөн мин нисек доға ҡылайым? — тип һорағас. Рәсүлебеҙ, ғәләйһиссәләм, уға шул доғаны өйрәткән: «Әссәләму ғәләә әһлид-дийәәр минәл-мүьмининә үәл-мүслимиин үә йәрхәмүллааһүл-мүстәҡдимиинә миннәә үәл-мүстәъхыриинәә үә иннәә иншәә-әллааһү бикүм ләәхиҡуун».
(Сәләм мөьминдәр һәм мосолмандар йорто халҡына; Аллаһ беҙҙән элек үлгәндәргә, унан һуң үләсәктәргә рәхмәт ҡылһын. Ин шә Аллаһ, беҙ ҙә һеҙгә ҡушылырбыҙ.)
Ҡәберҙәрҙе зыярат иткәндә уҡыла торған башҡа бер доға: "Әссәләәмү ғәләйкүм әһләд-дийәри минәл- мүьмининә иннәә иншә Аллааһү бикүм ләәхиҡуун. Әсьәлуллааһә ләнәә үә ләкүмүль-ғәәфийә.
(Эй, мөьминдәр йортоноң халҡы! Сәләм һеҙгә. Беҙ ҙә Аллаһ теләгән ваҡытта һеҙгә ҡушылырбыҙ. Аллаһынан үҙебеҙ өсөн һәм һеҙҙең өсөн дә именлек теләйбеҙ.)
Әгәр мосолмандар ҡәбере менән кәферҙәр ҡәбере ҡатыш булһа, ошолай әйтелә: «Үәс-сәләәмү ғәләә мәниттәбәғәль-һүдәә».
Ҡәберҙә ятҡан үлеләребеҙгә доғаны бары тик зыяратка барып ҡына уҡырға тимәгән. Ҡайҙа уҡылһа ла, Ҡөръән һәм доғаларыбыҙ уларға барып ирешер. Ҡәберҙәрҙе зыярат итеү уларҙан бигерәк үҙебеҙ өсөн файҙалы, сөнки ул беҙгә үлемде хәтерләтә.
Доға китабы, Ильшат Хафизи