ХАЖ ҺӘМ ҒУМРА

                                                       ХАЖ ҺӘМ ҒУМРА ТӘРТИПТӘРЕ

     ЙӨКМӘТКЕҺЕ
     

     ЮЛҒА СЫҒЫУСЫҒА БЕР НИСӘ ҺҮҘ
     ҒИбӘҘӘТТӘҒЕ ИКЕ ШАРТ
     ХАЖДЫҢ ТӨРҘӘРЕ
    ТӘМӘТТУҒ
    ИФРАД
    ҠЫЙРАН
    ИХРАМДА НИМӘ ТЕЙЕШЛЕ
    ҒУМРА ТӨРӨ
    ХАЖ ТӘРТИБЕ
    БӘЙҒӘМБӘР МӘСЕТЕН КҮРЕРГӘ БАРЫУ
    ХАЖДАҒЫЛАР ТАРАФЫНАН ЭШЛӘНГӘН ҠАЙҺЫ БЕР ХАТАЛАР
    ХАЖДЫҢ ТЕРӘКТӘРЕ

     Аллаһ ризалығына тип яҙылған, хажға барыусылар өсөн ҡулайлы булған был китапты укыусыларыбыҙ яратып ҡабул итерҙәр тигән ниәттә ҡалабыҙ. Амин.

     Китаптың мөәллифтәре: Шәйех Мөхәммәд бин Салих Ғусәймин, Шәйех Ғәрифулла-хажи Ғәбдрахман

 

     Шәйех Мөхәммәд бин Салих Ғусәйминдын, «Хаж һәм ғумра сифаттары» китабы хаж сәфәренә сығыусылар әсән мөһим ҡулланма булараҡ мәшһүр.
     Шәйех Ғәрифулла хажи Ғәбдрахман тарафынан был китапсыҡҡа «Юлға сығыусыға бер нисә һүҙ», «Хажиҙар тарафынан эшләнгән ҡайһы бер хаталар» һәм «Хаждың терәктәре» өҫтәлде. Хаж сәфәренә сығыусы алдында ҡуйылған һорауҙарға яуап ошо китапсыҡта табылһа, кеше рәхмәтенә генә түгел, Аллаһ рәхмәтенә ирештек тигән уйҙабыҙ.
Хәйерле юл һеҙгә, буласаҡ хажи ҡәрҙәштәр! Амин.

                                                       ЮЛҒА СЫҒЫУСЫҒА БЕР НИСӘ ҺҮҘ
     Рәхимле, шәфҡәтле Аллаһы Тәғәлә исеме менән
     Йыл һайын йылды тамамлаған ун икенсе зөлхизә айында Ер шарының төрлө мөйөштәренән төрлө төҫтәге тәнле, төрлө телдә һөйләшкән, үҙҙәрен беҙ мосолмандар, беҙ Мөхәммәт Мостафа /саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм/ өммәтенән, тигән халыҡ Мәккәй Мөкәррәмә ҡалаһындағы изге Ҡәғбәтуллага барып хаж ғәмәлен үтәйҙәр. Уларҙың, араһында төрлө һәнәр эйәләренән алып ил башлыҡтары, батшалар ҙа бар. Хаж ғәмәлен үтәү — беренсенән Аллаһ ҡолоноң Мәккәй Мөкәррәмәгә барып ҡайтырлыҡ һәм шул арала өйҙә ҡалған ғаиләһе мохтаж булмаҫлыҡ аҡсаһы булған бай кешегә генә фарыз булһа, икенсенән, мосолмандарҙың берҙәмлеген, ислам диненең өҫтөнлөгөн күрһәткән Аллаһ бойороғон урынына еткереп башҡарыу ғәмәле булараҡ күркәм һәм мөбәрәк.
    Динебеҙ ислам ҡанундары буйынса аҡылы камил, тәне сәләмәт, етерлек байлығы булған, етлеккәнлеге беленгән егет һәм ҡыҙҙарға, ир һәм ҡатындарға хаж ҡылыу фарыз.
    Ҡатындарға ире йәки яҡын ҡарындаштары менән барыу дөрөҫ.
    Ауырыу кешеләргә, һуҡырҙарға һәм фәҡирҙәргә хаж фарыз түгел.
    Хаж ғәмәлен үтәү ниәте менән бурысҡа аҡса йыйып ғаиләһен ас-яланғас ҡалдырып йөрөп ҡайтыусы кеше хажи исеменә лайыҡ була алмай, сөнки был кешенең ғәмәлен Аллаһы Тәғәлә ҡабул итмәй.
    Хаж сәфәренә сығыу өсөн юлдарҙың һуғыш хәрәкәттәре майҙаны булыуҙан һәм йоғошло ауырыуҙарҙан имен булыуы шарт. Юлдар тынысланғансы хаж сәфәрен кисектереп тороу дөрөҫ. Хаж йәки ғумра ғәмәлдәрен оло йәштәге кеше, ауырыу йәки үлер алдынан васыят әйтеп ҡалдырған кеше өсөн уларҙың иң яҡын туғандары тарафынан үтәлеү хәйерле һәм был рөхсәт ителә.
     Был осраҡта барып-ҡайтыу сығымдарын үрҙә әйтелгәндәр бирәләр.
     Мөхтәрәм уҡыусыларым!
     «Үлем аяҡ аҫтында», — ти халҡыбыҙ. Был бик тә дөрөҫ. Тәҡдиребеҙҙе Хоҙай Тәғәләнән башҡа бер зат белмәй. Ҡайҙа, ҡайһы ваҡытта, ни сәбәптән, ҡайһылай үлеребеҙҙе Ул ғына белә. «Эсер һыуы, ашар ашы бөткән, тәҡдире еткән», — тип тә әйтәләр беҙҙең башҡортта. Ата-бабаларыбыҙ аҡыллы фекерҙәрҙе беҙгә мираҫҡа ҡалдырғандар. Ҡәғбәтуллала намаҙ уҡып тамамлағас, теге йәки был тарафтарҙа «Джиназа, джиназа», тип ҡысҡырыусыларҙың тауыштарын ишетергә тура киләсәк. Шунда уҡ имам йыназа намаҙы уҡыласағын иғлан итә һәм миллиондан артыҡ халыҡ имамға ойоп намаҙ уҡый. Әлхәмдүлилләһ! Был хәлде, йәғни мәйет барлығын белдереп ҡысҡырыуҙарҙы Мәккә, Мәҙинә ҡалаларында ла, мәхәллә мәсеттәрендә лә, юлда ла ишетергә, күрергә мөмкин. Шуның өсөн Хаж сәфәренә сығыр алдынан барығыҙға ла туғандарығыҙ, күршеләрегеҙ, дуҫ-иштәрегеҙ, күргән-белгән дин ҡәрҙәштәрегеҙ менән бәхилләшеү бик тә дөрөҫ. Ата-бабаларыбыҙ вариҫтарына мал-мөлкәтте бүлеп, васыят яҙып ҡалдырып юлға сығыуҙы хуп күргәндәр. Кемдәргәлер асыуланып йә уларға үс тотоп, кенә ҡыуып йөрөһәгеҙ дуҫлашығыҙ, йәрәшегеҙ. Был бик мөһим. Онотмағыҙ, Ҡиәмәт көнө былар һораласаҡтар. Тағы ла кемгәлер ниҙер бирәсәгегеҙ бар икән — ҡайтарығыҙ, бурысҡа аҡса алғанһығыҙ икән бирегеҙ. Сөнки шаһит хөкөмөндә вафат булған Аллаһ ҡоло ла бурысы өсөн тамуҡ утында янып таҙарынмайынса, һис кенә лә йәннәт әһеле була алмай. Бурыслы кешенең, гөнаһын хаж ғәмәле лә юя алмай. Шуның өсөн бәхилләшкәндә быға ҙур иғтибар бирегеҙ. Был — беренсе.
     Икенсенән, юлға сыҡҡан кешегә еңелсә кейенеү мотлаҡ. Сауд Ғәрәбстанында йыл әйләнәһенә көндәр эҫе була, сөнки экватор яҡын. Этәр кеше йәй көнө хаж сәфәренә сыҡһа — йәйге кейемдә булыу, башҡа миҙгелдәрҙә яҙлы-көҙлө кейгән кейемдәр еңел дә, уңайлы ла.
     Өсөнсө. Ауырымаған кеше бик һирәктер. Шуның өсөн кем ниндәй ауырыу менән сирләй, дауаһын дарыуын — хәстәрләһен. Был бигерәк тә ғәрәпсә һөйләшә белмәгән кешегә файҙалы кәңәш. Сөнки ауырып китһәк — Аллаһ һаҡлаһын- ашығыс ярҙамға хаж ғәмәлдәрен үтәгәндә лә мохтажбыҙ. Мәккә ҡалаһында саҡта, урындағы халыҡтан башҡалар барыһы ла йүткерәләр. Йүткереүгә ҡаршы дарыуҙарҙы алырға онотмағыҙ.
    Тағы ла күпселек хаж сәфәрендәгеләрҙең табандары сатнап, эренләгән осраҡтар ҙа булғылай. Был осраҡта төрлө майҙар менән файҙаланыу кәңәш ителә. Бигерәк тә бал ҡорттары бүлеп сығарған матдәләр ҡатнашмаһынан әҙерләнгән майҙарҙың шифаһы көслө.
     Дүртенсеһе, иң мөһиме тип әйтһәк тә урынлы булыр, сәфәрҙә ҡапҡылап алырлыҡ ризыҡ менән юлға сығыу. Мосолманға ризыҡтың хәләл булыуы тураһында әйтеүҙең кәрәге юҡ, ә бына тиҙ боҙолмай торған ашамлыҡтарҙан ҡаҙы, тултырма, ҡаҡланған ит, талҡан, ҡорот һ.б. булһа бигерәк тә яҡшы. Күпләп алыуҙың кәрәге юҡ. Әлхәмдүлиллаһ!
     Ватылмай торған һыу-һут һауыты, ҡалаҡ, балҡалаҡ, тәһәрәтләнеү өсөн ҡулайлы һауыт, һаҡлыҡҡа энә-ептәр, хаж ғәмәлдәрен үтәгәндә һис шикһеҙ кәрәк буласаҡ ҡайсы һәм ҡырыныу әйберҙәре, таҫтамал-һабын тураһында ла иҫкәртеп- киҫәтеп ҡуйыуҙы урынлы күрәм.

     Мөхтәрәм уҡыусыларым!
     Һеҙ Аллаһы Тәғәләнең барлығына, берлегенә һәм Мөхәммәт ғәләйһиссәләм Уның бәйғәмбәре, ахырызаман бәйғәмбәре булыуына күңелдән ышандығыҙ таныҡлыҡ бирҙегеҙ.
     Һеҙ ваҡытында биш намаҙығыҙҙы ла уҡып барҙығыҙ.
     Һеҙ байлығығыҙҙан йылына бер мәртәбә мохтаж кешеләргә зәкәт бирҙегеҙ.
     Һеҙ рамаҙан айын шатланып көтөп алаһығыҙ һәм Аллаһ ризалығына, гөнаһ керенән ҡотолоу ниәте менән теүәл көндәр ураҙа тотаһығыҙ. Аллаһы Тәғәләгә итәғәтлек менән ғибәҙәттә булаһығыҙ. Инша Аллаһ!
     Инде хәҙер динебеҙ Исламдың бишенсе терәге булған хаж ғибәҙәтен Аллаһ хаҡына үтәргә ниәтләп йөрөйһөгөҙ. Был ауыр һынау. Хаж ғәмәлен үтәгән кешеләр — хажиҙар -быны яҡшы беләләр. Ғәрафәт тауына етеп бәйғәмбәребеҙҙең ошо ерҙәрҙә тыуып, әҙәм балаһы булараҡ беренсе аҙым яһауҙары, үкһеҙ етем ҡалыуы, ауыр һынауҙар аша үтеп үҫеп китеүе, бәйғәмбәрлек килеүе һәм Аллаһ Рәсүле булараҡ динебеҙ Ислам өсөн көрәшеүе, уның Аллаһ һүҙҙәрен милләттәштәре ҡөрәиштәргә еткергән саҡта күргән бәлә-ҡазаларын, ҡайғы-хәсрәттәрен иҫкә төшөргәндә күҙҙәрҙән йәштәр атылып сыҡһа, йөрәгегеҙҙә еңеллек тойһағыҙ, үҙегеҙҙе хажи тип белегеҙ. Әлхәмдүлилләһ! Аллаһы Тәғәләнең бойороғон -фарыз ғәмәлен- үтәнегеҙ, оло гөнаһтарҙан ҡотолоп, таҙарҙығыҙ. Инша Аллаһ!
     Мин дә ошо бәләкәс кенә китапты баҫтырып, үҙемде һеҙҙе хәйерле һәм изге юлға оҙатыусы, ҡаршы алыусы булараҡ хис итһәм, дин ҡәрҙәштәремдең рәхмәтенә генә түгел, бәлки Аллаһ рәхмәтенә, ризалығына ла лайыҡ булдым, тип шатланыр инем. Әлхәмдүлилләһ!
     Һеҙҙе хаж сәфәрендә йөрөгәндә Аллаһы Тәғәлә барса бәлә-ҡазаларҙан, ҡайғы-хәсрәттәрҙән, шайтан ҡотҡоһонан һаҡлаһын. Был бәләкәй генә китап сәфәрегеҙҙә юлдаш булһын, сөнки ул һеҙгә дөрөҫ юлдан тайпылмаҫҡа өйрәтәсәк.
     Аллаһ һаҡлаһын!
     Изге ниәттәрегеҙ ҡабул булһын, хәйерле юл һеҙгә! Амин.
     Шәйех Ғәрифулла-хажи Ғабдрахман.
                                                                                            23 Шәүүл һижри 1426 йыл Миләди 25 ноябрь 2005 йыл

                                                                          ҒИБӘҘӘТТӘГЕ ИКЕ ШАРТ
     Бисмилләәһир-Рахмәәнир-Рахииим.
     Рәхимле, шәфҡәтле Аллаһы Тәғәлә исеме менән башлайым Аллаһы Тәғәләгә барса маҡтау ололауҙарыбыҙ булһа ине. Һәм бәйғәмбәрҙәрҙең һуңғыһы Мөхәммәт /саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм/ хәйер- доғаларыбыҙ һәм сәләмдәребеҙ булһа ине.
     Дөрөҫлөктә хаж иң өҫтөн ғибәҙәттәрҙән һәм Аллаһы Тәғәләгә итәғәтле булыуҙарҙан, сөнки ул Аллаһы Тәғәлә тарафынан Мөхәммәт /саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм/ арҡыры ебәрелгән Ислам диненең бишенсе бағанаһы һәм мосолмандарҙың фарыз ғибәҙәттәре унан башҡа тулы булмай; һәм ул ғибәҙәттән ҡала Аллаһы Тәғәләгә яҡынайыу камил булмаған кеүек һәр ғибәҙәт тә ике шарт үтәлмәһә ҡабул булмай.
     Беренсеһе — ниәтендә Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн һәм әхирәтте күҙ алдында тотон күңел ихласы булыуы, кеше күрһен өсөн, исем өсөн булмау, донъя маҡсатын күҙ алдында тотмау.
     Икенсеһе — үтәгән ғәмәлдәребеҙ һәм әйткән һүҙҙәребеҙ бәйғәмбәр /саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм/ ҡушҡанса булырға тейеш, сөнки ғибәҙәтебеҙҙең Уның сөннәтенә тура килеүе шарт. Һеҙгә ҡыҫҡаса хаж менән ғүмра тәртиптәре тураһында әйтеп китәсәкбеҙ.

                                                                                 ХАЖДЫҢ ТӨРҘӘРЕ
     Хаж ниәткә ҡарап бер аҙ үҙгәрә һәм өс төргә бүленә:
тәмәттуғ, ифрад, ҡыйран.
                                                                                    ТӘМӘТТУҒ
    Хаж айҙарында /шәүүәл, зөлҡәғиҙә, зөлхизә/ ғумра ниәте менән генә ихрам кейемдәрҙе кейерҙәр /аңлатмаһы түбәндә килтереләсәк/, Мәккәгә еткәс, тауаф /Ҡәғбәне ете тапҡыр әйләнеп сығыу/ менән сәғи ҡылып /Сафа менән Мәрүә араһында йөрөү, сәсте алдырыу йәки-ҡыҫҡартыу.
     Байрам көнө еткәс /ул зөлхизә айының 8-е/ хаж ниәте менән яңынан ихрам кейемдәрен кейеп, бөтөн хажда тейешле ғәмәлдәрҙе үтәү.
    Тәмәттуғта ҡорбан салына.
                                                                                     ИФРАД
     Хаж ниәте менән генә ихрам кейемдәрен кейеп Мәккәгә еткәс, тәүафул-ҡудумды /килеп етеү тәүафы/ һәм хаж сәғиен үтәп, сәсен алдырмайынса һәм ҡыҫҡартмайынса ихрамынан да сыҡмай, киреһенсә, Ҡорбан ғәйетендәге /10-сы зөлхизә/ таш бәреүҙән һуң ихрамлы хәлдәрендә ҡала. Әгәр хаж сәғиен һуңға ҡалдырған булһа, хаж тәүафы менән бергә үтәһә лә зыяны юҡ.
                                                                                     ҠЫЙРАН
     Хажды ла, ғумраны ла бергә ниәтләп үтәлә, һәм ҡыйранды үтәүсенең ғәмәле ифрадты үтәүсенеке кеүек. Айырмаһы ҡыйрансының ҡорбан салыуында ғына, уны үҙе алып килә. Ифрад ҡылыусы ҡорбан салмай. Ошо иҫкә алынған өс хаж төрөнөң иң яҡшыһы тәмәттуғ, сөнки бәйғәмбәребеҙ /саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм/ сәхәбәләренә(бәйғәмбәребеҙҙе күреп белгән замандаштары) ошо хаж төрөн үтәргә ҡушҡан һәм өҫтөнөрәк икәнен белгерткән.
     Ғумра менән хаж тәртиптәренә күскәнсе ихрам хәлендәге тыйылған нәмәләр менән рөхсәт ителгәндәрен әйтеп китәбеҙ.

                                                                              ИХРАМДА НИМӘ ТЕЙЕШЛЕ
     I. Бөтөн Аллаһы Тәғәлә бойорған фараздарҙы тейешенсә үтәү. Мәҫәлән, намаҙҙы ваҡытында йәмәғәт менән уҡыу.
     II. Аллаһы Тәғәлә тыйған ғәмәлдәрҙән /яҡынлыҡ ҡылыу, яман һүҙҙәр һөйләү, кешене һүгеү, бәхәсләшеү һәм башҡа гөнаһлы эштәрҙән/ ситләшеү.
     III. Башҡа мосолмандарға зыян килтереүҙән тыйылыу. Мәҫәлән, һуғышыу, төртөшөү, ҡыйырһытыу һәм башҡа.
     IV. Ихрамдың ирҙәргә лә, ҡатындарға ла ҡарата булған тыйыуҙары, улар ете:
     1. сәсенән, тырнағынан, тиреһенән бер бөртөк тә алмаҫҡа, шырау һәм уның кеүек нәмә ҡаҙалһа, уны алыу ҡан сыҡҡанда ла ярай;
     2. ихрамға ингәс һис бер төрлө еҫле май һөртөлмәй, хушбуй тәндә лә, аш-һыуҙа ла булмаҫҡа тейеш; еҫле һабынды ла ҡулланырға ярамай;
     3. ҡырағай ҡош һәм хайуандарҙы ауламаҫҡа;
     4. яҡынлыҡ ҡылмаҫҡа;
     5. ҡатынын /ирен/ енси теләге килеп наҙлау, һөйөү тыйыла /үбешеү, һыйпашыу кеүек/;
     6. никахты үҙеңә лә уҡытмаҫҡа, башҡаға ла уҡымаҫҡа һәм ҡыҙ ҡулын үҙеңә лә, башҡаға ла һоратмаҫҡа;
     7. ҡулға бейәләй, перчатка ише әйбер кеймәҫкә.
     V. Ирҙәргә генә хас булған тыйыуҙар:
     1. Башты башлыҡ ише әйбер кейеп ҡаплау тыйыла, ләкин зонт, йә машина түбәһе, йә сатыр-тирмә күләгәһендә булыу һәм булған нәмәләрен башында алып барыуында зыян юҡ.
     2. Күлдәк, плащ, салбар, ситек кеүек тегелгән нәмәләрҙе кеймәҫкә, улар урынына ихрам кейемен кейә. Ихрам кейеме — ул йәймә ҙурлығындағы ике ҡалыныраҡ аҡ туҡыма киҫәге. Береһе изар (эске кейем, киң туҡыма. Билдән түбәнге өлөштө кәпләй торған йәймә) — аҫтан кейелә, башта оҙонлоғо буйынса билгә урап, унан һун, шул билдәге өҫкә өлөшөн бер-ике мәртәбә бөкләп ҡуя, әгәр төшөр тип ҡурҡһа, ҡайыш быуһа ла ярай. Икенсеһе ридә (киң кейем, дәреүештәр кейеме) — өҫтән кейелә, яурынына һалып тәнден өҫ өлөшөн ҡаплай.
     3. Шайтанашыҡты ҡапламаған аяҡ кейемен кейеү, йөҙөк, күҙлек, ҡул сәғәтен йә сәғәтте муйынға аҫыу.
    Аҡса һаҡлар өсөн билбау йәки ҡайыш ҡулланыу ярай.
     VI. Еҫһеҙ һабын менән йыуынырға, башты һәм тәнде ышҡып йыуырға ярай. Әгәр йыуынғанда сәс ҡойолһа гөнаһы юҡ.
     VII. Ҡатын-ҡыҙҙар йөҙөн ҡаплай торған хиджәб(фәрҙә, ҡатын-ҡыҙҙар йөҙөн ҡаплағыс, шаршау, ҡорған, оялыу) кеймәй, ләкин сит ирҙәрҙән йөҙөн ҡаплайҙар.
                                                                                      ҒУМРА ТӨРӨ
    Ғумра ниәте менән ихрамға инергә теләүселәр ғәҙәти кейемен сисеп, жөнөбтән(яҡынлыҡ ҡылыу йәки орлоҡ бүленеү, килеү) йыуынған кеүек ғөсөлләнә. Ихрам ғөсөлө сөннәт һәм уның хаҡы ирҙәргә лә ҡатындарға ла бер, хатта хәез (күрем ҡаны) йәки нифәстә (ҡатын бала тапҡас ҡырҡ көн араһы) булған ҡатын да ихрам ғөсөлөн йыуына ала. Унан һуң, ғөсөлләнгәс, ихрам кейемен кейә һәм фарыз намаҙы ваҡыты етһә, уны уҡый. Башҡа ваҡытта ике рәҡәғәт тәһәрәт намаҙын ниәтләп уҡый. Намаҙҙы уҡып бөтөргөс, اللهم لبيك عمرة «Ләббәйкә Аллаһүммә ғумраһ», тип, ғумраны ниәтләй. 

                                                 لَبَّيْكَ اللّهُمَّ لَبَّيْكَ، لَبَّيْكَ لا شَرِيكَ لَكَ لَبَّيْكَ، إِنّ الحَمْدَ وَ النِّعْمَةَ لَكَ وَ الملكَ، لا شَرِيكَ لَكَ
    «Ләббәйкәл-лааһүммә ләббәйкә, ләббәйкә ләә шәриикә ләкә ләббәйкә, иннәл-хәмдә үән-ниғмәтә ләкә үәл-мүлкә, ләә шәриикә ләк».
     Мәғәнәһе: «Иии Аллаһы Тәғәлә, һинең ғибәҙәтеңде камил итәғәт менән үтәйем, һинең һис тиңдәшең юҡ. Дөрөҫлөктә барса маҡтау һәм барса ниғмәт һиңә генә хас, һәм хужалыҡ та һиңә генә. һинең һис тиңдәшең юҡ».
     Ирҙәр был һүҙҙәрҙе — ҡысҡырып, ҡатындар яндарында булыусылар ишетерлек кенә итеп әйтәләр, һәм ихрамда булыусыларға хәлдәр үҙгәргәндә, мәҫәлән, түбәндән үргә менгәндә, үрҙән түбәнгә төшкәндә, йәки көн менән тән алышынғанда тәлбиә һүҙҙәрен күбәйтә һәм доғаларында Аллаһы Тәғәләнең ризалығын, йәннәтте һәм ут ғазабынан һаҡлауын һорай. Ғумраның тәлбиәһе ихрамға ингәндән башлап тауаф (бер нәмә тирәләй әйләнеп) башлағансы һәм хаждыҡы ихрамдан башлап Ҡорбан ғәйетендәге таш бәреүгәсә әйтелергә тейеш.

    «Бисмилләәһи үәссаләәтү үәссаләәмү ғәләә расуулилләәһ, Унан Аллааһүммә-ғфир лии ҙүнүүбии үә фтәх лии әбеүәәбә рахмәтик. Әғүүҙү билләәһил-ғәҙыыйм үә бәүәджһиһил-кәриим үә бисүлтааниһил ҡадиим минәш-шәйтаанир- раджиим», — тип әйтелә.
    Мәғәнәһе: «Аллаһы Тәғәлә исеме менән, Рәсүлебеҙ Салләллаһү ғәләйһи үә сәлләмгә хәйер- доға сәләмдәребеҙ булһа ине. Йә Рабби, гөнаһтарымды ярлыҡа һәм ас миңә рәхмәтеңдең ҡапҡаларын. Бөйөк Аллаһы Тәғәләгә һәм изге, йомарт йөҙө менән һәм мәңге хәкимиәте менән булған бөйөк Аллаһы Тәғәләгә мәлғүн шайтан яуызлығынан һыйынам».
    Унан һуң «Ҡара таш» янына яҡынайып, уң ҡулын уға тейҙереп, сәләм бирә һәм үбә. Әгәр ҡул менән тотоноу мөмкин булмаһа, «Ҡара таш»ҡа йүнәлеп, уң ҡулын күтәреп, сәләм бирә һәм, билгеле, уға ирешә алмағас, үпмәй, һәм хәйерлерәге халыҡ аралында иҙешмәй генә тауаф ҡылыу. Үҙенә лә, башҡаларға ла зыян килтермәҫкә, һәм «Ҡара таш»ҡа булған сәләмендә түбәндәге һүҙҙәрҙе әйтә: 

                                            اللّهمَّ إيمانًا بك و تصديقًا بكتابك و وفاءً بعهدك و اتباعًا لسنة نبيك صلى الله عليه و سلم

    «Бисмил-ләәһи үәл-лааһү әкбәр. Аллаһүммә имәәнәм бикә үә тәсдииҡам бикитәәбикә үә үәфәә әм Биғәһдикә үә тибәәғәл-лисүннәти нәбииййкә Мүхәммәдин салләллааһү ғәләйһи үә сәлләм».
    Мәғәнәһе: «Аллаһы Тәғәләнең, исеме менән. Аллаһ бар нәмәнән бөйөк. Ии Раббым,, һиңә иман менән, Ҡөрьәнгә хаҡ тип ышанып, вәғәҙәңә тоғролоҡ менән һәм бәйғәмбәреңдең салләл-лааһү ғәләйһи үә сәлләмдең сөннәтенә эйәреп».
    Унан һуң уңға боролоп һәм Ҡәғбәтулланы һул яҡта ҡалдырып, тауаф ҡыла башлай. Емен мөйөшөнә еткәс, ҡулын тейҙереп китә /үпмәй генә/. Этәр булдыра алмаһа, халыҡ араһына инеп иҙешмәй, һәм унан башлап «Ҡара таш»ҡа еткәнсе түбәндәге доғаны уҡый.
     «Раббәнәә әәәтинә фиид-дуниәә хәсәнәтән үә фиил әәәхырати хәсәнә-тән үә ҡыйнәә ғәҙәәбән-нәәр. Алла-һүммә иннии әс-әлүкәл-ғәфүә үәлғә-әфииәтә фиид-дүнйәә үәл-әәәхыраһ».
     Мәғәнәһе: «Ии Раббыбыҙ, беҙгә донъяла ла, әхирәттә лә изге ниғ-мәттәр бир һәм беҙҙе йәһәннәм ғазабынан һаҡла. Ии Аллаһы Тәғәлә, һинән гөнаһтарымды ярлыҡауыңды һорайым».
     «Ҡара таш» янынан үткән һайын тәкбир әйтелә: «Аллаһү әкбәр».
     Тауафтың ҡалған ваҡытында үҙе теләгән ҙикер (иҫкә алыу; телгә алып әйтеү; ҙикерләү) доға йәки Ҡөрьән уҡый, сөнки тауаф, Сафа менән Мәрүә һәм Минала таш бәреү Аллаһы Тәғәләне ҙикерләү өсөн ҡылынған. Тауаф ҡылыусы ирҙәргә ике нәмә тейешле.
     Беренсеһе: Тауафтың башынан аҙағынаса тиклем идтибағ ҡылыу — ридәнең уртаһын уң ҡултыҡ аҫтынан үткәреп, остарын һул яурынына һала. Тауафты бөтөргәс, ридәне элеккесә кейә.
     Икенсеһе: Тәүге өс әйләнеүҙә раммүл ҡылыу. Раммүл — ваҡ ҡына аҙымдар менән йөрөүгә яҡын булған тиҙ йөрөү, һуңғы дүрт тауафты ғәҙәттәгесә йөрөп сыға.
     Ете тауаф бөткәс, «Мәҡам Ибераһим» тигән урынға барып:
     «Үәт-тәхыҙүү мим-мәҡаами Иберааһиимә мүсалләә», — ти.
     Мәғәнәһе: «Ибраһим мәҡамынан намаҙ урынын алығыҙ».
     Унан һуң мәҡам артына баҫып, ике рәҡәғәт намаҙ уҡый. Беренсе рәҡәғәттә «Әл-Кәфирун» сүрәһен уҡый.
     Уҡылышы: «Ҡул йәәәә әииүһәл кәәфирууун. Ләәа әғбүдү мәә тәғбүдүүүн. Үә ләәә әңтүм ғәәбидүүнә мәәә әғбүде. Үә ләәә энә ғәәбидүм мәә ғәбәттүм. Үә ләәә әңтүм ғәәбидүүнә мәәә әғбүде. Ләкүм диинүкүм үәлий-әдииин».
     Мәғәнәһе: «Әйт: «Эй һеҙ, кафырҙар! һеҙ табынғанға мин табынмайым, мин ғибәҙәт иткәнгә һеҙ ғибәҙәт итеүсе түгелһегеҙ, һеҙ табынғанға мин табыныусы түгел, мин ғибәҙәт иткән нәмәгә һеҙ ғибәҙәт итеүсе түгелһегеҙ. һеҙҙең үҙ динегеҙ, Минең үҙ динем!»
     Икенсеһендә «Әл-Ихлас» сүрәһен уҡый: «Ҡул һүүәлааһү әхәде. Аллааһүс- самәде. Ләм йәлиде үә ләм йүүләде. Үә ләм иәкүлләһү күфүүән әхәде».
     Мәғәнәһе: «Әйт: «Ул — Аллаһ -бер, Аллаһ мәңге, Ул тыуҙырманы һәм тыуҙырылманы, һәм бер кем дә Уға тиңдәш булманы».
     Намаҙҙы уҡып бөтөргәс, әгәр мөмкин булһа, «Ҡара таш» янына барып, уға ҡулын тейҙереп, сәләм бирә. Унан һуң сәғый (Сафа һәм Мәрүә тауҙары араһында йөрөү) ғәмәлен үтәргә сыға һәм Сафа янына еткәс: إِنَّ الصَّفَا وَ الْمَرْوَةَ مِنْ شَعَائِرِ اللهِ

     «Иннәс-сафәә үәл мәрүәтә миң шәғәәлирил- ләәһ», — тип әйтә.
     Мәғәнәһе: «Дөрөҫлөктә Сафа менән Мәрүә Аллаһы Тәғәләнең ғөрөф-ғәҙәттәренән».
    Унан һуң Сафаға менеп Ҡәғбәгә йүнәлә һәм ҡулдарын күтәреп Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итә.
     «Әлхәмдү лилләәһи раббил ғәәләмиин» һәм үҙе теләгән доғаны уҡый. Бәйғәмбәребеҙ /саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм/ Сафа ла түбәндәге ҙикерҙе әйткән:
     «Ләә иләһә илләллааһү үәхдәһү ләә шәриикәләһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә һүүә ғәләә күлли шәиин ҡадиир. Ләә иләһә илләл-лааһү үәхдәһү әңджәзә үәғдәһү үә нәсара ғәбедәһү үә әғәззә джүңдәдү үә һәзәмәл әхзәәбә үәхдәһү».
    Мәғәнәһе: «Аллаһы Тәғәләнән башҡа һис тәңре юҡ, Ул берҙән-бер, Уның һис тиңдәше юҡ. Барса хужалыҡ — мөлкәт Уға ғына хас һәм барса маҡтауҙар Уға ғына һәм Ул бар нәмәгә лә көсө етеүсе. Аллаһы Тәғәләнән башҡа һис тәңре юҡ, Ул берҙән-бер, вәғәҙәһен үтәне, ҡолона ярҙам, еңеү бирҙе, ғәскәрен көсәйтте һәм фирҡәләрҙе тар-мар итте».
     Был ҙикер өс тапҡыр әйтелә һәм араларында үҙе теләгән доғаларын һорай.
     Унан һуң Сафанан төшөп Мәрүәгә бара һәм «Йәшел яҡты»ға барып еткәнсе хәленән килгән тиҙлектә йүгерә, шул уҡ ваҡытта башҡаларға бәрелмәй, төртмәй һәм зыян килтермәй генә йүгерә һәм икенсе «Йәшел яҡты»ға барып еткәс ғәҙәттәгесә атлай башлай. Мәрүәгә еткәс, уға менеп, Ҡәғбәгә йүнәлә һәм ҡулдарын күтәреп Сафала уҡыған ҙикер-доғаларҙы уҡый.
     Унан һуң Мәрүәнән төшөп кире Сафаға бара һәм йүгергән урындарында тағы ла йүгерә. Сафаға барып еткәс, беренсе мәртәбә үтәгәндәрҙе эшләй һәм Мәрүәгә килгәс тә шулай уҡ. Ошо рәүештә ете тапҡыр үтәлә. Сафанан Мәрүәгә барыу бер тапҡырға иҫәпләнһә, Мәрүәнән Сафаға – икенсе тапҡыр. Сәғый үтәгәндә үҙе теләгән ҙикерҙәрҙе әйтә, доғаларҙы һәм Ҡөрьән сүрәләрен уҡый.
     Сәғыйҙы тамамлағас ир-ат сәсен алдыра, ҡатын-ҡыҙ толомдары осонан бармаҡ осондай сәсен ҡырҡып ала. Сәс баштың бөтөн еренән алынырға /ҡыҫҡартылырға/ тейеш. Унан-бынан ҡыйпыу ғумраның тәртибен, камиллеген боҙа. Хаж ваҡыты яҡынайғас ғумрала сәсте ҡыҫҡартыу алдырыуҙан яҡшыраҡ, сөнки хажда сәсте алдырыр өсөн уның яңынан үҫеүе мотлаҡ.
    Ошо ғәмәлдәр менән ғумра тамам.
    Унан һуң ихрамдан сығып тулыһынса хәләлләнә, йәғни ихрамғаса хәләл булған эштәрҙе башҡара кейем кейә, еҫле май һөртөнә, ҡатынына яҡыная һәм башҡалар.
                                                                                 ХАЖ ТӘРТИБЕ
     Тәрвиә көнө — зөлхизәнең 8-е еткәс, тәмәттуғ ҡылыусы хаж ниәте менән теләгән ерҙән ихрамға инә. Ихрамда нимә тейешле икәнлеген әйтеп үткәйнек. Өҫтәп шуны әйтәйек — хаж ихрамының тәртибе ғумраны-ҡынан айырылмай. Хажды ниәтләгәндә «Ләббәйкә Аллаһүммә хәджжән», — тиелә.
    Унан һуң Ҡорбан ғәйетендә таш бәргәнсе ғумра тәртибендә иҫкә алынған тәлбиә һүҙҙәрен /24-се бит/ гел әйтеп тора. Әгәр берәр төрлө хажды тыярлыҡ нәмәгә дусар булыуынан ҡурҡһа, алдан үҙенә шарт итеп ҡуйып, түбәндәге һүҙҙәрҙе әйтә: «Ин хәбәсәнии хәәбисүң фәмәхиллии хәиҫү хәбәстәни».
     Мәғәнәһе: «Әгәр берәр сәбәп сығып мине тотҡарлаһа, шунда ихрамдан сығыуым булыр».
     Ҡурҡмаған хәлдә был кәрәкмәй.
     Унан һуң Минаға бара һәм уңда өйлә, икенде, ахшам, йәстү һәм иртәнге намаҙҙарҙы ҡыҫҡартып йәғни дүрт рәҡәғәтлеләрҙе икегә ҡалдырып, йыймай ғына, үҙ ваҡытында уҡый.
     Тәрвиә көнөн Минала үткәреү — сөннәт. Ғәрафәт көнөндә, /зөлхизәнең 9-ы/, ҡояш сыҡҡас Минанан Ғәрафәткә ҡуҙғала һәм өйлә ваҡытына унда мөмкин булһа, «тауға» йә уның янына урынлаша, әгәр «тау» янына урынлаша алмаһа, зыяны юҡ, сөнки ул сөннәт ғәмәлдәрҙән.
    Өйлә намаҙы ваҡыты еткәс, өйләне һәм икенде ҡыҫҡартып икешәр рәҡәғәт итеп, йыйып уҡыйҙар. Быны бәйғәмбәребеҙ салләллааһү ғәләйһи үә сәлләм доға өсөн ваҡыт күберәк булһын өсөн эшләгән. Сөнки намаҙҙарҙы уҡығандан һуң булған ваҡыт ҙикерҙәр, доғалар һәм Аллаһы Тәғәләнән үтенеп, ялбарып һорау әсән. Хажи үҙе теләгән доғаларҙы ҡулдарын күтәреп, ҡиблаға йүнәлеп ҡыла, хатта Ғәрафәт тауы уның артында ҡалған булһа ла. Сөнки тауға түгел ҡиблаға йүнәлеү сөннәт. Бәйғәмбәр /саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм/ ошо изге ерҙә иң күп уҡыған ҙикере: 

                                                        لا إله إلا الله وحدهُ لا شريك له ، لهُ المُلكُ و لهُ الحمد و هو على كُلِ شيءٍ قدير

     «Ләә иләһә илләллааһү үәхдәһү ләә шәриикәләһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә һүүә ғәләә күлли шәиин ҡадиир»

     Мәғәнәһе. «Аллаһы Тәғәләнән башҡа һис тәңре юҡ. Ул берҙән-бер. Уның һис тиңдәше юҡ. Барса хужальгк-мөлкәт Уға ғына хас һәм барса маҡтауҙар Уға ғына һәм Ул бар нәмәгә лә көсө етеүсе». 
     Бигерәк тә икенде алдындағы ваҡытты доғала үткәрергә кәрәк, сөнки иң хәйерле доға — Ғәрафәт доғаһы. Ғәрафәттә булыу хаждың фарыздарынан. Әгәр ул үтәлмәһә, хаж үтәлмәгәнгә иҫәпләнә, яңынан киләһе йылды ҡаза ҡылыу тейеш була.
     Ҡояш байыу менән Мөздәли-фәгә ҡуҙғала һәм барып етеү менән ахшам менән йәстү намаҙҙарын ҡушып уҡый /йәстү ҡыҫҡартыла/. огәр Мөздәлифәгә йәстү ваҡыты инер алдынан ғына барып етһә, йәстүне үҙ ваҡытында уҡый. Ләкин ныҡ арыған булһа йәки тәһәрәткә һыу әҙ булып һәм башҡа сәбәбе сығып намаҙҙарҙы йыйып уҡырға мөхтәж булһа, шулай уҡылһа ла зыяны юҡ. Әгәр Мөздәлифәгә тән уртаһына саҡлы барып етә алмам тип ҡурҡһа, намаҙҙарҙы Мөздәлифәгә барып етмәһә лә уҡый, сөнки йәстү намаҙын тән яртыһынан һуңға ҡалдырырға ярамай. Төнөн Мөздәлифәлә үткәрә.
    Төндө Мөздәлифәлә үткәреү хаждың важибтарынан, әгәр үтәлмәһә, ҡорбан салыу тейеш була.
     Таң атҡас та иртәнге намаҙ уҡыла. Унан һуң, әгәр булдыра алһа, «Мәшғәрул-хәрәм»дә /Мөздәли- фәләге мәсет/ Аллаһы Тәғәләгә хәмедтәр (маҡтау, маҡтап һөйләү, шөкөр итеү) «Әлхәмдү лилләһ», «Аллаһу әкбәр» һәм теләгән доғаларын офоҡ ҡыҙыллығы ныҡ ҡуйырғансы уҡый.
     «Мәшғәрул-хәрәм» янына барып булмаһа, урынында ғына доға ҡыла. Доғалар шулай уҡ ҡулдарҙы күтәреп, ҡиблаға бағып ҡылына.
     Офоҡ ҡыҙыллығы тамамланып бөткәс, ҡояш сыҡҡансы Минаға ҡарай юл ала. Юлда етмешкә яҡын борсаҡтан ҙурыраҡ таш йыя. Ташты Мөздәлифәлә йыйыу сөннәт. Минаға барып еткәс «Джәмәратүл-ғәҡабәһ» тигән таш бәрелә торған бағаналарының Мәккәгә иң яҡынына Мөздәлифәлә йыйылған таштарҙың етеһен бер-бер артлы бәрә. Бәргәндә Мәккә һул яҡтан, Миналағы Хәйеф мәсете уң яҡтан булырға тейеш, һәр бәргән һайын тәкбир әйтә: «Аллаһу әкбәр».
     Таштарҙы бәреп бөтөргәс, ҡорбан салып, ир-ат булһа сәсен алдыра, ҡатын-ҡыҙ сәсен ҡыҫҡарта ғына. Был көндө ҡорбан салыу сөннәт, булдыра алмаһа, 11-ендә йә 12-һендә лә ярай. Был осраҡта инде ихрам кейемен сисә ала.
     Унан һуң Мәккәгә барып, унда хаж тауафын һәм хаж сәғыйын үтәй.
    Әгәр ифрад хажын йәки ҡыйранды ниәтләп килгәндә үк хаж сәғыйын үтәгән булһа, башҡа сәғыйҙы үтәмәй, шулай булғас был юлы, хаж сәғыйы тәмәттуғты ниәтләүсегә генә тейешле була.
    Хаж тауафы менән хаж сәғыйы хаждың фарыздарынан, әгәр үтәлмәһәләр, хаж ҡылынмаған була.
    Таш бәргәндән һуң сәсен алдырып, көндәлек кейемен кейеп Мәк-әгә тауафҡа барғансы хушбуй һөртөү сөннәт.
    Тауаф менән сәғыйҙы үтәгәс, Минаға ҡайта һәм унда ике тән үткәрә/зөлхизәнең 11 -е һәм 12-һе/ һәм шул ике көндөң өйлә ваҡыты ингәндән һуң өс бағанаға, йәғни «джәмәрәткә», етешәр таш бәрә. Тәүҙә «Джәмәратүс-сүғра» тигән Мәккәнән иң алыҫ булған Хәйф мәсете янындағы бағанаға таш бәреүҙе башлай. Ете ташты бер-бер артлы бәрә һәм һәр береһендә тәкбир әйтә: «Аллаһу әкбәр».
     Унан һуң ситкәрәк уң яҡҡа китеп, ҡиблаға(намаҙ уҡығанда баҡҡан яҡ -Ҡәғбәтуллаға — Мәккәләге Мөбәрәк бинаға әйгәбеҙ; фекер йүнәлеше, күҙәткән маҡсат) йүнәлеп, оҙаҡ итеп теләгән доғаларын уҡый. Әгәр оҙон доға уҡып баҫып тора алмаһа, еңелерәк, ҡыҫҡараҡ доғаларҙы уҡыһа ла, сөннәтте үтәгән була.
     Унан һуң «Джәмәратүл-ууста» тигән урталағы бағанаға ете ташты беренсе бағанаға ташлаған кеүек бәрә. Шунан һуң һул яҡҡа ситкәрәк китеп, ҡиблаға йүнәлеп, ҡулдарын күтәреп оҙаҡ итеп доға ҡыла. Булдыра алмаһа беренсе джәмәрәттәге һымаҡ ҡыҫҡа ғына доғаларҙы уҡый.
    Унан һуң өсөнсө, Мәккәгә иң яҡын булған «Джәмәретүл-ғәҡабәһ» тигән бағанаға шулай уҡ ете ташты бәрә лә доға уҡымай ғына китә.
    Зөлхизәнең 11-12-һендә Минала ҡалып таш бәреү важиб (ғәмәл төрө, үтәгән кеше ҫәуаплы, үтәмәгән-гөнаһлы, важиблығына ышанмау-оло гөнаһ), үтәлмәһә фидиә ҡорбаны салына.
12-һендә таш бәреүҙе тамамлаһа, теләһә Минанан китә ала, теләһә тағы бер тән үткәреп 13- өндә лә үрҙә әйтелгәнсә өс «джәмәрәткә» өйләнән һуң шулай уҡ етешәр таш бәрә. 13-өнсө зөлхизәгә ҡалыу сөннәт, әммә 12-һендә ҡояш байығансы Минанан китә алмаһа 13-өнә ҡалыу уға важиб-ҡа әйләнә һәм важибты ҡалдырһа ҡорбан сала.
    Берәр важиб ҡалған хәлдә фидиә ҡорбанын сала алмаһа өс көн ураҙа тота йәки алты фәҡирҙе ашата. Инде зөлхизәнең 13-өнә ҡалғас, әйтелгәнсә, таш бәрә. Шунан һуң әгәр иленә ҡайтып китергә теләһә «Хушлашыу тауафы»н үтәмәйенсә китмәй, хажда ул — важиб, гумрала — сөннәт.
    «Хушлашыу тауафы»н көндәлек кейемендә, идтибағһыҙ һәм раммүлһеҙ генә үтәй. Башҡаһы элек әйтеп киткән тәртиптә үтәлә. Әгәр хаж тауафын бығаса үтәмәгән булһа уны «Хушлашыу тауафы» менән бергә ниәтләп бер тауаф итей башҡара.
     Хәез менән нифәс тауаф үтәмәй, сөнки тауаф өсөн тәһәрәтле булыу шарт, ә хәез менән нифәс таҙа булмайҙар. Шуға күрә ҡатын-ҡыҙ хаж ваҡытында хәез йәки нифәс булып хаж тауафын үтәй алмаһа уны башҡа ваҡытта үтәй. Сөнки ул -хаждың фарызы, ҡалһа — хаж үтәлмәгән була. «Сәләм биреү» һәм «Хушлашыу» тауафтарын ҡатын-ҡыҙ был хәлдәрҙә бөтөнләй үтәмәй.
                                                               БӘЙҒӘМБӘР МӘСЕТЕН КҮРЕРГӘ БАРЫУ
    1. Хажға тиклем йәки хаждан һуң Бәйғәмбәр /саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм/ мәсетендә намаҙ уҡырға тигән ниәт менән Мәҙинә ҡалаһына йүнәлә. Сөнки ундағы намаҙ башҡа мәсеттәрҙәге мең намаҙҙан хәйерлерәк. /Был Хәрәм мәсетенә ҡағылмай./
    2. Мәсеткә килеп еткәс, ике рәҡәғәт мәсет намаҙын йәки, ваҡыты инһә, фарыз намаҙын уҡый.
    3. Унан һуң бәйғәмбәр/саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм/ ҡәбере янына барып эргәһендә туҡтап түбәндәге һүҙҙәр менән сәләм әйтә: «Әссәләәмү ғәләйкә әииүһәән-нәбиийү үә рахмәтүллааһи үә бәра-кәтүһ. Салләәл-лааһү ғәләйкә үә джәзәәкә ғән үммәтикә хайран».
    4. Унан һуң уң яҡҡа бер-ике аҙым атлап Әбү Бәкер ҡәбере алдын-да туҡтап сәләм-доғалар әйтә һәм таты бер-ике аҙым атлап, Ғүмәр ҡәберенә ҡаршы баҫып сәләм-доғалар әйтә. Аллаһ икеһенән дә риза булһын.
    5. Ҡубәғ мәсетенә тәһәрәтле килеш барып намаҙ уҡый. Әжере ғумралағы кеүек.
    6. Бәҡиғ ҡәберлегенә барып, Ғуҫмән /Аллаһ унан риза булһын/ ҡәбере янында уға һәм ундағы барса мосолман рухтарына ла шулай уҡ сәләм- доғалар әйтә
    7. Ухуд тауына барыл, ундағы шәһиттәрҙең рухтарына сәләм һәм доғалар әйтә.

                                              ХАЖДАҒЫЛАР ТАРАФЫНАН ЭШЛӘНГӘН ҠАЙҺЫ БЕР ХАТАЛАР
     1. Ҡайһы бер кешеләр самолетта осоу сәбәпле ихрам кейергә һуңлайҙар һәм ергә төшкәс кенә ихрамға инәләр. Был бик тупаҫ хата. Был осраҡта хажи киренән Миҡатҡа (хажиҙарҙың хаж ғәмәлен башлау урыны. Рәсәй мосолмандары, Мәҙинә халҡы өсөн Миҡат Мәккәнән 450 км төньяҡтағы Зул-Хуләйфә, Әбейәр Ғәли тип йөрөтөлгән урындан башлана) әйләнеп ҡайтырға һәм яңынан ихрамға инергә тейеш. Ә кемдең Миҡатҡа әйләнеп ҡайтырға хәленән килмәй, кәффәратҡа(гөнаһтан ҡотолоу ниәте менән эшләнгән йәки эшләнәсәк ғәмәл) бер һарыҡ һуйырға йәиһә һыйырҙың йә дөйәнең етенән бер өлөшөнә инергә тейеш. Йәғни ете кеше йыйылып бер һыйырҙы йә дөйәне кәффәратҡа һуйырға тейештәр.
     2. Белмәгәнлектәң ҡайһы бер хажиҙар ихрамды алмаштырыу, хатта бысранһа ла, ярамай тип иҫәпләйҙәр.
     3. Ҡайһы бер хажиҙар башты тырнау тыйыла тип иҫәпләп, үҙҙәрен уңайһыҙ хәлгә ҡуялар.
     4. Бәғзе хажиҙар Ҡәғбәнең ябыуына тотоналар һәм хатта уны һыйпайҙар. Был хатанан улар Алланан бүләк тә бәрәкәт тә ала алмайҙар.
     5. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар ойоҡбаш кейеүҙән тартыналар. Әммә аяҡтарын ойоҡбаш менән йәки башҡа әйбер менән кәпләү ҡатын- ҡыҙҙың бурысы.
     6. Бәғзе хажиҙар, ихрамға ингәс яурындарын асыҡ ҡалдыралар. Уң яурынды асыу, Ҡәғбә тирәләй әйләнеү ваҡыты еткәс кенә, йәғни «Тауафул-Ҡудүм» ғәмәлендә эшләнә.
     7. Ҡайһы бер хажиҙарҙың фәҡәт билдәле ишектән генә инергә кәрәк тигән ҡарары. Мәҫәлән, «Бәәбүс-сәләм» ишегенән.
     8. Тауафты /Ҡәғбә тирәләй әйләнеп сығыуҙы/ ишеттереп ниәтләү.
     9. Ете әйләнештең һәр бер әйләнеше өсөн үҙенә генә хас доға билдәләү.
     10. «Ҡара таш» эргәһендә хажиҙарға ауыртыу һәм уңайһыҙлыҡтар килтереп өйкөлөшөү.
     11. Тауаф һәм сәғый ваҡытында ишеттереп, бигерәк тә күмәкләшеп бер тауыштан башҡаларға ҡамасаулап доға ҡылыу.
     12. Әс-Сафа һәм Әл-Мәрүәлә намаҙға ниәтләгәндәге һымаҡ ҡулдарҙы күтәреү. Уларҙы доға ваҡытындағы кеүек күтәреү — сөннәт.
     13. Ғәрафәт үҙәненән ҡояш байығансы китеү.
     14. Ғәрафәт үҙәнендәге «Рахмә» тауына күтәрелеү мотлаҡ тигән ҡайһы бер хажиҙарҙың ҡарашы.
     15. Бәғзе мосолмандар белмәүҙәре сәбәпле Джәмәрат бағаналарына таш ташлауҙы шайтанға бәреү тип уйлайҙар, шуға күрә шайтанды ләғнәтләп улар асыу менән ҙур таштарҙы ташлайҙар. Ысынбарлыҡта таш бәреү ул Алланы ҙикерләү һәм ғибәҙәт йолаларының береһе.
     16. Ташты бағанаға тигеҙә алмаҫлыҡ алыҫлыҡтан ташлау. Ташлағанда сығып килгән йәки ташлап торған хажиҙарға тейҙереүегеҙ ихтимал.
     17. Таштарҙы бер тоташтан /етеһен дә бергә/ ташлау.
     18. Ҡайһы бер наҙан мосолмандарҙың йөҙ менән Ҡәғбәтулланы ҡарайбыҙ, уны ололайбыҙ тип уйлап, Хәрәм мәсетенән арты менән сығыуҙары. Бындай йола Исламда юҡ һәм был бидғәт (шәриғәттә ҡаралмаған яңы ғәмәлдәр) торошло яңылыҡтарҙан.
     19. Был ғәмәлдәрҙе кәрәклеләрҙән иҫәпләп Хира һәм Сәур мәмерйәләрен барып күреү.
                                                                    ХАЖДЫҢ ТЕРӘКТӘРЕ
    Әгәр хажға барыусы түбәндәгеләрҙең береһен генә лә ҡалдырһа ла, уның хажы яраҡһыҙға иҫәпләнә:
     1. Ниәт менән ихрам кейеү.
     2. Ғәрафәт үҙәнендә тороу.
     3. Тауафул-хадж /Ҡәғбәтулла тирәләй әйләнеп сығыу вазифаһын башҡарыу/.
     4. «Әс-Сафа» һәм «Әл-Мәруа» ҡалҡыулыҡтары араһында йөрөү.
     5. Сәсте ҡыҫҡартыу йә ҡырыу. Ә ҡатын- ҡыҙҙарға бармаҡ осондай /ғалимдарҙың фекерҙәренә таянып, 1,5-2,0 см оҙонлоғонда/ ҡыҫҡартыу.

     Ошоноң менән Әдхәмдудиллаһ мәшһүр шәйех Мөхәммәт бин Салиҡ Ғусәймин тарафынан яҙылған һәм шәйех Ғәрифулла-хажи Ғабдрахман тарафынан өҫтәлгән һәм баҫмаға әҙерләнгән «Хаж һәм ғумра сифаттары» китапсығы тамамланды. Ике мөәлдифтә Аллаһы Тәғәлә тарафынан кисерелһендәр һәм лә был хеҙмәт хисап көнөндә Уның тарафынан изге ғәмәлдәр үлсәүенә һалынһа ине.
     Дөрөҫлөктә, Аллаһ Үҙе генә был эштә бергәләште. Амин,