Хаҡ динем (аҙағы)

                     Беҙҙең Бәйғәмбәребеҙ тураһында башланғыс ғилем һорау һәм яуаптарҙа

   Беҙҙең һөйөклө Бәйғәмбәребеҙҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) исеме нисек?
   Бәйғәмбәр Мөхәммәд Мостафа (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм).
   Һин ниндәй ҡәүемдән?
   Мин Мөхәммәд Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡәүеменән.
   Уның атаһы һәм әсәһенең исемдәре нисек?
   Атаһының исеме — Ғабдуллаһ, әсәһенең исеме — Әминә.
   Уның һөт анаһының һәм имсәктәш һеңлеһенең исеме нисек?
   Һөт анаһы — Хәлимә, ә имсәктәш һеңлеһен Шейма тип атайҙар.
   Уның олатаһының исеме нисек?
   Олатаһы Ғабдул-Мотталиб исемле.
   Уның атаһының энеһен нисек атайҙар?
   Уның атаһының энеһен Әбү Талип тип атайҙар.

   Беҙҙең Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡасан һәм ҡайҙа тыуған?
   Ул Мәккә әл-Мөкәррәмәлә 20 апрелдә 571 йылда тыуған. Мосолман йыл иҫәбе буйынса дүшәмбе төндө рабиғүл-әүүәл айының 12-се көнөндә.
   Беҙҙең Бәйғәмбәребеҙҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ата-әсәһе ҡасан үлгән?
   Бәйғәмбәребеҙҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) атаһы Ғабдуллаһ ул тыуыуға ике ай ҡала үлгән. Уға алты йәш булғанда әсәһе үлгән.
   Нисә йәштә һәм кемгә беренсе тапҡыр өйләнгән Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм)?
   Беренсе тапҡыр Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) уға 25 йәш булғанда күркәм Хәҙисәгә (радыйаллаһу ғәнһә) өйләнә, уға 40 йәш булған була.
   Беҙҙең Бәйғәмбәребеҙҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) нисә балаһы булған?
   Уның ете балаһы булған: 4 ҡыҙы һәм 3 малайы. Ибраһим — мысыр Мариянан (радыйаллаһу ғәнһә), ҡалғандары — Хәҙисәнән (радыйаллаһу ғәнһә).

   Ҡыҙҙарының исемдәре нисек булған?
   Ҡыҙҙары: Зәйнәб, Орҡоя, Өммөгөлсөм, Фатима (радыйаллаһу ғәнһүннә).
   Улдарының исемдәре нисек булған?
   Улдары: Ҡасим, Ғабдуллаһ, Ибраһим (радыйаллаһу ғәнһүм). Бәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм)     Фатиманан башҡа бөтә балалары ла ул йәшәгәндә үк үлгән булғандар.
   Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә ссәлләм) күркәм Хәҙисәнән (радыйаллаһу ғәнһә) башҡа кешегә өйләнгәнме?
   Хәҙисә менән йәшәгән саҡта уның башҡа ҡатындары булмаған. Хәҙисә үлгәндән һуң, уға 54 йәш булғанда, ул бер нисә тапҡыр өйләнгән.
   Хәҙисәнән (радыйаллаһу ғәнһә) һуң уның бер нисә тапҡыр өйләнеүенең сәбәбе һәм мәғәнәһе нимәлә булған?
   Уның мәғәнәһе һәм үрнәге шунда, ул өйләнеп ҡатындары аша исламды таратҡан, ҡатындарын һәм ғаиләһен дингә өйрәткән.
   Уға бәйғәмбәрлек нисә йәшендә бирелгән?
   Уға Бәйғәмбәрлек 40 йәшендә, 610 йылда бирелгән. Ул үҙенең вазифаһын 23 йыл буйына дауам иткән.
   Ул нисәнсе йылда һижрә ҡылған?
   Ул 622 йылда Мәккәнән Мәҙинәгә һижрә ҡылған, йәғни күсенгән.

   Кемдәрҙе сәхәбәләр тип атайҙар?
   Сәхәбә — ул шул кеше, кем бер генә тапҡыр булһа ла Бәйғәмбәрҙе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) күргән һәм уның менән мәжлестә булған.
   Ике төркөм сәхәбә бар:
   1. Мүхәджирҙар — Мәккәнән Мәҙинәгә күсенгән Мәккә мосолмандары;
   2. Ансарҙар — Мәккәнән күсенгән мосолмандарға ярҙам күрһәткән Мәҙинә мосолмандары.
   Бәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә ссәлләм) иң яҡын дуҫтары кемдәр?
   Изге Әбү Бәкр, Ғүмәр, Ғусман, Ғәли (радыйаллаһу ғәнһүм).
   Ғәли Бәйғәмбәребеҙгә (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) кем булған?
   Ғәли Бәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) кейәүе һәм ике туған ағаһы Әбү Талиптың улы.
   Бәйғәмбәребеҙҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) нисә ейән, ейәнсәре булған?
   Ике ейәне — Хәсән һәм Хөсәйен һәм ике ейәнсәре — Зәйнәп һәм Сөкәйнә (радыйаллаһу ғәнһүм).
   Улар кемдең балалары булған?
   Изге Ғәли һәм Фатиманың балалары булған.
   Әһле-бәйет нимәне аңлата?
   Ул Бәйғәмбәребеҙҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ғаилә ағзаларын аңлата: уның ҡатындары, балалары, Ғәли кейәүе һәм ейән-ейәнсәрҙәре (радыйаллаһу ғәнһүм).
   Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) уға бәйғәмбәрлек бирелгәс, Мәккәлә нисә йыл йәшәгән?
   Унан һуң Ул Мәккәлә 13 йыл йәшәгән.
   Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Мәҙинәлә нисә йыл йәшәгән?
   Ул Мәҙинәлә 10 йыл йәшәгән.
   Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡатнашҡан бер нисә һуғышты һанай алаһығыҙмы?
   Бәҙер эргәһендәге һуғыш, Уһуд тауы эргәһендәге һуғыш, Һәндәк һуғышы.
   Беҙҙең Бәйғәмбәребеҙҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡәбере ҡайҙа?
   Мәҙинә әл-Мәнәүәрә ҡалаһында.
   Беҙҙең Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ерләнгән урын нисек атала?
   Рауда Мутаххара — «иң таҙа урын».
   Сөннәт нимәне аңлата?
   Сөннәт — ул беҙҙең Бәйғәмбәребеҙҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һүҙҙәре һәм тәртибе.
   Беҙҙең Бәйғәмбәребеҙҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һүҙҙәре нисек атала?
   Беҙҙең Бәйғәмбәребеҙҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һүҙҙәре хәҙис-шәриф тип атала.
   Бер нисә хәҙисте миҫал итеп килтерә алаһығыҙмы?
   1 — Аллаһ алдындағы эштәрҙә, хатта бәләкәй генәләрендә лә тоғролоҡ мөһим.
   2 — Аллаһ алдында ваҡытында үтәлгән намаҙ һәм ата- әсәне хөрмәтләү әһәмиәтле.
   3 — Башҡаларға үҙеңә теләгәнде телә, үҙеңә телмәгәнде башҡаларға ла теләмә.
   4 — Аллаһ Изге Ҡөрьән ҡушыуы буйынса йәшәгән ҡәүемде күтәрер, уны ҡабул итмәгәнде түбән төшөрөр.
   5 — Әгәр ҙә ҡояш сыҡҡандан байығанға тиклем һинең йөрәгеңдә берәйһенә яуызлыҡ булмаһа, ул сағында Ҡиәмәт көнөндә һинең хисабың еңел булыр.
   6 — Йышыраҡ Аллаһҡа доға менән мөрәжәғәт итегеҙ, сөнки доға яуызлыҡтан һаҡлай.
   7 — Кемдең көндәре бер-береһенә оҡшаған — ул зыянда.
   8 — Таҙалыҡ — ярты иман.
   9 — Көнөнә биш тапҡыр ваҡытында намаҙ уҡығыҙ. Шикле нәмәләрҙән баш тартығыҙ. Шик тыуҙырмаған нәмәләрҙе генә һайлағыҙ. Хаҡлыҡ кеше күңеленә шатлыҡ килтерә. Ялған һәм шик уны яндыра.
   10 — Бәхетле сағыңда Аллаһты ярат, һәм Ул һине һинең бәхетһеҙ сағыңда иҫенә төшөрөр һәм яратыр. Аллаһтың ҡушыуын һәм тыйыуҙарын иҫеңдә тот, һәм Ул һине иҫендә тотор һәм һине һаҡлар.
   11 — Кем Аллаһҡа һәм уның Ҡиәмәт Көнөнә ышана, күршеләренә зыян килтермәһен, улар менән алсаҡ булһын, уларға яҡшы һүҙ әйтһен йәки исмаһам өндәшмәһен.
   12 — Мосолман — кемдең ҡулдары һәм телдәре кешегә зыян килтермәй, шул кеше ысын мосолман була.
   13 — Көрәштә еңгән көслө түгел, ә кем үҙенең асыуын йүгәнләй, шул кеше көслө.
   14 — Әгәр һеҙ өсәү икән, өсөнсөнө ҡалдырып икәүләп бышырлашмағыҙ. Һеҙҙең бышырлашыуығыҙ уны рәнйетә.
   15 — Аллаһ һеҙҙе тышҡы ҡиәфәтегеҙ һәм байлығығыҙ менән баһаламай, Ул һеҙҙең йөрәгегеҙгә һәм эштәрегеҙгә ҡарап баһалай.
   16 — Хаталар бөтә кешеләргә лә хас һәм уларҙың бөтәһе лә гонаһ эшләй. Әммә уларҙың иң яҡшылары — тәүбәгә килгәндәре һәм гонаһ эшләүҙән тартылғандары.
   Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) балаларға нисек ҡараған?
   Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) балаларға бик мәрхәмәтле һәм яғымлы мөғәмәләлә булған. Ул һәр ваҡытта ла кем балаларға насар ҡараған, шуларға былай тип әйткән: «Кем шәфҡәтле түгел, уларға ла шәфҡәт булмаясаҡ».
   Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бер ваҡытта ла балаларҙан ситләшмәгән һәм уларҙы ҡурҡыта торған нәмәләрҙе эшләмәгән. Ун йыл буйы бәләкәй Әнәс (радыйаллаһу ғәнһү) Уға ярҙам иткәндә, ул бер генә тапҡыр ҙа уға тауышын күтәреп өндәшмәгән һәм уны әрләмәгән.
   Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) балалар менән шаярған, улар менән уйнаған.
   Ул уларҙы матур исемдәр менән атаған һәм уларға яҡшы доғалар уҡыған.
   Ул осрашҡан ваҡытта уларға сәләм биргән һәм уларҙан кәйефтәре һәм эштәре тураһында һорашҡан, улар менән яғымлы булған.
   Берәйһе ауырып китһә, ул уның хәлен белешкән.
   Әгәр ҙә кемдер уға ҡунаҡҡа килергә теләһә, ул рөхсәт иткән.
   Уларға ололарға ҡараған кеүек ҡараған, уға уларҙың балаларса эскерһеҙлеге оҡшаған.
   Беҙҙең Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ниндәй кеше булған?
   Ул бөтә кешеләр өсөн шәфҡәт итеп ебәрелгән, һәм улар өсөн үрнәк булып торған. Ул беҙгә бөтә нәмәлә үрнәк булып тора. Ул — һәйбәт кеше, ул — һәйбәт ир, ул — иң яҡшы атай, ул — яҡшы хәрби башлыҡ, ул — һәйбәт етәксе, ул — һәйбәт дуҫ. Ул Ислам өсөн йәшәгән һәм Ислам өсөн үлгән. Уның һәр бер ҡушыуы — Ислам. Ул Исламға өйрәткән һәм Ислам буйынса нисек йәшәргә күрһәткән.

                                                      ҠИӘМӘТ КӨНӨНӘ ЫШАНЫУ
   Теге донъя нимәне аңлата?
   Ул был донъя бөткәндән һуң башланыусы мәңгелек донъя.
   Ҡиәмәт көнө нимәне аңлата?
   Исрафил (ғәләйһи-ссәләм) фәрештә Сурға өргәндән һуң бөтә йәндәр ҙә үлә. Ошо ваҡыттан алып кешеләр терелгәнгә тиклем һәм артабан Ожмахҡа инеүселәрҙең Ожмахҡа һәм Тамуҡҡа инеүселәрҙең Тамуҡҡа инеүенә тиклемге ваҡыт Ҡиәмәт Көнө тип атала.
   Икенсе төрлө әйткәндә, кешеләрҙең ерҙәге тормошо эштәренә хисап өсөн ҡубарылыуҙан алып булған ваҡыт һәм уларҙың артабанғы мәңгелек тормошо Ҡиәмәт көнө тип атала.
   Ҡиәмәт көнөнә ышаныу иман шартының береһе булып тора. Изге Ҡөрьәндә был турала таныҡлыҡ биреүсе йөҙәрләгән аят бар. Кем Ҡиәмәт Көнөн инҡар итә, ул мосолман була алмай.
   Үлем йәшәү юҡлығын аңлатамы?
   Үлем йәшәүҙең юҡлығын аңлатмай, ә теге донъялағы тормоштоң тыуыуы һәм яңы тормоштоң башланыуын аңлата.
   Үлем ҡурҡынысмы?
   Кем Аллаһтың Берлегенә ышанған һәм изге ғәмәлдәр ҡылған, уға үлем ваҡыты етеү менән фәрештәләр килә. Улар уға Аллаһ Тәғәләнән сәләм килтерә. Уның өсөн Ожмахта әҙерләнгән урынды күрһәтәләр. Уны Аллаһтың нисек яратыуы һәм уның өсөн ниндәй яҡшы ниғмәттәр әҙерләгәнен һөйләйҙәр. Улар әйтә: «Әйҙә, йыйын, киттек!»
   Һәм был бәхетле кеше фани донъяны ташлап китергә һәм үҙенең Барлыҡҡа килтереүсеһенә кире ҡайтырға теләй. Аллаһ Тәғәлә үҙенең ҡолон ҡабул итергә шат буласаҡ.
   Әммә иманһыҙҙарға быларҙың бөтәһе лә улай булмаясаҡ. Уларға үлем килгәндә, уларҙы ниндәй яза көтөүе тураһында һөйләйәсәктәр. Улар был турала белгәс, йөҙҙәре йәмһеҙләнәсәк, үлемгә ҡаршылашасаҡтар һәм Аллаһ Тәғәлә менән осрашыуҙан баш тартасаҡтар. Һәм Аллаһ Тәғәлә улар менән осрашырға теләмәйәсәк.
Кем иманлы булған, улар өсөн үлем ҡурҡыныс түгел. Аллаһ Тәғәләгә маҡтау булһын, Ул беҙҙе мосолмандар иткән. Һәм шуның өсөн дә беҙ үлемдән ҡурҡмайбыҙ. Унан иманһыҙҙар ҡурҡһын.
   Нимә ул үлем?
   Бөтә барлыҡҡа килгән тере нәмәләр тыуалар, йәшәйҙәр һәм үләләр. Тик барлыҡҡа килтерелгәндәрҙең иң юғары заты — кеше, ул яңы тормош башлау өсөн үлә.
   "Үлеү өсөн тыу, үлемһеҙ булып тыуыу өсөн үл" (Нәжип Фазыл Кысакйөрәк).
   "Үлем һәйбәт, беҙҙең өсөн мәңгелектең япмаһын аса. Ул шулай матур булмаһа, беҙҙең Пәйғәмәбребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) үлер инеме ни?" (Нәжип Фазыл Кысакйөрәк).

                                                                          Хикәйәт:
                                         Йәшелгә кейенгән кешенең һуңғы сәйәхәте
   Мин үҙемдең танышымды осратҡанда мәсеттә аҙан тауышы яңғыраны.
   - Әйҙә мин һине мәсеткә алып барам. Бөгөн йома, - тип тәҡдим яһаным мин уға.
   - Һин бит беләһең, мин мәсеткә йөрөмәйем.
   - Беләм, әммә сәбәбен белә алмайым, — тип мин дауам иттем.
   - Нисектер килеп сыҡмай. Бәлки әйләнә-тирәләгеләр миңә шулай тәьҫир итәләрҙер. Һәм йәнә йә салбарым
бөтәрләнер, — тип аңлатты.
   Был миңә көлкө булып китте һәм мин уға:
   - Эй, һин шаяраһың да инде. Шуның өсөн генә мәсеткә йөрөмәҫкә мөмкинме? — тинем.
   - Ә мин ысын. Һин беләһеңме, мин бик матур ыҫпай кейенергә яратам, етмәһә йәшел төҫтө ныҡ яратам, — тине.
   Төш ваҡыты ине. Минең танышым бик матур йәшел костюм кейгәйне, бөтә кейеме йәшел төҫтө һаҡлап
эшләнгән һәм бик ентекле үтекләнгән.
   - Яҡшы. Һәм бөтә ғүмерең буйына һин бер тапҡыр ҙа мәсеттә булманыңмы?
   - Бала саҡта олатайым менән барғайным. Башҡаса ҡасан да булһа барырмын тип уйламайым.
   Ишеткәндәрем мине ныҡ хафаға һалды, һәм мин һүҙ ҡуҙғатҡанға үкендем. Ҡул бирешеп, беҙ хушлаштыҡ.
   Был һөйләшеүгә бер-ике айҙан һуң, мин уны мәсеттә тип ишеттем һәм шунда киттем. Ул йәшел япма менән ябылған көйө бөтә намаҙ уҡыусыларҙың алдында ине.
   Мин әкрен генә уның янына килдем һәм бышылдап ҡына һораным:
   - Һин бит мәсеткә килергә йыйынмағайның бит?
   Әммә ул яуап бирмәне. Ул бит йәшел япма менән ябылған табутта ята ине.

                                                                Нимә ул ҡәбер?
   Үлгән кешенең Ҡиәмәт көнөнә тиклем булған урыны ҡәбер тип атала.
   Нимә ул ҡәберҙәге донъя һәм ҡәберҙәге һорау?
   Кешенең үлеменән алып уның яңынан терелеүенә тиклем булған ваҡыт ҡәберҙәге донъя тип атала. Кешене ерләгәндән һуң уға ике фәрештә килә һәм уға һорауҙар бирәләр: «Һинең Раббың кем? Кем һинең Бәйғәмбәрең? Һин ҡайһы диндән? һ.б.» Һәм Был ҡәберҙә һорау алыу тип атала. Бындай һорауҙарға һәр бер үлгән кеше дусар, хатта кеше янып бер ус көлгә ҡалһа ла.
   Ҡәберҙәге донъя Ҡиәмәт көнөнөң бер өлөшө булып тора. Кемгә Ожмах әҙерләнгән, ул ҡәберҙә Ожмах алдындағы кеүек йәшәр; кемгә Тамуҡ әҙерләнгән, ул инде ҡәберҙә ғазап сигә башлай.
   Ҡәберҙәге донъяны ерҙәге донъя менән сағыштырырға ярамай.
   Теге донъя менән сағыштырырлыҡ миҫал килтерә алаһығыҙмы?
   Беҙҙең йоҡобоҙ көндәлек бәләкәй үлем кеүек булып тора. Төшөбөҙҙә беҙ шатланабыҙ һәм ғазап сигәбеҙ. Был ғазап һәм шатлыҡтарҙы беҙ тән менән түгел, ә йән менән кисерәбеҙ. Беҙҙең төшөбөҙ һәм беҙҙең төш күреүебеҙ теге донъяның булыуына миҫал булып тора.
   Бала саҡта үлгән кешеләрҙән ҡәберҙә һорау алынасаҡмы?
   Юҡ, балалар һәм аҡылы зәғиф кешеләрҙән һорау алынмайсаҡ, сөнки балалар йә аҡылдары зәғиф кешеләр үҙ ҡылыҡтары өсөн яуап бирмәйҙәр. Шулай уҡ бәйғәмбәрҙәрҙән (ғәләйһимү-ссәләм) һорау алынмаясаҡ.
   Кеше ҡәберҙә оҙаҡ буламы?
   Ҡиәмәт Көнөнә тиклем буласаҡ.
   Ахырызаман ҡасан була?
   Уны Аллаһ Тәғәләнән башҡа бер кем дә белмәй. Беҙҙең өсөн иң мөһиме — фани донъяла йәшәгән ваҡытта яҡшы һәм изге эштәр башҡарыу. Үлем шул уҡ ваҡытта бәләкәй Ҡиәмәт Көнө ул.

                                                                       Хикәйәт:
                                                                     Инжир ағасы
   Лондон эргәһендәге Уотфорд тигән ерҙә бер ҡәбер бар. Риүәйәт буйынса 1800-се йылда үлгән диңгеҙсе үҙен ҡулына инжир орлоғо һалып ерләргә ҡушҡан.
   Был диңгеҙсе теге донъяның булыуына ышанмаған һәм дуҫтарына васыят әйткән: «Әгәр ҙә был орлоҡтан инжир үҫеп сыҡһа, ул сағында белегеҙ, мин теге донъя тураһында яңылышҡанмын. Әгәр ҙә үҫеп сыҡмаһа, мин хаҡлы булған булырмын».
   Уның үлеменән һуң бер нисә йыл үткәс, ҡәбер йөҙлөгөн тишеп, ҙур инжир ағасы үҫеп сыҡҡан.

   Сереп бөткән һөйәктәр тереләләрме?
   Кем дә булһа нимәнелер беренсе тапҡыр эшләй алһа, шуны уҡ икенсе тапҡыр күпкә яҡшыраҡ эшләй. Нимәнелер беренсе тапҡыр эшләүе ауыр.
   Беҙҙең Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) кешеләрҙе Ҡиәмәт Көнөнә ышанырға саҡырғанда, уларҙың ҡайһы берҙәре әйткәндәр:
   - Беҙ донъяға киләбеҙ, йәшәйбеҙ, үләбеҙ һәм башҡа донъя юҡ.
Башҡалары сереп бөткән һөйәктәрҙе ҡулдарына алып тәүгеләрен йөпләгәндәр:
   - Көлгә әйләнгән был һөйәктәрҙе кем дә булһа тергеҙә аламы һәм беҙ тереләбеҙме ни?
Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) уларға Изге Ҡөрьән аяттары менән яуап биргән:
   "Һәм улар: «Әллә беҙ һөйәктәр булып таралып бөткәс, яңынан барлыҡҡа килтерелеп, ҡәберҙән ҡубарыласаҡбыҙмы?» — тинеләр.
   Әйт: «Таш йәки тимер булығыҙ йәки һеҙҙең күкрәктәрегеҙҙә ҙурая торған мәхлүк булығыҙ!..» Һәм улар әйтерҙәр: «Кем һуң кире ҡайтарыр беҙҙе?» Әйт: «Һеҙҙе тәү тапҡыр барлыҡҡа килтереүсе». Һәм улар һиңә ҡарап баштарын сайҡарҙар һәм әйтерҙәр: «Был ҡасан була?»- тиерҙәр. Әйт: «Ихтимал, был тиҙҙән булыр».
Шул көндө Ул һеҙҙе саҡырғас, Уға Уны маҡтап яуап бирерһегеҙ һәм бик аҙ торғанбыҙ тип уйларһығыҙ". Ҡөрьән «Әл-Исра, 49-52»
   «Ул үҙенең нимәнән барлыҡҡа килтерелгәнен онотоп, Беҙгә мәҫәл килтерә. Ул: „Сереп таралған һөйәктәрҙе кем терелтһен инде“, — ти.
  Әйт: „Уларҙы тәү тапҡыр кем яратҡан булһа, шул терелтер, һәм Ул барлыҡҡа килтерелгән һәр нәмәне белә, —
   Ул һеҙгә йәшел ағастан ут яһаны, һәм һеҙ шунан тоҡандыраһығыҙ“.
   Күктәрҙе һәм Ерҙе барлыҡҡа килтереүсенең тағы шуның кеүектәрҙе яратырға көсө етмәҫме ни? Эйе, Ул — Бар ҡылыусы, Ғилемле!
   Теләгән нәмәһенә Уның әмере: „Бул!“ — тип әйтеү генә һәм ул нәмә барлыҡҡа килә». Ҡөрьән «Йа Син, 78-82»

                                                                            Хикәйәт:
                                                                     Дүрт терелгән ҡош
   Ибраһим Бәйғәмбәр (ғәләйһи-ссәләм) бөтәһенә лә әйтә торған булған: «Минең Раббым үлтерә лә, терелтә лә» һәм быға күңеле менән ышанған. Әммә бер ваҡыт ул ялбарып һораған:
   - Эй, минең Раббым! Миңә күрһәт әле, Һин нисек үлектәрҙе терелтәһең?
Раббыһы уға әйткән:
   - Эй, Ибраһим! Һин ышанмағайныңмы ни Минең үлектәрҙе терелтеүемә?
   - Әлбиттә, ышандым, минең Раббым! Ләкин мин уны үҙ күҙҙәрем менән күрһәм, минең күңелем тынысланыр ине!
   Һәм Аллаһ Тәғәлә Ибраһим бәйғәмбәргә (ғәләйһи- ссәләм) шулай ҡушҡан:
   - Дүрт ҡошто тот һәм уларҙы һинең саҡырыуыңа килерлек итеп өйрәт. Һуңынан уларҙы үлтер. Уларҙың кәүҙәләрен тураҡла һәм бер-береһе менән бута. Итте дүрт өлөшкә бүл һәм һәр өлөштө дүрт тауҙың башына алып барып һал. Уларҙы үҙеңә саҡыр һәм уларҙың нисек итеп һиңә ынтылғанын күрерһең. Быны күреп, үҙеңдең ышанысыңды нығыт һәм бел Аллаһтың Ҡөҙрәтенең сиге юҡ һәм бөтә Ул барлыҡҡа килтергән нәмә Бөйөк Ғилем менән һуғарылған.
   Ибраһим Бәйғәмбәр (ғәләйһи-ссәләм) шатланған. Күгәрсен, әтәс, ҡарға һәм тауисты тотоп ҡулға эйәләштергән.
   Ул ҡайҙа ғына булһа ла, ҡоштар уның саҡырыуына шунда уҡ осоп килгәндәр.
   Һәм бына бер көндө Аллаһ Тәғәләнең ҡушыуы буйынса, ул ҡоштарҙы үлтергән. Уларҙың кәүҙәләрен тураҡлап, бөтәһен бергә бутап, дүрт өлөшкә бүлгән һәм дүрт тау башына алып барып һалған. Һуңынан бер ышыҡ урынға йәшеренеп, уларҙы саҡыра башлаған. Һәм шунда уҡ терелгән ҡоштар уға осоп килгәндәр.
Быны күреп, Ибраһим Бәйғәмбәр (ғәләйһи-ссәләм) үҙенең Раббыһы алдында тубыҡланған һәм Уға рәхмәт белдергән. Һәм ул үҙенең иманын нығытҡан.

   Теге донъяла бүлекләү һәм язаға тарттырыу бармы?
   Ҡиәмәт Көнө — ул шундай көн, һәр бер изге эш бүләкләнәсәк һәм һәр бер гонаһлы эш язаһын аласаҡ. Хоҡуҡтары булғандар зыян күреүселәрҙән айырыласаҡ, бер генә яҡшы эш тә бүләкһеҙ, һәм бер генә намыҫһыҙлыҡ та язаһыҙ ҡалмаясаҡ.
   Һәр бер изге эш өсөн ун бүләк биреләсәк, ә һәр бер насар эш өсөн — бер яза.
   Ожмах (йәннәт): был мосолмандарға әҙерләнгән бүләк. Ҡөрьәндең бер аятында Аллаһ Тәғәлә әйтә: «Унда һеҙҙең өсөн йәнегеҙ нимә теләй, шул әҙерләнгән».
   Тамуҡ (йәһәннәм): Кем Уны тыңламаған, шулар өсөн Аллаһ Тәғәлә тарафынан әҙерләнгән яза. Унда динһеҙҙәр һәм ике йөҙлөләр, һәм шулай уҡ гонаһтары изге эштәренән уҙып киткән мосолмандар һәм яҡлау тапмағандар буласаҡ. Гонаһлы мосолмандар тейешле язаһын алып Тамуҡтан сығасаҡ, ә иманһыҙҙар, ике йөҙлөләр һәм мәжүсиҙәр унда мәңге буласаҡтар.

                                                                           Хикәйәт:
                                                                      Ҡабыҙғыс
   Минең менән купела йәнәш ултырған бер ир ҡаршыла ултырған егеткә мөрәжәғәт итте:
   - Сигарет менән ваҡыт тиҙерәк үтә, тартыр инең.
   Егет ир кешенең тәҡдименән баш тартып, уға былай яуап бирҙе:
   - Рәхмәт, мин тартмайым.
   - Ярар инде. Һин әсәйең белеп ҡуйыр тип ҡурҡаһың бит, эйеме? — тип ныҡышты ир.
   Был һүҙҙәр ҡалған юлсыларҙың көлкөһөн, ә минең асыуымды килтерҙе. Бынан алда мин бер аҙ ойоп алырға теләгәйнем, хәҙер инде күҙҙәремде астым һәм егетте ентекләп ҡараным. Уға яҡынса 20-22 йәш ине, уның аҡ һәм асыҡ сырайлы йөҙө уңайһыҙланыуҙан бер аҙ ҡыҙарҙы.
   Ир һаман дауам итте:
   - Һин, моғайын, һыра ла эсмәйһеңдер? Ысын бит, эсмәйһең?
   Егет яуап бирҙе:
   - Бөтә спиртлы эсемлектәр — хәрәм, тыйылғандар. Үҙенән-үҙе аңлашыла, мин уларҙы ҡулланмайым.
   Уларҙың һөйләшеүе бөтә юлсыларҙы ла ҡыҙыҡһындырҙы. Уларҙың һәр ҡайһыһы һөйләшеүҙе иғтибар менән тыңланы.
   Ир һораны:
   - Йә, ул сағында һин «Рус лотоһы» тураһында ни әйтерһең? Бит уны телевизорҙан даими рекламалайҙар.
   - Бөтәһе лә шул уҡ бер нәмә. Быныһы ла һәм бөтә ҡалған отошло уйындар — хәрәм.
   - Эй, һин бигерәк әҙәп ҡағиҙәләренә буйһоноп йәшәгән кеше икән, дуҫҡай. Тегеһе лә — хәрәм, быныһы ла — хәрәм.
   Был юлы егет өндәшмәне, уға был ирҙең ялҡытҡаны күренеп тора ине. Ир кеше үҙенең һорауҙары менән егетте аптырашта ҡалдырҙым тип уйланы һәм сигарет төтөнөн уның яғына өрөп, еңеүсе ҡиәфәте менән әйтте:
   - Тамуҡ утынан ҡурҡып һеҙ үҙегеҙҙе был донъяның бөтә ләззәттәренән мәхрүм итәһегеҙ? Һеҙҙеңсә, был тормошмо?
   Мин иргә ҡараным һәм ул минең ҡарашымды тойоп алды:
   - Дуҫҡай, нимә әйтерһең быға? Был шулай түгелме ни? Беҙ бөтәбеҙ ҙә Тамуҡта янмайбыҙмы ни? Мин беҙҙең бөтәбеҙгә бергә ул тиклем ҡурҡыныс булмаҫ, тип уйлайым.
   Бының менән ул мине бөтөнләй сығырҙан сығарҙы. Тотанаҡлы булырға тырышып, мин уға яуап бирҙем:
   - Ҡарап торам да, һеҙ бик ҡыйыу кеше. Һеҙ уттан да ҡурҡмайһығыҙ икән?
   - Ҡурҡмайым тип әйтә алмайым. Ә нимә ҡамасаулай һуң беҙгә был тормошҡа шатланырға?
   Шулай тип әйткәндән һуң, ул бер аҙ ғына уйланып торҙо һәм тәҙрә янында ятҡан сигаретҡа йәнә үрелде.       Мин унан алда уның ҡабыҙғысын тоҡандырып уға яҡын килтерҙем:
   - Рәхим итегеҙ, тоҡандырығыҙ.
   Ул ҡабаланмай ғына ҡаптан сигарет алып, тоҡандырырға уйланы:
   - Юҡ, сигаретты түгел, ә һеҙҙең бармаҡты, рәхим итегеҙ, — тинем мин уға.
   - Аңламаным. Нишләп мин үҙемдең бармағымды ҡуйырға тейеш?
   - Һеҙ Тамуҡта яныуҙан ҡурҡмағас, һеҙгә бер генә бармаҡты утҡа ҡуйыу ҡыйынмы ни?
   Бөтәһе лә уның нимә әйтеүен көттөләр.
   Ир кеше нимә тип яуап бирергә лә белмәне, һәм ул бөтә ике сәғәт буйына ахмаҡ һүҙ һөйләгәнен аңланы.       Бер аҙ ваҡыт өндәшмәй торғандан һуң, ул ҡапыл:
   - Бына минең туҡталыш, — тип һикереп торҙо ла, поездан сығып, вокзал алдындағы ығы-зығыла күҙҙән юғалды.
   Мин һуңынан ғына иҫемә килдем, уның ҡабыҙғысы минең ҡулда тороп ҡалғайны.
   Ҡаршыла ултырған егет быны күреп йылмайҙы.
   Мин уға ҡабыҙғысты һондом һәм былай тинем:
   - Һин тартмаһаң да, ул һиндә ҡалһын. Хәҙер һин беләһең инде, уның менән нисек файҙаланырға.
   

   Ҡиәмәт Көнөн алдан белгертеүсе билдәләр буламы? Ниндәй улар?
   Даббатул Ард. Ул тере зат, ерҙән сығасаҡ һәм кешеләр менән һөйләшәсәк. Уның сығыуы менән Аллаһ Тәғәләгә ышаныусылар ышанмаусыларҙан ныҡ айырылып торасаҡ.
Ҡиәмәт көнөн белдереүсе билгеләрҙең бәләкәйҙәре һәм ҙурҙары була. Ҙур билгеләрҙе ҡарап китәйек.
   Томан. Ҡиәмәт көнө алдынан бөтә ерҙе томан ҡаплаясаҡ. Унан мосолмандарҙа тымау барлыҡҡа килә, ә иманһыҙҙар иҫерек кеүек булырҙар.
   Дәжжәл. Аллаһ Тәғәлә тарафынан һөрөлгән Дәжжәл сығасаҡ — ул бер күҙле, бәләкәй кәүҙәле, тарбайып торған аяҡлы. Ул үҙен Илаһ тип белдерәсәк. Ул бөтә донъяны ҡулына төшөрәсәк, тик Мәккә менән Мәҙинәне генә ала алмаясаҡ.
   Ҡояштың сығыуы көнбайыштан. Ҡояш көнбайыштан сығасаҡ, төшлөккә етәсәк һәм йәнә көнбайышҡа байыясаҡ.
   Йәджүдж һәм Мәджүдж. Йәджүдж һәм Мәджүдж исемле халыҡ барлыҡҡа киләсәк, улар ергә бәхетһеҙлек килтерәсәк.
   Мәсих (Мессия). Ғайса бәйғәмбәр (ғәләйһи-ссәләм) ергә төшәсәк.
   Ут. Йемен районында ут тоҡанасаҡ һәм бөтә кешелекте юҡҡа сығарасаҡ.
   Бөтә был ваҡиғалар булып үткәндән һуң Аллаһ Тәғәлә әмер көтөүсе Исрафил фәрештәгә (ғәләйһи-ссәләм) Сурға өрөргә ҡушасаҡ. Һәм Исрафил (ғәләйһи-ссәләм) Сурға өргәндән һуң, был тауыштан бөтә тере зат һәләк буласаҡ.
   Ҡәберҙәге һорауҙан һуң тағы ла һорау буласаҡмы?
   Әлбиттә, Мәхшәр көнөндә һәр бер кеше үҙенең эшләгән эше өсөн Яуап бирәсәк.
   Нимә ул Мәхшәр көнө?
   Исрафил фәрештә (ғәләйһи-ссәләм) беренсе тапҡыр Сурға өргәндән һуң бөтә йәндәр үләсәк. Аллаһ Тәғәләнән башҡа бер ниндәй ҙә тере йән эйәһе ҡалмаясаҡ. Был билдәле ваҡытҡа тиклем дауам итәсәк. Шунан һуң Аллаһ Тәғәлә Исрафил фәрештәне (ғәләйһи-ссәләм) терелтәсәк. Исрафил фәрештә (ғәләйһи-ссәләм) икенсе тапҡыр Сурға өргәс, бөтә кешеләр терелеп, Яуап өсөн Мәхшәр майҙанына йыйыласаҡ.
   Мәхшәр — ул шундай урын, унда ҡасандыр йәшәгән һәм беҙҙән һуң ерҙә йәшәйәсәк кешеләр яңынан терелгәндән һуң бергә йыйыласаҡ.
   Бөтә кешелек бер майҙанға йыйыласаҡ: әсәй һәм атайҙар, ағай һәм энеләр, апай һәм һеңлеләр, ир һәм ҡатындар, таныштар; бөтәһе лә бер-береһен күрәсәктәр, тик һәр ҡайһыһы үҙе тураһында ғына уйлаясаҡ, бер кем дә бер кемгә лә ярҙам итә алмаясаҡ. Бөтәһе лә түбән торған ҡояш эҫеһенән хәлһеҙләнеп, ҡурҡыу ҡатыш борсолоуҙа буласаҡ.
   Бөтәһе лә тирләп үҙҙәренең тиренә батып торасаҡ. Нимәгәлер хаҡтары булғандар шуны талап итәсәк. Тормошта хоҡуҡтары кәметелгәндәр, кемдәр был хоҡуҡтан мәхрүм иткән, уны шунан һораясаҡтар.
   Кемдәрҙе Мәхшәр ғазабы урап үтәсәк?
   Беҙҙең һөйөклө Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Аллаһ Тәғәлә ҡурсалауында булыусылар Мәхшәр ғазабынан ҡотолор тип аңлатҡан:
   "Мәхшәр Көнөндә бер ниндәй ҙә күләгә булмағанда, Аллаһ Тәғәлә ете төркөм кешене ышыҡлап һаҡлар:
1 — Ғәҙел идар итеүселәрҙе;
2 — Аллаһ Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылыусы йәштәрҙе;
3 — Ҡәлебе мәсеткә бәйле кешеләрҙе;

4 — Аллаһ хаҡы өсөн бер-береһен яратып, осрашып күрешеүселәрҙе һәм айырылышыусыларҙы;
5 — Матур ҡатындарҙың әүрәтеүенән «Аллаһтың язаһынан ҡурҡам», тип баш тартҡандарҙы;
6 — Фәҡирҙәргә йәшертен рәүештә ярҙам иткән, йәғни уң ҡулы биргән хәйерҙе һул ҡулы белмәгәндәрҙе;
7 — Аллаһ Тәғәләне иҫенә төшөрөп, йәшертен күҙ йәше түккәндәрҙе".
   Нимә ул ғәмәл дәфтәре?
   Фәрештәләр Мәхшәр майҙанында кешеләргә уларҙың фани донъялағы ғәмәлдәре яҙылған дәфтәрҙәрҙе тапшырырҙар. Ожмахҡа инеүселәргә дәфтәр уң ҡулға, ә Тамуҡҡа һөрөлөүселәргә һул яҡтан биреләсәк. Эй, Бөйөк Әмер биреүсе! Был дәфтәрҙә нимәләр генә яҙылмаған!
   Йәшәгән ваҡыттағы бөтә ҡылған эштәр яҙылған, изгеләре лә, гонаһтары ла, береһе лә яҙыуҙан йәшерелмәгән. Дәфтәрҙә «Мин быны эшләмәнем!» тип әйтерлек бер нәмә лә яһап яҙылмаған.
   Дәфтәрҙе уң ҡулына алған кеше шатланып әйтер: «Килегеҙ! Уҡығыҙ минең дәфтәремдә нимә бар! Мин электән белә инем Хисап Көнөнөң килеүен!»
   Ул бик бәхетле рәүештә Ожмахта буласаҡ һәм Ожмах емештәрен ашаясаҡ. Ожмахта булыусыларға әйтерҙәр:
   "Ашағыҙ һәм эсегеҙ. Был һеҙгә фани донъяла эшләгән изге эштәрегеҙ өсөн бүләк!"
   Ә дәфтәрҙе һул ҡулына алыусылар әйтерҙәр:
   "Эй! Был дәфтәрҙе бирмәһәләр икән. Әгәр мин белгән булһам, минең яуабымдың нисек булырын! Эй! Нишләп бөтәһе лә минең үлемем менән бөтмәне икән? Миңә минең байлығым ярҙам итмәҫме икән ни? Ҡайҙа минең көсөм, минең ҡөҙрәтем?"
   Аллаһ Тәғәлә фәрештәләргә фарман бирер:
   "Тотоғоҙ уны һәм бығау һалығыҙ! Ташлағыҙ уны утҡа!"
   Нимә ул Яуап-Хисап?
   Аллаһ Тәғәлә бөтәһенән дә бер үк ваҡытта фани донъя — ерҙәге тормош өсөн хисаплама талап итәсәк. Һәм һәр кем тик үҙенең ҡылығы-эше өсөн генә яуап тотасаҡ. Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән, түбәндәге һорауҙарға яуап бирмәйенсә бер кем дә яуап урынынан китмәйәсәк:
   1 — Үҙеңдең ғүмереңде һин нимәгә бағышланың?
   2 — Һиңә бирелгән ғилемде һин нимәгә сарыфланың?
   3 — Һин нисек итеп үҙең аҙыҡ һәм мөлкәт таптың һәм һин улар менән нисек файҙаландың? Улар хәләл инеме, әллә хәрәмме?
   4 — Һиңә бирелгән тәнде һин ниндәй юлда файҙаландың: Аллаһҡа яҡынайыу юлындамы әллә хәрәм юлдамы?
   Һәм был һорауҙарға һәр кемдән тулы яуап алынасаҡ.
   Нимә ул Мизан Үлсәүе?
   Уларҙа кешенең изге һәм гонаһлы ғәмәлдәре үлсәнәсәк.
   Мәхшәр Көнөндә бер кемгә лә уның ғәмәлдәрен үлсәгәндә ғәҙелһеҙлек күрһәтелмәйәсәк. Һәр бер эш- ҡылыҡ үлсәнәсәк: яҡшыһы һәм насары. Һуңынан һәр бер изге ғәмәл унауға, ә һәр бер гонаһ — берәүгә иҫәпләнәсәк.
   Нимә ул Сират Күпере?
   Ул — ғәмәлдәр үлсәнгәндән һуң һәр бер кеше үтә торған Юл (Күпер). Ул Күпер Тамуҡ өҫтөнән үтә. Мосолмандар был Күпер аша үтеп Ожмахҡа эләгәсәк, ә динһеҙҙәр, ике йөҙлөләр һәм мәжүсиҙәр унан Тамуҡҡа ҡолап төшәсәк. Күперҙе үтеүҙең ауырлығы фани донъяла, ерҙәге тормошта Аллаһ Тәғәләгә хеҙмәт итеү дәрәжәһенә тап киләсәк.
   Сират Күпере ҡаҙыҡтар һәм ырғаҡтар менән ҡаплап алынған. Һәм Күперҙән уларға эләкмәйенсә һәм йығылмайынса үтеүе бик ҡыйын буласаҡ. Күперҙән йығылыу — бик ҙур бәхетһеҙлек, ул инде Тамуҡҡа төшөүҙе аңлата. Әммә кемдең Хисабы еңел, улар Сират Күперен үтә аласаҡ.
   Изге кешеләр күперҙе бик тиҙ үтерҙәр: кем күҙ асып йомғансы, кем йәшен кеүек, кем ел һымаҡ, ә кем ҡош тиҙлеге менән. Һәр кем үҙенең ерҙәге эштәренә тап килгән тиҙлек менән үтәсәк. Ләкин кем нисек кенә булһа ла, күперҙе үтһә, ул Ожмахта була.
   Хисап биреүҙә һәм Күперҙә ҡыйынлыҡ кисереүсе гонаһлы мосолмандар өсөн беҙҙең Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Аллаһ Тәғәләнең рөхсәте менән Унан уларҙың гонаһтарын ғәфү итеүҙе һораясаҡ. Ғәрәпсә «шәфәғәт» «ҡурсалау»ҙы аңлата.
   Нимә ул Хауыз-Шишмә?
   Һәр бер бәйғәмбәрҙең (ғәләйһи-ссәләм) Ожмахта үҙенең Шишмәһе — Хауызы бар. Был шишмәнән бәйғәмбәрҙәр тәмле һәм саф эсемлек менән үҙенең артынан лайыҡлы эйәреүселәрҙе һыйлаясаҡ.
   Шишмәнән эсеүсе бер ваҡытта ла һыуһау кисермәйәсәк. Ожмахта эсемлектәр күп буласаҡ, ләкин улар һыуһынды ҡандырыу өсөн түгел, ә хушланыу өсөн. «Ғәйепте таныу өсөн килдек, хисап өсөн баҫасаҡбыҙ. Ерҙәге тормош юлсылары, ҡабаттан терелеү өсөн үләсәкбеҙ».
   Нисек итеп Ожмахҡа инергә һәм унда булыу оҙаҡмы?
   Ожмахтың асҡысы булып иман, ғибәҙәт һәм әхлаҡ тора. Ожмахта булыу мәңге.
   Динһеҙ кеше Ожмахҡа инәме?
   Юҡ, инмәй. Аллаһ Тәғәлә Ожмахты ерҙәге һынауҙы үтеүселәргә генә бирә.
   Гонаһлы мосолман Ожмахҡа эләгәме?
   Изге ғәмәлдәренә ҡарағанда гонаһтары күберәк мосолмандар, гонаһтарына ҡарап, Тамуҡта таҙарынғандан һуң Ожмахҡа инеүҙәре мөмкин.
   Аллаһ Тәғәлә Ожмахтағы кешеләргә нисек ҡараясаҡ?
   Аллаһ Тәғәлә кешеләргә ғәҙел. Ул уларға тик мәрхәмәт кенә күрһәтә. Аллаһ Тәғәлә кешеләргә йөҙ төрлө шәфҡәт булдырған, һәм уларҙың тик береһен генә ерҙәге тормошта биргән. Йөҙ мәрхәмәттең ошо береһе арҡаһында ер йөҙөндәге тере заттар бер-береһе менән татыулыҡ һәм дуҫлыҡта йәшәй. Ҡалған туҡһан туғыҙ мәрхәмәт кешене Ожмахта көтә.

   Аллаһ Тәғәлә нимәне ғәфү итмәй?
   Аллаһ бер ваҡытта ла ғәфү итмәй:
   1 — Уға тиңдәш, ярҙамсы биргәнде (ширек);
   2 — Кешеләрҙең бер-береһенең хоҡуҡтарын сикләүҙе.
   Ожмахта иң бөйөк бүләк ниндәй?
   Аллаһ Тәғәләне күреү. Был иң юғары бүләк.
   Кешеләр Ожмахта Аллаһ Тәғәләне күрәләрме?
   Аллаһ Тәғәләне Ожмахта тик мосолмандар ғына күрә.
   Тамуҡ һәм Ожмахта үлем бармы?
   Юҡ, үлем тик бер генә тапҡыр килә. Тамуҡ һәм Ожмахта кешеләр үлемһеҙ.
   Нимә ул Ожмах?
   Ул Аллаһ Тәғәләнең Уның тарафынан кем Уға ышанған һәм тормошта тик изге ғәмәлдәр генә башҡарған, шулар өсөн әҙерләнгән бүләге. Изге Ҡөрьәндә Ожмах күп йылғалар ағып һәм меңәрләгән күренмәгән емештәр үҫкән урын тип һүрәтләнә. Унда йәнең нимә теләй, бөтәһе лә бар.
   Нимә ул Тамуҡ?
   Тамуҡ — ул Аллаһ Тәғәләгә ышанмаған һәм гонаһтары булғандарҙың яза алыу урыны. Кемдәр был донъяла насар эштәр эшләгән мәңгелек донъяла язаны тулыһынса аласаҡтар.
   Гонаһлы мосолмандар Тамуҡта үҙҙәренең гонаһтары өсөн яза алғандан һуң Ожмахҡа инәсәктәр.
   Тамуҡҡа инмәҫ өсөн нимә эшләргә кәрәк?
   Аллаһ Тәғәлә кешеләрҙең Тамуҡҡа инеүен теләмәй. Аллаһ эшләгән гонаһтарына үкенгән һәм Унан ярлыҡау һораған ҡолдарын ғәфү итә. Тамуҡҡа инмәҫ өсөн гонаһ эшләүҙән ҡасырға, ә инде хаталар һәм гонаһтар эшләһәң, уларға тәүбә итергә һәм киләсәктә эшләмәҫкә тырышырға кәрәк.
   Ҡиәмәт көнөнә ышаныу был донъялағы тормошҡа нисек йоғонто яһай?
   Ҡиәмәт Көнөнә ышаныусы кеше Аллаһ Тәғәләнең һәр ваҡыт һәм һәр ерҙә уны күреүенә ышана. Ул үҙенең бөтә эштәренә: изге һәм гонаһлыларына уға яуап бирергә тура киләсәк икәнен белә. Ул гонаһ эшләүҙән тыйыласаҡ.
   Ҡиәмәт Көнөнә ышаныусы үлемдән артыҡ ҡурҡмаясаҡ. Ул белә, уның яратҡан яҡындары мәңгелек доъялала ла бергә буласаҡтар.
   Ҡиәмәт Көнөнә ышаныусы был донъяла мәхрүм ителгән хоҡуҡтарҙың мәңгелек донъяла ҡайтарылыуына ышана. Быға өмөт уны шатландырасаҡ һәм тынысландырасаҡ.
   Ҡиәмәт Көнөнә ышаныусы әйләнә-тирәләгеләр менән мөнәсәбәткә айырым иғтибар итәсәк. Улар өсөн ул әҙәплелек, кеше йәнле булыу һәм үҙ-ара ярҙамлашыу өлгөһө буласаҡ.
   Ҡиәмәт Көнөнә ышаныусы ваҡыттың ҡәҙерен беләсәк. Был донъя ғибәҙәт ҡылыу һәм изге эштәр өсөн бирелгән. Был донъяла беҙҙең ғүмеребеҙҙең күпме икәнлеге беҙгә билдәһеҙ. Теге донъяла үтәлмәгән рухи кисерештәр һәм яҡшы эштәрҙе кире ҡайтарыу мөмкинселеге юҡ.
   Ҡиәмәт Көнөнә ышаныусы үҙенең был донъяға килеү сәбәбен аңлай, шуға ла ул яңылыш юл эҙләмәйәсәк.       Ошо ғилем менән уның йәне тыныслыҡта буласаҡ.
                                                                               Хикәйәт:
                                                                         Дүрт кәңәш
   Ҡасандыр бер ваҡыт гонаһлы кеше йәшәгән. Ул үҙенә нисек кенә гонаһ эшләмәҫкә һүҙ бирһә лә, уның яман ғәҙәттәре һис нисек уны ташлап китмәгән. Һәм бына ул юғары белемле һәм Исламға ҡәтғи эйәреүсе кешене табырға ҡарар итә. Уға Ибраһим бин Әтһәмгә мөрәжәғәт итергә кәңәш биргәндәр. Гонаһлы кеше Ибраһим бин Әтһәмгә килеп, былай тип үтенгән:
   - Мин үҙемдең насар ғәҙәттәремдән бер нисек тә арына алмайым. Миңә башҡаса гонаһ эшләмәҫкә кәңәш бирсе.
   - Мин һиңә дүрт кәңәш бирәм. Әгәр ҙә һәр ваҡыт улар тураһында иҫеңдә тотһаң, ул сағында Аллаһ Тәғәлә һиңә насар ҡылыҡтан ҡотолорға ярҙам итер, — тип яуаплаған Ибраһим бин Әтһәм.
   Был кеше бик шатланған һәм иғтибар менән тыңлай башлаған:
   - Һиңә беренсе кәңәшемде бирәм, — тип башлаған Ибраһим бин Әтһәм. — Һин ҡайҙа ғына булһаң да, нимә генә эшләһәң дә Аллаһ Тәғәлә һине күреп тора.
   - Минең икенсе кәңәшем: әгәр һин ниндәйҙер гонаһ эшләйһең икән, һин Аллаһ биргән аҙыҡты ашама. Шулай булмай бит инде. Уға ышанаһың, Ул биргән ризыҡтан туҡланаһың, һәм шул уҡ ваҡытта Уның ихтыярына ҡаршы бараһың? — тип дауам иткән ул.
   Һәр бер кәңәштән һуң Ибраһим бин Әтһәм бер ни тиклем ваҡыт кәңәштәрҙең гонаһлының йөрәгенә барып етеүен көтөп торған.
   - Ә өсөнсө кәңәш ниндәй? — тип һораған кеше.
   Ибраһим бин Әтһәм тыныс тауыш менән һүҙ артынан һүҙ әйткән:
   - Минең өсөнсө кәңәшем шул: һинең тағы ла гонаһ эшләгең килһә, һин иҫеңә төшөр, бөтә донъя һәм унда булған бөтә нәмә Аллаһ Тәғәләнеке. Әгәр ҙә инде һин йәнә лә яңынан гонаһ эшләһәң, ул сағында һис нисек тә Аллаһ биләмәләрендә ҡалма, шунда уҡ үҙеңә икенсе урын эҙлә.
   Был кеше дини кеше булған була, шуға ла ишеткән кәңәштәрҙән тотлоға башлай:
   - Нисек инде, ҡайҙан башҡа урынға китәйем, бит бөтәһе лә Аллаһтыҡы.
   Ибраһим бин Әтһәм уның күҙенә ҡарап ҡысҡырып ебәргән:
   - Ҡайһылай ҙа рәхмәтле була белмәү! Мәрхәмәтһеҙлек! Һин уның биләмәләрендә йәшәйһең, һәм һин үк Уға ҡаршы барырға теләйһең.
   Әйтелгән һүҙҙәр был кешене ныҡ тулҡынландырған, һәм ул дүртенсе кәңәште һораған.
   - Үлем сәғәте еткәс Ғазраил фәрештә һинең йәнеңде алырға киләсәк. Һин шул ваҡытта уға әйт: «Эй, Ғазраил! Һин ваҡытһыҙ килдең. Һин, мин гонаһтарыма тәүбә итеп бөткәс, кил. Әлегә миңә Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылырға һәм Уның ғәфү итеүен һорарға кәрәк», — тип яуап биргән Ибраһим бин Әтһәм.
   - Улай булмай инде! Мин нисек Ғазраилдан быны һорай алам? Ул миңә килгәндән һуң, мин инде бер ни ҙә эшләй алмаясаҡмын.
   Ибраһим бин Әтһәм үҙенең нәсихәтен тамамлап, былай тигән:
   - Эй, кеше! Беләһең бит, Аллаһ Тәғәлә һине күрә. Ул биргән нәмә менән туҡланаһың. Уның биләмәләрендә йәшәйһең. Үлем фәрештәһе килгәндә унан көтөп тороуҙы һорай алмаясаҡһың. Шуға ла әле Ғ азраил (ғәләйһи-ссәләм) килмәҫ борон тәүбә ит. Ҡолға нимә ҡушылған, шуны эшлә. Аллаһ Тәғәләгә яҡынайырға, яҡшы әҙәпле һәм ғибәҙәт ҡылыусыларҙан булырға тырыш.
   Ишеткән дүрт кәңәш гонаһ ҡылыусыны тулҡынландырған һәм ул ҡысҡырып илаған. Үҙенең гонаһтарына тәүбә итә башлаған һәм шул көндән башлап гонаһ эшләүҙән туҡтаған. Бөтә йәне һәм йыйылған мөлкәте менән Ислам хаҡына хеҙмәт итә башлаған. Ул үҙенең элекке таныштарын ташлаған, Ибраһим бин Әтһәмдең уҡыусыһы булып киткән һәм үҙенең белемен үҫтергән. Элекке гонаһлы булған мөхитте алыштырып, тиҙҙән изге эштәр башҡара башлаған.

                                              ТӘҠДИР ҺӘМ ЯҘМЫШҠА ЫШАНЫУ
   Нимә ул Тәҡдир — Ҡадар?
   Тәҡдир ул булып ятҡан хәлдең урынын, ваҡытын һәм шарттарын Аллаһ Тәғәлә тарафынан алдан билдәләп һәм яҙып ҡуйыуҙы аңлата.
   Нимә ул яҙмыш — Ҡада?
   Яҙмыш — ул Аллаһ Тәғәләнең Ихтыяры буйынса алдан билдәләнеп ҡуйылған нәмәнең билдәле бер ваҡытта үтәлеүе. Тәҡдир — ул үҙ сиратында план, ә яҙмыш — ошо пландың Аллаһ Тәғәлә тарафынан үтәлеүе. Һәр төрлө ваҡиға уның үтәлгәненә тиклем тәҡдир булып тора. Ә уның үтәлеше — ул яҙмыш.
   Нимә ул тәҡдир икәнен аңлата алаһығыҙмы?
   Календарҙың биттәрен әйләндереп ҡарап, беҙ билдәле бер көн һәм сәғәттә ҡояш тотолоу буласағын белә алабыҙ. Был көн һәм сәғәт килә, һәм ҡояш тотола. Беҙ беләбеҙ, календарь был көндән күпкә алдараҡ баҫылған. Әйҙәгеҙ, уйлап ҡарайыҡ: «Ҡояш тотолоу календарҙа планлаштырғанға булғанмы?» Яуап: «Әлбиттә, юҡ». Ҡояш тотоласағы тураһында күпмелер айҙар элек астрономдар тарафынан иҫәпләп сығарылған, һәм һуңынан был турала календарҙа баҫтырып сығарғандар.
   Шулай итеп, Аллаһ Тәғәлә беҙҙең тәҡдирҙе яҙған. Ул яҙылған, һәм беҙҙең киләсәк тәртип-ҡылыҡтарыбыҙ ҙа билдәле.
                                                                     Хикәйәт:
                                       Хәлиф Ғүмәрҙең (радыйаллаһу ғәнһү) яуабы
   Изге Ғүмәр хәлиф (радыйаллаһу ғәнһү) Сирияла урынлашҡан ғәскәрҙәрҙе тикшереү өсөн юлға сыҡҡан. Уның төркөмө бер ауылға барып еткән. Тирә-яҡта йәшәгән халыҡ уны ауылда чума ҡотороноуы хаҡында иҫкәртә. Изге Ғүмәр (радыйаллаһу ғәнһү) ауылға инмәҫкә ҡарар итә. Сәрғәскәрҙәрҙең береһе һораған:
   - Эй, Ғүмәр! Һин Аллаһ Тәғәләнең тәҡдиренән ҡасаһыңмы әллә?
   Изге Ғүмәр хәлиф (радыйаллаһу ғәнһү) яуап биргән:
   - Эйе, мин Аллаһтың минең өсөн алдан билдәләп ҡуйылғанынан ҡасып, Уның миңә алдан билдәләгәненә барам. Әйҙә, күҙ алдына килтерәйек әле, бына һинең бер көтөү дөйәләрең бар, һәм ул йылғаға килде. Тик йылғаның бер генә яры һутлы үлән менән ҡапланған, ә икенсеһе — яланғас таштар менән. Һин ҡайһыһына туҡтарға хәл итер инең? Дөйәләрҙе ташлыһына түгел, ә үләнле ярҙа көтөргә ҡарар итеүең Аллаһ Тәғәләнең тәҡдирен үтәү түгелме ни?
   Бының менән Ғүмәр (радыйаллаһу ғәнһү) үҙенең сәрғәскәренә, кешенең уға нимә яҙылғанын белмәүе, шуның өсөн дә хәүеф-хәтәрҙән ҡасырға тейеш икәнен аңлатҡан.

   Исламда белә тороп үҙеңде артыҡ ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыу тыйылған.
   «Аллаһ миңә бөтәһен дә яҙып ҡуйған, минең гонаһтарымда минең ғәйебем юҡ», — тип раҫларға мөмкинме?
   Юҡ, улай итергә ярамай! Аллаһ Тәғәлә кешегә ихтыяр көсө биргән, уны һайлап алыу ирке тип тә атайҙар. Шуның өсөн дә кеше нимәне эшләргә, нимәнән тыйылырға икәнен һайлай ала! Ә Ҡиәмәт көнөндә бөтә кешеләр ҙә үҙ ихтыяры менән эшләнгән эштәре өсөн яуап бирәсәктәр.
   Кеше тормошонда уның ихтыярынан тыш булған ваҡиғалар буламы?
   Эйе, була. Беҙҙең тыуыуыбыҙ, беҙҙең енесебеҙ, буйыбыҙ, беҙҙең ата-әсәбеҙ кемдәр, ерҙәге тормоштан китеү ваҡыты... Был ваҡиғаларҙа беҙҙең ихтыярыбыҙҙың ҡатнашы юҡ, һәм улар өсөн беҙ яуап бирмәйбеҙ.
   Кеше ихтыяры менән башҡарылған эш- ҡылыҡтарға миҫал килтерегеҙ.
   Аллаһ Тәғәлә беҙгә һайлап алыу хоҡуғы биргән. Әгәр ҙә беҙҙең һайлап алыу хоҡуғыбыҙ булмаһа, Аллаһ гонаһтар өсөн яза биреп, ә изге эштәрҙе бүләкләй алмаҫ ине. Яза һәм бүләк беҙгә беҙ яуап биргән эштәр өсөн генә бирелә.
   Мәҫәлән, автобусты йөрөтөүсе водитель машинаны уңға ла, һулға ла бора һәм тураға ла китә ала. Ә инде теләгәндә тормозды файҙаланып, автобусты туҡтатыуы ла мөмкин. Әгәр ҙә авария була ҡалһа, водителдән двигателдең нисек эшләүе хаҡында һоралмаясаҡ. Уға тик нишләп ул бик шәп барған, нишләп уңға, һулға боролған, ни өсөн ваҡытында туҡтамағаны өсөн яуап бирергә тура киләсәк.
   Аллаһ Тәғәлә беҙҙең киләсәктәге ҡылыҡ-тәртибебеҙҙе, башҡарасаҡ эшебеҙҙе белә. Ул сағында нишләп Ул яуызлыҡ эшләргә рөхсәт итә?
   Аллаһ беҙҙе кешеләр итеп яратҡан, ә фәрештәләр итеп түгел. Беҙгә изге һәм гонаһлы эштәрҙе һайлап башҡарыу мөмкинселеге бирелгән. Һәм ике юл бирелгән. Беренсе юлдан барһаҡ, беҙ фәрештәләрҙе үтеп китергә, ә икенсеһенән барғанда хайуандарҙан да түбәнерәк төшөүебеҙ бар. Кешегә дөрөҫ юлды һайлау өсөн аҡыл һәм ихтыяр бирелгән. Аллаһ беҙҙе иҫкәртә: «Һеҙ һынау үтәһегеҙ, шуны үткәндән һуң изгеләр гонаһлыларҙан айырып алынасаҡ».
   Хәҙер беҙ һынау үтәбеҙ. Түҙемлегебеҙ етерме уны үтергә, әллә һәләк булырбыҙмы. Былар беҙҙең эш, ҡылыҡ- тәртибебеҙҙән тора.
   Ни өсөн Аллаһ Тәғәлә беҙгә нимә һайлап алыуыбыҙҙы белә тороп беҙҙең эштәребеҙҙе яҙып барыусы ике фәрештәне ҡушҡан?
   Мәғәнә һалынмайынса Аллаһ тарафынан бер нәмә лә барлыҡҡа килтерелмәгән. Был ике фәрештә беҙҙең эштәребеҙҙе Ҡиәмәт көнөндә кешеләр башҡарылған эштәренән баш тартмаһын өсөн яҙып баралар.
   Әгәр ҙә Аллаһтың теләге булһа, бөтә кешеләр ҙә мосолман булырҙар инеме?
   Һүҙһеҙ, әгәр ҙә Аллаһтың ихтыяры булһа. Тик быны Аллаһ Тәғәлә теләмәй. Ул ике юл булдырған. Беҙгә ҡайһыныһы хаҡ икәнен күрһәтеү өсөн Ул Изге Рисәләләр (Яҙыуҙар) һәм бәйғәмбәрҙәр ебәргән. Ул беҙгә хаҡ һәм ялған юлды табыуҙа хоҡуҡ биргән. Һәр бер кеше үҙ тормошо менән, хаҡ йәки ялған юлды һайлап алып, үҙе теләгәнсә идара итә ала.
   Әммә Ҡиәмәт көнөндә Ул үҙенең һайлағанына үҙе яуап бирә.
   Ризыҡ (кеше эйә булған ниғмәттәр) нимә менән бәйле: Аллаһ Тәғәләнең ихтыяры менәнме әллә кешенең хеҙмәте һәм тырышлығы менәнме?
   Ризыҡ Аллаһ Тәғәләнең ихтыяры менән дә һәм кешенең хеҙмәт яратыуы менән дә бәйле. Әммә ул сарыф ителгән хеҙмәт күләменән генә торһа, беҙҙең заманда әҙ эшләп, ҙур килем алған кешеләр булмаҫ ине.
   Ә инде әгәр ҙә аҡыл һәм белем менән бәйле булһа, ул ваҡытта ахмаҡтар ярлы булыр ине. Был улай түгел.
   Әгәр ҙә ризыҡ тәрбиәнән торһа, ул саҡта тупаҫтар бай булмаҫ ине. Һәм әгәр ҙә ул иманға ҡараһа, унда инде бөтә башҡа дин тотоусылар ярлы булырҙар ине. Әммә беҙҙе уратып алған донъяла бөтәһе лә улай түгел.
   Кешеләрҙе ризыҡландырып, Аллаһ Тәғәлә уларҙы һынай. Ул үҙ Ихтыяры менән ризыҡты кәметә йәки арттыра. Хеҙмәт ризыҡтың сығанағы булып тора, әммә тулыһынса шарты булып тормай.
   Иң Мөһиме — Аллаһ Тәғәләнең һүҙҙәрендә: «Мин мохтаждарға бирәм».

                                                                      * * *

                                                                    Хикәйәт:
                                                               Әрәмтамаҡтар
   Көндәрҙән бер көндө изге Ғүмәр хәлиф (радыйаллаһу ғәнһү) мәсеткә килеп ингәс, нимәлер тураһында һөйләшкән ирҙәрҙе күргән.
   - Һеҙ ҡайҙан, нимә менән шөғөлләнәһегеҙ, — тип һораған Ғүмәр (радыйаллаһу ғәнһү) уларҙың янына килеп.
   - Беҙ Аллаһ Тәғәләгә генә ышаныусылар. Беҙ тик Аллаһ Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылыу менән генә шөғөлләнәбеҙ, беҙ эшләмәйбеҙ. Аллаһ һәр бер йән эйәһенә ризыҡ биргән.
Бындай яуап Ғүмәрҙең (радыйаллаһу ғәнһүҙең) ныҡ асыуын килтергән, ул яуап биргән:
   - Һеҙ Аллаһҡа ышаныусыларҙан түгел, ә әрәмтамаҡтар. Һеҙ сит кешенең ризығын ашап, башҡаларҙың елкәһендә ултырыусылар. Орлоҡто сәсеп, ерҙе эшкәрткән, ә һуңынан Аллаһтан үҙ ризығын алырға ышанған кеше генә Аллаһҡа иҫәп тотоусыларҙан һанала. Ошо һүҙҙәр менән Ул был кешеләрҙе йәмғиәттән ҡыуған.

   Тәүәккүл — өмөт итеү: теләгән нәмәләргә өлгәшеү өсөн кәрәкле бөтә матди һәм рухи шарттарҙың үтәлеүен белдерә. Һуңынан, тик Аллаһ Тәғәләгә генә ышанып, был эштең аҙағын Уның хәл итеүенә генә ҡайтарып ҡалдырыу. Миҫал өсөн: крәҫтиән бөтә көсөн һалып, ерҙе һөрә, һәм һуңынан ғына Аллаһ Тәғәләгә өмөт итеп уңыш көтә. Бөтә кәрәкле шарттарҙы үтәмәй тороп, тәүәккүлде башҡарырға ярамай. Һәм тәүәккүл була алмай, әгәр кем дә булһа йөҙә белмәйенсә Аллаһҡа ғына өмөт итеп диңгеҙгә ташланһа.
   Беҙҙең һөйөклө Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) үҙенең ун сәхәбәһенә үҙҙәре йәшәгәндә үк әле уларҙың ожмахҡа эләгеүҙәре хаҡында хәбәр иткән. Шуға ҡарамаҫтан, был сәхәбәләр бөтә ғүмерҙәре буйынса тырышып хеҙмәт иткәндәр һәм ғибәҙәт ҡылғандар.
   Ризыҡ: һәр йән эйәһенә йәшәү өсөн кәрәкле булған бөтә нәмә (ризыҡ) Аллаһ Тәғәлә тарафынан алдан билдәләп ҡуйылған. Һәр кешенең бурысы булып ризыҡ табыу тора. Һәм һәр кемдең үҙенең ихтыярында ул хәләл юл менәнме, әллә хәрәм юл менәнме ашарға табасаҡ.
   Әжәл: кешенең ер йөҙөндә йәшәүенең туҡтау ваҡыты. Бер кем дә үҙенең үлем ваҡытын белмәй. Йәш сағындамы, әллә ҡартайғасмы, сәләмәт сағындамы, әллә ауырығандамы — әжәл Аллаһ Тәғәләнең Алдан Билдәләүе буйынса килә. Изге Ҡөрьән аяты иҫкәртә: «Әжәл килеүен бер сәғәткә алғараҡ күсереп тә, бер сәғәткә кисектереп тә булмай».
                                                                        Хикәйәт:
                                                          Еңел ризыҡ көткән кеше
   Бер төндө оло ғына кеше асыҡ яланда ҡалған. Ул ҡырағай йәнлектәрҙән ҡурҡып ағас башында ҡунырға ҡарар иткән. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң, ағас аҫтына яраланған төлкө шыуышып килгән. Кеше уйлап ҡуя: «Төлкө нисек итеп ризыҡланыр, нисек итеп һыуһынын ҡандырыр?»- икән.
   Бер ни тиклем ваҡыттан һуң алыҫта арыҫлан күренгән. Арыҫлан болан һөйрәп алып килә икән. Йыртҡыс табышын ағасҡа тиклем һөйрәп килтереп еткергән. Уны ботарлаған, туйғанса ашаған һәм түшкәнең ҡалғанын ағас аҫтында ҡалдырып, күҙҙән юғалған. Төлкө көскә түшкәгә шыуышып килеп ошо емтектәр менән туйынған. Ағас башында ултырған ҡарт уйға ҡалған:
   - Бына! Тимәк Аллаһ яралы төлкөнө ас ҡалдырманы. Ул уға ризыҡты уның нәҡ аяҡ аҫтына килтереп ҡуйҙы. Һәм ни өсөн мин шул тиклем йылдар — үҙемдең эшемдә этләнгәнмен. Хәҙер мин дә үҙемә берәй торор урын табам һәм унда үҙемә ризыҡ көтәсәкмен... Шулайтып уйлап, ул юлға сыҡҡан, торлаҡ тапҡан һәм көтә башлаған. Бер көн көткән, ике көн, өсөнсө көн көткән. Бер ниндәй ҙә аҙыҡ юҡ. Ахырҙа аслыҡтан уны йоҡо баҫҡан. Һәм төшөндә уға мөрәжәғәт иткән тауыш ишетә:
   - Эй, аҡылһыҙ кеше! Нимә бында ятаһың, тор! Нишләп һин сәләмәт булған көйө туңып ятаһың? Һин нимә, үҙеңде имгәнгән төлкө итеп күрҙеңме әллә? Бар эшлә, арыҫлан кеүек бул, әйҙә, һинән башҡаларға ла файҙа булһын!

   Хеҙмәт ғибәҙәт ҡылыу булып торамы?
   Көндәлек тормоштағы хеҙмәт шулай уҡ ғибәҙәт булып тора.
   Тәҡдир һәм яҙмышҡа һылтанып, бер нимә лә эшләмәй ятырға мөмкинме?
   Аллаһ Тәғәлә нимә булырын бөтәһен дә белә: беҙ ҡасан тыуасаҡбыҙ, ниндәй эштәр эшләйәсәкбеҙ, ҡасан үләсәкбеҙ һәм ҡайҙа эләгәсәкбеҙ: Ожмахҡамы йәки Тамуҡҡамы? Кеше шулай уйларға мөмкин: «Мин нимә генә эшләһәм дә — был яҙмыш», «миңә нимә яҙылған, шул булыр», тип иҫәпләп, ғәмһеҙлек ҡылыу — хата.
   Аллаһ Тәғәлә кем хеҙмәт итә, шуны ярата.
   Бер саҡ беҙҙең һөйөклө Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бер нимә лә эшләмәй тик ултырған кешене осратҡан. Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) уға сәләм бирмәгән, ә инде кире үткәндә көтмәгәндә һаулашҡан. Кеше аптырап, урынынан торған һәм һораған.
   - Эй, Аллаһтың Рәсүле! Һин әле генә минең менән һаулашмай үткәйнең, әле һаулаштың. Сәбәбе ниҙә?
   Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) уға яуап биргән:
   - Мин һинең эргәңдән тәү тапҡыр үтеп киткәндә һин тик кенә ултыра инең. Ә инде кире үткәндә, һин ҡулыңа сыбыҡ алып ергә нимәлер төшөрәһең. Нимә тураһындалыр уйлайһың, тимәк. Уйланыу — хеҙмәт ул. Шуның өсөн дә мин һинең менән һаулаштым.
                                                                        Хикәйәт:
                                                                     Ысын ғибәҙәт
   Бер ваҡыт изге Ғүмәр хәлиф (радыйаллаһу ғәнһү) Бәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) мәсетендә иттиҡаф (ғибәҙәт ҡылыу маҡсаты менән сыҡмайынса мәсеттә булыу) ҡылған бер кешене күрә. Был Рамаҙан айындағы иттиҡаф булмаған була. Әлеге кеше шулай итеп Аллаһҡа күберәк ғибәҙәт ҡылырға теләй. Ғүмәр хәлифкә (радыйаллаһу ғәнһү) был оҡшамаған, һәм ул һораған:
   - Һине ашау-эсеү, кәрәк-яраҡ менән кем тәьмин итә?
   - Минең иптәшем...
   - Ә һин үҙең ни менән шөғөлләнәһең?
   - Мин ғибәҙәттә...
   - Тимәк, һинең иптәшең эшләй, ә һин ашайһың ғына, дөрөҫмө?
   - Эйе...
   - Ул сағында белеп ҡуй: һинең дуҫың һиңә ҡарағанда күберәккә өлгәшкән, һәм ул һинән күбәрәк ғибәҙәт ҡыла.

   Тәҡдиргә ышаныу нисек кешенең тормошон үҙгәртә?
   Кеше тәндән генә тормай, уның төп өлөшө булып йән тора. Тәҡдиргә ышаныусы кешенең йәне тыныс була.
Үтеп киткән нәмәләр үткән, йәғни үлгән була. Уны кире ҡайтарыу мөмкин түгел. Булып үткән нәмә тураһындағы ҡыҙғаныс ғазап һәм ҡайғы урынына үҙеңдең яҙмышыңа риза булырға, ебәрелгән хаталарҙан үҙеңә һабаҡ алырға кәрәк.
   Изгелек эшләгәндә, уның менән маҡтанырға ярамай, был мәрхәмәт өсөн Аллаһ Тәғәләгә рәхмәт әйтергә кәрәк. Аллаһ — Ул бөтә мөмкинселектәрҙе биреүсе һәм был изге эште башҡарыусы.
   Әлеге мәлдә үҙеңдең киләсәк эштәреңде уйларға һәм үҙеңдең тормошоңдо шул план буйынса ҡорорға кәрәк. Иң элек мәңгелек тормош өсөн кәрәкле эштәрегеҙҙе эшләргә тырышығыҙ.
   Киләсәк беҙ планлаштырғандың хәл ителешен әйтер.
   Аллаһ Тәғәлә беҙгә яуызлыҡ теләмәй. Беҙҙән үҙебеҙ эшләгән гонаһтар өсөн һораясаҡтар. Беҙ бында Аллаһ Тәғәләне ғәйепләргә тырышырға тейеш түгелбеҙ.
   Күңелебеҙҙәге шикләнеүҙәр өмөттәребеҙҙе һүндермәһен. Бөтә булған нәмәләрҙән беҙ файҙаларын ғына һайлап алырға тейеш. Һәр бер ҡыйынлыҡтан сығыу юлы бар.
   «Хеҙмәт — ул ғибәҙәт», тип башҡа төр ғибәҙәттәрҙе ҡалдырырға мөмкинме?
   Аллаһ Тәғәлә әйтә:
   

   «Кешегә — ул тырышлыҡ күрһәткән нәмә генә бирелә, уның тырышлығы ҡараласаҡ, һуңынан ул башҡарған эш тулыһынса бүләкләнәсәк». «Ән-Нәджм, 39-41»
   

   Был инде кешенең хеҙмәте юғары баһаланасағы тураһында белдерә.
Хеҙмәт изгелеккә, хаҡлыҡҡа һәм дә рөхсәт ителгәнгә йүнәлтелгәндә генә ғибәҙәт булып тора.
   "Мин ризыҡ табам", тип отошло уйын уйнаусыларҙың, спиртлы эсемлектәр менән һатыу итеүселәрҙең хеҙмәте ғибәҙәт һаналмай. Уларҙың эштәре гонаһлы.
   Кешенең хәләл ризыҡ (Аллаһ Тәғәлә рөхсәт иткән) тапҡан көндәлек хеҙмәте ғибәҙәт булып тора. Ундай кешеләрҙе Аллаһ Тәғәлә ярата.
   Хеҙмәтте Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыу тип иҫәпләгән изге мосолмандар араһынан фәндә, техникала, сәнғәттә һәм поэзияла иҫ китес юғары дәрәжәгә ирешкәндәр бар. Дини фәндәр буйынса: Имам Әғзәм Әбү Хәнифә, Бохари, Имам Ғазали; тәбиғәт фәндәре буйынса: Әбү Ғәли ибн Сина, Хәрәзми, Олоғбәк, Ғәли Кошсо; сәнғәт буйынса: Мимар Синан, Хафиз Ғусман һәм башҡа күптәр.
                                                                      Хикәйәт:
                                                                 Һөйәлле ҡулдар
   Беҙҙең Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) намаҙҙан һуң һәр ваҡытта ла сәхәбәләрен ҡул биреп күрешеп сәләмләр булған. Бер ваҡыт ул бер ир кешегә ҡулын биргән һәм уның ҡулдарының һөйәлдән ҡаты икәнен тойған. Ир кеше Бәйғәмбәрҙән (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмдән) ҡулдары ҡаты булғанға ғәфү үтенгән.
   Аллаһтың Рәсүле (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) үҙенең сәхәбәһенә һөйөү һәм мөләйемлек менән ҡараған, уның ҡулдарын үҙенең ҡулдарына алып әйткән:
   - Был ҡулдар Аллаһ Тәғәлә һәм Уның Бәйғәмбәренә ҡәҙерлеләр. Талыҡҡан ҡулдар хөрмәткә лайыҡлылар. Аллаһ уларҙы һәр ваҡыт уттан һаҡлаясаҡ.

                                                            ИЗГЕЛЕК ҺӘМ ЯУЫЗЛЫҠ
   Нимә ул изгелек?
   Кеше өсөн, ахыр сиктә нимә файҙалы, шул изгелек.
   Нимә ул яуызлыҡ?
   Кешегә нимә зыян килтерә, шул яуызлыҡ. Аллаһ Тәғәлә берҙән бер Барлыҡҡа килтереүсе, һәм Ул изгелек менән яуызлыҡты барлыҡҡа килтергән. Изге Ҡөрьәндә әйтелгән: «Аллаһ — бөтә нәмәне барлыҡҡа килтереүсе». Беҙҙең диндә изге эштәр ҡылырға ҡушылған, һәм яуызлыҡ эшләргә тыйылған.
   Яуызлыҡты тыуҙырыу яуызлыҡ булып тормаймы?
   Мәҫәлән, шайтан кешеләрҙе хаҡ юлдан яҙҙыра, һәм ул кешеләрҙең Тамуҡҡа инеүенең сәбәпсеһе лә. Ул сағында шайтанды булдырыу үҙе яуызлыҡ булмаймы?
   Яуызлыҡ булып яуызлыҡты булдырыу түгел, ә яуызлыҡты эшләү һанала.
   Миҫалға утты алайыҡ. Беҙ утта ашарға бешерәбеҙ, өйҙәрҙе йылытабыҙ. Әммә әгәр ҙә беҙ был «тоғро дуҫҡа» ҡулыбыҙ менән тейһәк, ул уны бешерә, ауыртыу һәм ғазап килтерә. Һәм беҙ ҡулыбыҙҙы бешергәндән һуң йәки өй янғандан һуң утты табыу — яуызлыҡ тип әйтә алабыҙмы? Юҡ, әлбиттә. Сөнки янғындың сәбәбе беҙ үҙебеҙ.
   Шулай уҡ шайтанды булдырыу. Уны булдырыуҙа яуызлыҡ юҡ. Шайтан кешене яуызлыҡ эшләргә этәрә генә. Кеше үҙ теләге менән уның хөсөттәрен тыңлай йәки кире ҡаға. Яуызлыҡтың нигеҙе шайтанды булдырыуҙа түгел, ә уның хөсөтөнә эйәреүҙә.
   Ни өсөн һуң шайтан барлыҡҡа килтерелгән? Уны барлыҡҡа килтереүҙең фәһеме ниҙә?
   Был донъяла изге һәм гонаһлы кешеләр бер-береһенә йәнәш кенә йәшәй. Немруд һәм Ибраһимдар, Фирғәүен һәм Мусалар, Әбү Йәһил һәм Әбү Бәкрҙәр бер-береһенең йәнәшендә йәшәйҙәр. Һәм уларҙы бер-береһенән айырыу анһат түгел. Әммә нисектер уларҙы айырырға кәрәк? Шуның өсөн дә шайтан булдырылған. Кем уның хөсөтөнә бирелә, улар һәләк булалар. Кемдәр уның ниндәй яуызлыҡҡа этәреүен иҫтә тотоп унан ситләшәләр, улар ерҙәге һынауҙы үтәләр.
   Яуызлыҡты булдырыуҙың мәғәнәһе ниҙә?
   а) Ҡайһы саҡта беҙ яуызлыҡ тип иҫәпләгән нәмәләр беҙгә бәлки шулай тойола ғыналыр. Бөтә нәмәлә лә Аллаһ Тәғәләнең тәрән аҡыллылығы ята. Беҙгә зыянлы һәм файҙаһыҙ тойолған нәмәләр, башҡа кешеләргә кәрәкле һәм файҙалы булыуы мөмкин.
   б) Яуызлыҡ изгелектең ни тиклем әһәмиәтле икәнен күрһәтә. Кеше ауырымайынса тороп сәләмәтлегенең ни тиклем ҡиммәтле икәнен баһалай алмай.
   Изгелек менән яуызлыҡҡа нисек ҡарарға кәрәк?
   Бөтә яҡшылыҡ өсөн беҙ Аллаһ Тәғәләгә рәхмәт әйтергә тейешбеҙ. Әгәр ҙә инде яманлыҡ менән осрашһаҡ беҙ сабырлыҡ күрһәтеп, унан һаҡланырға тырышырға тейешбеҙ.
   Аллаһ изгелекте барлыҡҡа килтергән. Ул нимә өсөн яуызлыҡты булдырған?
   Изгелек һәм яуызлыҡты булдырыусы — Аллаһ Тәғәлә. Беҙ үҙ ихтыярыбыҙ менән изгелек менән яуызлыҡтың икеһенең береһен һайлайбыҙ. Әммә Аллаһ беҙ изгелек һайлағанда беҙҙән ҡәнәғәт, ә инде беҙ яуызлыҡты ҡыуһаҡ, асыулана. Ауырыу, мохтажлыҡ һәм ғазаптар кешегә ул Аллаһ Тәғәләнең ниғмәттәрен баһалаһын өсөн бирелә. Был һынауҙарҙы үтеп, кеше ҙур бүләккә лайыҡ була һәм Аллаһ Тәғәлә алдында үҙенең дәрәжәһен күтәрә.

   Хаҡ динемдә беренсе аҙымдарым. Әңгәмә һәм хикәйәттәр аша. Мөршиҙә Уйсал. Зәкиә Ураҙбаева тәржемәһе. Дини мөхәррире Айҙар Хәбибуллин.