Тол ҡатындар

   Ислам динендә тол ҡатын-ҡыҙҙар хаҡында ни әйтелә һуң? Кейәүгә сыҡмағандарҙың һәм ирҙәре ваҡытһыҙ үлеп ҡалғандарҙың хәле нисек була һуң был донъяла һәм әхирәткә күскәс?

   Был донъяла тормош-йәшәүҙәре нисек кенә булмаһын, янғыҙаҡ ҡатын-ҡыҙҙар Аллаһ Тәғәлә ҡушҡаның үтәргә һәм тыйылғандарынан тыйылырға тейеш. Һынауы шулай булып, бала-саға үҫтереүҙән мәрхүм икәнһегеҙ, эргәгеҙҙә ирегеҙ юҡ икән – был да Аллаһы Тәғәләнең тәҡдирелер. Тик өмөтһөҙләнергә ярамай, өмөтһөҙҙөң иптәше — шайтан. Донъя мәшәҡәтенән айырылып, Аллаһ Тәғәләнән һорап, тәҡдирҙе лә үҙгәртергә була. Инша Аллаһ.
   Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәрим китабында мөьминәләр тип өндәшә. Мөьминәләр – иман килтергән ҡатын-ҡыҙҙар бит. Намаҙ уҡыған, ураҙа тотҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың урыны йәннәттәлер. Тол ҡатын-ҡыҙҙарҙың Ҡөръәндә айырым статустары юҡ, улар хоҡуҡтары буйынса башҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙан бер ере менән дә айырылмай.
   

   Ҡатын-ҡыҙ кейәүгә сыҡҡас, йәки әжәле еткәнсе бер ир менән йәшәй, йәки тол ҡалып, ҡабат иргә (кейәүгә) сыға, йәки уңмаҫ элек никахты күп кисерер. Шуныһы мәғлүм, ир кеше йәннәттә үҙ ҡатыны менән бергә булыр. Был осраҡта бер нисә ҡабат иргә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙ йәннәттә ҡайһы ире менән бергә булыр? Был хаҡта ғалимдарҙың ике төрлө ҡарашы бар. Беренсе фекер буйынса, күп тапҡыр кейәүгә сыҡҡан ҡатын йәннәттә донъялыҡтағы һуңғы ире менән бергә булыр тиҙәр. Хәҙрәти Мөғәүия хәҙрәти Әбү Дәрҙә (разыял-лаһү ғәнһә) вафат булғас, уның йәмәғәте Умм Дәрҙәгә никах уҡытырға тәҡдим иткән. Был тәҡдимде Умм Дәрҙә абыстай кире ҡаға. Хәҙрәти Мөғәүия: "Ни өсөн риза түгелһең? ", — тип һорағас, ул уға былай тип яуап биргән: «Мин Рәсүлүллаһ (саллал-лаһү ғәләйһи үә сәлләмдең: „Ире үлеп унан һуң тағы бер ҡат кейәүгә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙ ахирәттә һуңғы ире менән бергә булыр“, — тигәнен ишеткән инем. Ирем, хәҙрәти Әбү Дәрҙәрҙән (разыя-лаһү ғәнһә): „Аллаһы Тәғәләнән йәннәттә бергә булһаҡ ине тип доға ҡыл!“ — тип әйткән вәғәҙәһен алдым. Ә ул үҙенән һуң ҡабат кейәүгә сыҡмаҫҡа, тип минән һүҙ алды!».
   Икенсе фекер буйынса, йәннәткә кергән ҡатын-ҡыҙға бер ни тиклем ире менән бергә булырға тигәнде уның үҙ ихтыярына ҡалдырырҙар. Был турала Пәйғәмбәребеҙ (саллал-лаһү ғәләйһи үә сәлләм)дең йәмәғәте, Өмми Хәбибә абыстай унан (саллал-лаһү ғәләйһи үә сәлләм)дән былай тип һораған: «Йә, Рәсүлүллаһ! Бер ҡатындың икенсе ире булһа, ахирәттә ҡайһыһы менән бергә булыр?» Был һорауға Рәсүлүллаһ (саллал-лаһү ғәләйһи үә сәлләм): «Ул уны үҙе һайлап алыр: ҡайһыһы үҙен яҡшыраҡ тотҡан булһа, шуның менән бергә булыр!» тип яуап биргән.
   Әбү Һөрәйрә әйтеүенсә, йәннәттә һәр ирҙең ике ҡатыны булыр тиелә. Был фекер әлеге ҡатын-ҡыҙҙарҙың был донъялағы күплегенән дә һәм ирҙәрҙәргә ҡарағанда буласаҡ тамуҡта артыҡ булыуҙарынандыр. Аллаһ Тәғәлә һаҡлаһын был уттан, иманлы булыуҙары арҡаһында улар тамуҡтан сығырҙар тип әйтелә. Әлеге ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәрҙән 11-12 тапҡыр артыҡ. Ҡиәммәт көнө алдынан бер иргә илле ҡатын-ҡыҙ тура килер, тип әйтелә бит. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла, шулай уҡ ирҙәр араһында көнләшеү, ҡыҙғаныу һәм башҡа шундай нәмәләр йәннәттә булмаясаҡ.
   Йәннәттә бар ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар никахлы булырҙар. Аллаһ Тәғәлә боҙоҡ һәм иманһыҙ булыу арҡаһында мәңге тамуҡта ҡалыуҙан һаҡлаһын.
   Ер ҡатын-ҡыҙҙары иң матур һәм һөйкөмлө ҡатындар булыр, ожмағтың гүрия (хур) һылыуҙарына ҡарағанда, тип әйтелә. Сағыштырғанда: ер ҡатындары гүрийә ҡатындарҙан өҫ кейемдең ал яғы һәм тиҫкәре яғы һымаҡ булыр. Ни өсөн тигәндә: пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм: “Улар Аллаһ Тәғәләгә ышандылар, намаҙ уҡынылар, ураҙа тоттолар. Тәндәре аҡ, йөҙҙәрендә нур булыр, кейемдәре йәшелдән, аҫыл-таштары һарынан. Әйберҙәре ынйы-зөбәржәттән, тараҡтары алтындан булыр һәм әйтерҙәр:
   - Беҙ – ҡатындар, бында мәңге ҡалырбыҙ, бер ҡасан да үлмәҫбеҙ. Беҙгә бында бер ниндәй ҙә ауырлыҡ булмаҫ һәм иркенлектә йәшәрбеҙ. Беҙ – ҡатындар, ошонда ҡалырбыҙ һәм юғалмаҫбыҙ. Тыңлағыҙсы, беҙ – бәхетле ҡатындар, беҙ бер ҡасан да ҡайғырмаҫбыҙ. Һөйөнөслө хәбәрҙәр шундай ирҙәргә, кемдәргә – беҙ, һәм улар – беҙҙең өсөн".
   Әле кейәүгә сыҡмаған мөслимә өсөн Аллаһы Тәғәлә йәннәттәге ирҙәрҙең береһенә кейәүгә сығырға рөхсәт бирер. Инде мөслимәнең йәннәт ирҙәренә иҫе китмәһә, Аллаһы Тәғәлә хур ҡыҙҙарының береһен хур иренә әйләндерер, ул ошо хур иренә кейәүгә сығар. Хур ҡыҙҙары йәннәт сәскәләренән барлыҡҡа килгән заттарҙыр.