Телдең хаҡы

                                                                            Телдең хаҡы

                                                          Ғалимдар мираҫынан бер нисә фекер
     «Атҡа — кешнәү, эткә — өрөү, үгеҙгә — үкереү, ҡапланға ырылдау кеүек сифаттар бирелгән шикелле, кешегә лә тел, һүҙ оҫталығы бирелгән. Тел — уның көсө, ҡоралы, таянысы һәм аҡланыу юлы. Аллаһ ҡолдарына был һәләт башҡа бөтә йән эйәләренә ҡарағанда ла нығыраҡ кәрәк».
                                                                                                                             Филон
     «Ауырыуҙарынан ҡотолоу өсөн дарыуҙар һәм шифалы үләндәр ҡулланырға тырышып та, һүҙҙәрҙең файҙаһын белмәй һәм белергә лә теләмәй унан баш тартҡандар — отолоуҙа».

                                                                                                                             Сократ
     Берәү йән тураһында бәхәс ҡуҙғатҡас, Зенон әйткән: «Телеңде аҡыл менән ебетеп алмаҫтан элек, нимә тип әле бәхәс ҡуҙғатып торған булаһың? Һүҙҙәрең бит туҙға ла яҙмаҫлыҡ», — тигән.
     Элеккеләр тағы ла әйткән:
     «Өндәшмәй тороу оят түгел, теләһә нимә һөйләп йөрөү — оят» — тигән.
     «Ҡылыс — тәнде, яман һүҙ йәнде йәрәхәтләй. Тән яраһы уңала, тел яраһы уңалырға ашыҡмай».
     «Һүҙ ул көҙгөгә оҡшаш. Тәнең дә, ҡарашың да көҙгөлә сағылып ҡына торған кеүек, кеше менән һөйләшкәндәге һүҙҙәрең күңелде, ваҡыты менән бөтә булмышыңды асып һала».
                                                                                                                             Фокий
     Шундай уҡ һүҙҙәрҙе заманында Демокрит та әйтеп ҡалдырған: «Кешенең сырайы көҙгөлә күренә, һөйләшеүенән күңеле беленә».
     «Татлы тел менән ғәфү итә белеү — рәнйетә-рәнйетә саҙаҡа биреүҙән яҡшыраҡ, һеҙҙең кеше үпкәләрлек йәки рәнйеп ҡалырлыҡ итеп биргән саҙаҡағыҙға Аллаһ мохтаж түгел».
                                                                                    «Әл-Бәҡара» (Һыйыр) сүрәһе, 263-се аят
     Ибн Малик һөйләп ҡалдырған бер хәҙисте тағы ла ҡабатлап китке килә.
     «Иманһыҙ булыуы сәбәпле сусҡаға әйләнгәндәрҙән берәү эргәһенән үтеп барғанда, Ғайса, ғәләйһис-сәләм, уны танып: «Тыныс ҡына үт!» — тип сәләм биргәс, аптырап ҡалған кешеләр: «Был һүҙҙе һин сусҡаға әйттеңме?» — тиҙәр. «Эйе, телем яман һүҙҙәр һөйләргә өйрәнеп китә күрмәһен тип әйттем был һүҙҙәрҙе», — тигән пәйғәмбәр».
     «Мәрхәмәт-шәфҡәт эйәһе Аллаһтың яҡшы бәндәләре ер өҫтөндә түбәнселек менән йөрөрҙәр. Наҙандар уларға насар һүҙ әйтер булһалар ҙа: «Сәләм!» — тип кенә яуап бирерҙәр».
                                                                                                 «Әл-Фурҡан» (Айырыусы) сүрәһе, 63-сө аят
                                                                  Хәҙистәр
     «Телдең иң ҙур хатаһы — ялған. Иң тоғро һүҙ — Аллаһ Китабы. Уның ептәре тәҡүәлек һүҙе менән төйнәлгән. Иң күркәм һүҙ — Аллаһты зекер итеү, иң яҡшы ҡисса — ошо Ҡөрьән, иң изге байлыҡ — күңел байлығы, иң изге дәрәжә — тәҡүәлек».
     «Эй, Раббым! Миңә ғилем менән ярҙам ит, киң күңеллелек менән зиннәтлә, тәҡүәлек менән хөрмәтлә, һаулыҡ-сәләмәтлек менән биҙәклә».
     «Аллаһ ҡоло кешеләрҙе көлдөрөү өсөн генә тип һүҙ һөйләһә, ул үҙе лә, уны тыңлап торғандар ҙа ер менән күктәр араһындағы түбән урындарҙың иң түбәненә төшөр».
     «Яҡуб балаларынан Беҙ Аллаһтан башҡаға ғибәҙәт ҡылмау, ата-әсәгә, ҡәрҙәштәргә, етемдәргә, фәҡирҙәргә изгелекле булыу, һүҙҙәрҙең яҡшыларын ғына һөйләү, намаҙҙарҙы ваҡытында уҡыу, паҡланып ҡына тороу тураһында вәғәҙә алдыҡ. Вәғәҙә бирҙегеҙ ҙә, һуңынан күптәрегеҙ уны боҙоп, Аллаһ хөкөмдәренә арҡаһы менән боролдо».
                                                                                                     «Әл-Бәҡара» (Һыйыр) сүрәһе, 83-сө аят
     «Кешеләрҙең таҙартып ҡына торорға тейешле ағзаларынан береһе — тел, — тип өйрәткән Ғабдулла ибн Ғүмәр. — Телдең хаҡы бөтәһенән дә олораҡ». Сөнки яҡшы һүҙ — йән аҙығы.
                                                              Исламда һөйләшеү тәртибе
     Дин өйрәтә — һәм был ысынлап та шулай: һәр кемгә Аллаһ бөйөктәрҙән-бөйөк бер бүләк итеп әсә телен бирҙе, ти.
     Тормошта асыуланышып йәшәүгә ҡарағанда сәләм бирешеп йәшәү яҡшыраҡ. Сәләм бирешеп йәшәү өсөн, әлеге лә баяғы, шул тәрбиәле күңел менән татлы тел кәрәк.
     «Әгәр ҙә һеҙ дошманығыҙ менән мөләйем генә һөйләшә торған булһағыҙ, дошманығыҙҙың дошманлығы һүрелер ҙә, саҡма таштағы осҡондарға оҡшап, телегеҙҙән сәсрәп кенә торған осҡондар туҡталып ҡалыр.
     Шул ваҡытта Аллаһтың яҡлауына ла лайыҡ булырһығыҙ», — тигән боронғолар.
     Тел сәбәпле тыуған тағы ла бер бәлә — һүҙ көрәштереү, бәхәс.
     «Тура юлды тапҡан һайын бәхәскә бирелеп китер гә генә тороуҙары сәбәпле, бик күптәр яңынан юлда яҙып аҙашыуға бара торҙо», — тигән пәйғәмбәр; ғәләйһис-сәләм, һәм Ҡөрьәндең: «Беҙҙең асыуыбыҙҙы килтергән халыҡтар язаһын да ала торҙо».
     «...Мәрйәм улы Ғайса тормошон миҫал итеп килтергәс тә, һинең ҡәүемеңдән булған мөшриктәр шау-шыу ҡуптарҙы».
     «Беҙҙең тәңреләребеҙ яҡшыраҡмы, әллә ул — Ғайсамы, тип һоранылар. Улар бит бәхәсләшергә ярата торған ғауғасыл халыҡ» — тигән аяттарын уҡый.
                                                                                           «Әз-Зухруф» (Биҙәктәр) сүрәһе, 57—58-се аяттар 
     «Хаҡ һүҙ һөйләгәндә лә, шаярып ҡына һөйләшкәндә лә бәхәсләшергә генә торған ҡолдоң иманы камил булмаҫ, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм. — Әгәр ҙә һин үҙ һүҙен генә дөрөҫкә һанап, тиҫкәрелектән, бәхәстән туҡтамаған, бәхәстә йыуаныс тапҡан кешене күрһәң, бел: ул — отолоуҙа».
     Бәхәсләшеү, телләшеп кенә тороу, ғөмүмән, насар ғәҙәт. Ғилемде күберәк алып ҡалырға тырышҡанда ғына ул урынлы. Унда ла тиҫкәрелек һәм асыу менән түгел, аҡыл менән.
     «Яҡшы һүҙ, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — саҙаҡа».
     Ғүмәр ибн Әл-Хаттаб әйтеп ҡалдырғандар ҙа бик фәһемле. «Тәҡүәлек, изгелек — ауыр эш түгел, — тигән ул. — Улар: ҡараштарҙа — күркәмлек, һүҙҙәрҙә — йомшаҡлыҡ ҡына. Ә йомшаҡлыҡ менән татлы тел тәндең төрлө ерҙәрендә урынлашып алған күрә алмаусылыҡ таптарын юйып ташлай.
     Тормошта яуызлыҡ менән яуызлыҡты еңеп булмай. Шуға ла улына биргән нәсихәттәрендә Лоҡман- Хәким: «Эй, улым! — ти. — Яуызлыҡты яуызлыҡ менән һүндереп була тигәндәр ялғанлай. Әгәр ҙә улар ысынлап тороп быға ышана икән, ике ерҙә ике ут тоҡандырып ҡараһындар — улар береһен-береһе һүндерә аламы? Әлбиттә, юҡ. Утты һыу ғына һүндерә. Утты һыу ғына һүндергән кеүек, яуызлыҡты ла изгелек кенә һүндерә».
     «Яғымлылыҡты кешеләр аҡылдың яртыһы тиҙәр, ә мин уны аҡылдың бөтәһе лә тимен», — тигән Хәсән Әл-Басри.
     Мосолмандағы иң ҡиммәтле хазиналарҙың тағы ла береһе — ваҡыт.
     Уны үҙеңә бер ҡағылышы, бәндәләргә бер ниндәй файҙаһы булмаған сафсатаға бирелеп үткәрмә, ти.
Әгәр ҙә кеше — бигерәк тә дин хеҙмәтендәгеләр — ваҡыттың — хазина, телдең яҡшы табыш табыу өсөн ау — йәтмә булыуын аңлай алһа, телен дә төҙәтеп кенә торор ине.
     Бер-береһе менән осрашҡан саҡтарында пәйғәмбәребеҙҙең сәхәбәләре иманды яңыртып тороу өсөн һәр ваҡыт «Үәл-Ғаср» (Киске ваҡыт) сүрәһен уҡый торған була.
     Имам Садыҡ әйткән: «Был сүрәне уҡып ҡына торған кешене Аллаһ нур балҡып торған асыҡ йөҙлө, шат күңелле итеп яңынан терелтер ҙә, үҙенең йәннәттәренә оҙатып ҡуйыр», — тигән.
     Ваҡыттың, замандың бәндәләргә үҙе биреп торған тынғылыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтә дин.
     Бер саҡ шулай Мөздәлифә менән Мина араһындағы бер урында пәйғәмбәребеҙ аҙымдарын тиҙләтә төшә. Билдәле булыуынса, был төбәктәр — Исламдың изге урындары.
     — Эй, Аллаһ илсеһе, нимә булды, ниңә аҙымдарыңды тиҙләттең? — тиҙәр сәхәбәләр.
     — Әбабил ҡоштары ебәреп, был урында Аллаһы Тәғәлә Абраһаның фил менән килгән ғәскәрен юҡ итте. Аллаһ асыуының ниндәйҙер бер эҙе беҙгә лә күсеп ҡуймаһын тип, аҙымдарымды тиҙләттем, — тигән пәйғәмбәр.
     Шуға ла Аллаһтың рәхмәт-бәрәкәттәре яуып ҡына торған Ҡәғбәлә, Ҡәғбәнең бер өлөшө булған мәсеттәрҙә, Аллаһ ҡолдары йыйылған башҡа ерҙәрҙә Уның бәрәкәтен күберәк алып ҡалырға кәрәк, тип өйрәтә дин.
     Юғалған һәр нәмәне табып йәки башҡа менән алмаштырып була, үтеп киткән ғүмерҙе генә кире ҡайтарып та, алмаштырып та булмай. Шуға ла хәстәрлекле хужаға оҡшап, беҙ ғүмерҙәге һәр көндөң, сәғәттең урынын, баһаһын, ҡәҙерен белергә тейешбеҙҙер.
     Уйлай белгән кешегә уның ҡайҙа башланғаны, ниндәй тарафта торғаны, ҡайҙа китеп барғаны һәм барып етәсәге, йөрөгән юлында нимәләрҙе эшләп өлгөрөргә тейешлеге — бөтәһе лә бик мөһим.
     Башланған ваҡытта ғүмерҙең аҙағына тиклем бик алыҫ кеүек тойолһа ла, аралар самаһыҙ күп булмай, иҫәбе бар.
     Әгәр ҙә ул уны заяға үткәрһә, был инде үҙенә үҙе ҡул һалыуға тиңләшә. Ерҙең һәр әйләнеше, таңдарҙың тыуып, көндәрҙең үтеп кенә тороуы — өҙлөкһөҙ хәрәкәт итеп торған тормоштағы бер миҙгелдәр генә.
     Әгәр ҙә кеше, ваҡыт үҙе генә әйләнә, мин туҡтап торам, тип уйлай икән, был — хата. Ваҡыт ул үҙе лә үтеп кенә тора, кешене лә артынан ҡалдырмай эйәртеп бара. Шуға ла Ислам ваҡыттың ҡәҙерен белергә өйрәтә, ваҡыттың баһаһын белә. Ваҡыт ул үткер ҡылыс кеүек, һин уны өҙөп ташламаһаң, ул һине өҙә. Ваҡыт — ул аҡыл менән йәшәү, игелектәр эшләп ҡалыу өсөн бирелгән мөмкинлек. Тормош үҙе лә — оло бер хазина.
     Был хазинаны нисек итеп файҙалана белеүегеҙ, ниндәй юлдарға тотоноуығыҙ өсөн дә яуап бирерһегеҙ, тип өйрәтә дин.
     Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Ғүмер һәм ғүмерҙе нисек итеп үткәреүе, алған ғилеме һәм уны ниндәй юлдарға тотоноуы, мал һәм малды ниндәй юлдар менән табып, ниндәй юлдарға тотоноуы, тәне һәм тәндәге көстәрен нисек итеп туҙҙырыуы тураһында ла һорау булмай тороп, Аллаһ ҡолдарының аяғы урынынан ҡуҙғалмаҫ», — тигән.
     Елғыуарлыҡҡа йәки юҡ-бар ғәҙәттәргә бирелеп китеүҙән ҡурсалап ҡалыу өсөн бәндәне дин һәр ваҡыт киҫәтеп кенә тора.
     Боронғолар өйрәткән: ваҡыт ул бер ҡасан да ситтән генә күҙәтеп тормай, йә ул асыҡ йөҙлө дуҫ, йә яуыз дошман.
    Мосолмандарға нәсихәт биреп, имам Хәсән Әл- Басри өйрәткән: «Көн һайын таң беленә башлау менән Аллаһы Тәғәлә исеменән нида — йәшерен хәбәр килеп: «Эй, әҙәм балаһы! Яралтылмыштарҙың мин — яңыһы, һин эшләп йөрөгән эштәргә шаһит булып килдем. Минән игелектәр алып ҡал, игелектәрҙе ҡалдырып та кит, сөнки мин Ҡиәмәт көнөнә тиклем яңынан әйләнеп ҡайтмамын!» — тип әйтер»,— ти.
Ҡөрьәнгә күҙ һалайыҡ. «Үҙ ихтыяждарығыҙҙы, Аллаһ рәхмәтен кәсеп итеү һәм ял өсөн тип, Аллаһ һеҙгә көн менән төндө бар итте. Бәлки, һеҙ Уның был ниғмәттәренән файҙа таба белерһегеҙ», — тиелә унда.
                                                                                «Әл-Ҡасас» (Хикәйә) сүрәһе, 73-сө аят

                                                                                «Иман. Әхләҡи ҡиммәттәр». Суҡбаев С. Х.