Төштәр, төштәр һәм мәрхүмдәр
Иҫән булған кешенең йәне мәрхүмдәрҙең йәндәре менән аралаша аламы?
Был һорауға яуап булараҡ бик күп тормош ваҡиғаларынан һөйләп бөтөрә алмаҫлыҡ дәрәжәлә дәлилдәр бар. Әлбиттә, тереләрҙең йәндәре мәрхүмдәрҙең йәндәре менән күрешә алалар. Изге Ҡөръәндә: “Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙең үлгән ваҡытта йәндәрен ала. Кеше йоҡлаған ваҡытта ла, кешенең йәнен сығара. Ә инде доньяла ғүмерҙәре бөткән кешеләрҙең йәндәрен тотоп ҡала, ғүмерҙәре бөтмәгәндәрҙең йәндәрен билдәле ваҡытҡа ғына, кире тәнгә ҡайтара" тип яҙылған.
Ибн Ғаббас юғарыла килтерелгән аятҡа таянып «Тереләрҙең йәндәре үлеләрҙең йәндәре менән йоҡо ваҡытында күрешәләр. Һәм улар бер-береһенән төрлө нәмәләр хаҡында һорашалар», — тип әйтә.
Пәйғәмбәребеҙҙең сәхәбәләре һөйләй: «Аллаһының илсеһе иртәнге намаҙҙан һуң беҙгә ҡарап әйләнеп ултырып, беҙҙән:
- Ҡайһығыҙ бөгөн төндә ниндәй төш күрҙе? — тип һорай ине.
Беҙ бер нәмә лә яуап бирмәһәк, ул үҙе бик йыш ҡына күргән төшөн һөйләп юрамалар бирә ине. Был һүҙҙәр Бохари һәм Мөслим китаптарында килтерелә. Пәйғәмбәребеҙҙең ҡәбер донъяһына ҡағылышлы күргән төштәре күп булыуы хаҡта һеҙ башҡа хәҙис китаптарынан уҡып белә алаһығыҙ.
Хәҙисә әсәбеҙ әйтә: “Мөхәммәдтең пәйғәмбәрлеге раҫ — дөрөҫ төштәр күреүҙән башланды. Төндә берәй төш күрһә көндөҙ ул дөрөҫ булыуы менән тормошта раҫлана ине».
Төштәрҙе күреү, уларҙы дөрөҫ итеп юрай белеү пәйғәмбәрҙәргә хас сифаттарының береһе булғанлығы мәғлүм. Пәйғәмбәребеҙҙән атабыҙ Әҙәм ғәләйһиссәләмдең беренсе төш күргәнлеге “Тәғбирнамәи-йәнабиғ тәржемәһе“ндә яҙылған. Уның төшө кеше тарафынан күрелгән төштәрҙең иң тәүгеһе һанала. Ваҡиға былай була: Әҙәм пәйғәмбәр йәннәттә йоҡлаған ваҡытында янында күркәм йөҙлө, үҙенә оҡшашлыраҡ бер затты төшөндә күреп һөйөнә һәм уянып китә, ҡараһа, башы осонда төшөндәге һүрәттәгесә берәү ултыра икән. Ул иһә әсәбеҙ Һаууа булып сыға. Ошо күреүҙән сығып, ир кешенең күркәм һүрәттә ҡатынын төшөндә күреүен осрашыуға, ҡауышып һөйөнөүгә юрайҙар. Төштәрҙе юрау хаҡында ошо биттә уҡығыҙ: https://nazir1965.com/din/t%D3%A9sht%D3%99r%D2%99e-yurau.html#more-6189
Төш күреү АллаһТәғәләнең үҙ ҡолдарына киләсәк яҙмыштан ғәфил булмаҫ өсөн бирелә торған серҙәренән һәм ғилемдәренән береһе икәнлеген белдертә. Төштәргә ышанмау йәндең барлығын һәм үлемдән һуң йәшәүҙең дауам итеүен инҡар итеү менән бер ул. Шунлыҡтан был мәсьәләләрҙә бик һаҡ булыр кәрәк. Тормошобоҙҙа булған ваҡиғаларға әллә ни әһәмиәт бирмәйбеҙ, ә бына төштә булған күренештәр кешене ныҡ тетрәндерә. Был теге донъялағы тормошҡа ишара түгелме ни? Әгәр ҙә беҙ шунда мәңгегә барасаҡ әхирәткә әҙерләнмәһәк, алдыбыҙҙа ҡурҡыныс бушлыҡ, ҡот осҡос күренеш һәм язаларға дусар булабыҙ бит!.
Кеше йоҡлағанда, йәне күккә ашып Аллаһ Тәғәлә хозурына күсеп китеүе лә ихтимал... Йоҡо менән үлем бер енестән, тик айырмаһы шунда: йоҡлаған кешенең йәне тәнендә ҡала, үлгән кешенеке – сыҡҡан була.
...шул ваҡыт Аллаһ Тәғәлә ул әреуахтарға сәждә ҡылырға бойорор, кем паҡ тәһәрәт менән булыр, сәждә ҡылыр һәм йоҡоһонда серләшер. Ә кем инде тәһәрәтһеҙ булһа, сәждә ҡылыуҙан мәрхүм булыр. Бына шуға ла мосолмандарға хатта йоҡо алдынан тәһәрәтле булыу талап ителә.
Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән китабында:
“Шулай итеп, беҙ Йософ пәйғәмбәргә ер йөҙөндә урын билдәләнек. Уға төш юрауҙы өйрәтер өсөн" — тип әйтә.
Йософ пәйғәмбәрҙең төштәр юрауы тураһында тарихтә күп әйтелә.
Әбү Һүрәйра һөйләй: Пәйғәмбәребеҙ әйтте:
— Пәйғәмбәрлектән мүбәшшираттар ғына ҡалды (йәғни Аллаһы Тәғәлә ер йөҙөнә башҡа пәйғәмбәрҙәр ебәрмәйәсәк. Әҙәм балаларына мүбәшшираттар ғына бирәсәк), — тип.
Пәйғәмбәребеҙҙең был һүҙҙәрен ишеткән сәхәбәләре:
— Нимә һуң ул мүбәшшираттар? — тип һорау бирҙеләр.
— Дөрөҫ, тоғро, раҫ килә торған төштәр, — тип яуап ҡайтарҙы пәйғәмбәребеҙ.
Башҡа бер хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ:
— Ахыр заман яҡынайған һайын иманлы бәндәнең күргән төшө ялғанға сыҡмаҫ, дөрөҫ килер. Иманлы бәндәнең төшө пәйғәмбәрлектең ҡырҡ алтынсы өлөшөлер, — тип әйткән.
Әммә бөтә төштәрҙе юрарға тырышыу ҙа дөрөҫ түгел. Сөнки төштәр өс төрлө була. Пәйғәмбәребеҙ әйтте:
“Төштәр өс төрлө була:
1. Әҙәм балаһын ҡайғыға һалыр өсөн шайтан тарафынан күңелгә һалынған төштәр.
2. Кешенең көндөҙҙәрен уйлап фекерләп күңеленә әһәмиәт биреп һалған әйберҙәрҙе төш иттереп күреү.
3. Пәйғәмбәрлектең ҡырҡ алтынсы өлөшө булған төштөр".
Тимәк, йоҡо бәләкәй үлем тип атала һәм шул ваҡытта һис шикһеҙ тере кешенең йәне мәрхүмдәрҙең йәндәре менән күрешә алалар.
Төш күреү ул –яҙмышындан хәбәр, уны юрай белер генә кәрәк. Шуға ла әкиәт йәки әһәмиәтһеҙ нәмә тип, иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫ кәрәк. Төш үҙе лә Аллаһ Тәғәлә тарафынан ебәрелеп, төш фәрештәләре ярҙамында әҙәм балаларына еткерелә. Нур булып, шуға ла төш ул — нур тиҙәр. Төш фәрештәһе Ләүхел-Мәүмүздәге яҙмыш таҡтаһында яҙылған хәбәрҙәрҙе уҡып кешеләргә еткерәлер. Төш фәрештәһе янғыҙ фәрештә генә түгел. Улар күп икән. Улар төнгө йоҡо ваҡытында ғына кешегә килеп ҡалмайҙар, бәлки көндөҙҙәрен, айырым әҙәмдәрҙе ойотоп, хәбәр бирәләр.
Ислам фәлсәфәһендә ҡабул ителгәнсә, төштәр өс төрлө булалар. Беренсеһе – “тәбәшшир төштәр", йәғни һөйөнөслө, яҡшы хәбәрле төштәр тип атала. Икенсеһе – “тәхрир төштәр", йәғни ҡурҡыныс төштәр. Өсөнсөһө –“ илһам төштәре".
“Төхфәтел -мөлек"тә яҙылған: Аллаһ Тәғәләнең һөйөнөсөн күрер өсөн, кеше шөкөр ҡылырға тейеш, ниғмәттәренән риза булып, саҙаҡалар биреп, ҡушҡандарын үтәп, тыйылғандарынан тыйылып. Шул ваҡытта Аллаһ “тәббәшир", йәғни һөйөнөслө төштәр ебәрер. Бушҡа әйтелмәй бит: “Иманлы кеше йәннәттә үҙ урынын күрмәйенсә донъянан китмәҫ", – тип. Ә һөйөнөслө төштө күреүсегә бәхет-сәҙәғәт ирешә, икенсе төрлө әйткәндә төштәре тормошҡа аша. Ошо шатлыҡҡа ирешеүсе мосолмандар Аллаһ Тәғәлә рәхмәтле булып, саҙаҡалар бирергә тейешле икән.
Был саҙаҡа һәм хәйерҙәр, намаҙ һәм тәсбихтәр ул мөьминдең һөйөнөс уртаҡлашыуы, Аллаһ Тәғәләгә рәхмәтле булыу тигән һүҙ. Ә Ислам динендәге әҙәп ҡанундары буйынса, бәхетле яҙмыш эйәһенә тәҡҡәбер булыу килешмәй.
Һөйөнөслө төштәрҙең ҡыуанысы шунда, Аллаһ Тәғәлә ул төш күрһәтеүсе фәрештәгә тәүфиҡ биреп, төш күреүсе кешегә төшө асыҡ ваҡиғалар булараҡ күренәләр һәм йәненә шатлыҡ индерәләр.
“Тәхрир", йәғни ҡурҡыныс төштәр хаҡында былай хәбәр: “Хаҡ Тәғәлә фәрештәгә бойорор: Фәлән кешегә бер ҡурҡыныс төш күрһәтер кәрәктер, ул кеше гонаһларынан тәүбә итеп, боҙоҡлоҡтарҙан йыраҡ булһын".
Ҡурҡыныс төштәр күреүселәр, әлбиттә, гонаһларынан тәүбә итеп, хәйер-саҙаҡа бирһендәр, тип яҙыла китаптарҙа. Бындай төштәрҙе күреүсегә аҫтағы аятты уҡып, Аллаһ Тәғәләгә һыйыныр кәрәк:
“Иннә Аллаһү лә йәхфә ғәләйһи шәй-үн фил арды үә лә фис-сәмәи үә һүәс сәмиғул-ғалим".
Мәғәнәһе: “Аллаһ Тәғәлә өсөн ысындан да ерҙә һәм күктәрҙә йәшерен серҙәр юҡ һәм Ул бар нәмәләрҙе белеп тороусы ғалим".
Илһам төштәрҙе иһә асылда күберәк пәйғәмбәрҙәр һәм әүлиәләр күргән тип һанала. Аллаһ Тәғәлә бойорор: “Илһам төштө, шул кешегә күрһәт, кем был донъя мәшәҡәтенән алыҫ, йөҙҙөн Хаҡҡа тота, һәр ваҡыт Аллаһының ризалығын эҙләй". Илһам төштәр күреүсегә хәйерле ғәмәлдәрен артырырға һәм боҙоҡлоҡтарҙан ситтә булырға, тәүбә итеп, Аллаһынан ярҙам теләргә тейешлелер. Илһам төштәре бәхетенә ирешкән кеше менән Аллаһ Тәғәлә уның йоҡо ваҡытында уның менән серләшәлер тип әйтелә. Төштә хәбәрҙәр Аллаһынан һүҙ булараҡ та ирешә икән: “Аллаһ Тәғәлә йә иһә бер фәрештәне ебәрер, был рәсүл, вәхи илән мәрсәл (пәйғәмбәр) иһә, уға килеп хәбәр бирер". Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдә ҡайһы бер вәхине (Ҡөръән аяттарын) төшөндә алғаны билдәле.
Изге төштәр, иләһи нур ҡеүәте менән нурландырылған була, уларҙы юрарға ярамай, сөнки улар Аллаһынын үтәлергә тейеш ғәмәле.
Өҫтә яҙылғанса төштәрҙе кеше хәбәр булараҡ һәр төрлө рухтарҙан (заттарҙан) алырға мөмкин икән.
Тимәк, шуны белер кәрәк, бар күргән төштәр ҙә Аллаһ Тәғәләнең фәрештәләренән түгел. Ялған төштәр шайтан ҡотортоуынан да киләлер. Бындай төштәрҙә өс төрлө була: Беренсеһе – “ғыйлләт", йәғни ауырыу кешенең төшө; икенсеһе “әхлам", йәғни буталсыҡ төштөр; өсөнсөһө — “һиммәт", йәғни борсолоуҙан күренгән төштәр.
Ауырыу сәбәпле күп ятып, бик күп төрлө-төрлө төштәр күрһәң, ул төштәрҙең һис ниндәй асылы булмай. Уларға иғтибар бирергә ярамай. Ауырыу кешенең һаташыуы хәстәрлегенең йәнгә насар тәъҫире арҡаһында була. Ул ҡурҡыныс төштәргә артыҡ иғтибар биреп, хәсрәткә сумып, үҙеңде тағын да нығыраҡ хәлһеҙләндерергә һәм ауырыуын артырыуға этәргес яһарға ярамай. Йәнеңде, күңелеңде тыныс тоторға кәрәк.
Ризаитдин бине Фәхретдин үҙенең “Һайланма хәҙистәр аңлатмаһы"нда яҙғаны: Ҡурҡыныс һәм тәртипһеҙ төштәр, көндөҙ фекерләп йөрөгән нәмәләр менән йоҡола һаташыуҙар, Рәсүлүллаһ хәҙисендә “шайтан уйнауы" тип тәғбир ителә. Ундай нәмәләрҙең дөрөҫ булыу ихтималы юҡ. Шуның өсөн уларҙы, һөйләп йөрөү мәғәнәһеҙлек. Әгәр ҡурҡыныс төштәр күрһәң, уянғандан һуң һул тарафыңа өс мәртәбә өрөргә лә шуның яманлығынан Аллаһ Тәғәләгә һыйынырға һәм икенсе яҡҡа ҡарап ятырға кәрәк. Хәҙистәрҙә был турала шулай өйрәтелә һәм шулай эшләгәндә төштәрҙән һис зарар булмағанлығы тураһында әйтелә.
Белеүеҙсә беҙ йоҡо алдынан тәһәрәтле булып, усыбыҙға доға уҡып, өрөп, шуның менән постелебеҙҙе һөртөп (хәҙерге ғалимдәр шулай иткәндә постельдәге күҙгә күренмәгән микроорганизмдәр үлә тинеләр) һәм тәнебеҙҙе ышҡып, үҙеңде өшкөрөп, “әғүҙү" үә “биссмилләһи" әйтеп, шайтан мәғлүнде ҡыуып, ятҡас, йоҡобоҙ үә кинәт үлемебеҙ хәйерле булһын өсөн өс мәртәбә “Аятүль Ҡөрси" уҡыр кәрәк. “
“Әдғас-әғләм" төштәрҙе (буталсыҡ төштәр) “шайтаный төштәр" тип тә атайҙар. Бындай төштө күреүсегә һәр төрлө дейеүҙәр, ендәр инерҙәр һәм, әллә ниҙәр ҡыланып, мөмкин түгел хәлдәрҙе күрһәтерҙәр. Бындай төштәрҙән ҡотолоу өсөн ғөсөл алырға кәңәш ителә, иртән тороп мунса үә душ инеү хәйерле. Таҙа йөрөү хәйерле. Бысраҡтын шайтан ояһы икәне һәр кемгә мәғлүмдер? Хатта өй мөйөшөгөҙҙө сүп –сар шайтанға ҡыуаныс. Шайтаный төштәргә, һаташыуҙарға әллә ни иғтибар биреү кәрәкмәҫ. Был төштәрҙе юрап булмай, юраһалар ҙа нәтижәһе, файҙаһы юҡ. Күп осраҡта кеше һаташыу төштәре күрә.
Ниндәй ҙә булһа ауыр эш башҡарһаң, алйып йоҡлағанда төш күрһәң, был да тәбиғәтеңә, хәләтеңә бәйле төш була, уларҙы юрарға кәрәкмәй, асыл-мәғәнәһеҙ төштәр булып иҫәпләнә.
Һиммәт төштәр күңелендә борсолоуҙар булған кешегә инә. Көндөҙ уй-фекерендә нимәләр буталһа, йоҡлағанында шуларҙы күрһә, тиелә, бындай төштәр юраланмай. Кешенең тәне ял иткәндә, йән камиллашыуҙан туҡтамай, йәғни йоҡоло тәндән йән айырылғас тағы ла ҙур мөмкинлектәргә ирешә ала. Хатта, ауырыу тәнгә ниндәй шифа кәрәклеген асыҡлай.
Ибн Ҡәйүм әл-Джәүзийә әйтә: “Был турала бик күп тормош ваҡиғаларынан булған хәбәрҙәр. Бигерәктә ҡаты сирләгән кешеләрҙең төштәрендә, сәләмәтләнеү өсөн ниндәй дарыу ҡулланырға кәрәк икәнлекте күреп шуны ҡулланып, сихәтләнеүселәрҙең тарихтарын һанап бөтөргөһөҙ".
Төштәрҙе һәр төрлө кешеләр ҙә күрә. Йәғни. Әгәр ҙә берәү: Мин төштәр күрмәйем, ти икән, ул ялғанлап ҡына әйтә. Асылда уның хәтере камил түгел, йә иһә иғтибарһыҙ була. Үҙебеҙ ҙә күп ваҡыт төштәргә иғтибар биреп тормайбыҙ. Әммә былай яраймы?
“Төхфәтел-мөлек" китабының дүртенсе битендә ошондай һүҙҙәр бар: Белеп ҡуйығыҙ, төш күреү – хаҡтыр, аҡылы бар кеше бәхетлек һәм бәдбәхетлек хәбәрен төшөндә белер, айырма итәр. Йәғни, аҡылында хилафлыҡ күренмәгән һәр бер кеше лә төш күреп, бәхетлек һәм бәхетһеҙлек килергә мөмкинлеген алдан һиҙемләп, уларҙы айыра ала һәм кәрәгенсә эш итеүгә хаҡлы була.
Мөхәммәд пәйғәмбәр әйтеп ҡалдырған: “Ахыр заман етәрәк төштәр раҫ – дөрөҫ булыр", тип. Тимәк, заман ахырыһына ирешкәндә кешеләр төштәрендә күргәнен, һис бер шикһеҙ тормоштарында күрәсәк.
Шуныһын да белеү кәрәк: солтандарҙың, ил башлыҡтарының төшө ғалимдарҙыҡынан өҫтөнөрәк, ғалимдарҙын төшө наҙандарҙыҡынан яҡшыраҡ, йомартарҙын төшө һарандарҙыҡынан өҫтөнөрәк. Шулай уҡ, әгәр ҙә динле һәм иманлы, таҙа һәм тоғро булмаһа, ҡатындарҙың төшөнөн асылы юҡ, әммә тәһәрәтһеҙ һәм ҡан күреүсе (күрем ваҡыты, иманлы) ҡатындарҙың төштәре юраланыр.
Төштәр аша хатта белем алыусылар булыуы билгеле. Кәрәк һорауҙарға яуап алыусыларҙа бар. Был тура ла хәбәр-риүәйәттәр күп, шуларҙың береһе:
Ибн Тәймийәне бик үк яратып еткермәгән бер кеше уны төшөндә күрә һәм шөбһәләнеп ҡалған мираҫ малына ҡағылышлы бер мәсьәләне һорай. Һәм башҡа һорауҙар ла бирә һәм мәрхүм булған ибн Тәймийә тарафынан дөрөҫ яуаптар ишетә. Бер һүҙ менән әйткәндә төштә мәрхүмдәр менән осраша алыуҙы тәжрибәһеҙ наҙан кешеләр генә инҡар итә ала.
Ошо яҙылғандарҙан сығып, төштә күренгәндәрҙе айыра белеп, ҡайныһын юрарға, ҡайныһына иғтибар итмәҫкә кәрәклеген аңланыҡ. Төштә күренгән мәрхүмдәргә килгәндә инде, улар беҙҙең доға-саҙаҡаларға мохтаж. Сәләфит-вахабиттар үҙ ғалимдарын (Ибн Тәймийә, Ибн Ҡәйүм әл-Джәүзийә) иңҡар итеп мәрхүмдәргә ҡылған доғалар барып етмәй тиһәләрҙә өҫтә был ғалимдарҙын төшкә кереүҙәре хаҡында һүҙ бара бит. Мәрхүмдәребеҙ төштәргә инеп беҙгә ишара яһайҙар, әжерен алғас тағы ла ҡәнәғәт хәлдә төшкә инәләр түгелме? Бындай хәлдәр хисапһыҙ бит! Намаҙға баҫҡанға тиклем, миңә үҙемә лә мәрхүм атайымды төшөмдә, ошо матур йәйге мәлдә, өй тапҡырында, урамда, алама йыртыҡ кейемдә, хәйерсе хәлендә ултырғанын ап-асыҡ итеп күрҙем. Беҙҙе ҡәҙерләгән, үҫтергән, тәрбиә биргән мәрхүм-мәрхүмә атай-әсәйҙәребеҙҙе онотмайыҡ, һәр саҡ уларға доғалы булайыҡ.